Рәсәйҙең дәүләт сиге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге — Рәсәйҙең дәүләт территорияһы (ҡоро ер, һыу, ер аҫты һәм һауа биләмәләре) сиктәрен билдәләүсе һыҙат һәм уның буйынса үткән вертикаль өҫкө ҡоролма, Рәсәй Федерацияһы суверенитеты ғәмәлдә булған ер биләмәһе арауығы.

Сик һыҙығы эсендәге территорияларҙы Рәсәйҙең Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте, шулай уҡ һауа һәм һыу аҫты мөхитендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре (ПВО һәм ВМФ) тарафынан башҡарыла. Сик буйы пункттары эшмәкәрлеген яйға һалыу бурысы Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы ҡарамағында.

Рәсәй пограничниктары Балтиҡ ҡомайылы (Балтийская коса) ярымутрауында, Польша менән сик буйының рәсәй участкаһында нарядта. «Нормельн» сик буйы (пограничная) заставаһы— Рәсәйҙең иң алыҫ көнбайыш заставаһы.

Рәсәй 18 дәүләт: Норвегия, Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Белоруссия, Украина, Грузия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, Япония һәм АҠШ, шулай уҡ өлөшләтә танылған Абхаз Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия менән[1]. менән сиктәре барлығын таный. Рәсәй сигенең оҙонлоғо (2014 йылда ҡабаттан ҡушылған Ҡырымды иҫәпләмәгәндә) РФ Федераль Хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте [2] мәғлүмәте буйынса 60 933 км (йәки башҡа мәғлүмәт буйынса 62269 км)[3], шул иҫәптән диңгеҙ сиктәре — 38 мең км; ҡоро ер сиген алғанда, йылға буйлап 7 мең км һәм күлдәр буйлап — 475 км[4] тәшкил итә.

Забайкальск эргәһендә Рәсәй-Ҡытай сигендә.

Оҙонлоғо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең дәүләт сиге 60 933 км, шул иҫәптән ҡоро ер (материкта) — 22 125 км (шул иҫәптән йылға һәм күл буйлап — 7616 км, тик ҡоро ер өҫтөндәгеһе генә — 14 509 км), һәм диңгеҙ буйы сиге — 38 807 км[5].

Рәсәйҙең күрше илдәр менән дәүләт сиктәре участкаһы оҙонлоғо[6][7][8][9]

Ил менән дәүләт сиге участкаһы

(сәғәт йөрөшөнә ҡаршы тәртиптә):

Ҡоро ер оҙонлоғо

сиктәр
(материкта:
ҡоро ер үҙе,
йылға,
күл)
(км)

шул иҫәптән:

ҡоро ер
(км)

йылға

(км)

күл

(км)

Диңгеҙ сиге оҙонлоғо

(км)

Сик оҙонлоғо

йәмғеһе
(км)

Норвегия[10] 195,8 43,0 152,8 0,0 23,3 219,1
Финляндия 1271,8 1091,7 60,3 119,8 54,0 1325,8
Эстония 324,8 89,5 87,5 147,8 142,0 466,8
Латвия 270,5 137,2 127,5 5,8 0,0 270,5
Литва 266,0 29,9 206,0 30,1 22,4 288,4
Польша 204,1 203,3 0,0 0,8 32,2 236,3
Беларусь 1239,0 857,7 362,3 19,0 0,0 1239,0
Украина[11][12] 2093,6 1508,7 422,0 162,9 567,0 2660,6
Абхазия 233,0 177,0 55,9 0,0 22,4 255,4
Грузия[13] 572,5 572,5 0,0 0,2 0,0 572,5
Көньяҡ Осетия 70,0 70,0 0,0 0,0 0,0 70,0
Әзербайжан[14] 327,6 272,4 55,2 0,0 22,4 350,0
Ҡаҙағстан[15] 7512,8 5936,1 1516,7 60,0 85,8 7598,6
Монголия 3485,0 2878,6 588,3 18,1 0,0 3485,0
Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР)[16] 4209,3 650,3 3489,0 70,0 0,0 4209,3
КНДР[17] 17,3 0,0 17,3 0,0 22,1 39,4
Япония 0,0 0,0 0,0 0,0 194,3 194,3
АҠШ 0,0 0,0 0,0 0,0 49,0 49,0
итого[18] 22293 14518 7141 635 1237 23530

