Берия Лаврентий Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Берия Лаврентий Павлович
груз. ლავრენტი პავლეს ძე ბერია
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
Flag of the Georgian Soviet Socialist Republic.svg Грузия ССР-ы[d]
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 17 (29) март 1899[1][2]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Кавказ наместниклығы[d], Кутаиси губернаһы[d], Сухум округы[d], Мерхеул[d]
Вафат булыу көнө 23 декабрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3] (54 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1]
Үлем сәбәбе атып үлтереү[d]
Км үлтергән Павел Фёдорович Батицкий[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Балалары Серго Лаврентьевич Берия[d]
Өсөн хөкөм ителгән сексуальное злоупотребление[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, революционер
Биләгән вазифаһы СССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары[d], первый секретарь ЦК КП Грузии[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d], КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d] һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Суворова I степени юбилейная медаль «XX лет Рабоче-Крестьянской Красной Армии» медаль «За оборону Москвы» медаль «За оборону Сталинграда» медаль «За оборону Кавказа» медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «В память 800-летия Москвы» юбилейная медаль «30 лет Советской Армии и Флота» орден Сухэ-Батора Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре Сталинская премия
Телгә алынған хеҙмәттәр Q9374753?
Уҡыу йорто Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d] һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Ҡултамға
Ҡатнашыусы XVII съезд ВКП(б)[d] һәм XVIII съезд ВКП(б)[d]
Хәрби звание Маршал Советского Союза[d] һәм дәүләт именлегенең генераль комиссары[d]
Командовал Главное управление государственной безопасности НКВД СССР[d] һәм НКВД СССР[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө НКВД СССР[d]
Commons-logo.svg Берия Лаврентий Павлович Викимилектә

Лаврентий Павлович Берия (груз. ლავრენტი პავლეს ძე ბერია, Лавренти Павлес дзе Бериа; 29 март 1899 йыл, Рәсәй империяһы, Кутаиси губернаһы, Мерхеули — 23 декабрь 1953 йыл, Мәскәү) — Рәсәй революционеры, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, дәүләт именлегенең генераль комиссары (1941), Советтар Союзы Маршалы (1945)[4], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943), 1953 йылда был исемдәрҙән мәхрүм ителә.

1941 йылдан алып — СССР Союзының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе (И. В. Сталиндың) урынбаҫары (1946 йылдан — Министрҙар Советы) уның 1953 йылдың 5 мартында вафат булғанынан — СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең (Г. Маленков) беренсе урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта СССР-ҙың эске эштәр министры . СССР-ҙың Дәүләт оборона комиеты ағзаһы (1941—1944), СССР ГКО-һы рәйесе урынбаҫары (1944—1945). СССР-ҙың 7-се саҡырылыш Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы, депутаты, СССР-ҙың 1-3 саҡырылыштары Юғары Советы депутаты. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы (1934—1953), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1939—1946), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1946—1952), КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы (1952—1953). И. В. Сталиндың иң яҡын даирәһенә инә. Оборона сәнәғәтенең һәм ПВО-ның , шул иҫәптән ядро ҡоралына һәм ракета техникаһына ҡағылышы булған бөтә эштәрҙең мөһим тармаҡтарына кураторлыҡ итә. 1945 йылдың 20 авгусынан СССР-ҙың ядро программаһын тормошҡа ашырыу менән етәкселек итә[5].

1953 йылдың 26 июнендә Л. П. Берия власты баҫып алыу маҡсатында шпионаж һәм заговор формаһында тыуған илгә хыянат итеүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. 1953 йылдың 23 декабрендә СССР-ҙың Юғары судының Махсус суд присутствиеһы хөкөмө буйынса атып үлтерелә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лаврентий Берия 1899 йылдың 29 мартында Кутаисси губернаһының Мерхеул ауылында[6]ярлы крәҫтиән ғаиләһендә[7] тыуған. Уның әсәһе Марта Джакели (1868—1955) — мегрел сығышлы[8], Серго Берия һәм ауылдаштары дәлилдәре буйынса, мегрел кенәз нәҫеле Дадиани менән алыҫ туғанлыҡта торған][9][10].Тәүге ире вафат булғандан һуң Марта улы һәм ике ҡыҙы менән тороп ҡала[11]. Һуңыраҡ, фәҡирлек арҡаһында, тәүге никахтан булған балаларҙы тәрбиәгә уның Дмитрий ағаһы ала[11].

Лаврентийҙың атаһы, Павел Хухаевич Берия (1872—1922) Мерхеулға Мегрелиянан күсеп килә. Ғаиләһендә өс бала тыуа, бер улы ике йәшендә үлә, ә ҡыҙы ауырыуҙан һуң телһеҙ булып ҡала. Лаврентийҙың уҡыуға һәләтле булыуын күреп, ата-әсәһе уға яҡшы белем бирергә тырышалар — Сухум юғары башланғыс училищеһында. Уҡыуға һәм йәшәүенә түләү өсөн уларға ярты йорттарын һатырға тура килә[11].

1917 йылда Берия бик яҡшы һөҙөмтәләр менән (башҡа мәғлүмәттәр буйынса уртаса уҡыған[12]) Сухум юғары башланғыс училищеһын тамамлай[7], һәм Баҡы урта механик-техник төҙөлөш училищеһында белем ала. 17 йәшенән алып ул әсәһен һәм ауырыу һеңлеһен ҡарай, улар уның янына күсеп киләләр. 1916 йылда Нобелдәр нефть компанияһының баш контораһында практика үтә, бер үк ваҡытта училищела уҡыуын дауам итә. 1919 йылда уны техник-төҙөүсе-архитектор һөнәре буйынса тамамлай.

1918 йылдан алып механика-төҙөлөш училищеһындағы йәшерен марксистик түңәрәктә тора, уның ҡаҙнасыһы була. 1917 йылдың март айында Берия РСДРП(б)-ға инә. 1917 йылдың июнь-декабрь айҙарында гидротехник отряды составында, техник булараҡ, Румын фронтына китә, Одессала хеҙмәт итә, артабан Пашканиҙа (Румыния) ауырыуы арҡаһында хеҙмәттән бушатыла һәм Баҡыға ҡайта, унда 1918 йылдың февраленән ҡала большевиктар ойошмаһында һәм Баҡы эшсе депутаттар Советы секретариатында эшләй. Баҡы коммунаһы баҫтырылғандан һәм төрөк-әзербайжан ғәскәрҙәре тарафынан Баҡы ҡалаһын баҫып алыуҙан һуң, Әзербайжанда Совет власы урынлаштырылғанға тиклем, йәшерен большевиктар ойошмаһы эшендә ҡатнаша (1920 йылдың апреле). 1918 йылдың октябренән 1919 йылдың ғинуарына тиклем — «Аҡ ҡала Каспий ширҡәте» заводында конторсы булып эшләй.

Әзербайжан контрразведкаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берияның Әзербайжан Демократик Республикаһында (АДР) контрразведкалағы хеҙмәте асыҡланмаған. Уның һүҙҙәре буйынса, 1919—1920 йылдарҙа контразведкала эшләгән саҡта ул Царицындағы XI Ҡыҙыл Армия штабына тапҡан мәғлүмәтте тапшырған, әммә быны бер кем дә дөрөҫләй алмай. Шул уҡ ваҡытта 1953 йылда контразведка хеҙмәтендә булыуы уға ҡаршы ҡуйылған ғәйептәрҙең береһе була[13].

Рәсәй йәшерен хеҙмәттәр энциклопедияһына ярашлы, 1919 йылдың көҙөндә Баҡы большевистик подпольеһы етәксеһе А. И. Микояндың ҡушыуы буйынса ӘДР-ҙың дәүләт оборонаһы комитеты ҡарамағындағы контрреволюция менән көрәш буйынса ойошманың агенты була[14]. А. В. Антонов-Овсеенко фекере буйынса, мусауатсылар разведкаһына Берия үҙенең класташы Мирза Балы рекомендацияһы буйынса алына, Балы уны М. Д. Багиров менән таныштыра[15] (Берияның күрһәтмәләренә ярашлы, ул Багиров менән 1921 йылда танышҡан)[16]. Багировтың күрһәтмәләре буйынса, ул Берияның әзербажан контразведкаһында хеҙмәт итеүе тураһында Берияның үҙенән ишеткән: «Әйе, беләм. Бының турала миңә Берия үҙе 1921 йылда ӘзЧК-һына эшкә СОЧ-тың начальнигы һәм минең урынбаҫарым булараҡ килгәс тә һөйләне. Ул миңә, был разведкала партия ҡушыуы буйынса эшләнем, тине»[17].

1923 йылдың 22 октябрендә яҙылған автобиографияһында Берия былай тип яҙа:

« Төрөк оккупацияһының беренсе ваҡытында мин Аҡ ҡалала "Каспий ширҡәте" заводында конторсы булып эшләнем. Шул уҡ 1919 йылдың көҙөндә "Гуммет" партияһынан контразведкаға хеҙмәткә киләм, унда Муссеви иптәш менән бергә эшләйем. Яҡынса 1920 йылдың мартында, Мусеви иптәште үлтергәндән һуң, мин контразведкалағы эшемде ҡалдырам һәм бер аҙ Баҡы таможняһында эшләйем[18]. »

1953 йылда СССР-ҙың генераль прокуроры Р. А. Руденко унан һорау ала. Берия, хеҙмәткә «Гуммет» социал-демократик ойошмаһының большевистик крылоһының заданиеһы буйынса эшкә төшөүе тураһында күрһәтмә бирә. Был эште Мирдаут Гуссейнов ҡушыуы буйынса башҡарған һәм уның эше (Измайлов аша) «башлыса контразведкаға килгән граждандарҙың хаттары менән эш итеүгә ҡайта»[19].

Автобиографияға ярашлы, Берия «1919 йылдың көҙөндә „Гуммет“» партияһынан контразведкаға хеҙмәткә инә һәм «яҡынса 1920 йылдың мартында, Муссевиҙы үлтергәндән һуң», эшен ҡалдыра[20]. Мирфәттәх Баҡы ресторандарының береһендә, көҙ башында, 1919 йылдың 5 сентябрендә, үлтерелә[21]. Контрразведкала Берияның хеҙмәте 3-4 ай дауам итә.Ул Гусейнов кәңәше буйынса эштән китеү тураһында ғариза бирә, сөнки әзербайжан контразведкаһы тулыһынса мусаүатсыларҙыҡына әйләнә[20].

