Жуков Георгий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Георгий Константинович Жуков
Георгий Константинович Жуков
Г. К. Жуков. 1944
Флаг
СССР-ҙың оборона министры
9 февраль 1955 — 26 октябрь 1957
Алда килеүсе: Булганин Николай Александрович
Һуңыраҡ килеүсе: Малиновский, Родион Яковлевич
29 июнь — 29 октябрь 1957
27 февраль 1956 — 29 июнь 1957
2 август 1942 — 24 июнь 1945
15 ғинуар — 30 июль 1941
 
Партия: КПСС
Эшмәкәрлеге: хәрби етәксе
Тыуған: 19 ноябрь (1 декабрь) 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Стрелковка, Малоярославец өйәҙе, Калуга губернаһы
Үлгән: 18 июнь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Мәскәү, СССР
Ерләнгән: Кремль стенаһы некрополе
Атаһы: Жуков, Константин Артемьевич
Әсәһе: Жукова, Устинья Артемьевна
Ҡатыны: 1. Жукова Александра Диевна
2. Жукова Галина Александровна
Балалары: Эра, Элла, Мария
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: Рәсәй флагы 1915—1917
Совет Социалистик Республикалар Союзы 1918—1958
Принадлежность: Рәсәй империяһы Урыҫ император армияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы РККА
Совет Социалистик Республикалар Союзы Совет армияһы
Хәрби звание: Совет Союзы маршалы
Командалыҡ иткән: СССР Ҡораллы Көстәре менән
Хәрби бәрелештәр:
  • Беренсе Бөтә донъя һуғышы
  • Рәсәйҙә граждандар һуғышы
  • Халхин-Голда
  • 1940 йылғы Бессарабия кампанияһы
  • Бөйөк Ватан һуғышы
  • 1956 йылғы венгер инҡилабы
 
Автограф: Автограф
 
Наградалары:
Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы Геройы
«Победа» ордены
«Победа» ордены
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Орден Суворова I степени Орден Суворова I степени
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За оборону Сталинграда»
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» 20 years of victory rib.png «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал
Рәсәй империяһы
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
Сит ил наградалары
Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия)
Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия)
«Монголия Халыҡ Революцияһының 50 йыллығы» миҙал
«Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙал
«Халхин-Голдағы Еңеүҙең 50 йыллығы» миҙал
«Японияны еңгән өсөн»  миҙал
Польша Яңырыуы ордены йондоҙо менән Командор тәреһе кавалеры‎ Польша Яңырыуы орденының Командор тәреһе кавалеры Кавалер Большого Креста ордена «За воинскую доблесть»
I дәрәжәләге Грюнвальд Тәреһе ордены
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал
«Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙал
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры
Мунса ордены
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены
I дәрәжәләге «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены Orden slobode.png
«Почёт легионы» ордены (Баш командующий)
Чехословацкий Военный крест 1939
«Ҡытай-СССР дуҫлығы» миҙал
«Ҡытай-СССР дуҫлығы» миҙал
Кавалер ордена «За воинскую доблесть»
Республика ордены (Тыва)

Гео́ргий Константи́нович Жу́ков (19 ноябрь 1896, Рәсәй империяһы, Калуга өлкәһе, Стрелковка — 18 июнь 1974, СССР, Мәскәү) — совет полководецы. Советтар Союзы Маршалы дүрт тапҡыр Советтар Союзы геройы, ике "Еңеү"ордены кавалеры, башҡа күп совет һәм сит ил орден, миҙалдарына лайыҡ булған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында «Еңеү Маршалы» исемен ала[1]. СССР СССР оборонаһы министры (1955—1957).

Бөйөк Ватан һуғышы барышында бер-бер артлы Генераль штаб етәксеһе, фронт командующийы, Юғары Баш командаующий ставкаһы ағзаһы, Юғары Баш Командаующий урынбаҫары вазифаларын биләй. Һуғыштан һуң ҡоро ер ғәскәрҙәренең Баш командующийы була. Тәүҙә Одесса, аҙаҡ Урал хәрби округтары менән етәкселек итә. И. В. Сталин вафат булғас, СССР оборонаһы министрының беренсе урынбаҫары була. 1955 йылдан 1957 йылға тиклем — СССР оборонаһы министры итеп тәғәйенләнә . 1957 йылда КПСС ҮК-нан сығарыла. Армияла биләгән бөтә вазифаларынан алына. 1958 йылда отставкаға ебәрелә.

Биографияһының башы һәм Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Жуков Калуга губернияһының (хәҙерге Калуга өлкәһе), Малоярославец ѳйәҙе Стрелковка ауылында крәҫтиән Константина Артемьевича Жукова (18441921 ғәиләһендә тыуған, урыҫ.)[2].

Сиркәү-приход мәктәбенең өс класын тамамлағас(маҡтау ҡағыҙы менән), Мәскәүгә тире иләү һөнәрселек оҫтаханаһына өйрәнсек итеп ебәрелә. Шунда кистәрен йөрөп, бер ыңғай ҡала училищеһенең ике йыллыҡ курсын тамамлай.

Унтер-офицер Георгий Жуков, 1916 йыл.

1915 йылдың 7 авгусында Малоярославецта армияға саҡырыла. Кавалерияға эләгеп, унтер-офицерлыҡҡа уҡып сыға.

1916 йылдың август аҙағында 10-сы Новгород драгун полкы составында (Беренсе Бөтә донъя һуғышы) Көньяҡ-көнсығыш фронтҡа эләгә. Немец офицерын эләктергән өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә .

Октябрҙә ҡаты контузия ала. Шунан һуң, ишетеү һәләтлеген күпмелер юғалтҡанлыҡтан, кавалерия полкына запасҡа ебәрелә. Алған яралары ѳсѳн 3-сө дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә.

1917 йылдың декабрендә эскадронды таратҡандан һуң Мәскәүгә ҡайта. Унан һуң, тыуған ауылына, ата-әсәһе янына кайта. Унда оҙаҡ ҡына тиф менән сирләй.

Ҡыҙыл армия сафында 1918 йылдың авгусынан. 1919 йылдың 1 мартында РКП(б)-ға ағза булып керә. Граждандандар һуғышы мәлендә ҡыҙылармеец Георгий Жуков Көнсығыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ фронттарҙа урал казактарына ҡаршы , Царицын янында Деникин һәм Врангель ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

1919 йылдың май-июнендә Мәскәү кавалерия дивизияһы составында Уралда Шипово станцияһы янында казактарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

Шул уҡ йылдың июнь-авгусында Уральск өсөн, Владимировка станцияһы һәм Николаевск ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә.

1919 йылдың сентябрь-октябрендә Царицын янында, унан һуң Заплавный һәм Урта Аҡтүбә араһында ( хәҙерге Волжский) ҡалаһы эргәһендә һуғыштарҙа ҡатнашып, аҙаҡ граната ярсыҡтары менән яралана.

1920 йылдың көҙөндә Рязань кавалерия курсын тамамлап взвод, унан һуң эскадрон командиры булып китә. 1920 йылдың авгусында Улагай десанты менән Екатеринодар янында һуғыштарҙа ҡатнаша.

1920 йылдың декабры — 1921 йылдың август айҙарында Тамбовщинала крәҫтиәндәр инҡилабын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1922 йылда Антонов инҡилабын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Орден юллағанда документтарҙа ошолай тиелә: « 1921 йылдың 5 мартында Тамбовской губернияһының Вязовая Почта ауылы янында дошмандың 1500—2000 ҡылыс менән һөжүм итеүенә ҡарамаҫтан, ул эскадроны менән 7 сәғәт буйына уларға ҡаршы тора. Унан контратакаға күсеп, алты тапҡыр ҡул һуғышына инеп дошманды тар-мар итә»[3].

Полк командирынан алып дивизия командирына тиклем (1923—1939)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

39-сы Бузулук кавалерия полкы командиры Г. К. Жуков. 1923 йыл.