Рәсәйҙең 38 807 км тәшкил иткән диңгеҙ сиктәре диңгеҙ һәм океандар буйынса түбәндәге өлөштәрҙе индерә:

Ҡоро ер сиктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының төп территорияһы ҡоро ер буйлап 14 ил, БМО ағзаһы булған дәүләттәр, һәм ике өлөшләтә танылған (Абхазия Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия) дәүләттәр менән сиктәш. Польша һәм Литва менән тик полуэксклав тип аталған Калининград өлкәһе генә сиктәш. Брянск өлкәһе составына ингән кескәй генә Саньково-Медвежье анклавы, бөтөн яғынан да Белоруссия территорияһы менән уратып алынған. Эстония менән сиктәш урында Дубки анклавы бар.

Рәсәй гражданины, Рәсәй паспорты менән Абхазия Республикаһы, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Осетия сиктәрен ирекле үтеп йөрөй ала.

Белоруссия сигенән тыш, сиктең бөтөн участкаларын да закон менән ҡаралған бар булған процедураларҙы үтәгәндән һуң, үтергә була. Белоруссияны теләгән ерҙә ңтергә мөмкин, унда сик контроле юҡ[19].

Бөтөн ҡоро ер сиктәре лә һаҡлана тип әйтеп булмай.

Диңгеҙ сиктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Федераль Хәүефһеҙлек Хеҙмәте Сик буйы хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһының диңгеҙ сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 38 мең км[4] (йәки башҡа мәғлүмәт буйынса 37636,6 км[3]) тәшкил итә.

Рәсәй 12 дәүләт менән диңгеҙ аша сикләнгән. АҠШ һәм Япония менән Рәсәй тик диңгеҙ менән сикләнгән. Япония менән Хоккайдо япон утрауын Рәсәйҙең Сахалин һәм Куриль утрауҙарынан айырып торған Лаперуза, Кунашир, Измена һәм Совет тар боғаҙҙары сикләй. Ә АҠШ менән — Беринг боғаҙы, уның аша үткән сик Ратманов утрауын Крузенштерн утрауынан айыра. Япония менән сиктең оҙонлоғо яҡынса 194,3 километр, АҠШ менән — 49 километр[3]. Шулай уҡ Норвегия (Баренц диңгеҙе), Финляндия һәм Эстония (Фин ҡултығы), Литва һәм Польша (Балтик диңгеҙе), Украина (Аҙау һәм Ҡара диңгеҙ), Абхазия — Ҡара диңгеҙ, Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан (Каспий диңгеҙе), һәм КХДР (Япон диңгеҙе) менән сиктәрҙең айырым участкалары ла диңгеҙҙән үтә.

«Рәсәй Федерацияһының эске диңгеҙ һыуҙары, территориаль диңгеҙҙәре һәм уға тоташҡан зоналары тураһында»[20] 155-се Федераль законға (31.07.1998) ярашлы, Рәсәй Федерацияһының диңгеҙ дәүләт сиге территориаль һыуҙарҙың тышҡы сиктәре буйынса (12 диңгеҙ миле йәки ҡоро ер территорияһынан, бөтөн утрауҙарҙы ла индереп, 22,2 км) йәки эске диңгеҙ һыуҙары буйынса (был порттар, ҡултыҡтар, бухта, ҡултыҡсыҡтар һәм лимандар төрөндәге һыуҙар) билдәләнә.[20]

Сиктәрҙең бәхәсле участкалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көйләнгән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был сик, 2010 йылдың 3 октябрендә Баҡы ҡалаһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, билдәләнә. Ул ратификация грамоталары менән алмашҡан көндә (2011 йылдың18 июле[21]) көсөнә инә. Сик һыҙығы Рәсәй Дәүләт Думаһының КПРФ[22] депутаттары тәнҡитенә дусар ителә; Дағстан башлығы[22] «Дағстан бер нимә лә юғалтманы ла, хатта күпмелер отто»[23],[23] тине.