Ҡабаттан Грузияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың апрелендә, Әзербайжанда совет власы урынлаштырылғандан һуң, Грузия Демократик Республикаһына легаль булмаған эшкә РКП(б)-ның Кавказ крайкомы һәм 11-се армия Реввоенсоветы ҡарамағындағы теркәү бүлеге вәкиле итеп ебәрелә. Барып етеү менән тиерлек Тифлиста ҡулға алына һәм Грузияны ташлап сығыу шарты менән азат ителә. Автобиографияһында Берия яҙа:

« Әзербайжанда апрель түңкәрелешеең тәүге көндәренән үк компартияның (большевиктар) крайкомы тарафынан 11-се армияһы Революцион-Хәрби Советы ҡарамағындағы Кавказ фронты регистродынан Грузияға, вәкил булараҡ, йәшерен сит ил эше буйынса ебәреләм. Тифлиста Амаяк назаретян йөҙөндә край комитеты менән бәйләнешкә инәм, Грузияла һәм Арменияла резиденттар селтәрен булдырам, грузин армияһы һәм гвардияһы штабтары менән бәйләнештәр булдырам, даими рәүештә Баҡы ҡалаһындағы регистродҡа курьерҙар ебәрәм. Тифлиста мине Грузияның Үҙәк Комитеты менән бергә ҡулға алалар, әммә Г. Стуруаның Ной Жордания менән һөйләшеүҙәренә ярашлы бөтәһен дә 3-көнлөк срокта Грузияны ташлап сығыу шарты менән азат итәләр. Әммә мин, Лакербай псевдонимы аҫтында РСФСР илселегенә ул ваҡытҡа Тифлис ҡалаһына килгән Киров иптәшкә хеҙмәткә төшөп, ҡалыуға өлгәшәмс[18]. »

Һуңғараҡ, грузин меньшевистик хөкүмәтенә ҡаршы ҡораллы ихтилал әҙерләүҙә ҡатнашып, урындағы контразведка тарафынан фашлана, ҡулға алына һәм кутаиси төрмәһенә ултыртыла[22], һуңынан Әзербайжанға һөрөлә[23]. Об этом он пишет: Был ваҡиғалар турала Берия былай тип яҙа:

« 1920 йылдың майында мин Баҡыға регистродҡа Грузия менән солох килешеүе төҙөүе сәбәпле директивалар алыу өсөн китәм, әммә Тифлисҡа әйләнеп ҡайтҡан саҡта мине Ной Рамишвили телеграммаһы буйынса ҡулға алалар һәм Тифлисҡа оҙаталар, унан, Киров иптәштең мәшәҡәттәәренә ҡарамаҫтан, мине Кутаиси төрмәһенә оҙаталар. 1920 йылдың июнь һәм июль айҙарында мин төрмәлә ултырам, сәйәси тотҡондар иғлан иткән дүрт көн ярымлыҡ аслыҡтан һуң ғына мине этап буйынса Әзербайжанға ебәрәләр[18]. »

Шатуновская О. Г. Баҡыла Берияны ҡулға алыу эпизодын тасуирлай: « … Берия… Әзербайжанда оҙаҡ булмай. Әзербайжанда уны төрмәгә ултырталар…уны провокатор булараҡ ултырталар, ә Багиров уны азат итә. Киров ул ваҡытта Тбилисиҙа постпред була. Ул 11 армияһы штабына, реввоенсоветҡа, Орджоникидзеға телеграмма һуға: „Провокатор Берия ҡасты, ҡулға алығыҙ.“»[24].

Әзербайжан ЧК-нда хеҙмәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лаврентий Берия
чекист карьераһы башында, 1920-се йылдар

Баҡыға ҡайтҡандан һуң Берия бер нисә тапҡыр Баҡы политехник институтында (элекке училище) уҡыуын дауам итергә маташа, өс курс тамамлай. 1920 йылдың август айында Әзербайжан КП(б)-ның Үҙәк Комитеты эштерә идарасыһы булып китә, ә шул уҡ йылдың октябрендә — буржуазия экспроприацияһы һәм эшселәрҙең көнкүрешен яҡшыртыу буйынса Ғәҙәттән тыш комиссияһының яуаплы секретары була, 1921 йылдың февраленә тиклем был вазифала эшләй[23]. 1921 йылдың 24 апрелендә Политбюро һәм ӘКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Оргбюроһы ултырышында уны Әзербайжан Ғәҙәттән тыш Комиссияһының контрреволюция, спекуляция, бандитлыҡ һәм вазифа енәйәттәре буйынса Йәшерен-оператив бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр (ул саҡта был вазифаны Гусейн Әхундов биләй)[25]. Әзербайжан компартияһы Политбюроһының 16 июлдәге ҡарарына ярашлы Әзербайжан Ғәҙәттән тыш комиссияһының рәйесе урынбаҫары итеп ҡуйыла[25] (в других источниках указан май 1921 года)[23].

Яҡынса ошо ваҡытта ул Әзербайжан ЧК-һы рәйесе булған М. Багиров менән дуҫлаша. Л. П. Берия күрһәтмәләренә ярашлы, уларҙың 1921 йылдың яҡынса апрель айында танышалар[16], шул уҡ ваҡытта Багиров 1954 йылда һорау алған саҡта, улар шул уҡ йылдың февраленән алып тығыҙ бәйләнештә булалар, тип белдерә[26]. Улар бик яҡын дуҫ булалар. Кавказ партия ойошмаһында уларҙы хатта «сиам игеҙәктәре» тип атайҙар[27]. С. Р. Мильштейн да «бергә эшләгән ваҡытта һәм аҙаҡҡы көндәренә тиклем Берияның Багиров менән яңҡын мөнәсәбәттәре һаҡланды»[28]. Берия үҙе таныуы буйынса, Багиров менән уның мөнәсәбәттәре яҡшы була, әммә насар саҡтары ла булған — «мин уның менән риза булмаған йәки уға бирелгән заданиеларҙы үтәүҙе талап иткән саҡта»[28]. 1953 йылдың 19 авгусында АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы тарафынан М. Д. Багиров тураһында әҙерләнгән белешмәһендә Берия Л. П. подпольела булған саҡта Багировтың һеңлеһенә өйләнгән, тип яҙыла. Әммә был белешмә дөрөҫлөккә тап килмәйҙер, сөнки Багировтың һәм Берияның биографияларында быға ҡағылышлы мәғлүмәт юҡ[29].

1921 йылда Берия Әзербайжан партия һәм чекистар етәкселеге яғынан вәкәләттәрен арттырған өсөн һәм енәйәт эштәрен уйлап сығарғаны ҡаты тәнҡиткә дусар ителә, әммә етди язанан ҡотолоп ҡала[30]. (Уны Анастас Микоян[31].) яҡлап сыға.)

Һулдан уңға: Филипп Махарадзе, Мир Джафар Багиров һәм Лаврентий Берия, 1935 йыл

1921 йылдың декабрендә Әзербайжан партия ойошмаһын таҙартҡан саҡта Берияның «мусауат контразведкаһында» хеҙмәт итеүе тураһында һүҙ килеп сыға. Башта Әзербайжан Үҙәк Контроль Комиссияһы һәм Кавказ аръяғы партия ойошмалары тарафынан тикшереү үткәрелә, һуңынан тикшереү РКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы тапшырыла, һуңғыһында Берияны РКП(б) ҡарамағына күсерергә ҡарар ителә. 1922 йылдың 6 майында үткәрелгән Әзербайжан компартияһының Үҙәк комитеты Президиумы ултырышында ҡарар ҡабул ителә: «Берияның Әзербайжан ЧК-һындағы эше бик кәрәкле тип танырға, РКП Үҙәк Комитетын уны Әзербайжанда ҡалдырыуҙы һорарға»[32].

1922 йылдың ғинуарында Багировты "революцион законһыҙлыҡты боҙоу өсөн " вазифаһынан бушатҡандан һуң, Берия уның урыннына ултыра. Ул ваҡыттағы рәсми документтарҙа ул Әзербайжан Ғәҙәттән тыш комиссияһы башлығы итеп күрһәтелә. Мәҫәлән, 8 апрелдәге Әзербайжан компартияһы Үҙәк Комитеты Президиумы ултырышы протоколында уның фамилияһы өсөнсө урында тора (Әз. ЧК-һы рәйесе ғәҙәттә өсөнсө булырға тейеш), ә Багировтың фамилияһы исемлектә күрһәтелмәгән[32]. Кавказ аръяғы ЧК-һының Административ бүлегенең 8 июндәге 2703-сө һанлы бойороҡта ул Әз. ЧК-һы рәйесе тип исемләнгән[32].

Шул уҡ ваҡытта «Иттихат» мосолман ойошмаһын һәмуң эсерҙарҙың Кавказ аръяғы ойошмаһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1922 йылдың йәйгеһен Берия Әзербайжан ғәҙәттән тыш комиссияһының Йәшерен-оператив бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләнә[25].

Грузия дәүләт именлеге органдарындағы эше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылдың ноябрендә Берияны Тифлисҡа күсерәләр һәм Йәшерен-оператив бүлеге начальнигы һәм Грузия ССР-ының халыҡ Комиссарҙары Советы ҡармағындағы Ғәҙәттән тыш комиссияһы (артабан Грузия Дәүләт сәйәси идаралығы тип үҙгәртелә) рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта Кавказ аръяғы армияһының Махсус бүлеге начальнигы вазифаһын биләй[33]. 1923 йылдың июлендә Грузияның Үҙәк Башҡарма комитеты тарафынан Хәрби Хеҙмәт Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1924 йылда меньшевиктар ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша, СССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[14].

1926 йылдың мартынан — Грузия ССР-ының Дәүләт Сәйәси идаралығы рәйесенең урынбаҫары, Йәшерен-оператив бүлеге начальнигы.

1926 йылдың 2 декабрендә Лаврентий Берия Грузия СССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Дәүләт сәйәси идаралығы рәйесе булып китә (әлеге вазифаны 1931 йылдың 3 декабренә тиклем биләй), Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһында Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары һәм Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһында Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ГПУ рәйесе урынбаҫары (1931 йылдың 17 апреленә тиклем)[23]. 1931 йылдың 17 апреленнән алып 1926 йылдың декабренә тиклем ошонда уҡ Йәшерен-оператив идаралығы начальнигы була[23]. 1927 йылдың апреленән алып 1930 йылдың декабренә тиклем бер үк ваҡытта — Грузин ССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары[7]. Ошо осорҙа И. В. Сталин менән осраша.

1930 йылдың 6 июнендәге Грузия ССР-ы КП(б)-ның Үҙәк Комитеты пленумы ҡарары буйынса Лаврентий Берия Грузия КП(б)-ның Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы итеп тәғәйенләнә (һуңынан Бюро)[23]. 1931 йылдың 17 апрелендә Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ГПУ-ның рәйесе, Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы ОГПУ-һының тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Кавказ Ҡыҙыл Байраҡ армияһының ОГПУ Махсус бүлеге начальнигы вазифаларын биләй (1931 йылдың 3 декабренә тиклем)[23]. Бер үк ваҡытта 1931 йылдың 18 авгусынан 3 декабренә тиклем — СССР-ҙың ОГПУ коллегияһы ағзаһы[7].