1923 йылдың майы аҙағынан Жуков 7-се Самара кавалерия дивизияһының 39-сы полкы командиры итеп тәғәйенләнә.

Ә 1924 йылда юғары кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрелә.

1925 йылда Ленинградта команда составын камиллаштырыу буйынса кавалерия курстарын тамамлай. Унан 42-се кавалерия полкы командиры М. Савельев, 37-се Астрахан полкының эскадрон командиры Н. Рыбалкин һәм Г. К. Жуков  хеҙмәт иткән ерҙәре Минскиға поезға ултырмай, һыбай ҡайтып төшәләр.

Витебск, Орша һәм Борисов аша 963 километрға һуҙылған юлды 7 тәүлектә үтәләр. Был арауыҡ эседә аттар 8 - 12 килограмға, ә үҙҙәре 5—6 килограмға ябыға. Өсөһө лә командование тарафынан рәхмәт һүҙе һәм дәүләт премияһы ала [4].

1926 йылдан 5 йыл буйы Белорус дәүләт университетында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн әҙерлек курстары алып бара [5].

1929 йылда РККА-ның юғары етәкселеге өсөн ойошторолған курстарҙы үтеп ҡайта. 1930 йылдың майынан бер йыл тирәһе командиры Рокоссовский булған 7-се Самара кавдивизияһының 2-се бригадаһы менән етәкселек итә.

Унан һуң Жуков Белорус хәрби округында И. П. Уборевич ҡулы аҫтында хеҙмәт итә.

РККА кавалерияһы инспекторы ярҙамсыһынан, 4-се кавалерия дивизияһы (1933—1937), 3-се һәм 6-сы кавалерия корпустары командиры, 1938 йылдың  июленән — Көнбайыш махсус хәрби округы командующийы урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелә .

Репрессиялар осоронда, партия конференцияһында, Жуковты, 3-сө кавалерия корпусы командиры булараҡ, «халыҡ дошмандарын айырмауҙа » һәм «сәйәси күрәшлектә» ғәйепләйҙәр.

Был турала Жуков Сталин һәм Ворошилов исеменә атап телеграмма ебәрә. Телеграммаға яуап ала алмаһа ла, башҡаса уны борсомайҙар. [6]

Ҡыҙыл Армияның 20 йыллығы алдынан (1938 йылдың 22 февраленән приказ НКО № 0170/п ) «мәленән алда һәм сират көтөп тормайынса » комбриг Г. К. Жуковҡа комдив дәрәжәһе бирелә.

Халхин-Гол[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Жуков (уңда) һәм маршал Чойбалсан, Халхин-Гол, 1939 йыл

1939 йылдың июненән, Жуков, Монгол Халыҡ Республикаһы биләмәһендә РККА-ның 57-се махсус армия корпусы командующийы.

1939 йылдың майынан , Монголия биләмәһендәге совет-япон конфликт районына « инспекция» менән ебәрелә. Шул уҡ йылдың июнендә 57-се махсус корпус менән етәкселек итә башлай. Аҙаҡ корпус Беренсе армия төркөмө итеп йәйелдерелә [7][8][см. коммент.- 1].

1939 йылдың 5 июненән РККА командованиеһы тарафынан 2 ранг командармы Г. М. Штерн етәкселегендә ғәскәрҙең фронт (Чита) төркөмө булдырыла.

Төркөм составына 1-се һәм 2-се айырым Ҡыҙыл байраҡлы армиялар, Байкал аръяғы хәрби округы ғәскәрҙәре һәм 57-се махсус корпус керә( корпус командиры Николай Фекленко)[9][10].

1939 йылдың 11 июненән Сталин ризалығы һәм СССР оборонаһы Халыҡ комиссары Ворошилов Климент Ефремович тәҡдиме менән Монголиялағы 57-се махсус корпусҡа командующий итеп комдив Жуков тәғәйенләнә.

12 июндә Фекленко Мәскәүгә телеграф аша: «Командование Корпус менән етәкселек итеүҙе комдив Жуковҡа тапшырҙым» тип хәбәр ебәрә[11].

1939 йылдың 19 июненән ( СССР оборона Наркомы приказы № 0029 ),[12] 57-се махсус корпус комдив Жуков етәкселегендәге Беренсе армия төркөмө итеп үҙгәртелә һәм туранан-тура оборонаның Халыҡ комиссариатына буйһона (төркөмдең хәрби советы ағзаһы, дивизия комиссары Никишов Дмитрий Никитич, штаб начальнигы комбриг Богданов Михаил Андреевич).

Конфликтлы районда совет һәм монгол ғәскәрҙәренең үҙ-ара хәрәкәттәрен көйләү, тылды тәъмин итеү 2-го ранг командармы Г. М. Штерн[13] етәкселек иткән фронт төркөмөнә йөкмәтелә.

Ул 1938 йылда япон агрессорҙары менән |Хәсән күле янындағы бәрелештәрҙә тәжрибә туплап өлгөргән була.

Ваҡыты менән ғәскәр менән эш итеү, тактик мәсъәләләр буйынса Штерн һәм Жуков араһында бәхәстәр һәм фекер айырмалары килеп сыға. Шулай ҙа, һәр саҡ үҙ-ара килешеп уртаҡ ҡарарға килә алалар.[14].

Хәрби совет төркөмөнә ағза итеп дивизион комиссары Николай Бирюков, штаб етәксеһе итеп комдив М. А. Кузнецов тәғәйенләнә. Һуғыш барған райондарҙағы монгол ғәскәрҙәре менән маршал Хорлогийн Чойбалсан етәкселек итә.

Халхин-Голда һуғыш мәлендә Г. К. Жуков (уңда).

Корпус менән етәкселекте ҡулына алыу менән Жуков йәһәт кенә эшкә тотона. Башта ул корпус штабын Улан-Баторҙан Тамцак-Булакка , бер аҙҙан япон ғәскәрҙәренә ҡаршы торған һыҙатҡа, Хамар-Даба тауына күсерә.

Ер өҫтө ғәскәрҙәре биләгән ерҙәр эргәһендә аэродромдар төҙөргә фарман бирә. Үҙ-ара бәйләнештәрҙе яйға һала.

Совет ғәскәрҙәре төркөмө япондарҙың 6-сы армияһын һан буйынса икеләтә, танктар буйынса өсләтә күберәк булһалар ҙа, Жуков ғәскәр эсендә тәртипте нығыта: аңлата, өйрәтә, ышандыра, фарман бирә, урыны менән яуапҡа тарттыра[15].

Июль башында япондар артиллерия ышығында пехотаның ҙур көстәре менән һөжүм башлай. Халхин-Голдың көнсығыш ярындағы совет-монгол төркөмөн уратып алып юҡ итергә ынтыла. Төп һуғыш хәрәкәттәре Баин-Цаган тауы эргәһендәге райондарҙа бара һәм өс тәүлек дауамында бара.

Ғәҙәти булмаған һуғыш алымдары һәм әүҙем итеү арҡаһында 1-се армия төркөмө һөжүмде уңышлы кире ҡаға, оборонаны нығыта һәм ғәскәрҙәрҙе тәъмин итеүҙе яйға һала. Һауала һиҙелерлек өҫтөнлөккә ирешә.

1939 йылдың 31 июлендә Жуковҡа сираттағы хәрби исем  бирелә һәм комкор дәрәжәһенә күтәрелә. Ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар булғанда ла, уның һуғыш алымдары уңышлы тип табыла. Халхин-Голда совет ғәскәрҙәренең тотороҡло хәлен һаҡлап ҡала.[16].