1952 йылда, Әзербайжан ССР-ы юллауы буйынса, Әзербайжандың аҙ һыулы райондарын һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, Дағстан АССР-ының Магарамкент районы территорияһында Самур-Дивичинский (һуңғараҡ Самур-Апшеронский) каналының гидроүҙәген һәм һыу алыу (водозаборный) ҡоролмаларын (административ сик йылғаның уң ярынан үткән, һәм бөтөн гидроүҙәк Дағстан территорияһында ятҡан) төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә. Төҙөлөш 1956 йылда тамамлана. СССР тарҡалғандан һуң, Самур гидроүҙәге (Рәсәй территорияһында урынлашҡан булһа ла) Әзербайжан милеге тип иғлан ителә.

1990 йылдар башынан Рәсәй һәм Әзербайжан араһындағы сикте делимитация буйынса проблема барлыҡҡа килә. 2010 йылдың 28 авгусында РФ һәм Әзербайжан Республикаһы араһында сиктәрҙе делимитациялау, шулай уҡ, РФ һәм ӘР араһындағы сик Самур йылғаһының уң яҡ ярынан гидроүҙәктең уртаһына күсерелгәнлектән, Самур йылғаһының һыу ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу тураһындағы 1416-р һанлы Килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм киләсәктә яҡтар һыу ресурстарын бер тигеҙ өлөшкә бүлеү, экологик ҡалдыҡ размерын 30,5 %[24][25] тигеҙ итеп билдәләү тураһында килешә.

Эстония[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстония Псков өлкәһе Печора районы һәм Ивангород менән бергә Нарва йылғаһының уң яҡ ярына дәғүә итә. 2005 йылдың 18 майында Рәсәй һәм Эстония сит ил министрҙары Сергей Лавров менән Урмас Паэт, дәүләт сиге, «адекват территориаль компенсация шарты менән аҙ ғына төҙәтмә индерелеп» элекке РСФСР һәм Эстон ССР-ы сиге кеүек, Нарва һәм Фин ҡултыҡтары аша дәүләт сиге һәм диңгеҙ биләмәләрен билдәләү документына ҡул ҡуя. Рәсәй-эстон сиге буйынса алып барылған һөйләшеүҙәрҙең төп предметы булып «Саатсеский сапог» тора. Уны башҡа территорияларға алмаштырып, ҡабаттан Эстонияға биреү планаштырыла. Эстон яғы индергән ҡайһы бер төҙәтмәләр менән риза булмағанлыҡтан, Рәсәй яғы Килешеүҙе ратификацияламай.

2014 йылдың 18 февралендә Рәсәй һәм Эстония сит ил эштәре министрҙары Сергей Лавров менән Урмас Паэт ике дәүләт араһындағы яңы килешеүгә ҡул ҡуя. Килешеүҙең хәҙерге фаразында, яҡтарҙың бер-береһенә территориаль дәғүәһе юҡ.[26][27]

Латвия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латвия Псков өлкәһенең Пыталовский районы территорияларын алырға теләй. 2007 йылдың 27 мартында Рәсәй үҙенең Латвия менән сиктәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, район Рәсәй составында ҡала.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй-Ҡытай сиген демаркациялау 2005 йылда, президент Владимир Путин осоронда башҡарыла. Ҡытай дөйөм майҙаны 337 квадрат километр булған бәхәсле территорияларын: Большой утрауы районындағы ер участкаһын (Чита өлкәһендәге Аргунь йылғаһының үрге ағымы), Амур һәм Уссурийск йылғалары ҡушылған ерҙә, Тарабаров һәм Большой Уссурийский районындағы ике участканы ала.

Асыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РәсәйҠырым ярымутрауының[28] күпселек өлөшөн үҙ территорияһының айырып алғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләй. 2014 йылдың 16 мартында уҙған Дөйөм Ҡырым референдумы һөҙөмтәләренә ярашлы, 2014 йылдың 18 мартында Ҡырым Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Украина Ҡырымды «Украинаның ваҡытлыса оккупацияланған территорияһы»[29] тип иҫәпләй.