Кавказ аръяғында партия эшендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1931 йылдың 31 октябрендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы Л. П. Берияны Кавказ аръяғы крайкомының икенсе секретары вазифаһына тәғәйенләй (1932 йылдың 17 октябренә тиклем әлеге вазифаны биләй), 1931 йылдың 14 ноябрендә Грузия КП(б) Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләнә (1938 йылдың 31 авгусына тиклем), 1932 йылдың 17 октябрендә — бер үк ваҡытта Кавказ аръяғы крайкомының беренсе секретары[7], Армения һәм Әзербайжан компартияларының Үҙәк Комитеттары ағзаһы итеп һайлана. 1936 йылдың 5 декабрендә Кавказ аръяғы СФСР өс үҙаллы республикаларға бүленә, Кавказ аръяғы крайкомы 1937 йылдың 23 апрелендәге ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарарына ярашлы бөтөрөлә[34].

1933 йылдың 10 мартында ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Секретариаты Берияны Политбюро, Оргбюро, Үҙәк Комитеты Секретариаты ултырыштары протоколдарына Үҙәк Комитет ағзаларына мәғлүмәттәр ебәреү исемлегенә индерә. 1934 йылда ВКП(бX-ның VII съездында беренсе тапҡыр Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана[14].

1934 йылдың декабрь айында Берия Сталиндың 55 йәше тулыуға арналған мәжлесендә була.

1935 йылдың мартында Берия СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм уның президиумы ағзаһы итеп һайлана. 1935 йылдың 17 мартында ул беренсе тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә[14]. 1937 йылдың майында бер үк ваҡытта Грузия КП(б)-ның Тбилиси ҡала комитетын етәкләй (1938 йылдың 31 авгусына тиклем)[23].

Л. П. Берия Нестор Лакоб кәүҙәһе менән табутты сығара. Тбилиси, 1936 йылдың декабрендә

1935 йылда «Кавказ аръяғындағы большевистик ойошмалар тарихы мәсьәләһенә» (тикшеренеүселәр фекере буйынса, уның авторҙары Малакия Торошелидзе һәм Эрик Бедия) исемле китап сығара[35]. 1935 йылдың аҙағындағы Сталин Әҫәрҙәрен нәшер итеү проектында Берия — редакция составында, шулай уҡ айырым томдарҙың редакторы итеп күрһәтелә[36].

Берия етәкселек иткән осорҙа төбәк халыҡ хужалығы тиҙ үҫешә. Берия Кавказ аръяғы нефть сәнәғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә, ул эшләгән осорҙа сафҡа күп эре сәнәғәт объекттары индерелә (Земо-Авчал ГЭС-ы һәм башҡалар). Грузия бөтә Союз курорт зонаһына әүерелә. Субтропиктарҙа етештерелгән ауыл хужалығы продуцияһына (виноград, сәй, мандарин һәм башҡалар) юғары һатып алыу хаҡтары ҡуйыла: грузин крәҫтиәнлеге илдә иң хәллеләрҙән һанала.

Грузия Коммунистар партияһы (б) Үҙәк Комитетының беренсе секретары Л. П. Берия

Нестор Лакоба үҙенең вафаты алдынан (ағыуланыу һөҙөмтәһендә) Берияны үҙенең үлтереүсеһе тип әйткән, тиҙәр[37][38].

1937 йылдың сентябрендә Мәскәүҙән Г. М. Маленков һәм А. И. Микоян менән берлектә Әрмәнстан партия ойошмаһының «таҙартыуын» үткәрә. «Ҙур таҙартыу» Грузияла ла үтә, унда партия һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе репрессиялана[14]. Бында Грузия, Әзербайжан, Әрмәнстан партия етәкселәре араһында заговор «асыла», заговорсылар, йәнәһе, Кавказ аръяғының СССР-ҙан сығыуын һәм Бөйөк Британия протектораты аҫтына күсеүҙе планлаштырған[30]. Грузияла, мәҫәлән, мәғариф наркомы Гайоз Девдарианиға ҡаршы эҙәрлекләүҙәр башлана. Уның дәүләт именлеге органдарында һәм компартияла мөһим вазифалар биләгән Шалва ағаһы үлтерелә. Ахырҙа, Гайоз Девдариани 58-се статьяны боҙоуҙа һәм контрреволюцион эшмәкәрлек алып барыуҙа ғәйепләнә һәм НКВД тройкаһы хөкөмө буйынса 1938 йылда атып үлтерелә. Партия функционерҙарынан тыш, таҙартыуҙан урындағы интеллектуалдар ҙа репрессияларға дусар ителә, шул иҫәптән Михаил Джавахишвили, Тициан Табидзе, Сандро Ахметели, Евгений Микеладзе, Дмитрий Шеварднадзе, Георгий Элиава, Григорий Церетели һәм башҡаларight&printsec=frontcover&source=bl&ots=Uz4vxD0uOk&sig=fL2n2-cjFEB56bpjDSI_510RQgA&hl=en&ei=658tS-3tJZSAMrTEuIEJ&sa=X&oi=book_result&ct=result&resnum=1&ved=0CAgQ6AEwAA#v=onepage&q=&f=false Beria: Stalin’s First Lieutenant], Princeton University Press, стр. 78. 1993. ISBN 0-691-03257-2</ref>. 1938 йылдың 17 ғинуарынан, СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советының 1-се сессияһынан СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.

СССР НКВД-һында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Л. П. Берияның элекке йорто, унда ул 1938—1953 йылдарҙа йәшәгән
(Малая Никитская урамы, 28/1)

1938 йылдың 22 авгусында СССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары Н. И. Ежовтың беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Берия менән бер үк ваҡытта тағы ла бер беренсе урынбаҫар итеп (15.04.1937) М. П. Фриновский тәғәйенләнә. 1938 йылдың 8 сентябрендә Фриновский СССР-ҙың Хәрби-һауа Флоты наркомы итеп тәғәйенләнәы[39], шул уҡ көндә уны СССР-ҙың НКВД идаралығы начальнигы вазифаһында Берия алмаштыра — 1938 йылдың 29 сентябрендә НКВД структураһында тергеҙелгән Дәүләт именлегенең Баш идаралығы вазифаһында Берияны НКВД наркомының беренсе урынбаҫары В. Н. Меркулов алмаштыра. 1938 йылдың 11 сентябрендә Л. П. Берияға Дәүләт именлеге 1-се ранглы комиссар званиеһы бирелә.

1938 йылдың 25 ноябрендә Берия СССР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.

Л. П. Берия һәм И. В. Сталиндың ҡыҙы Светлана. (Сталин — артҡы планда)

А. С. Барсенков һәм А. И. Вдовина фекеренсә, Берия НКВД башлығы вазифаһына килгәндән һуң репрессиялар ҡәтғи рәүештә кәмей. Оло террор тамамлана[40]. 1939 йыл эсендә контрреволюцион енәйәттәрҙә ғәйепләнеү буйынса үлем язаһына — 2,6 мең, 1940 йылда — 1,6 мең кеше хөкөм ителә[40]. 1939—1940 йылдарҙа 1937—1938 хөкөм ителмәгән кешеләрҙең күпселеге азат ителә; шулай уҡ хөкөм ителгәндәрҙең һәм лагерҙарға ебәрелгәндәрҙең бер өлөшө иреккә сығарыла. В. Н. Земсков мәғлүмәттәре буйынса, 1938 йылда 279 966 кеше азат ителә[41]. МДУ-ның эксперт комиссияһы Барсенковтың һәм Вдовиндың дәреслегендә фактик хаталар таба һәм 1939—1940 йылдарҙа азат ителгәндәрҙең һаны 150—200 мең кеше тип баһалай[42]. «Йәмғиәттең ҡайһы бер даирәләрендә уның 30-сы йылдарҙың иң аҙағында „социалистик законлылыҡты“ тергеҙгән кеше репутацияһы була», — тип билдәләй Яков Этингер[43].

Л. П. Берия 1940 йылда Лев Троцкийҙы үлтереү буйынса операцияһына кураторлыҡ итә, 1940 йылда әсиргә эләккән поляк офицерҙарының һәм башҡа кешеләрҙең судтан тыш атып үлтереүҙең инициаторы була. буйынса яуаплы операциялар л. п. 1940 йылда юҡ Лев Троцкий, инициаторы булған преисполненный 1940 йылда поляк офицеры атып һәм башҡа әсирҙәр йөҙө.

1938 йылдың 25 ноябренән 1941 йылдың 3 февраленә тиклем Берия совет тышҡы разведка менән етәкселек итә (ул саҡта СССР-ҙың НКВД-һы функцияларына инә; 1941 йылдың 3 февралендә тышҡы разведка яңы булдырылған СССР-ҙың дәүләт именлеге Халыҡ комиссариаты составына тапшырыла, уны Берияның элекке урынбаҫары Меркулов етәкләй). Мартиросян фекеренсә, Берия ҡыҫҡа срокта Ежов осорондағы законһыҙлыҡҡа һәм террорға нөктә ҡуя. Уның етәкселегендә 1939—1940 йылдарҙа Европал, Японияла һәм АҠШ-та совет тышҡы разведкаһының бик көслө агенттар селтәре булдырыла[44][45]. 1939 йылдың 22 мартынан — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат[7]. 1941 йылдың 30 ғинуарында Л. П. Берияға дәүләт именлегенең генераль комиссары званиеһы бирелә. 1941 йылдың 3 февралендә СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[7]. Ул НКВД, НКГБ, урман һәм нефть сәнәғәте, төҫлө металдар, йылға флоты наркоматтарына кураторлыҡ итә.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы башында, 1941 йылдың июнь аҙағында, Берия П. Cудоплатовҡа СССР-ҙағы Болгария илсеһе И. Стаменов аша, ниндәй шарттарҙа Германия СССР-ға ҡаршы һуғышты туҡтатырға ризалаша икәнлеген белергә ҡуша[46].

1941 йылдың 18 октябрендә Л. П. Берия бер ниндәй судһыҙ-ниһеҙ тикшереү аҫтында булған 25 кешене, шул иҫәптән ҡулға алынған хәрби начальниктарҙы һәм уларҙың ҡатындарын, атып үлтереү тураһында бойороҡ бирә[47].

1941 йылдың 30 июнендә Л. П. Берия Дәүләт Оборона комитеты (ГКО) ағзаһы булып тора[48]. ГКО ҡарары менән Л. П. Берияға ГКО-ның самолеттар, моторҙар, ҡорал һәм минометтар етештереү буйынса ҡарарҙарын, шулай уҡ Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-Һауа Көстәре эше буйынса (авиаполктар булдырыу, уларҙы кәрәкле ваҡытта фронтҡа ташлау һәм башҡалар) ГКО ҡарарҙарын контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә[49].