«Был алыш , — тип билдәләй Жуков, Ҡыҙыл Армияның әүҙем оборона тотоуы буйынса классик операция булып тора". Бынан һуң япон ғәскәрҙәре башҡаса Халхин-Голдың көнбайыш ярына сығырға ҡыймайҙар»[17]

1939 йылдың 20—31 авгусы араһында Жуков Богданов менән берлектә Халхин-Гол эргәһендә генералКомацубараның япон ғәскәрҙәрен уратып алып тар-мар итә.

Ғәҙәттә Жуков исемен 1939 йылдың август аҙағы - совет ғәскәрҙәренең һөжүмгә күсеп, конфликт тамамланыуҙың аҙағы менән генә бәйләйҙәр. Ысынбарлыҡта уға өс ай буйы бындағы ғәскәрҙе тәрән кризистан сығарыу өсөн күп көс һалырға тура килә. Ҡатмарлы комбинациялар яһап, көс тупларға, япондарҙың һөжүмен кире ҡағырға, уңышлы ҡамап алып, тар-мар итеүгә өлгәшә.[18]

РККА практикаһында тәүгә Халхин-Голда Жуков тарафынан танк, мотобронялы һәм авиация подразделениеләре киң ҡулланылып әүҙем оборона, дошманды ҡамап алып юҡ итеү ойошторола.

Һуғыш барышында совет ғәскәрҙәренән 23 225 һәләк була, яралана, хәбәрһеҙ юғала.[19].

Япон ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары 61 мең тирәһенә барып баҫа (шуларҙың өстән бере һәләк була). Халхин-Гол янында тар-мар итеүҙе, күптәр япондарҙың Германия менән бергә СССР-ға ҡаршы һуғышҡа кереү планынан баш тартыуында төп сәбәп итеп ҡарай.

Был һуғыш операцияһы өсөн комкор Жуковҡа Советтар Союзы геройы исеме (28 август 1939 й., Алтын йондоҙ № 435) һәм МХР - ың Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелә.

1940 йылдың майында СССР Юғары Советы Президиумының ( 07.05.1940 йыл) « Ҡыҙыл Армияла хәрби генерал исемдәре" тигән указына ярашлы Жуковҡа армия генералы исеме бирелә.

Киев махсус хәрби округы һәм 1940 йылғы «Бессарабия походы»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

армия генералы Г. К. Жуков һәм СССР оборонаһы наркомы, маршал С. К. Тимошенко КОВО маневрҙарында. 1940 йыл.

1940 йылдың 7 июнендә Георгий Константинович Киев махсус хәрби округы ғәскәрҙәре командующийе итеп тәғәйенләнә, (приказ НКО № 02469). Ул шунда уҡ ғәскәрҙәрҙә дисциплинаны нығытыу һәм һуғышҡа әҙерлекте күтәреү буйынса эш башлай.

1934 йылда уҡ Советтар Союзы Румыния менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе урынлаштыра . Әммә Бессарабия һәм төньяҡ Буковинаға ҡарата сәйәси -дипломатик мөнәсәбәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала.

Рәсәй был биләмәләрҙе 1918 йылда румын монархияһы баҫып алды тип бара. СССР-ҙың «административ - сәйәси карталарында ул ерҙәрҙе бер үк төҫтә күрһәтеп, бары күк төҫ менән штрихлап ҡына ҡуя»[20].

1940 йылдың 13 июнендә Жуков СССР-ҙың юғары хәрби –сәйәси етәкселеге кәңәшмәһендә ҡатнаша. Кәңәшмәне И. В. Сталин үҙе алып бара.

Тарихсы |Мельтюхов М.И фекеренсә, унда Румыния менән бәйле хәрби операциялар тураһында һүҙ бара. [21].

1940 йылдың 20 июнендә , 21.45 сәғәттә Киев махсус хәрби округы ғәскәрҙәре Командующийе, армия генералы Г. К. Жуковҡа оборона Наркомы һәм РККА Генштабы Начальнигы директиваһы (№ 101396/cc) тапшырыла. Уны Мәскәүҙән самолетта подполковник Шикин менән майор Рыжаев килтереп еткерә[22]

Унда ошонда һүҙҙәр ҙә була:

« 1. Ғәскәрҙәрҙе туплай башларға һәм 24 июндә, 22 сәғәттә румын армияһын тар-мар итеп Бессарабияға барып инергә әҙер булырға....
3. Ғәскәрҙәр менән идара итеү өсөн Киев махсус хәрби округы етәкселегенән Көньяҡ фронт өсөн етәкселек тәғәйенләргә . Фронт Командующийе — армия генералы иптәш Жуков. Фронт Штабы — Проскуров
Приводится по тексту публикации: М.И. Мельтюхов. « 1917—1940 йылдарындағы донъя һуғыштарында Бессарабия һорауы »
»

1940 йылдың 20 июнендә, 22.40 сәғәттә РККА Генштабы етәксеһе Одесса хәрби округы ғәскәрҙәре командующийенә фарман бирә : «21 июнь , сәғәт 10-00 –дан Киев махсус хәрби округы ғәскәрҙәре Командующийы армия генералы Жуковҡа буйһонаһығыҙ» [23].

27 июнь көнь, көн тамаланыуға Көньяҡ фронттың барлыҡ ғәскәре тиерлек (командующий — армия генералы Г. К. Жуков, Хәрби совет ағзаһы —2-го ранг армия комиссары В. Н. Борисов, штаб етәксеһе — генерал-лейтенант Н. Ф. Ватутин) тупланыу урынына килеп етеп урынлашалар .

Көньяҡ фронтҡа 32 уҡсы , 2 мотоуҡсы , 6 кавалерия дивизияһы , 11 танк, 3 авиадесант бригада, 14 корпус артиллерия полкы, 16 РГК артиллерия полкы һәм 4 ҡеүәтле керә.

Фронтта ғәскәрҙәрҙең дөйөм һаны 638 559 кешенән артығыраҡ , 9415 орудие һәм и миномет, 2461 танк, 359 бронемашина, 28 056 автомашина иҫәпләнә[24]

1940 йылдың июнь аҙағына , совет-румын сигендә Румыния яғынан 20 пехота , 3 кавалерия дивизияһы һәм 2 тау пехотаһы бригадаһы туплана. Секиряндан Валя-Вишеуляй һыҙаты буйлап 3-се армия (штаб — Роман): тау пехотаһы корпустары (1-се, 4-я се тау пехотаһы бригадалары), 8-се һәм 10-сы армия корпустары (5-се , 6-сы, 7-се 8-се, 29-сы, 34-се, 35-се пехота һәм 2-я кавалерия дивизияһы ) урынлаша.

Днестр йылғаһы буйлап Секиряндан Ҡара диңгеҙгә тиклем 4-й армия (штаб — Текуч): 1-се , 3-сө, 4-се һәм 11-се армия корпустары (2-се, 11-се , 12-се , 13- сы , 14-се, 15-се, 21-се, 25-се, 27-се, 31-се, 32-се, 33-сө, 37-се пехота, 3-се, 4-се кавалерия дивизиялары ) урынлаша.

1-се төркөм армияға инеүсе был ике армия Румынияның ҡоро ер ғәскәрҙәренең 60 % -ын тәшкил итә һәм 450 мең кешене үҙ эсенә ала[25].

27 июнь, 10.30 сәғәт тә Риббентроп Бухаресттағы илсеһенә инструкция ебәрә. Уның аша Румынияның сит ил эштәре министрына ошондай йөкмәткеле хәбәр еткерә  : «Совет хөкүмәте румын хөкүмәтенән СССР- ға үҙ ирке менән Бессарабия һәм Буковинаның төньяҡ өлөшөн биреүен талап итә икәнлеген белдерҙе. Румыния менән Советтар Союзы араһында һуғыш башланып китмәһен өсөн румын хөкүмәтенә совет хөкүмәтенең талабын үтәргә кәңәш итәбеҙ » [26]

1940 йылдың 28 июнендә Румын хөкүмәте Германия, Италия һәм Балкан Антантаһы буйынса союздаштары менән ҡат-ҡат кәңәшләшкәндән һуң, CCCР-ҙың ультиматумын ҡабул итә [27].