2014 йылдың 25 апреленән Ҡырым һәм Украина араһында, бер яҡлы ҡарар нигеҙендә, Рәсәйҙең[30].дәүләт сиге билдәләнә. РФ Федераль Хәүефһеҙлек Хеҙмәтенең (ФСБ) Сик буйы хеҙмәте (Пограничная служба) мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡырым ярымутрауында дәүләт сиге оҙонлоғо 735 км, шул иҫәптән ҡоро ерҙә —  8,5 км, күлдәр буйлап — 159,5 км, диңгеҙ буйлап —  567 км тәшкил итә[12]

2014 йылдың 27 сентябренән Украинаның «Ҡырым» ирекле иҡтисади зонаһын булдырыу тураһында" Законы көсөнә инә. Украинаның СЭЗ тураһындағы Законы нигеҙендә 10 тулы календарь йыл дауамында (йәғни 2024 йылдың 27 сентябренә саҡлы) «Ҡырым» ирекле иҡтисади зонаһы ғәмәлдә булырға тейеш. «Ҡырым» СЭЗ-ы һәм Украинаның материк территорияһы сиге Автономиялы Ҡырым Республикаһы һәм Херсон өлкәһе араһындағы ҡоро ер административ сик һыҙығы буйлап үтә. Шуға ярашлы, «Ҡырым» СЭЗ-ы административ сигендә таможеня тикшереүе зоналары төҙөү ҡарала. Йәғни административ сик аша «Ҡырым» СЭЗ-ына тауарҙар индергәндә, уларға экспорт декларацияһы, «Ҡырым» СЭЗ-ынан сығарғанда — импорт декларацияһы тултырыла[31][32][33][34].

Япония[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япония Көньяҡ-Курил теҙмәләренең 4 утрауын: Кунашир, Шикотан, Итуруп, Шиашкотан үҙенә биреүҙе талап итә. Рәсәй был дәғүәләрҙе танымай һәм утрауҙарҙы үҙ территорияһының айырып алғыһыҙ өлөшө тип һанай.

Айырым иҡтисади зоналар сиктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй айырым иҡтисади зоналарының (ИЭЗ) Баренц диңгеҙендә, Чукот, Беринг, Охот, Япон, Аҙау, Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәрендә түбәндәге илдәр: Норвегия, АҠШ, Япония, КНДР, Абхазия, Төркиә, Украина, Польша, Швеция, Литва, Эстония, Финляндия менән диңгеҙ сиктәре бар. «Рәсәй Федерацияһының айырым иҡтисади зоналары тураһында» 1998 йылдың 17 декабрендә ҡабул ителгән 191-се Федераль Законына һәм БМО-ның 1982 йылда ҡабул ителгән Диңгеҙ хоҡуғы конвенцияһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының айырым иҡтисади зоналарының эске сиге булып территориаль диңгеҙенең (территориаль һыуҙарының) тышҡы сиге тора. Айырым иҡтисади зоналарҙың (ИЭЗ) тышҡы сиге территориаль диңгеҙҙең киңлеге[35][36] үлсәнгән сығанаҡ һыҙыҡтарҙан 200 диңгеҙ миле алыҫлығында (370,4 км) ята.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Граница Калининградской области
  • Федеральное агентство по обустройству государственной границы Российской Федерации