Л. П. Берия (уртала) Горький исемендәге парктағы трофей немец ҡорал өлгөләре күргәҙмәһендә. Мәскәү, 1943 йыл

ГКО-ның 1942 йылдың 8 декабрендәге ҡарарына ярашлы Л. П. Берия ГКО-ның Оператив бюроһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[50]. Ошо уҡ ҡарар менән Л. П. Берияға өҫтәмә рәүештә Күмер сәнәғәте наркоматының һәм юлдар наркоматының эшен контролдә тотоу һәм күҙәтеү бурыстары йөкмәтелә[50]. 1944 йылдың майында Берия ГКО рәйесенең урынбаҫары[7] һәм Оператив бюроһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Оператив бюроһы бурыстарына, атап әйткәндә, оборона сәнәғәте, тимер һәм һыу юлы транспорты, ҡара һәм төҫлө металлургияһы, күмер, нефть, химия, резина, ҡағыҙ-целлюлоза, электр-техник сәнәғәте наркоматтарының, электр станцияларҙың эшен контролдә тотоу һәм күҙәтеү инә[51].

Берия шулай уҡ СССР-ҙың Ҡораллы көстәре Баш Командованиеһы Ставкаһының даими кәңәшсеһе вазифаһын биләй[52][53].

Һуғыш йылдарында ил етәкселегенең һәм партияның халыҡ хужалығы идаралығы менән бәйле булған (шулай уҡ фронтта ла) яуаплы йомоштарын башҡара. Ысынында 1942 йылда Кавказ оборонаһы менән етәкселек итә. Самолеттар һәм ракета техникаһы етештереүе өсөн яуаплы була[54].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 сентябрендәге Указына ярашлы Л. П. Берия «Хәрби ваҡыттың ауыр шарттарында ҡорлады һәм боеприпастарҙы етештереү арттырыу өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштары өсөн» Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

Һуғыш йылдарында Л. П. Берия Ҡыҙыл Байраҡ ордены (Монголия, 15 июль 1942), Республика ордены (Тыва, 18 август 1943), Ленин ордены (21 февраль 1945), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944 йылдың 3 ноябре) менән бүләкләнә[7].

Ядро проекты буйынса эштең башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 11 февралендә И. В. Сталин Дәүләт Оборона комитетының В. М. Молотовтың етәкселегендәге атом бомбаһын етештереү өсөн эш программаһы тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Әммә СССР ГКО-һының И. В. Курчатовтың 2-се һанлы лабораторияһы тураһындағы 1944 йылдың 3 декабрендә ҡабул ителгән ҡарарҙа нәҡ Л. П. Берияға «уран буйынса эштәрҙе күҙәтеү» ҡушыла,[55]

Халыҡтар депортацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтарҙы уларҙың күпләп йәшәгән урындарынан депортациялау тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Гитлер коалицияһына ингән халыҡтарҙың вәкилдәре (венгрҙар, болғарҙар, күп кенә финдар) депортациялана. Депортациялауҙың рәсми сәбәбе итеп дезертирлыҡ, коллаборационизм һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әлеге халыҡтарҙың күпселек өлөшө советтарға ҡаршы әүҙем ҡораллы көрәш алып барыуы күрһәтелә.

Л. Берияның етәкселегендә Төньяҡ Кавказ халыҡтарынан тәүгеләре булып ҡарасәйҙәр депортациялана — НКВД ғәскәрҙәре тарафынан күсереү 1943 йылдың 2 ноябрендә үткәрелә. Ҡарасәй автономия өлкәһе территорияһы Грузия ССР-ы составына индерелә. Ҡарасәйҙәрҙе күсереү сәбәптәренең береһе — Грузия территорияһын киңәйтеү.

1944 йылдың 29 ғинуарында Лаврентий Берия «чечендарҙы һәм ингуштарҙы күсереү тәртибе тураһында инструкция»ға ҡул ҡуя, ә 21 февралдә ул НКВД буйынса чечендарҙы һәм ингуштарҙы депортациялау тураһында бойороҡ сығара[56]. 20 февралдә И. А. Серов, Б. З. Кобулов һәм С. С. Мамулов менән бергә Берия Грозныйға килә һәм операция менән шәхсән үҙе етәкселек итә, операцияла НКВД-ның, НКГБ-ның һәм "СМЕРШ"тың яҡынса 19 мең оператив хәҙмәткәрҙәре, шулай уҡ НКВД ғәскәрҙәренең «таулы урындарҙағы учениеларҙа ҡатнашыу өсөн» яҡынса 100 мең офицер һәм һалдат ҡатнаша[57]. 22 февралдә республика етәкселеге һәм юғары рухи лидерҙар менән осраша, уларҙы операция тураһында иҫкәртә һәм халыҡ араһында кәрәкле эш алып барырға тәҡдим итә[57], ә инде икенсе көндө иртәнсәк ҡыуып сығарыу операцияһы башлана. 24 февралдә Берия Сталинға хәбәр итә: «Ҡыуып сығарыу һәйбәт үтә…Операцияға бәйле ҡулға алынырға тейешлеләрҙән 842 кеше ҡулға алынды»[58]. Шул уҡ көндө Берия Сталинға балҡарҙарҙы ҡыуып сығарырға тәҡдим яһай, ә 26 февралдә ул НКВД буйынса «Кабардин-Балҡар Республикаһынан балҡар халҡын ҡыуып сығарыу буйынса саралар тураһындағы» бойороҡҡа ҡул ҡуя[57]. Быға тиклем бер көн алда Берия, Серов һәм Кобулов Ҡабарҙы-Балҡар обкомы секретары Зубер Кумехов менән осрашалар, осрашыу ваҡытында март башында Эльбрус алдына барып килеү тураһында килешелә[58]. 2 мартта Берия Момулов һәм Кобулов оҙатыуында Эльбрус алдына барып ҡайта, Кумеховҡа балҡарҙарҙы — ҡыуып сығарыу, ә уларҙың ерен Ҙур Кавказдың төньяҡ һырттарында оборона рубежы булдырыр өсөн Грузияға биреү тураһында хәбәр итә. 5 мартта ГКО-ның КБ АССР-ҙан ҡыуып сығарыу тураһында ҡарары сыға, ә 8-9 мартта операция башлана. 11 мартта Берия Сталинға « балҡарҙарҙан 37 103 кеше ҡыуып сығарылды» тип хәбәр итә[58], ә 14 мартта ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы алдында отчет бирә[57].

Төрөк-месхеттарҙың, шулай уҡ Төркиә менән сиктәш йәшәгән курдтарҙың һәм хемшиндарҙың, депортацияһын эре акция тип әйтеп була. 24 июлдә Берия Сталинға хат аша (7896-се һанлы) мөрәжәғәт итә:

« Бер нисә йыл дауамында был халыҡтың төркиәнең сиктәш райондарындағы халҡы менән туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән күпселек өлөшө эмиграцион ҡараш күрһәтә, контрабанда менән шөғөлләнә һәм төрөк раведка органдары өсөн шпион элементтарын вербовкалау һәм бандитлыҡ төркөмдәрҙе булдырыу өсөн сығанаҡ булып тораref>Бугай Н.Ф., М.И. Мамаев Турки-месхетинцы: Грузия, Узбекистан, Россия, США — 2009. — Б. 102. — ISBN 978-5-8125-1210-1.</ref>. »

Уның билдәләүенсә, «СССР НКВД-һы Ахалцих, Ахалкалак, Адиген, Аспиндз, Богданов райондарынан, Аджар АССР-ының ҡайһы бер ауыл Советтарынан төрөк, курд, хемшиндарҙың 16 700 хужалығын ҡыуып сығарырға кәрәк тип таба». 31 июлдә Дәүләт Оборона Комитеты Грузия ССР-ынан Ҡаҙаҡ, Ҡырғыҙ һәм Үзбәк ССР-ҙарына 45 516 төрөк месхеттарҙы ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә (6279-сы һанлы, «совершенно секретно»)[59]. Райондарҙы немец оккупанттарынан азат итеү немец енәйәттәштәренең ғаиләләренә ҡарата яңы акциялар үткәреүен талап итә. 24 августа Берияның ҡултамғаһы аҫтында «Кавминтөркөмө курорттары ҡалаларынан әүҙем немец енәйәттәштәренең ғаиләләрен, хыянатсыларҙы һәм немецтар менән ирекле рәүештә киткән һатлыҡйәндәрҙе ҡыуып сығарыу тураһында» НКВД-ның бойороғо сыға[58].

2 декабрҙә Берия Сталинға түбәнге хат менән мөрәжәғәт итә:

«Грузия ССР-нан Үзбәк, Ҡаҙаҡ һәм Ҡырғыҙ республикары райондарына 91 095 төрөк, курд, хемшиндарҙы уңышлы ҡыуып сығарыу менән бәйле СССР НКВД операцияһы барышында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән НКВД-НКГБ хеҙмәткәрҙәрен һәм НКВД ғәскәрҙәре хәрбиҙәрен ССР Союзы ордендары һәм миҙалдары менән наградлауҙы һорай»[60].

Һуғыштан һуңғы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың ядро проектына кураторлыҡ итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аламогордо тирәһендәге сүллектә беренсе американ атом ҡоролмаһын һынауҙан һуң СССР-ҙа атом ядро ҡоралын булдырыу буйынса эштәр тиҙләтелә.

ГКО-ның 1945 йылдың 20 авгусындағы ҡарарына ярашлы[5] ГКО ҡарамағында Махсус комитет ойошторола. Уның составына Берия (рәйес), Г. М. Маленков, Н. А. Вознесенский, Б. Л. Ванников, А. П. Завенягин, И. В. Курчатов, Л. П. Капица (һуңынан проектта ҡатнашыуҙан баш тарта)[61][62]), В. А. Махнев, М. Г. Первухин инәләр. Комитетҡа «урандың эске атом энергияһын файҙаланыу буйынса бөтә эштәр менән етәкселек итеү» йөкмәтелә. Артабан әлеге комитет СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Махсус комитетыһәм СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы Махсус комитеты тип үҙгәртелә. Берия, бер яҡтан, бөтә кәрәкле разведка мәғлүмәтен алыуҙы ойоштора һәм етәкселек итә, икенсе яҡтан — проектҡа дөйөм етәкселек итә. Проекттың кадрҙар мәсьәләләре М. Г. Первухинға, В. А. Малышевҡа, Б. Л. Ванниковҡа һәм А. П. Завенягинға йөкмәтелә[63]. Бына Силәбе-40-та Берияны үҙ күҙҙәре менән күргән кешенең хәтирәләре:

« 1949 йылда, беҙ максималь кимәлгә сыҡҡан саҡта, Курчатов һәм Берия килделәр. Беҙҙең лабораторияға ла килделәр. Берия ул ваҡытта хәҙер һүрәтләнгән кешегә бөтөнләй оҡшамаған ине. Ныҡ йонсоған, йоҡоһо туймаған, күҙҙәре ҡыҙарған, күҙ төптәре шешенке, бик иҫке плащта. Эш, эш, эш. Беҙ сибәрҙәр яғына хатта әйләнеп тә ҡараманы. Беренсе көндә килде, машинанан сыҡты ла арт яғын ышҡый: «Ниндәй һеҙҙә алама юлдар!» Икенсе көн килә – аҫҡай: йоҡларға ятҡайны, ә аҫтындағы карауат сеткаһы уйылып төштө. Бер кемде лә бының өсөн ултыртманылар. Ә һуңынан тағы ла соцҡалала тапшырҙылар... Силәбе-40 — ул бит Татыш һәм Течь ҡасабалары, боронғо урыҫ ауылдары, улар араһында нисәмә километр. Һәм бына Течта беренсе ағас театрын тапшыралар. Бөтәһе лә килеп еткән: конвойҙан бушатылған тотҡондар, конвой аҫтындағы тотҡондар, ИТР, һаҡсылар, Музруков менән Берия ла. Уның шофёры серем итә,Ә Берияның иҫке плащы, шул уҡ, тәүге тапҡыр шул уҡ плащта килгән, машинала ята. Тантаналар бөттө, Берия машинаға әйләнеп килә, ә плаш юҡ, кемдер май һөрткән. Һәм тағы ла бер кемде лә ултыртманылар. Ул, эштән башҡа, бөтә нәмәгә лә төкөрөп ҡараны шикелле, шундай ҡараш тыуҙы.[64]
Эпатова Нинель Михайловна
»

1953 йылдың мартында Махсус комитетҡа оборона әһәмиәтле башҡа махсус эштәр менән етәкселек итеү йөкмәтелә. КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумының 1953 йылдың 26 июнендә (Л. П. Берияны ҡулға алған көндә) ҡарарына ярашлы Махсус комитет бөтөрөлә, ә уның аппараты яңы булдырылған СССР-ҙың урта машиналар төҙөү министрылығына тапшырыла.

1949 йылдың 29 авгусында Семипалатинск полигонында атом бомбаһына уңышлы һынау үткәрелә. 1949 йылдың 29 октябрендә Берияға I дәрәжә Сталин премияһы тапшырыла[7]. П. А. Судоплатов яҙыуынса («Разведка и Кремль: Записки нежелательного свидетеля» китабы (1996), проекттың ике етәксеһенә — Л. П. Берия һәм И. В. Курчатовҡа «СССР-ҙың Почетлы гражданы» исеме бирелә, бүләкләнеүсегә «Советтар Союзының Почетлы гражданы Грамотаһы» тапшырыла. Артабан был исем бирелмәй[65].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылдың 9 июлендә дәүләт именленең махсус званиеларын ҡабаттан аттестациялау ваҡытында Л. П. Берияға Советтар Союзы Маршалы званиеһы бирелә. 1945 йылдың 6 сентябрендә СССР Халыҡ Комисарҙары Советының Оператив бюроһы булдырыла, уның рәйесе итеп Берия тәғәйенләнә. Бюро ҡарамағына сәнәғәт предприятиеларының һәм тимер юлдары транспортының эше буйынса мәсьәләләр инә.

1945 йылдың 29 декабрендә Берия Эске эштәр халыҡ комиссары вазифаһынан бушатыла[7].

1946 йылдың мартынан алып Берия Политбюро ағзаларының «семерка» составына инә, «семеркаға» И. В. Сталин һәм уның иң яҡын ҡәрҙәштәре инә[66]. «Яҡындар түңәрәге» дәүләт идаралығының иң мөһим мәсьәләләрен ҡарай, шул иҫәптән: тышҡы сәйәсәт, тышҡы сауҙа, дәүләт именлеге, ҡоралдар, ҡораллы көстәрҙең эшмәкәрлеге. 18 мартта Берия Политбюро ағзаһы булып китә[7], ә икенсе көндө СССР-ҙың Министрҙар Советы билдәләнә рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[7]. Әлеге вазифаһында МВД-ның, МГБ-ның һәм Дәүләт контроле министрлығының эше өсөн яуаплы була.

1949 йылдың март — 1951 йылдың июль айҙарында Берияның ил еткәселегендәге позийиялары ҡырҡа нығына, быға СССР-ҙағы беренсе атом бомбаһының уңышлы һынау үтеүе булышлыҡ итә[67]. Әммә артабан уға ҡаршы йүнәлтелгән «мегрелдар эше» асыла.

1952 йылдың октябрендә үткән КПСС-тың XIX съезынан һуң Берия КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына (элекке Политбюро)[7], КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы бюроһына[7] һәм Сталин тәҡдиме буйынса булдырылған КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы Бюроһының «Етәксе пятеркаһына» индерелә, ә шулай уҡ СССР-ҙың Министрҙар Советын Президиумы Бюроһы ултырыштарында Сталинды алмаштырыу хоҡуғын ала[68].

Сталиндың вафаты. Реформалар һәм власть өсөн көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сталиндың үлгән көнөндә —1953 йылдың 5 мартында Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Пленумының, СССР-ҙың Министрҙар Советының, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының берләшкән ултырышы үткәрелә[69], унда партия һәм СССР-ҙың Хөкүмәтенең юғары вазифаларына тәғәйенләүҙәр раҫлана. Хрущев, Маленков, Молотов һәм Булганин төркөмө менән алдан килешеү буйынса Берия СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары һәм СССР-ҙың эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә[7][69]. 1953 йылдың 9 мартында Л П. Берия И. В. Сталинды ерләүҙә ҡатнаша, Мавзолей трибунаһынан матәм митингыһында сығыш яһай.

Берия, Маленков һәм Хрущев менән бер рәттән, ил етәкселегенә дәғүәселәрҙең береһе була[70]. Лидерлыҡҡа көрәштә Берия көстәр ведомстволарына таяна[70]. МВД етәкселегенә Берияның яҡындары үткәрелә[71]. 19 мартта уҡ бөтә союздаш республикаларҙа һәм РСФСР-ҙың күпселек төбәктәрендә МВД етәкселәре алмаштырыла[71]. Үҙ сиратында, яңы ҡуйылған МВД етәкселәре урта звеноһы кадрҙарын алмаштыралар[71].

1953 йылдың мартынан алып июнгә тиклем Берия МВД башлығы вазифаһында министрлыҡ буйынса бойороҡтары һәм Совминға һәм Үҙәк Комитетына тәҡдимдәре менән "Табиптар эшен, Мегрелдар эшен туҡтатыуҙың һәм башҡа закондар сығарыусы һәм сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙың инициаторы була:

  • «Табиптар эшен», СССР МГБ-ндағы, СССР-ҙың Оборона минстрлығы Главартупр-ндағы, Грузия ССР-ы МГБ-ндағы заговорҙарҙы ҡабаттан ҡарау комиссияларын булдырыу буйынса бойороҡ[72]. Күрһәтелгән эштәрҙең фигуранттары ике аҙна эсендә аҡлана.
  • Грузиянан граждандарҙы депортациялау тураһында эште ҡарау буйынса комиссия булдырыу тураһында бойороҡ[73].
  • «Авиация эшен» ҡарау буйынса бойороҡ[74]. Артабанғы ике ай дауамында авиация сәнәғәте халыҡ комиссары Шахурин һәм СССР-ҙың Хәрби-Һауа көстәре командующийы Новиков, шулай уҡ эштең башҡа фигуранттары тулыһынса аҡлана һәм вазифаларында һәм званиеларында тергеҙеләләр.
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы амнистия үткәреү тураһында яҙыу[75] Берияның тәҡдименә ярашлы, КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы 1953 йылдың 27 мартындағы «Амнистия тураһында» указына ярашлы 1 миллион 203 мең кеше төрмәнән азат ителә, шулай уҡ 401 мең кешегә ҡарата тикшереү эштәре туҡтатыла.1953 йылдың 10 авгусына түбәнге категориялы 1 миллион 32 мең кеше иреккә сығарыла:
    • 5 йыллыҡ срокка тиклем
      • вазифа,
      • хужалыҡ һәм
      • ҡайһы бер хәрби енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр.
    • шулай уҡ:
      • бәлиғ булмағандар,
      • ҡарттар,
      • ауырыуҙар,
      • бәлиғ булмаған балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар
      • йөклө ҡатын-ҡыҙҙар.
  • «Табиптар эше» буйынса хөкөм ителгәндәрҙе реабилитациялау тураһында КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына яҙыу (ҡулхат)[76] Ҡулхатта, бер нәмәлә лә ғәйепле булмаған совет медицинаһы күренекле эшмәкәрҙәре шпиондар һәм ҡатилдар һәм һөҙөмтәлә үҙәк матбуғатында антисемит нигеҙендә йәйелдерелгән һөсләү объекттары итеп күрһәтелеүе таныла. Эш башынан аҙағына тиклем СССР МГБ-һы урынбаҫары Рюминдың провокацион уйҙырмаһы, ул ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетын алдау юлына тора һәм кәрәкле күрһәтмәләрҙе алыу өсөн, И. В. Сталиндан ҡулға алынған табиптарға физик көсләү ысулдарын — язалау һәм ҡаты туҡмауҙар — ҡулланыуға санкцияһын ала. Артабанғы КПСС Үҙәк Комитеты Президиумының 1953 йылдың 3 апрелендәге «Табип-ҡоротҡостар тип исемләнгән эштең уйлап сығарылыуы тураһында» ҡарары[77], күрһәтелгән табиптарҙы (37 кешене) тулыһынса реабилитациялау тураһында Берияның тәҡдимен хупларға һәм Игнатьевты СССР МГБ-һы вазифаһынан бушатырға кәңәш ителә, ә Рюмин был ваҡытта ҡулға алынған була.
  • С. П. Михоэлстың һәм В. И. Голубовтың үлеменә ҡағылышы булған кешеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына яҙыу (ҡулхат)[78].
  • «Ҡулға алынғандарға ҡарата ниндәй ҙә булһа ирекһеҙләү һәм физик көсләү сараларын тыйыу тураһында» бойороҡ[79]. КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумының артабанғы «Законлыҡты боҙоу һөҙөмтәләрен төҙәтеү буйынса СССР МВД-һының саралары тураһында» 1953 йылдың 10 апрелендәге ҡарарында иғлан ителә: «элекке СССР-ҙың дәүләт именлеге органдарында бер нисә йыл рәттән намыҫлы кешеләргә уйлап сығарылған эштәрҙе асыҡлау, шулай уҡ Совет дәүләтенең һәм социалистик законлығының нығытыуын күҙ уңында тотоп, совет законлығын боҙоуҙар һөҙөмтәләрен төҙәтеү буйынса Берия Л. П. үткәргән сараларҙы хупларға»[80].
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына «Мегрелдар эшенең» дөрөҫ алып барылмауы тураһында яҙыу (ҡулхат)[81]. Артабанғы КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумының 1953 йылдың 10 апрелендәге «Мегрелдар милләтсел төркөмө тип исемләнгән эштең уйлап сығарылыуы тураһында» ҡарары[82] эш ваҡиғалары уйлап сығарылыуын, бөтә фигуранттарҙы азат итергә һәм тулыһынса аҡларға кәрәклеген таный.
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына «Н. Д. Яковлевты, И. И. Волкотрубенконы, И. А. Мирзахановты һәм башҡаларҙы реабилитациялау тураһында» яҙыуы (ҡулхат№[83].
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына «М. М. Кагановичты реабилитациялау тураһында яҙыу (ҡулхат)»[84].
  • КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына «Паспорт сикләүҙәрен һәм режимлы урындарҙы бөтөрөү тураһында» яҙыу (ҡулхат)[85].