Шул көндә үк, сәғәт 11-ҙә Жуков фронт ғәскәрҙәренә № А00149 менән директива ебәрә :

«

«1. Румыния хөкүмәте Буковина менән Бессарабияны үҙ ирке менән бирергә һәм румын ғәскәрҙәрен Прут йылғаһы аръяғына сығарырға ризалашты.

2. Көньяҡ фронт ғәскәрҙәренең бурысы — тиҙ генә Прут йылғаһы янына килеп етеп СССР Буковина һәм Бессарабияны СССР составына индерә һалырға ...[28]
 :М.И. Мельтюхов тексы буйынса «1917—1940 йылдарҙағы донъя һуғыштарында Бессарабия һорауы  », (өҙөктәр)
»

1940 йылдың 28 июнендә , 14-00 сәғәттә совет ғәскәрҙәре Буковина менән Бессарабияны биләү өсөн сик аша сығалар. Көньяҡ фронт Командующийе Г.К Жуковтың № А0060 номерлы директиваһында билдәләп үтелә :

Кишинёвта парад. 4 июль 1940 й.

" Бессарабияны биләгәндә румын ғәскәрҙәренең артынан ҡалмай барырға. Бессарабияның бөтә гарнизондарында ла өлгөлө тәртип урынлаштытырға. Ҡарауыл урынлаштырырға һәм румын ғәскәрҙәренән , дәүләт учреждениеларынан, помещиктарҙан ҡалған бөтә мөлкәтте һаҡҡа алырға.

Юлдарҙы, күперҙәрҙе төҙәтеү саралары күрергә. Һуғышсыларҙың тышҡы ҡиәфәтенә ныҡ иғтибир бирергә. Барыһы ла ҡырынған, йыуынған, таҙа кейемдәрҙә һәм каскаларҙа булырға тейеш. Хөрт кейемлеләрен тылда ҡалдырырға , Буковина менән Бессарабияға сығармаҫҡа. "[29]

1940 йылдың 3 июлендә Кишиневтың Собор майҙанында совет ғәскәрҙәренең парады үтә. Парад менән генерал-лейтенант В. И. Болдин етәкселек итә. Көньяҡ фронт Командующийе Г.К Жуков парадты ҡабул итә. Ошоның менән Совет-румын сиге « ябыла».

«Көньяҡ фронт ғәскәрҙәре тыныс юл менән үҙҙәренең хөкүмәт алдындағы бурысын хәл итә алдылар. Бессарабия менән Буковинаны СССР –ға ҡайтарып алдылар … Сик ышаныслы тәъмин ителгән. Төп көстәр биләгән райондарҙа ғәҙәти хәрби уҡыуҙарға тотондолар »[30]

1941 йылда ғинуарҙағы оператив - стратегик уйындар. РККА Генштабы етәксеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың ғинуарында Жуков картала ике яҡлы оператив - стратегик уйындарҙа ҡатнаша. Башта бер яҡлы ғына уйын ҡаралған була.

Төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә « Нығытылған районды өҙөп фронттың һөжүм итеүе » тигән тема буйынса.1940 йылдың 17—19 ноябренә тәғәйенләнә.

Был уйындар юғары етәкселеккә фронт һәм армия операцияларын планлаштырыу, ойоштороу һәм етәкселек итеү практикаһы бирергә тейеш була. «Фронт һәм армияның һөжүм операциялары үткәреү нигеҙҙәрен ентекләп өйрәнеү » күҙәллана. Прибалтикала хәрби хәрәкәттәр театрын һәм көнсығыш Пруссияны өйрәнеү, оборона тотоу нигеҙҙәрен менән танышыу маҡсат итеп ҡуйыла.

Әммә уйындарҙы үткәреү ваҡыты РККА –ның юғары етәкселегенең декабрь кәңәшмәһе тамамланыу осорона бәйле үҙгәртелә. Шулай уҡ, уйындарҙың ҡоласы ла киңәйә: төньяҡ-көнбайыш йүнәлешкә өҫтәп көньяҡ-көнбайыш йүнәлеш тә алына.[31].

Ике уйын да өс этапта үтә. Һәр береһендә алынған заданиегә бәйле ҡарар ҡабул ителә. Килгән директивалар , хәрби фармандар, оператив мәғлүмәт һәм башҡа документтар буйынса үтәлеш яҙып барыла. Өсөнсө этаптан һуң хәл-торошҡа ҡарап ҡарар ҡабул ителеү менән уйын тамалана.

2— 6 ғинуарҙағы беренсе уйында Жуков Көнсығыш Пруссиянан һәм Польшанан һөжүм итеүсе «Көнбайыштар менән етәкселек итә».

«Көнсығыштарҙың » төньяҡ-көнбайыш фронты (Д. Г. Павлов) 1 августа «Көнбайыштар»ҙы туҡтатып һөжүмгә күсә.

Ҡуйылған бурысты үтәп, 1941 йылдың 3 сентябренә Висла йылғаһының түбәнге ағымына сығырға маҡсат итә. «Көнсығыштар» уйын шарттары буйынса бер ярым тапҡыр тиерлек күберәк көскә эйә булалар ( танктары өс тапҡырға тиерлек күп ).

Тәүге көндәрҙә Павловтың ғәскәрҙәре Неманды кисеп сығып , Сувалкин суҡағын ( ««Көнбайыштар»ҙың ҙур ғына төркөмен » ҡамап ала ) яулап ала.

Жуков етәкләгән фронттың һул яғынан йырып үтәләр. Барлыҡҡа килгән йырын аша атлы һәм механизмдар менән ҡоралланған армия үтеп инеп, 13 августа СССР-ҙың дәүләт сиктәренән көнбайышҡараҡ 110—120 км ғына ҡала районға килеп сығалар.

Яуап итеп, Жуков контрударға күсә һәм «Көнсығыштарҙы» ҡамауға ала. «Көнсығыштар » еңелә. Шуның менән уйын тамамлана. [32].

8—11 ғинуарҙағы икенсе уйында Жуков «Көнсығыштар » менән етәкселек итә. Украина һәм Бессарабиянан килеүсе «Көнбайыштар»ҙың, «Көньяҡ -көнбайыштар» һәм «Көньяҡтар»ҙың агрессияһына ҡаршы тора.

Икенсе уйын «Көнсығыштар »ҙың Будапешҡа бәреп инеп, Балатон күленә йырып инергә, Дунай аша сығырға тигән ҡарар менән тамамлана[32].


1941 йылдың 14 ғинуарына ВКП(б) ҮК Политбюроһы ҡарары менән армия генералы Жуков Кирилл Афанасьевич Мерецков урынына РККА-ның Генераль штабы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 1941 йылдың июленә тиклем тора.

РККА-ның Генераль штабы етәксеһе булараҡ эшмәкәрлеге тураһында хәрби тарихсыларҙың һәм аналитиктарҙың фекере бер төрлө генә түгел. Уны уңышлы тип һанап булмай .

2-се кавбригада етәксеһе Жуковтың белем кимәлен һәм характерын иҫәпкә алып, буласаҡ маршал Константин Рокоссовский (1930 йылда 7-се Һамар кавалерия дивизияһы менән етәкселек иткән була), 1930 йылдың 8 ноябрендә уға төҙөлгән аттестацияла ошолай тип яҙа :

« «Тейешле курстар үткәндә , комдив ярҙамсыһы йәки механизацияланған берләшмә етәксеһе итеп уңышлы файҙаланып була. Штаб йәки преподаватель эшенә бөтөнләй бармай- ундай эштәрҙе күрәлмай .»[33] »

Георгий Константинович үҙе лә һуңғараҡ былай тип яҙа:

« «Асыҡтан –асыҡ әйткәндә, наркомдың да, минең дә , 1941 йылда башланып киткән һуғышҡа ҡораллы көстәрҙе әҙерләү өсөн тейешле тәжрибәбеҙ юҡ ине. Ә, билдәле булыуынса, тәжрибәле хәрби кадрҙар 1937—1939 йылдарҙа юҡ ителгәйне[34] »

Шулай уҡ, һуғыш алдынан оборона Наркоматында һәм Генштабта етәкселектең йыш алмашынып тороуы сифатлы итеп план ҡороуға һәм тәжрибәле профессионалдар командаһы туплауға булышлыҡ итә алманы.