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Информация о делимитации и демаркации государственной границы Российской Федерации(недоступная ссылка)
  2. Центральный пограничный музей ФСБ России. 2017 йыл 8 июнь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Орлёнок В. В., Курков А. А., Кучерявый П. П., Тупикин С. Н., Демидёнок А. А. Глава VIII. Физическая география России // Физическая география. — Учебное пособие. — Калининград, 1998. — 480 с. — ISBN 5-88874-096-9.
  4. 4,0 4,1 Иван Егоров. Граница на плаву. Впервые со времен СССР идёт массовое строительство кораблей для погранслужбы 2017 йыл 3 июль архивланған. // Сайт Пограничной службы ФСБ России
    цит. [1] // Российская газета, 27.05.2015
  5. Без учёта Крыма, принадлежность которого России оспаривается Украиной. С ним протяжённость сухопутной границы (на материке) составляет 22293 км (в том числе собственно сухопутной — 14518 км, речной — 7141 км, озёрной — 635 км).
  6. Сопредельные страны 2016 йыл 11 октябрь архивланған. // Росграница
  7. Общие сведения о стране/ Географическое положение. 2016 йыл 26 март архивланған.
  8. Границы России // География России
  9. Таблица: Соседи РФ и протяженность границ РФ в км // Cтрановедение России (Reálie Ruska)
  10. 195,8 км: Норвегия на сайте Росграницы 2016 йыл 24 март архивланған.
  11. С учётом Крыма, принадлежность которого России оспаривается Украиной (протяжённость сухопутной границы на Перекопском перешейке и Арабатской стрелке составляет около 8,5 км, озёрной границы (Сиваш) — около 159,5 км, морской границы в Чёрном и Азовском морях — около 567 км. Без учёта Крыма протяжённость границы с Украиной на материке составляла 1925,8 км (в том числе сухопутная — 1500,2 км, речная — 422,2 км, озёрная — 3,4 км) и 320 км морская граница; итого 2245,8 км.
  12. 12,0 12,1 Сергей Сафронов Глава Погранслужбы ФСБ: Киев противодействует деятельности в Крыму 2016 йыл 5 ноябрь архивланған. // Сайт Пограничной службы ФСБ России (цит. РИА Новости 28.05.2015)
  13. Без учёта частично признанных государств Абхазия и Южная Осетия. С ними протяжённость границы с Грузией (в границах Грузинской ССР) на материке составляет 875,5 км (в том числе сухопутная — 819,4 км, речная — 55,9 км, озёрная — 0,2 км) и 22,4 км морской границы; итого 897,9 км.
  14. 338 км границ с Азербайджаном на сайте Росграницы 2016 йыл 24 март архивланған.
  15. Более 7500 км границ с Казахстаном на сайте Росграницы 2016 йыл 24 март архивланған.
  16. 4209,3 км: Китай на сайте Росграницы 2016 йыл 16 апрель архивланған.
  17. 17 км границ, а также 22,2 км морских границ: Северная Корея на сайте Росграницы 2015 йыл 7 июль архивланған.
  18. С учётом Крыма, принадлежность которого России оспаривается Украиной, и с учётом частично признанных государств Абхазия и Южная Осетия, независимость которых оспаривается Грузией. Без их учёта протяжённость границ России на материке составляет 22125,3 км (в том числе сухопутная — 14509,3 км, речная — 7141 км, озёрная — 475 км) и 989,9 км морской границы; итого 23115,2 км.
  19. Новости NEWSru.com :: Белоруссия не будет вводить пограничный контроль на границе с Россией
  20. 20,0 20,1 Федеральный закон от 31.07.1998 N 155-ФЗ (ред. от 13.07.2015) «О внутренних морских водах, территориальном море и прилежащей зоне Российской Федерации»
  21. Министры иностранных дел России и Азербайджана обменялись грамотами о госгранице Росбалт
  22. 22,0 22,1 Платова Г.
  23. 23,0 23,1 «Мы готовы отказаться от дотаций, но дайте нам льготное налогообложение» Газета.
  24. Медведев подписал договор о границе с Азербайджаном
  25. Госдума ратифицировала договор о границе с Азербайджаном
  26. Россия и Эстония подписали договор о границе
  27. Эстония отказалась от территориальных претензий к России 2014 йыл 22 декабрь архивланған.
  28. Северная часть Арабатской стрелки относится к Херсонской области Украины и не является объектом территориальных разногласий.
  29. Рада признала Крым оккупированной территорией 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  30. Между Крымом и Украиной установили госграницу // НТВ, 25.04.2014.
  31. Свободная экономическая зона «Крым»: нюансы работы
  32. Украинская таможня теперь считает Крым заграницей
  33. На границе Крыма и Украины ввели таможенное декларирование 2014 йыл 8 октябрь архивланған.
  34. Остров Крым. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  35. Федеральный закон от 17.12.1998 N 191-ФЗ (ред. от 14.10.2014) «Об исключительной экономической зоне Российской Федерации»
  36. Статья 60 Конвенции ООН по морскому праву 1982 года: исключительная экономическая зона составляет 200 морских миль (370,4 км) от внутренней границы территориальных вод страны.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]