Ҡулға алыу, суд, яза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ысынында бер ниндәй ҙә… «Берия заговоры» булманы. Үҙәк Комитеты Президиумы буйынса иптәштәр уны былай ғына (превентивно) уны ҡулға алдылар. Бигерәк улар уның интригалар ҡороу һәләтлегенән ҡурҡалар ине. Берәй нәмә уйлап табыр тип ҡурҡалар ине. Әммә заговор һуңынан уйлап табылды, кешеләргә бит ни өсөн Сталиндың иң тоғро уҡыусыһын ҡулға алғандарын нисектер аңлатырға кәрәк бит.

— СССР Совнаркомы секретариаты мөдире урынбаҫары М. С. Смиртюковтың хәтирәләренән.

Үҙәк Комитеты ағзаларының һәм юғары хәрби етәкселәренең ярҙамына таянып, 1953 йылдың 26 июнендә Хрущев СССР-ҙың Министрҙар Советы кәңәшмәһен йыя, унда Берияның биләгән вазифаһына тура килмәүе һәм бөтә вазифаларҙан бушатылыуы (КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалығынан тыш) тураһында һорау ҡуйыла. Башҡалар араһында, Хрущев уны ревизионизмда, ГДР-ҙағы киҫкен хәлгә антисоциалистик ҡарашта[86]һәм 1920-се йылдарҙа Бөйөк Британия файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләй. Берия уны Үҙәк Комитының Пленумы тәғәенләүен һәм тик Пленум ғына уны бушата алыуын иҫбат итергә тырыша, әммә махсус сигнал буйынса бүлмәгә маршал Жуков етәкселегендә генералдар төркөмө килеп инә һәм Берияны ҡулға ала.

Берия Бөйөк Британия һәм башҡа илдәр файҙаһына шпионажда, совет эшсе-крәҫтиән ҡоролошон юҡҡа сығарыуға ынтылышта, капитализмды тергеҙеүҙә һәм буржуазия өҫтөнлөгөн аяҡҡа баҫтырыуҙа, шулай уҡ әхләҡи тарҡалыуҙа власть менән артыҡ файҙаланыуҙа, Грузияла һәм Кавказ аръяғында үҙенең хеҙмәттәштәренә меңләп енәйәт эшен уйлап сығарыуҙа һәм законһыҙ репрессиялар ойоштороуҙа ғәйепләнә.

КПСС-тың Үҙәк Комитетының июнь айында үткәрелгән пленумында Үҙәк Комитеттың бөтә ағзалары тиерлек Л. Берияның ҡортоҡослоҡ эшмәкәлеге тураһында белдереүҙәр менән сығыш яһайҙар. КПСС-тың Үҙәк Комитеты пленумының 7 июлдәге ҡарарына ярашлы Берия Президиум ағзалығынан бушатыла һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты составынан сығарыла[23]. 1953 йылдың 27 июлендә Л. П. Берияның портреттарын алып ташлау буйынса циркуляр нәшер ителә.

Берия Мәскәү хәрби округының ер аҫты бункерында тотола[87].

Тикшереү төркөмөн 1953 йылдың 30 июнендә СССР-ҙың Генераль прокуроры итеп тәғәйенләнгән Руденко Р. А. етәкләй. Тәфтишселәр төркөмө составына СССР Прокуратураһы тәфтишселәре һәм СССР-ҙың Баш хәрби прокуратураһынан Цареградский, Преображенский, Китаев һәм башҡа юристар инә.

1953 йылдың 3 октябрендәге[88] һәм 19 октябрендә һорау алыу протоколдары[89].

Уның менән бергә дәүләт именлеге органдарынан иң яҡын арҡаҙаштары ғәйепләнелә, уларҙы һуңғараҡ киң мәғлүмәт сараларында «Берия бандаһы» тип атайҙар:

  • Меркулов В. Н. — СССР-ҙың дәүләт контроле министры
  • Кобулов Б. З. — СССР-ҙың эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары
  • Гоглидзе С. А. — СССР-ҙың эске эштәр министрлығының 3-сө идаралығы начальнигы
  • Мешик П. Я — Украина ССР-ының эске эштәр министры
  • Деканозов В. Г. — Грузия ССР-ының эске эштәр министры
  • Влодзимирский Л. Е. — СССР-ҙың эске эштәр министрлығының айырыуса мөһим эштәрҙе ҙ тикшереү буйынса бүлек начальнигы

1953 йылдың 23 декабрендә Берияның эше Советтар Союзы Маршалы И. С. Конев етәкселегендәге СССР-ҙың Юғары судының Махсус суд присутствиеһы тарафынан ҡарала. Берияның судтағы аҙаҡҡы һүҙенән[30]:

Нимәлә үҙемде ғәйепле итеп таныуым тураһында мин судҡа инде күрһәтмәләр биргәйнем. Мин мусауат контрреволюцион разведкаһындағы хеҙмәтем тураһында оҙаҡваҡыт йәшерҙем. Әммә мин белдерәм, хатта унда хеҙмәттә булған саҡта ла бер ниндәй зыян килтермәнем. Тулыһынса үҙемдең әхләки-көндәлек тарҡалыуымды таныйым. Бында исемләнгән катындар менән күп һанлы бәйләнештәр мине граждан һәм партияның элекке ағзаһы булараҡ хурлыҡҡа төшөрә. … 1937—1938 йылдарҙағы социалистик законлыҡты боҙоп күрһәтеү һәм арттырып ебәреүҙәр өсөн яуаплы булыуымды танып, судты ҡомһоҙлоҡ һәм дошманлыҡ маҡсаттарым булмауын иҫәпкә алыуын һорайым. Енәйәттәремдең сәбәбе — ул йылдарҙың шарттары. … Үҙемде бөйөк Ватан һуғышы осоронда Кавказ оборонаһын ҡаҡшатырға маташыуҙа ғәйепле итеп һанамайым. Мине хөкөм иткәндәминең эштәремде ентекле тикшереүҙе, мине контрреволюционер итеп һанамаҫҡа, Енәйәт кодексының миңә ҡарата тейешле статьяларҙы ҡулланыуҙы һорайым.

Суд хөкөмө:

СССР-ҙың юғары Советының Махсус Суд присутствиеһы ҡарары: Берия Л. П., Меркулов В. Н., Деканозов В. Г., Кобулов Б. З., Гоглидзе С. А., Мешик П. Я., Влодзимирский Л. Е. шәхси мөлкәтен конфискациялау һәм хәрби званиеларынан һәм наградаларынан мәхрүм итеү менән үлем язаһына — атып үлтереүгә хөкөм ителәләр.

«СССР-ҙың Юғары судында» белдереүе. 1953 йылдың 24 декабре

Бөтә ғәйепләнеүселәр шул уҡ көндө атып үлтерелә, Л. П. Берияны башҡаларҙан бер нисә сәғәт алда[90] Мәскәү хәрби округы штабы бункерында СССр-ҙың генераль прокуроры Р. А. Руденко алдында атып үлтерәләр. Хөкөмдө табель ҡоралынан үҙ башланғысы менән генерал-полковник (һуңынан Советтар Союзы Маршалы) П. Ф. Батицкий башҡара[91]. Язаланғандың кәүҙәһе 1-се Мәскәү (Дон) крематорийы мейесендә яндырыла. Яңы Дон зыяратында ерләнә (башҡа раҫлауҙарға ярашлы, Берияның көлө Мәскәү йылғаһы өҫтөнән таратылған[92]).

Совет матбуғатында Л. П. Берияның һәм уның хеҙмәткәрҙәренең суды тураһында ҡыҫҡа белдереү баҫтырылып сыға. шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, Берияны ҡулға алыу, хөкөм итеү һәм язалау формаль билдәләр буйынса законһыҙ башҡарыла: башҡаларҙан айырмалы рәүештә ҡулға алыу ордеры бер ҡасан да булмай; һорау алыу протоколдары күсермәләрҙә генә бар, Берияның ҡулға алыу һәм атып үлтереүгә тиклем осорҙа төшөрөлгән архив йәки нәшер ителгән фотоһүрәте йәки видеоматериалы юҡ[93]. Кремацияһы тураһындағы белешмә юҡ. Ҡулға алыусыларҙың тасуирламалары бер-береһенән ҡәтғи рәүештә айырыла. Ошо һәм башҡа факттар Л. П. Берияның ҡулға алған ваҡытта атып үлтерелеүе, ә суд процесы бары тик фальсификация булыу версияһын раҫлай (мәҫәлән, билдәле яҙыусы һәм журналист Е. А. Прудниковтың теорияһы).

Берияның Хрущев, Маленков һәм Булганиндарҙың бойороғо буйынса 1953 йылдың 26 июнендә үҙенең Малая Никитская урамындағы йортонда ҡулға алыу ваҡытында үлтереүе Сергей Медведевтың документаль-тикшереү фильмында күрһәтелә(беренсе канал 2014 йылдың 4 июне)[94].

Берияны ҡулға алғандан һуң уның иң яҡын арҡаҙашы, Әзербайжан ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары Мир Джафар багиров ҡулға алына һәм язалана. Артабанғы йылдарҙа «Берия бандаһының» башҡа ағзалары хөкөм ителә һәм атып үлтерелә йәки оҙайлы сроктарға хөкөм ителә:

  • Абакумов В. С. — СССР МГБ-ының коллегияһы рәйесе
  • Рюмин М. Д. — СССР-ҙың дәүләт именлеге министры урынбаҫары
  • Мильштейн С. Р — УССР-ҙың эске эштәр министры урынбаҫары; «Багиров эше» буйынса
  • Багиров М. Д. — Әзербайжан ССР-ының Компартияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары
  • Маркарян Р. А. — эске эштәр министры Дағстан АССР-ЫНЫҢ
  • Борщев Т. М. — Төркмән ССР-ының эске эштәр министры
  • Григорян Х. И. — Әрмән ССР-ының эске эштәр министры
  • Атакишиев С. И. — Әзербайжан ССР-ының дәүләт именлеге министрының 1-се урынбаҫары
  • Емельянов С. Ф. — Әзербайжан ССР-ының эске эштәр министры
«Рухадзе эше» буйынса
  • Рухадзе Н. М. — Грузия ССР-ының дәүләт именлеге министры
  • Рапава А. Н. — Грузия ССР-ының дәүләт контроле министры
  • Церетели Ш. О. — Грузия ССР-ының эске эштәр министры
  • Савицкий К. С. — СССР-ҙың эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары ярҙамсыһы[95]
  • Кримян Н. А. — Әрмән ССР-ының дәүләт именлеге министры
  • Хазан А. С. — 1937—1938 йылдарҙа Грузия НКВД СПО-ның 1-се бүлеге начальнигы, һуңынан начальник ярҙамсыһы
  • Парамонов Г. И. — СССР МВД-һының айырыуса мөһи эштәре буйынса тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары
  • Надарая С. Н. — СССР эске эштәр министрлығы 9-сы идаралығының 1-се бүлеге начальнигы һәм башҡалар.