1941 йылдың февралендә ВКП(б)-ның XVIII конференцияһында Жуковты ВКП(б)-ның Үҙәк комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлайҙар.

1941 йылдың май — июне[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941йылдың февраль — июль айҙарында Генштаб етәксеһе һәм СССР-ҙың оборона наркомы урынбаҫары урынын биләп , Жуков « Германия һәм уның союзниктары менән һуғыш булған осраҡта Советтар Союзының стратегик көстәрен йәйелдереү планы буйынса күҙаллау» тигән документты төҙөүҙә ҡатнаша [35]. План 1941йылдың 15 майынан һуңыраҡ ваҡытҡа ҡарай .

Был документта шулай тип әйтелгән юлдар ҙа бар:

« ... Хәҙерге ваҡытта Германия тылы киң итеп йәйелдерелгән армияһын мобилизацияла тотоп, һуғыш йәйелдеререүен иҫкәртергә лә, ҡапыл һөжүм итергә лә мөмкинлеге бар. Быны иҫкәртеү өсөн , Германия етәкселегенә инициативаны бер нисек тә бирмәҫкә тип һанайым . Дошман көстәрен йәйелдерә башлағанда уҡ , фронт төҙөп , төрлө ғәскәрҙәре менән үҙ-ара бәйләнеп өлгөрмәҫ элек үк герман ғәскәрҙәрен атакалап өлгөрөргә кәрәк [36]
«Советское военно-стратегическое планирование накануне Великой Отечественной войны в современной историографии»
»

Фронт ғәскәрҙәре алдынан ҡуйылған бурыстар һанап сығылғандан һуң тәҡдим ителә:

« Өҫтә һанап сығылған ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн алдан ошо сараларҙы үткәреп ҡуйырға кәрәк. Шунһыҙ дошманға һауанан да, ерҙән дә ҡапыл ҡыҙыу һөжүм эшләп булмаясаҡ:

- Запастағыларҙы уҡытыу өсөн йыйыу һылтауы менән йәшерен ғәскәр туплау;
- лагерҙарға сығыу һылтауы менән йәшерен рәүештә ғәскәрҙәрҙе көнбайыш сиктә туплау.Иң беренсе нәүбәттә, Баш командованиеның резервтағы бөтә армияларын  ;
- Йәшерен рәүештә ялан аэродромдарына йыраҡтағы округтарҙан авиацияны туплап хәҙер үк авиацион тыл йәйелдерерә башларға ;

- уҡытыу өсөн йыйыу һәм тылдағы өйрәнеүҙәр һылтауы менән яйлап тыл һәм развертывать тыл и госпиталь базаһы булдырыу... [36]
«Бөйөк Ватан һуғышы алдынан совет хәрби –стратегик планлаштырыуының заман тарих яҙмаһында  »
»

Оборона наркомы Тимошенко һәм Генштаб етәксәһе Жуков тарафынан документтың йөкмәткеһе Сталинға еткерелә[37]. Һәм совет армияларының ҡыҙыу һөжүме тәҡдим ителә:

Катовицала көньяҡ Польша аша (Висланы урта ағымында кисеп сығып) Берлинға боролорға (әгәр ҙә төп немец төркөмдәре Берлинға сигенһә );

Йәки Балтик диңгеҙе йүнәлешендә , әгәр ҙә төп немец көстәре сигенмәһә һәм Польша менән Көнсығыш Пруссияны тотоп торорға тырышһалар; .

Көнбайыш фронттың һул яғынын варшава төркөмөн ҡоршау һәм Варшаваға эйә булыу өсөн , шулай уҡ, Көньяҡ-көнбайыш фронтта дошмандың люблин төркөмөн тар-мар итергә ярҙам маҡсатынан Седлец, Демблин йүнәлешендә ярҙамсыл һөжүм ойоштороу.

План ҡабул ителгәнме һәм аҙаҡ күсерелгәнме, әллә ҡабул ителмәгәнме, хәҙерге тарихсыларға был мәғлүм түгел. Ҡултамға өсөн урын билгеләнгән булһа ла, документҡа ҡул ҡуйылмаған . Жуков 1965 йылдың 26 майында интервьюһында Сталин планды хупламаны тип белдерә. Әммә , Жуков 1941 йылдың 22 июненә ниндәй план ҡабул ителеп, ниндәй план менән эш иткәндәрен әйтмәй [38].

«1941 йыл — һабаҡтар һәм һығымталар  » (М. Воениздат — 1992.) тигән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Генераль штаб ҡулында агрессияны кире ҡағыу буйынса ике вариант план булған.

Икеһе лә « Германия һәм уның союзниктары менән һуғыш булған осраҡта Советтар Союзының стратегик көстәрен йәйелдереү планы буйынса күҙаллау» тигән дөйөм документ нигеҙендә 1940 йылдың көҙөнә эшләнгән .

Шул варианттарҙың береһе ( «Көньяҡ») һуғышҡа әҙерләнеү булған да.

Мәскәү хәрби округының 1941 йылдағы командуюшийе генерал Тюленев иҫтәлектәре буйынса , 1941 йылдың 21 июненә ҡарай кискә , Жуков округтарға шылтырата. Германия менән уның союзниктары яҡын көндәрҙә һөжүм итергә мөмкин тип командуюшийҙәрен иҫкәртеп сыға.

1941йылдың 21 июнендә Кремлдәге ( 20:50 - 22:20) кәңәшмәлә Жуков һәм Тимошенко Сталинға проект тәҡдим итәләр (Директива № 1).

Жуков әйтеүенсә, көсөргәнешле фекер алышыуҙан һуң Сталинды ышандыра алалар;

Директива № 1 көнбайыш округ ғәскәрҙәре командующийҙары тарафынан һуғыш башланыр алдынан бер нисә сәғәт элек кенә ҡабул ителә[39].

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында РККА (июнь-июль 1941 й.) Генераль штабы етәксеһе вазифаһын биләй.

Төп командование Ставкаһы ағзаһы (1941 й. 23 июненән), Юғары командование Ставкаһы ағзаһы ( 1941 й. 10 июленән ), Юғары Төп командование Ставкаһы ағзаһы (1941 й. 8 авгусынан), Ленинград фронты командующийы( 14 сентябрҙән),Көнбайыш фронт командующийы ( 10 октябрҙән) була.

1942 йылдың 26 авгусынан Юғары Төп командующий урынбаҫары, 1942 йылдың 27 авгусынан — СССР оборонаһы Халыҡ комиссарының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Резерв фронты, Ленинград фронты, Көнбайыш фронт (шул уҡ ваҡытта Көнбайыш йүнәлештең главкомы), 1-се Украин һәм 1-се Белорус фронттары менән етәкселек итә.

1941 йыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георгий Жуков. 1941 год

1941 йылдың 22 июненән, Жуков оборона Наркомының № 2 ( 07:15) һәм № 3 ( 23:50) Директиваларын ( Тимошенко һәм Жуковтың ҡултамғаһы менән) әҙерләй.

Уларҙа "барлыҡ көстәр һәм саралар менән дошманға ябырылып" вермахтың атакаһын кире ҡағырға тигән фарман яҙылған була, тик үҙҙәренә сик аша үтеү тыйыла( (Директива № 2)).

«Немец ғәскәрҙәренә ҡаршы хәл иткес һөжүмгә күсергә» бойорола (Директива № 3).

