Каменев Сергей Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Каменев Сергей Сергеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 апрель 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Киев[1]
Вафат булған көнө 25 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (55 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Святой Анны II степени орден Святой Анны III степени орден Святого Станислава III степени
Уҡыу йорто Генераль штаб академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Commons-logo.svg Каменев Сергей Сергеевич Викимилектә

Каменев Сергей Сергеевич (16 апрель 1881 йыл25 август 1936 йыл) — совет хәрби етәксеһе, 1-се ранг командармы (1935).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каменев Сергей Сергеевич 1881 йылдың 16 апрелендә Киевта хәрби инженер ғаиләһендә тыуған.

1898 йылда Киев Владимир кадет корпусын тамамлай. Шул уҡ йылдың 1 сентябрендә Мәскәүҙәге Александровск хәрби училищеһына уҡырға инә. 1900 йылдың 9 авгусында беренсе разрядлы подпоручик дәрәжәһендә Луцк 165-се пехота полкына тәғәйенләнә һәм 1900 −1904 йылдарҙа шунда батальон полкы адьютанты булып хеҙмәт итә.

1907 йылда Каменев Сергей Петербургтағы генераль штабы Николаев хәрби академияһын беренсе разряд буйынса тамамлай[2]. Пётр Махровтың Каменев тураһында фекере:[3]:

« Каменев Генераль штабы Академияһында минең менән бер сығарылышта ине, һәм беҙ уның менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә булдыҡ. Тырышлығына ҡарамаҫтан, Академия уға ауыр бирелә ине… Ул генераль штабының һәйбәт офицеры булды һәм һуғыш аҙағында полк менән бик шәп етәкселек итте. Уның сәйәси ҡараштарын мин белмәнем, әммә революция ваҡытында ул комитеттар менән эш итә белде, ә һуңғараҡ, Ҡыҙыл Армияға эләккәс, нисек батшаға йәки Ваҡытлы хөкүмәткә хеҙмәт иткән, шулай уҡ большевистик хөкүмәтенә намыҫлы хеҙмәт итте. »

1907 йылдың 7 майында штабс-капитан дәрәжәһе бирелә.

1909 йылдың 26 ноябренән алып Иркутск хәрби округы штабында өлкән адъютант ярҙамсыһы була. 1909 йылдың 6 декабренән — капитан. 1910 йылдың 10 февраленән 2-се кавалерия дивизияһы өлкән адъютанты булып хеҙмәт итә. Сергей Каменев баштағы хеҙмәте буйынса пехота командиры булараҡ, тырышып кавалерия эшен өйрәнә, бөтә кавалерия маневрҙарында һәм сәфәрҙәрендә ҡатнаша. 1911 йылдың 26 ноябренән — Вилен хәрби округы штабының оператив-мобилизацион бүлегендә өлкән адъютанттың ярҙамсыһы. 1912 йылдың 6 декабрендә 3-сө дәрәжә изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

1914 йылда һуғыш планы инсценировкаһы — Киев хәрби уйындарында ҡатнаша.

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1914 йылдың 4 сентябренән алып — 1-се армияһы генерал-квартирмейстер штабы бүлегенең өлкән адъютанты. Полковник (чин старшинлығы 06.12.1915)[4].

« Каменевтың выжданлы һәм тырыш офицер тигән абруйы булды. Әллә ниндәй һәләттәр унда юҡ ине. Ул...башҡаларҙан яҡшыраҡ та, насарыраҡ та түгел ине. Бер аҙ йомоҡ, аҙ һүҙле, хеҙмәттәштәренән бер нимә менән дә айырылманы...
Юрий Галич.[5]
»

Артабан 1-се армия штабының оператив бүлеге начальнигы вазифаһын биләй.