Бынан тыш, яҡынса 100 генерал һәм полковник званиеларынан һәм наградаларынан мәхрүм ителә[96]

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды Хәрби коллегияһының 2002 йылдың 29 майындағы белдереүенә ярашлы Берияның сәйәси репрессияларҙы ойоштороусы булараҡ реабилитацияға хоҡуғы булмай[97]:

…Алдан әйтелгәндән сығып, Хәрби коллегияһы Берия, Меркулов, Кобулов һәм Гуглидзе дәүләт кимәлендә ойошторған һәм шәхси рәүештә үҙ халҡына ҡарата масауи репрессиялар үткәреүсе етәкселәр булған тигән һөҙөмтәгә килә. Шуға күрә «Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын реабилитациялау тураһында»ғы Закон уларға, террорҙа ғәйепләнеүселәргә, ҡағыла алмай.

…1991 йылдың 18 октябрендәге «Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын реабилитациялау тураһында» Законының 8, 9, 10 статьяларына һәм РСФСР-ҙың Енәйәти-процессуаль кодексының 377—381 статьяларына нигеҙләнеп, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Хәрби коллегияһы ҡарар сығара: «Берия Лаврентий Павлович, Меркулов Всеволод Николаевич, Кобулов Богдан Захарьевич, Гоглидзе Сергей Арсеньевич аҡлауға хоҡуҡлы түгелдәр».

2000-сы йылдар башында Л. П. Берия ҡайһы бер тикшеренеүселәр тарафынан Сталиндың сәйәсәтен башҡарыусы тип кенә ҡабул ителә.

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лаврентий Берия улы Серго менән,
1930 йыл

Ҡатыны — Нина (Нино) Теймуразовна Гегечкори (1905—1991). 1990 йылда 86 йәшендә Лаврентий Берийҙың тол ҡатыны интервьюһында иренең эшмәкәрлеген тулыһынса аҡлай[98].

  • Улы — 1920-се йылдар башында тыуа һәм сабый саҡта вафат була. Был хаҡта «Берияның балалары. Серго һәм Марта» документаль фильмында телгә алына, шулай уҡ Нино Гегечкориның һорау алыу протоколында.
  • Серго (1924—2000).
  • Һуңғы йылдарҙа Лаврентий Берияның икенсе (рәсми рәүештә теркәлмәгән) ҡатыны була. Ул Валентина (Ляля) Дроздова менән йәшәй. Валентина улар танышҡан ваҡытта уҡыусы бала була, Бериянан Марта (Этери) исемле ҡыҙы тыуа[99].

Берияны хөкөм иткәндән һуң уның яҡын туғандары һәм бергә ҡулға алынғандарҙың яҡын туғандары Красноярск крайына, Свердловск өлкәһенә һәм Ҡаҙағстанға ҡыуып сығарыла[100].