Сик буйы ғәскәре етәкселеге Директивалағы бурыстарҙы үтәй алмай. Ғәскәрҙе туплау, хәрби әҙерлек хәленә күсереү, берҙәм ҡаршылыҡ күрһәтеү килеп сыҡмай.

Бер аҙҙан үҙ-ара бәйләнеш өҙөлә. Ғәскәр тәртипһеҙ рәүештә сигенә башлай. 23-28 июнь араларында контрудар күрһәтергә тырышыу көткән өмөттәрҙе аҡламай. Дөйөм оператив хәлде яҡшырта алмай.

23 июндән Жуков Көнъяҡ-Көнбайыш фронтҡа Төп командующий вәкиле итеп ебәрелә. Һуғыш алдынан ҡабул ителгән план буйынса дошман ғәскәрен уратып алып юҡ итеү ҡаралған була. Дошман хәрәкәтен бер аҙ тотҡарлай алһа ла, РККА бронетехника яғынан өҫтөнлөген файҙалана алмай. Бөтә техникаһын тулыһынса юғалтып еңелә.

Ҡоралланыу һәм көс буйынса ныҡ ҡалышҡан Көнбайыш һәм Төнъяҡ-Көнбайыш фронттар контрудар мәлендә етди юғалтыуҙарға дусар була.

Төп ударҙы үҙ өҫтөнә алған Көнбайыш фронт бөтөнләй юҡ ителә.

1941 йылдың июлендә бер-бер артлы дусар булған ҡыйралыштарҙан һуң, Ҡыҙыл армия Смоленск ҡалаһын ҡалдырып(28 июль 1941 йыл) сигенергә мәжбүр була.

1941 йылдың 29 июлендә Сталин Жуковты Генштаб Етәксеһе вазифаһынан бушата. Резерв фронт командующийы итеп тәғәйенләй.

Был вазифала Георгий Константинович Смоленск алышын дауам итә.24-се һәм 43-се армиялар көсө менән (1941)|Ельнин һөжүм итеү операцияһын ойоштора. Был операция һөҙөмтәһендә фронт һыҙығынан эскә инеп киткән 8 немец дивизияһын "ҡырҡып" уратып алырға, юҡ итергә тейеш булалар.

Әммә 6-нан 7 сентябргә ҡарай төндә, ҡойма ямғырҙар аҫтында, немецтар моҡсайҙан сығып өлгәрә. Шулай ҙа, был РККА-ың һуғыш барышындағы тәүге уңышлы операцияһы була.

Ельнин операцияһынан һуң (1941 йылдың 11 сентябрендәге фарман) Жуков Ленинград фронтына командующий итеп тәғәйенләнә.

Ленинградты дошман баҫып алыуҙан һаҡларға, немецтар ҡала тирәләй оборона һыҙаты булдырмаҫ элек ҡулсаны оҙөргә тигән бурыс ҡуйыла. Кулик Григорий Иванович етәкселек иткән ғәскәр Жуков яғына йырып сығырға теейеш була.

Жуков ҡарамағына фронттың көнъяҡ өлөшөндә, 25 км киңлегендәге һыҙатта тупланған 42-се һәм 55-я се армиялар бирелә. Балтик флотының барлыҡ артиллерияһы, 125 мең моряк, халыҡ ополчениеһынан төҙөлгән 10 дивизия тапшырыла.

Кулик 54-се айырым армия көсө менән Мга станцияһы районы аша Ленинградҡа йырып инергә тейеш була. Жуков тарафынан бирелгән көстәр етерлек булмауы сәбәпле «операция килеп сыҡмай.

Ленинградты баҫып алыуҙы немец командование совет халҡының «рухын төшөрөү » сараһы итеп ҡарай.[40] 1941 йылдың июлендә г. при посещении штаба группы армий «Төнъяҡ» армиялары төркөменең штабына килгәнендә Гитлер быны айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә ала: Ленинградты баҫып алыу менән урыҫтар -

« ...революция символдарының береһен юғалтасаҡтар, һуғыш эҙемтәләренән славян халҡының рухы ҡаҡшаясаҡ, Ленинградты юғалтыу тулы катастрофа менән тамаланыуы мөмкин [41].
Военно-исторический журнал, 1966, № 1
»

Хәрби яҡтан, стратегик перспектива яғынан , сәйәси йәһәттән ҡарағанда Германия өсөн был эре сәнәғәт үҙәге булған Ленинградты баҫып алыу йәки блокадаға алыу ғына түгел. Бынан тыш, иң мөһиме, ҡалаға төнъяҡтан һөжүм итеүсе фин ғәскәрҙәре менән ҡушылыу.Шулай уҡ, Ленинградты юғалтыу Балтик флотын һуңғы терәк пунктынан яҙҙырыр, уны аяныс хәлдә ҡалдырыр ине.».[42]

« Үҙҙәренең тартып алынған райондарын кире ҡайтарып алып, маҡсаттарына ирешһәләр ҙә, артабанда хәрби операцияларҙа барлыҡ көстәре менән ҡатнашырға әҙерҙәр. Улар эштә үҙҙәренең сыныҡҡанлығын ,ныҡлығын, хәрби тәжрибәһен тулыһынса ҡулланып, бергә һуғышышҡан немецтар араһында хөрмәт ҡаҙандылар. [43]
Курт фон Типпельскирх. «История Второй мировой войны»
»

21 августа, ҡоро ер көстәре етәкселегенең тәҡдимдәрен ситкә һуғып, Гитлер яҡын араларҙа хәл итергә тейеш бурыстарҙы билдәләй:

« -Ҡышҡа тиклем өлгәшергә тейеш маҡсатыбыҙ Мәскәү түгел, ә, көнъяҡта Ҡырымды яулап алыу, индустриаль һәм күмер сығанағы булған Донецк бассейны, Кавказдан нефть юлын быуыу; төнъяҡта — Ленинградты баҫып алып финндар менән берләшеү.
Там же
»
« - «Үҙәк» армиялары төркөменең уңышлы һөжүмен һәм дошмандың көстәрен тар-мар итеү өсөн тәүшәрттарҙы булдырыу «Көнъяҡ» армиялары төркөме алдындағы урыҫ ғәскәрҙәрен юҡ итеп кенә өлгәшеп була. ә «Үҙәк» армиялары төркөме финндәр менән ҡушылып, Ленинградты тулыһынса ҡулса эсенә ала . [44]
Там же
»

17 сентябрҙә дошмандың алғы позицияла торған ғәскәре Ленинградтан көнбайыштараҡ Фин ҡултығына бәреп инә. 8-се фронттың төп көстәренән айырылып ҡала. Ҡаланан көнбайыштараҡ Ораниенбаум плацдармы барлыҡҡа килә. Икенсе көнгә немцтәр Слуцкты баҫып алып, Пушкин ҡалаһына үтеп инәләр.

Хәл-тороштар бик ҡатмарлы шарттарҙа ғәскәрҙең үҙ көсөнә, мөмкинлектәренә ышанысын һүндермәү өсөн Жуков ҡырҡа саралар күрергә мәжбүр була. Жуков [45]

17 сентябрҙә он отдаёт суровый приказ военным советам 42-се һәм 55-се армияларҙың хәрби етәкселегенә ҡәтғи фарман бирә[46]:үҙ белдеге менән позицияһын ҡалдырған командир, политработник һәм һуғышсыларҙы атырға и бойцов, оставивших рубеж обороны без приказа.

22 сентябрҙә 8-се армияға ебәрелгән шифротелеграммала [47], армия етәкселегенә һуғышсылар « алыштарҙа шәхсән үҙҙәренә лә » ҡатнашырға һәм Петергофты үҙ белдеге менән ҡалдырған командирҙарҙы , «ҡурҡаҡ һәм һатлыҡ йән »дәр булараҡ бер һүҙһеҙ атырға тип белдерә.