1917 йылда Каменевтың ҡулдарына Григорий Зиновьев һәм Владимир Ленин яҙған «Ағымға ҡаршы» йыйынтығы килеп эләгә, был китап, уның һүҙҙәренсә, «иҫ китерлек тәьҫир ҡалдыра, яңы горизонттар аса». Һалдатар менән уртаҡ тел таба белгән Каменев шул уҡ йылдың 4 апрелендә 30-сы Полтава пехота полкы командиры итеп һайлана.

1917 йылдың 25 ноябренән — 15-се армия корпусы штабы начальнигы. 1918 йылдың апреленә тиклем — 3-й армия штаб начальнигы, был вазифаға уны армия комитеты тәҡдим итә. 3-сө армия демобилизацияһы һәм хәрби мөлкәтте эвакуациялау буйынса эшләй. Немецтар Полоцкиҙы яулап алғандан һуң Каменев армия комитеты менән бергә менән Түбәнге Новгородҡа күсә һәм шунда 3-сө армияһын бөтөрөү буйынса эштәрҙе тамамлай.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

C. C. Каменев парадта 1922 йылың 7 ноябрендә.

1918 йылдың апреленән — РККА-ла. Невель районында завеса отрядтарының көнбайыш участкаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың июненән — 1-се Витебск пехота дивизияһы командиры. Л. Д. Троцкийҙың ярҙамында Каменев даими рәүештә РККА-лағы юғары вазифаларға ҡуйыла. 1918 йылдың авгусынан — элееке эше менән бер рәттән Смоленск районының хәрби етәксеһе. 1918 йылдың авгусынан (сентябренән) 1919 йылдың июленә тиклем[6] (1919 йылдың майындағы өҙөклөк менән) — Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре командующийы. Волгала һәм Уралда Ҡыҙыл Армияһының һөжүме менән етәкслелек итә. Тап ошонда, Рус армияһының яҙғы һөжүме ваҡытында һәм адмирал Колчактың армияларына ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша һәм үҙенең хәрби талантын күрһәтеүгә өлгәшә. 1919 йылдың 8 июленән 1924 йылдың апреленә тиклем — Республика Ҡораллы көстәренең Баш командующийы.

РКП(б)-ның Үҙәк комитеты, В. И. Лениндың директиваларына ярашлы Каменев етәкселегендә Деникин һәм Врангелдең ғәскәрҙәренә ҡаршы операциялар үткәрелә. 1920 йылда Каменев Алтын хәрби ҡорал һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Шул уҡ йылда ул Польшаға һөжүм итеү планын әҙерләй, әммә ҡаршы тороусы көстәргә дөрөҫ баһа бирмәү һәм шулай уҡ Көньяҡ-Көнбайыш фронты командованиеһы — А. И. Егоровтың һәм И. В. Сталиндың ҡаршылашыуы арҡаһында әлеге план тормошҡа ашмай ҡала. Уның ҡатнашлығында Карелияла, Бохарала, Фирғәнәлә — болалар һәм Тамбов ихтилалы баҫтырыла.

С. С. Каменев, һис шикһеҙ, һәләтле хәрби етәксе булды, бай хыяллы һәм тәүәккәл. Уға тәрәнлек һәм ҡатылыҡ етешмәй ине. Лениндың һуңынан уға ҡарата бик ныҡ күңеле ҡайтты һәм ул уның донесениеларын бик ҡәтғи ҡылыҡһырлай торғайны: «Яуабы аҡылһыҙ һәм урыны менән наҙан».

— Л. Д. Троцкий, «Сталин»[7]

РККА-ла һуғыштан һуң хеҙмәт итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Революцион-хәрби советы ағзалары. Беренсе рәт (һулдан уңға): И. Э. Якир, А. И. Егоров, С. С. Каменев, К. Е. Ворошилов, С. М. Буденный, М. К. Левандовский; икенсе рәт (торалар): К. А. Авксентьевский, Б. М. Шапошников, И. П. Белов, И. П. Уборевич. Декабрь 1927