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәш сағында Берия футбол менән мауыға. Грузин командаларының береһендә һул ярым һаҡлаусы позицияһында уйнай. Һуңынан Динамо коллективтарының бөтә мачтарында тиерлек була, айырыуса «Динамо» (Тбилиси клубы) уйындарын, клубтың еңелеүен бик ауыр кисерә.
  • Г. Мирзоян фекеренсә, 1936 йылда Берия һорау алыу ваҡытында үҙенең кабинетында Армения компартияһы Үҙәк Комитетының бересе секретарыА. Г. Ханджянды атып үлтерә[101].
  • Берия архитекторға уҡый. Мәскәүҙәге Гагарин майҙанында ике бер төрлө бина уның проекты буйынса төҙөлгән тигән мәғлүмәттәр бар[102].
  • Уның шәхси һағын «Берия оркестры» тип атағандар, сөнки асыҡ машиналарҙа йөрөгнәндә автоматтарын фкрипка футлярҙарҙа йәшергән, ә ҡул пулеметын — контрабас футлярында[103].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик хеҙмәт геройы (80-се һанлы, 30 сентябрь 1943);
  • 5 Ленин ордены: (1236-се һанлы, 17 март 1935; 14839-се һанлы, 30 сентябрь 1943; 27006-се һанлы 21 февраль 1945; 94311-се һанлы, 29 март 1949; 118679-сы һанлы 29 октябрь 1949).
  • 2 Ҡыҙыл Байраҡ ордены : (7034-се һанлы 3 апрель 1924; 11517-се һанлы 3 ноябрь 1944)
  • 1-се дәрәжә Суворов ордены (№ 217 йыл 8 март 1944).
  • 7 миҙал
  • башҡа республикалар һәм илдәр ордендары — 7 орден
  • I дәрәжә Сталин премияһы (6 декабрь 1949; 29 октябрь 1951)
  • Күкрәк билдәләре, исемле ҡорал, исемле сәғәт
  • СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1953 йылдың 31 декабрендәге указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы, Советтар Союзы Маршалы һәм башҡа дәүләт наградаларынан мәхрүм ителә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Л. Берия. К вопросу об истории большевистских организаций в Закавказье. Доклад на собрании Тифлисского партактива 21-22 июля 1935 г. — Партиздат ЦК ВКП /б/, 1936.
  • Л. Берия. Ладо Кецховели. М., Партиздат, 1937.
  • Под великим знаменем Ленина—Сталина: Статьи и речи. Тбилиси, 1939;
  • Речь на XVIII съезде Всесоюзной Коммунистической Партии (большевиков) 12 марта 1939 года. — Киев: Госполитиздат Украинской ССР, 1939;
  • Отчётный доклад о работе Центрального Комитета КП(б) Грузии на XI съезде КП(б) Грузии 16 июня 1938 г. — Сухуми: Абгиз, 1939;
  • Величайший человек современности [И. В. Сталин]. — Киев: Госполитиздат Украинской ССР, 1940;
  • Ладо Кецховели. (1876—1903)/(Жизнь замечательных большевиков). Перевод Н. Ерубаева. — Алма-Ата: Казгосполитиздат, 1938;
  • О молодёжи. — Тбилиси: Детюниздат Грузинской ССР, 1940.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Екатеринбург-Пассажирский вокзал комплексында «1960» түбә фрескаһында портреты[104][105].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека et al. Record #118509586 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Encyclopædia Britannica
  4. Академик Абрам Алиханов в своих воспоминаниях утверждал, что Сталин назвал Берию «ненастоящим, паркетным» маршалом [1]
  5. 5,0 5,1 Логотип Викитеки документа Распоряжение ГКО СССР от 20 августа 1945 года № 9887сс/ов «О специальном комитете [по использованию атомной энергии] при ГКО» в Викитеке
  6. Колпакиди А. И., Серяков М. Л. Щит и меч: Энциклопедический справочник. М., 2002. [2]
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 Берия Лаврентий Павлович // Memo.ru
  8. Николай Зенькович Самые секретные родственники — М.: Олма-Пресс, 2005. — ISBN 5-94850-408-5.
  9. Мой отец — Лаврентий Берия
  10. Наш Гиммлер - Издания МК. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2013. 26 март 2013 тикшерелгән.
  11. 11,0 11,1 11,2 Елена Прудникова, Александр Бушков. Берия, последний рыцарь Сталина — ЗАО «ОЛМА Медиа Групп». — М., 2007.
  12. [3] копия
  13. Политбюро и дело Берия, 2012, с. 5
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 Колпакиди, 2004
  15. Антонов-Овсеенко А. Берия — М., 1999. — Б. 18—19.
  16. 16,0 16,1 Политбюро и дело Берия, 2012, с. 383
  17. Политбюро и дело Берия, 2012, с. 591
  18. 18,0 18,1 18,2 Станислав ТАРАСОВ, Дмитрий ЕРМОЛАЕВ. под псевдонимом «лакербая»  (рус.), РОССИЙСКИЕ ВЕСТИ (28 января - 4 февраля 2009).
  19. Политбюро и дело Берия, 2012, с. 59, 111
  20. 20,0 20,1 Политбюро и дело Берия, 2012, с. 59
  21. Караев А. Г. Из недавнего прошлого (материалы к истории Азербайджанской коммунистической партии (б) — Баку, 1926. — Б. 57—58.
  22. Алексей Топтыгин Неизвестный Берия — М.: ИД Нева, Олма-Пресс, 2002. — Б. 384. — 480 б. — 5000 экз. — ISBN 5-7654-1501-6, 5-224-03518-X.
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 23,5 23,6 23,7 23,8 Берия Лаврентий Павлович  (рус.), Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898 - 1991.
  24. Померанц Григорий Соломонович Следствие ведет каторжанка — Москва: ПИК, 2004. — 78 б. — ISBN 5-7358-0270-4.
  25. 25,0 25,1 25,2 Халилов А. Внутренние противоречия и борьба в руководстве Азербайджанской ЧК в 1920-1922 гг. // Вопросы истории. — 2016. — № 5. — С. 128.
  26. Политбюро и дело Берия, 2012, с. 590
  27. Баберовски, 2010, с. 757—758
  28. 28,0 28,1 Политбюро и дело Берия, 2012, с. 384
  29. Гасанлы Дж. Хрущёвская «оттепель» и национальный вопрос в Азербайджане (1954-1959) — М.: Флинта, 2009. — Б. 15—16.
  30. 30,0 30,1 30,2 В. г Джанибекян, «Провокатор һәм охранка», М.: Вече, 2005
  31. ЛЮДИ СОВЕСТИ И ДОЛГА
  32. 32,0 32,1 32,2 Халилов А. Внутренние противоречия и борьба в руководстве Азербайджанской ЧК в 1920-1922 гг. // Вопросы истории. — 2016. — № 5. — С. 128—129.
  33. Революция. RU :: К дню рождения Л. П. Берии
  34. Старые газеты Комсомольская правда, 24 апреля 1937 г. (стр.1)
  35. А. Антонова-Овсеенко. «Берияны».-М., 1999
  36. Стецкий о плане издания Собрания сочинений Сталина
  37. Широкорад А. Б. Война и мир Закавказья за последние три тысячи лет | Страница 37 | Онлайн-библиотека. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2013. 15 март 2013 тикшерелгән.
  38. А. В. Антонов-Овсеенко ВОЖДЬ АБХАЗСКОГО НАРОДА. 70 ЛЕТ СО ДНЯ ГИБЕЛИ НЕСТОРА ЛАКОБЫ
  39. Кто руководил НКВД : 1934—1941
  40. 40,0 40,1 Барсенков, Вдовин, 2008, с. 291
  41. Ложь под видом статистики. Об одной публикации в журнале «Социологические исследования» » Журнал Столица.
  42. Эксперты МГУ нашли фактические ошибки в учебнике Барсенкова и Вдовина
  43. Этингер Я. Я. Это невозможно забыть: Воспоминания. М., 2001.
  44. Внешняя разведка в предвоенный период (1935—1941)
  45. Мартиросян А. 100 мифов о Берии. Вдохновитель репрессий или талантливый организатор? 1917—1941 гг.
  46. Сталин в 1941 году был готов отдать Гитлеру Прибалтику и Украину
  47. Расстрел в запасной столице
  48. Постановление Президиума Верховного Совета СССР, Совета Народных Комиссаров СССР и Центрального Комитета ВКП(б) от 30 июня 1941 года об образовании Государственного Комитета Обороны
  49. Постановление № ГКО-1241с от 4 февраля 1942 года
  50. 50,0 50,1 Постановление ГКО № 2615с от 8.12.42
  51. Постановление ГКО № 5931 от 19.05.44
  52. Великая Отечественная война. 1941—1945. Военно-исторические очерки. Книга первая. Суровые испытания. — М.: Наука, 1998. 544 с, ил — стр 136
  53. О Ставке Главного командования
  54. Великая Отечественная война. 1941—1945. Военно-исторические очерки. Книга первая. Суровые испытания. — М.: Наука, 1998. 544 с, ил — стр 386
  55. Г. А. Гончаров, Л. Д. Рябев О создании первой отечественной атомной бомбы. Архивировано из первоисточника 23 февраль 2010.
  56. Наказанный народ. Как депортировали чеченцев и ингушей  (рус.), РИА Новости (22/02/2008).
  57. 57,0 57,1 57,2 57,3 Павел Полян. Принудительные миграции в годы второй мировой войны и после её окончания (1939–1953)  (рус.), memo.ru.
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 Николай Бугай. Депортация народов  (рус.), Научно-просветительский журнал «Скепсис.
  59. Бугай Н.Ф., М.И. Мамаев Турки-месхетинцы: Грузия, Узбекистан, Россия, США — 2009. — Б. 104. — ISBN 978-5-8125-1210-1.
  60. Бугай Н.Ф., М.И. Мамаев Турки-месхетинцы: Грузия, Узбекистан, Россия, США — 2009. — Б. 116. — ISBN 978-5-8125-1210-1.
  61. «В 1946 году Капица отказался принимать участие в разработке атомного оружия» // А. Д. Сахаров Воспоминания
  62. Мой отец — Лаврентий Берия, Пётр Леонидович просто-напросто не хотел работать над атомным проектом …
  63. Логотип Викитеки документа Протокол № 9 заседания Специального комитета при Совнаркоме СССР. Москва, Кремль 30 ноября 1945 года в Викитеке
  64. Воспоминания Н. М. Эпатовой, почётного гражданина Обнинска. Журнал «Знамя», №9, 2015. Эргали Гер Теоретический тупик. с. 187-188
  65. П. А. Судоплатов Разведка и Кремль: Записки нежелательного свидетеля — М.: Гея, 1996. — 507 б. — (Рассекреченные жизни). — 50000 экз. — ISBN 5-85589-024-4.
  66. Барсенков, Вдовин, 2008, с. 380
  67. Барсенков, Вдовин, 2008, с. 385
  68. «Зачем убили Сталина?»
  69. 69,0 69,1 Барсенков, Вдовин, 2008, с. 393
  70. 70,0 70,1 Барсенков, Вдовин, 2008, с. 436
  71. 71,0 71,1 71,2 Барсенков, Вдовин, 2008, с. 438
  72. Приказание министра внутренних дел СССР Л. П. Берии «О создании следственных групп по пересмотру следственных дел» № 1, 13 марта 1953 г. Совершенно секретно. ГА РФ, ф. 9401, оп. 1,д. 1337, лл. 1—2. Подлинник. // «Исторический архив», 1996, № 4.
  73. Приказание министра внутренних дел СССР Л. П. Берии «О создании комиссии по рассмотрению дел о выселении граждан из Грузии» № 2, 13 марта 1953 г. Совершенно секретно. ГА РФ, ф. 9401, оп. 2, д. 1337, л. 5. Подлинник. // «Исторический архив», 1996, № 4.
  74. Приказание министра внутренних дел СССР Л. П. Берии «О пересмотре дела по обвинению бывшего руководства ВВС и Министерства авиационной промышленности СССР» № 3, 18 марта 1953 г. Совершенно секретно. ГА РФ, ф. 9401, оп. 2, д. 1337, л. 20. Подлинник. // «Исторический архив», 1996, № 4.
  75. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О проведении амнистии» № ЛБ-25, 26 марта 1953 г. Совершенно секретно. АП РФ, ф. З, оп. 52, д. 100, лл. 7—9. Подлинник.
  76. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О реабилитации лиц, привлечённых по так называемому делу о врачах-вредителях» № 17/Б, 1 апреля 1953 г. Совершенно секретно. АП РФ, ф. З, оп. 58, Д. 423, лл. 5—7. Копия.
  77. АП РФ, ф. З, оп. 58, д. 423, лл. 1—4. Копия.
  78. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О привлечении к уголовной ответственности лиц, виновных в убийстве С. М. Михоэлса и В. И. Голубова» № 20/Б, 2 апреля 1953 г. Совершенно секретно. АП РФ, ф. З, оп.58, д. 536, лл. 103—107. Подлинник (машинопись с рукописными вставками)
  79. Приказ министра внутренних дел СССР Л. П. Берии «О запрещении применения к арестованным каких-либо мер принуждения и физического воздействия» № 0068, 4 апреля 1953 г. Совершенно секретно. ГА РФ, ф.9401, оп. 1, д. 1299, л. 246—247. Подлинник. // «Исторический архив», 1996, № 4.
  80. Постановление Президиума ЦК КПСС «Об одобрении мероприятий МВД СССР по исправлению последствий нарушений законности» 10 апреля 1953 г. Строго секретно. АП РФ, ф. З, оп. 58, д. 11, л. 16. Копия.
  81. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О неправильном ведении дела о так называемой мингрельской националистической группе» № 24/Б, 8 апреля 1953 г. Совершенно секретно. АПРФ, ф. З, оп. 61, д. 83, лл. 144—157. Подлинник (машинопись с рукописными вставками).
  82. Постановление Президиума ЦК КПСС «О фальсификации дела о так называемой мингрельской националистической группе» 10 апреля 1953 г. Строго секретно. АП РФ, ф. З, оп. 61, д. 83, лл. 140—143. Копия.
  83. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О реабилитации Н. Д. Яковлева, И. И. Волкотрубенко, И. А. Мирзаханова и других» № 35/5, 17 апреля 1953 г. Совершенно секретно. АП РФ, ф. З, оп. 58., Д. 318, лл. 152—153. Подлинник.
  84. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «О реабилитации М. М. Кагановича» № 46/Б, 6 мая 1953 г. Совершенно секретно. АП РФ, ф. З, оп. 24, д. 439, л. 2. Подлинник (машинопись с рукописными вставками).
  85. Записка Л. П. Берии в Президиум ЦК КПСС «Об упразднении паспортных ограничений и режимных местностей» № 58/Б, 13 мая 1953 г. Совершенно секретно. АПРФ, ф. З., оп. 58, д. 159, лл. 152—165. Копия.
  86. «Ликвидация ГДР в обмен на достаточную политическую компенсацию не была идеей именно Берии, даже если Берия её активно поддерживал: она уже была заложена в сталинской дипломатии».
    Дипломатия мирного сосуществования // Боффа Дж. История Советского Союза: в 2 т. Т. 2. От Отечественной войны до положения второй мировой державы. Сталин и Хрущёв. 1941—1964 гг. — 2-е изд. — М.: Международные отношения, 1994. — 632 с. — ISBN 5-7133-0543-0; 5-7133-0545-7.
  87. Жизнь и смерть Лаврентия Берии
  88. Копия протокола допроса Л. П. Берия от 3 октября 1953 г. // Политбюро и дело Берия. Сборник документов. / Под общ. ред. О. Б. Мозохина. — М.: Кучково поле, 2012. — С. 400—404. — ISBN 978-5-9950-0193-5.
    Архив: РГАСПИ. Ф. 17. Оп. 171. Д. 469. Л. 98-106. Копия. Машинопись.
  89. Протокол допроса Л. П. Берия от 19 октября 1953 г. // Политбюро и дело Берия. Сборник документов. — М.: Кучково поле, 2012. — С. 442—448.
    Архив: РГАСПИ. Ф. 17. Оп. 171. Д. 470. Л. 158—169. Копия. Машинопись.
  90. Это связано с тем, что Берия содержался в бункере штаба Московского военного округа (где происходило заседание ССП), а остальные — в Бутырской тюрьме.
  91. Маршал Батицкий в 1953 году лично расстрелял Берию — ВВС РФ. РИА Новости (23 июня 2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 13 август 2010 тикшерелгән.
  92. Холодное лето 1953 года.
  93. «Весь обмарался»: как убивали Берию. Исторический онлайн расстрела экс-главы МВД СССР Лаврентия Берии. Gazeta.ru (23 декабря 2018). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  94. Лаврентий Берия. Ликвидация
  95. Нквд тәфтишсеһенән р. а. руденко яҙмалары Грузин ССР-Ы ғәйепләү һығымтаһы менән кпсс үҙәк комитеты эше буйынса өҫтәмә. 1954 й. 25 майы
  96. Секретные материалы 20 века. № 21(377, 2013. — С. 11.
  97. Не шпион, но палач.
  98. Мой муж — Лаврентий Берия
  99. Армяне в «деле Лаврентия Берия»
  100. Записка И. А. Серова в ЦК КПСС о наблюдении за поведением высланных родственников лиц осуждённых по делу Л. П. Берия. 9 сентября 1955 г.
  101. Микоян С. А. Алексей Снегов в борьбе за «десталинизацию» // Вопросы истории, 2006, № 4, С. 69—84.
  102. Берия Лаврентий Павлович // Хронос: всемирная история в Интернете
  103. Они растворили Берию в щёлочи // Ъ-Власть. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2013. 14 март 2013 тикшерелгән.
  104. Екатеринбург вокзалы төшөрөлгән. Берияны — 8 йылдан һуң ғына күреп йәшәй. newsru.com. 27 август 2010.
  105. Иванов А. Екатеринбург түбә вокзалы биҙәктәре. Портал «Уралнаш». ural-n.ru. 6 сентябрь, 2011.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:СССР-ҙың дәүләт именлеге органдарының етәкселәре Ҡалып:Советтар Союзы Маршалдары