25 сентябрҙә штаб «Төнъяҡ» армиялары төркөменең штабы ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Әле ҡул аҫтында булған көстәр менән Ленинградҡа һөжүмде дауам итергә хәленән килмәүен белдерә. [48].

« Тәүәкәллеге, маҡсатҡа ынтылышлығы, ваҡыты менән ҡатылығы Жуковҡа булған ғына әҙ-мәҙ көстәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тупларға мөмкинлек бирә. Ғәскәрҙә үҙ көстәренә ышаныс булдыра, һуғышсыларҙы позицияларын яҡлап аяуһыҙ көрәшкә дәртләндерә ала.
Валерий Краснов «Жуков. Маршал Великой империи»
»

Тик ҡаты фармандар ғына маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек биргән тип уйлау мәғәнәһеҙлек булыр ине. Тәүлектәр буйына карталар өҫтөндә ентекле эшләү, ғәскәр буйлап йөрөп тороп хәл-тороштарҙы асыҡлау, дөрөҫ итеп оператив-тактик план төҙөү, көстәрҙе кәрәкле урынға ҡуя белеү, блокада шарттарында тәьминән мәсъәләләрен хәл итеү, дошмандың көсөн дөрөҫ баһалау, Ставка һәм Ленинград етәкселеге менән бәйләнеште тотоу - Жуковтың иң кәрәкле сифаттары. [49][50].

Жуков в октябре 1941 года. Фото из газеты «Красная звезда», опубликовано по личному указанию Сталина

Армия генералы Жуков етәкселегендә 1941 йылдың 14 сентябренән 6 октябргә тиклем Ленинградский фронты ғәскәрҙәре Балтик флот менән бергәләп ҡалала оборона тоттолар.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында немец ғәскәрҙәре тәүгә һөжүмдән туҡтап, оҙайлы ҡамау позицияһына күсергә мәжбүр булды. Вермахҡтың Ленинградты алыу, финндар менән ҡушылыу планы килеп сыҡмай.

Йәһәт кенә Ленинградты баҫып алыу планының килеп сыҡмауы совет етәкселеге өсөн хәрби-стратегик яҡтан бик тә әһәмиәтле ваҡиға була.

Ленинград янында кәпсәлеп ҡалыу, вермахҡа «Төнъяҡ» армиялары төркөмен мәскәү йүнәлешенә борорға мөмкинлек бирмәй. Был йүнәлештә һуғыштар алып барған «Үҙәк» армиялары төркөменә 4-се танк төркөменең ҡалдыҡтары ғына килеп ҡушыла (ә унда баштағы көстәрҙең яртыһы ғына ҡалған була[51], етмәһә Ленинград янында ике дивизияны ҡалдырып китергә мәжбүр булалар (12-се һәм 8-се танк дивизиялары) [52] [см. коммент.- 2].

Ленинград янындағы фронт хәлдәре тотороҡланыу менән Жуковты совет-герман фронтының үҙәк йүнәлешенә саҡыртып алалар.

Ул 8 октябрҙан Резерв фронт, 10 октябрҙан Көнбайыш фронт менән етәкселек итә башлай.

Бында октябрь башында Резерв, Көнбайыш һәм Брянск фронттарының төп көстәре немецтар тарафынан уратып алынып, юҡ ителгән була. (16-сы ,19-сы 20-се армиялар, Көнбайыш фронттың Болдина төркөмө ғәскәрҙәре, Резерв фронтының 24-се, 32-се армиялары һәм башҡалар ).

12 октябрҙә немецтәр - Калуганы, 15 октябрҙә — Калининды, 18 октябрҙә Можайск менән Малоярославецты баҫып алалар.

1941 йылда октябрҙың икенсе яртыһы һәм ноябрь буйына Жуков етәкселегендә Көнбайыш фронт дошмандың хәлен алыу өсөн әүҙем көрәш башлай. Шул уҡ ваҡытта һөжүмгә әҙерлек алып бара.

Беҙҙең ғәскәрҙәр Волоколамск, Можайск, Малоярославец, Калуга эргәһенән көнсығыштараҡ , тулыланып, ҡоралланып алда торған дошман төркөмдәренә ҡаршы һөжүмгә әҙерләнде

Шапошников Б. М: «Битва за Москву: Московская операция Западного фронта 16 ноября 1941 г.-31 января 1942 г»[54].

1941 йылдың 5 декабренән 6 декабргә ҡарай төндә Көнбайыш фронттың уң ҡанаты Клинск-Солнечногорск һөжүмен башлай. Уға Конев Иван Степанович етәкселегендәге Калинин фронтының һул ҡанаты ярҙам итә.

Көнбайыш фронт ғәскәрҙәре һәм башҡа фронттар бергәләшеп Мәскәү янында һөжүмгә күсә (5 декабрь 1941 — 7 ғинуар 1942 йй.).

Алыш һөҙөмтәһендә генерал-фельдмаршала фон Бок етәкселегендәге «Үҙәк» армиялары төркөмө һиҙелерлек юғалтыуҙар кисерә.

Совет ғәскәрҙәрендә юғалтыуҙан 372 мең тәшкил итә (операция башынан алып 37 % -ҡа кәмей) [55].

Был һөжүм һөҙөмтәһендә дошмандың Мәскәүҙе тиҙ генә баҫып алыу планы емерелә. Фронт һыҙығы Мәскәү янынан 100—250 км-ға арыраҡ күсә.

Шулай итеп, Икенсе донъя һуғышы барышында вермахт тәүгә ҙур юғалтыуҙарға дусар була.

Был гитлерға ҡаршы коалиция халыҡтарын рухи яҡтан бик ныҡ күтәреп ебәрә.

1942 йыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылда Жуков совет ғәскәрҙәре менән дүрт ҙур һөжүмдә ҡатнаша:

  • Мәскәү операцияһы (1942 йылдың 7 ғинуарына тиклем);
  • Ржев-Вязем операцияһы (8 ғинуар — 20 апрель 1942 йыл );
  • Беренсе Ржев-Сычёв операцияһы (30 июль — 23 август 1942 йыл);
  • Икенсе Ржев-Сычёв операцияһы — (Операция «Марс») (25 ноябрь — 20 декабрь 1942 йыл)
План-схема операций «Марс»

1941 йылдың декабрендә Мәскәү янындағы байтаҡ ҡына уңыштар Ҡыҙыл Армияға бөтә фронт буйынса әүҙем итеп һөжүмгә күсергә мөмкинлек бирә.

Әммә 1942 йылдың ғинуарына уҡ был һөжүм баҫыла башлай. Берҙән, немец ғәскәрҙәренең көслө ҡаршылығына осрайҙар. Икенсенән, Ҡыҙыл армия тәъминәттәге өҙөклөктәр, һуғыш ҡоралдары етешмәүҙән, көстәрҙе артыҡ баһалауҙан ныҡ юғалтыуҙарға осрай.

Ржев-Вязем операцииһы һөҙөмтәһендә юғалтыуҙар башланғыс көстең 73,3 % -на барып етеп, 776 889 кеше тәшкил итә. [56].

1942 йылдың йәйендәге Ржев-Сычев операцияһы барышында дошман позицияларын һаҡлап алып ҡала.

Совет ғәскәрҙәре бары 30−40 км-ға ғына алға күсә ала. Был операция көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Совет-герман фронтының көнъяҡ өлөшөнән дошманды ҡыуып сығарыу килеп сыҡмай.

Ә шулай ҙа, «Үҙәк » армиялары төркөменән дивизияларын Сталинград фронтына ташларға форсат бирмәй.

Үлеләр яралылар менән 193 683 кешегә барып етеп, ғәскәрҙәренең 56,1 % -ын юғалталар. sfn|Кривошеев, Андроников, Буриков и др.|1993|c=225}}.

Ныҡ юғалтыуҙарға килтергән уңышһыҙ «Марс» операцияһы «Уран» операцияһының дауамы була.