1924 йылдың апреленән — РККА инспекторы, ә 1925 йылдың мартынан — РККА штабы начальнигы. 1925 йылдың ноябренән — баш инспектор, 1926 йылдың авгусынан — РККА-ның баш идаралығы начальнигы , Фрунзе исемендәге Хәрби академияһының тактика циклы баш етәксеһе, 1924 йылдың апреленән 1927 йылдың майына тиклем бер үк ваҡытта СССР-ҙың РХС-ының хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса нарком урынбаҫары һәм СССР Реввоенсоветы рәйесенең урынбаҫары. 1930 йылда XVI съезында Каменев ВКП(б)-ға ҡабул ителә[8]. С переформированием в марте 1934 йылдың мартында хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомат оброна наркоматы итеп үҙгәртеп ҡороу арҡаһында Каменев биләгән вазифалар бөтөрөлә. 1934 йылдың 1 июленән оборона наркомы фарманына ярашлы Сергей Сергеевич Каменев РККА ПВО-һы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм шулай итеп вазифа дәрәжәһе буйынса түбәнәйтелә. 1935 йылда Каменевҡа 1-се ранглы командарм званиеһы бирелә. Шул уҡ ваҡытта Граждан һуғышы осоронда Каменев етәкселегендә хеҙмәт иткән биш хәрби етәкселәренә (Ворошиловҡа, Будённыйға, Блюхерға, Егоровҡа һәм Тухачевскийға) юғары маршал званиеһы бирелде.

Каменев С. С. — «Граждандар һуғышы һәм хәрби төҙөлөш тураһында яҙмалар» мемуарҙары, Ленин тураһында хәтирәләр авторы.

Осоавиахимды ойоштороусыларының береһе, Умберто Нобиле етәкләгән итальян экспедицияһына һәм боҙ араһында ҡыҫылып ҡалған «Челюскин»ға ярҙам итеп, Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре менән бик күп шөғөлләнә[9].

Кремль диуарындағы ҡәбер ташы

1936 йылдың 25 авгусында йөрәк өйәнәгенән вафат була. Урна хәрби ҙурлау менән[10] Кремль диуарында ерләнә.

Ҡыҙы — Наталья Сергеевна.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Записки о Гражданской войне и военном строительстве. М., Воениздат, 1963.
  • Воспоминания о Владимире Ильиче Ленине. (М., 1972)
  • Очередные военные задачи. М., 1922

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киевта ике урам Сергей Каменев хөрмәтенә уның исемен йөрөттө: 1936—1937 йылдарҙа — Печерскиҙа Мәскәү урамы, 1977—2015 йылдарҙа — хәҙерге Петр Болбочан урамы. Зарайск ҡалаһында уның исемендәге урам бар.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (06.12.1912).
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (05.03.1915)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены ҡылыстар менән (15.04.1916).
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1920)
  • Хорезм халыҡ совет республикаһының Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Бохара халыҡ совет республикаһының 1-се дәрәжә Ҡыҙыл ярым-ай ордены
  • Алтын хәрби ҡорал Ҡыҙыл Байраҡ ордены билдәһе менән бергә
  • Почётлы революцион ҡорал (1919)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Каменев Сергей Сергеевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 51—52. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; 1976—1980, т. 4).
  3. Махров П. С. В Белой армии генерала Деникина. СПб.: Логос, 1994. Стр. 56.
  4. На 03.01.1917 ст. в чине Полковника установлено с 06.12.1914.
  5. Ю. Галич. Красный хоровод. М, Вече, 2008. Стр. 236.
  6. Командующим Восточным фронтом 19 июля 1919 г. был назначен М. В. Фрунзе.
  7. Л. Д. Троцкий: «Сталин» — ГРАЖДАНСКАЯ ВОЙНА
  8. Советская военная энциклопедия в 8-ми томах, том 4
  9. Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. Москва, 1997 г.
  10. Анатационная доска С. С. Каменева в г. Киеве.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Советская военная энциклопедия : [в 8 т.] ; 1976—1980, т. 4).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]