Ул операция барышында фронт командующийы Жуков Ставка вәкиле булып , Сталинград йүнәлешендә була.

Әммә Көнбайыш (командующий Конев Иван Степанович) и һәм Калинин (командующий Пуркаев Максим Алексеевич) фронттарының хәрәкәттәрен координациялау уның яуаплылығында була.

Бына нисек баһалай был һөжүмде немец генералы фон Типпельскирх:

« Август башында ржев-сычев йүнәлешендә хәлдәр ныҡ ауырайҙы: урыҫтар фронтты саҡ –саҡ өҙмәй ҡалдылар. Көнъяҡ фронтҡа ебәрелергә тейеш өс танк һәм бер нисә пехота дивизияларын алып ҡалыу ғына ҡотҡарҙы һәм артабан контрудар эшләргә мөмкинлек бирҙе. Тактик уңышҡа өлгәшә алдыҡ. Әммә урыҫтар немец ғәскәрҙәренең ҙур көстәрен бәйләп, төп фронттарына ҙур файҙа килтерҙеләр.[57]
Курт фон Типпельскирх. «История Второй мировой войны»
»

Операция һөҙөмтәһендә вермахтың 9-сы армияһын уратып алып, юҡ итергә тейеш булһалар ҙа, был бурыс үтәлмәй ҡала.

Совет ғәскәрҙәре 25 көн эсендә 215 мең кешеһен,1315 танк һәм артиллерияһын юғалта. Юғалтыуҙар көнөнә уртаса 8666 кеше һәм 52,6 танк тәшкил итә.

Был Сталинград йүнәлешендәге юғалтыуҙан күпкә юғарыраҡ килеп сыға. (6466 кеше һәм 38,9 танк ) [58].

Шул уҡ ваҡытта, Ҡыҙыл армияның Ржев районындағы һөжүме совет-герман фронтының үҙәк йүнәлешенән көнъяҡҡа көстәрҙе ташларға ирек бирмәй. Кире осраҡта Сталинград өсөн алыштың һөҙөмтәһе нисек булырын әйтеүе бик ҡыйын [57].

«Марс» операцияһы хәрби техника һәм оператив оҫталыҡ үҫешендә барлыҡҡа килгән позицион кризистың сағыу миҫалы булып тора. Беренсе бөтә донъя һуғышында танктар фронтты өҙөүҙең бик уңышлы инструменты булып торһа, Икенсе бөтә донъя һуғышында иһә үҙҙәре яңы һуғыш ҡоралдарының ҡорбанына әүереләләр. Танктарға ҡаршы пушкалар пулеметтар пехотаны нисек ҡырһа, шул уҡ тиҙлек менән танктарҙы эшлектән сығаралар. 1942 йылдың көҙөнә танктарға ҡаршы бронялы пушкалар сыға башлай [59]

Сентябрҙың (1942 й.) тәүге яртыһында Жуков Ставка вәкиле булып , Дон менән Волга араһында Сталинград фронт армияларының хәрби хәрәкәттәрен координациялай.

Оператив эшмәкәрлектән тыш, Жуков Василевский менән 1942 йылда Сталинград янында немец ғәскәрҙәрен ҡыйратыу буйынса «Уран» хәрби стратегик операция план төҙөйҙәр ( Мемуар, А. М. Василевский ).

Мемуар буйынса, план аҫтында Жуков, Василевский, И. В. Сталин ҡултамғаһы тора ( әммә әлегәсә был план бер тапҡыр ҙа баҫмаға сығарылмаған) [60].

1943 йыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Г. К. Жуков и А. Е. Голованов. Брянский фронт, июль 1943

1943 йыл башында Жуков Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн барған «Искра» операцияһында фронттарҙың һуғыш хәрәкәттәрен координациялай .

«Искра»нан һуң Жуков С. К. Тимошенко етәкселек иткән «Полярная Звезда» операцияһын әҙерләүҙә ҡатнаша. Маҡсат:«Север» армиялары төркөментар-мар итеп , Ленинград өлкәһен дошмандан таҙартыу һәм Прибалтикала һөжүм башлау өсөн шарттар тыуҙырыу.

1943 йылдың 18 ғинуарында Жуковҡа Советтар Союзы маршалы исеме бирелә.

17 марттан алып Жуков Курск дуғаһының Белгород йүнәлешендә була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Российское военно-историческое общество
  2. Интернет-проект «Герои Страны»
  3. Виноградова, Коломийцев, 2016
  4. Жуков, 1969-2016, с. 109, (Т.1)
  5. Скуратович, 2011
  6. Краснов, 2005, с. 88
  7. Краснов, 2005, с. 100
  8. Исаев, 2010, с. 14.15
  9. Исаев, 2010, с. 17
  10. Кондратьев, 2002
  11. Исаев, 2010, с. 15
  12. Исаев, 2010, с. 18
  13. Бушуев, Серегин, 2009, с. 60
  14. Яровиков, 1989
  15. Краснов, 2005, с. 112
  16. Исаев, 2010, с. 24
  17. Жуков, 1969-2016, с. 208, (Т.1)
  18. Исаев, 2010, с. 12
  19. Кривошеев, Андроников, Буриков и др., 1993, с. 79
  20. Широкорад, 2009, с. Гл.11
  21. Мельтюхов, 2010, с. 236
  22. Мельтюхов, 2010, с. там же
  23. Мельтюхов, 2010, с. 241
  24. Мельтюхов, 2010: «Таблица 6-9»
  25. Eliberarea Basarabiei si a nordului Bucovinei (22 iunie - 26 iulie 1941, 1999, p. 57
  26. Мельтюхов, 2010, с. 298
  27. Виноградов, Ерещенко, Семенова, Покивайлова, 1996, с. 373-375
  28. Мельтюхов, 2010, с. 300
  29. Мельтюхов, 2010, с. 316
  30. Мельтюхов, 2010, с. 334. 372
  31. Золотарев и др., 1993, с. Т. 12 (1-2)
  32. 32,0 32,1 Бобылев, 1993
  33. Краснов, 2005, с. 73
  34. Наумов, 1998, с. 501
  35. « Германияға ҡаршы һуғышҡа ҡарата Василевскийҙың алдан самалауы һәм Сталиндың йәшерен пландары  » , 2011
  36. 36,0 36,1 Никифоров, 2001
  37. Невежин, 1999
  38. Мельтюхов, 2000
  39. Жуков, 1969-2016
  40. Дзенискевич, Ковальчук, Соболев и др, 1970
  41. Военно-исторический журнал, М. 1966 (№ 1), стр. 76.
  42. Tippeiskirch, МСМХС IX, с. 134
  43. Tippeiskirch, МСМХС IX, с. 150
  44. Tippeiskirch, МСМХС IX, с. 152
  45. Краснов, 2005, с. 222
  46. Боевой приказ № 0064 от 17.09.1941 г.
  47. Шифротелеграмма от 22.09.1941 г.
  48. Guderian, 1954, с. 215
  49. Краснов, 2005
  50. Исаев, 2010
  51. Переслегин, 2009, с. 275
  52. Дымарский, Захаров, Исаев, 2009
  53. 8. Panzer-Division («Танковый фронт»)
  54. Шапошников Б. М, 2006, с. 24
  55. Кривошеев, Андроников, Буриков и др., 1993, с. 174
  56. Кривошеев, Андроников, Буриков и др., 1993, с. 176
  57. 57,0 57,1 Tippeiskirch, МСМХС IX, с. 186
  58. Кривошеев, Андроников, Буриков и др., 1993, с. 182,370
  59. Исаев, 2006, с. 277
  60. Жуков, 1969-2016, с. 632, (Т.2)


Өҙөмтә хатаһы: "см. коммент.-" төркөмө өсөн <ref> билдәһе бар, әммә <references group="см. коммент.-"/> билдәһе юҡ