Эстәлеккә күсергә

Кулик Григорий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кулик Григорий Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 октябрь (9 ноябрь) 1890[1]
Тыуған урыны Дудниково[d], Полтавский район[d]
Вафат булған көнө 24 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө Үлем язаһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы һәм фейерверкер[d]
Командалыҡ иткән 1-я гвардейская мотострелковая дивизия[d], 3-й стрелковый корпус[d], 54-я армия (СССР)[d], 4-я гвардейская армия[d], 10-я армия[d], 14-я армия (РККА)[d], 1-я Конная армия[d] һәм Северо-Кавказский военный округ[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы, гражданская война в Испании[d], Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы Георгиевский крест IV степени
 Кулик Григорий Иванович Викимилектә

Кулик Григорий Иванович (укр. Григорій Іванович Кулик; 28 октяюрь (9 ноябрь) 1890 йыл — 24 август 1950 йыл, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы[2]. ВКП(б) ағзаһы (1917—1945), ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1942). СССР Юғары Советы депутаты. 1950 йылдың 24 авгусында «Совет власына ҡаршы көрәш өсөн ҡотҡо төркөмө ойоштороуҙа» ғәйепләнә һәм атыла. Сталин үлгәндән һуң, енәйәт составы булмағанлыҡтан, аҡлана.

Кулик Григорий Иванович Полтава губернаһы Дудниково хуторында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә дүрт синыфты тамамлай. Украин[3].

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1912 йылдың ноябренән Рус император армияһында хәрби хеҙмәттә. Артиллерия частары составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 4-се дәрәжә, Георгий тәреһе менән бүләкләнә[4]. Ябай рядовойҙан фейерверкер (өлкән унтер-офицер) дәрәжәһенә тиклем юл үтә. Февраль революцияһынан һуң батарея, дивизион, бригада, дивизияның һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана, Көнбайыш фронты частары вәкилдәре съезына делегат итеп ебәрелә. 1917 йылдың июнендә командование ойошторған һөжүмгә ҡаршы агитация алып барғаны өсөн ҡулға алына, әммә тиҙҙән, һалдаттар баҫымы аҫтында, азат ителә[5].

1917 йылда большевиктар партияһына инә, шул уҡ йылдың ноябрендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, унда ҡыҙыл гвардия отряды төҙөй, Германия частары һәм гайдамактар меән һуғыша. Ошо отряд составында 1918 йылда К. Е. Ворошилов командалыҡ иткән 5-се Ҡыҙыл армияға инә. 5-се, һуңынанВорошилов артынан эйәреп, 10-сы һәм 14-се армияларҙың артиллерия командующийы итеп һайлана. Царицынды обороналауҙа ҡатнаша (уның барышында И. В. Сталин менән таныша), бер ни тиклем ваҡыт Харьков гарнизоны начальнигы һәм губерна хәрби комиссары булараҡ Белгород, Сумах, Харьковта советтатға ҡаршы сығыштарҙы бөтөрөүҙә ҡатнаша, Донда була. 1919 йылдың майында Григориий ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1920 йылдың июненән — 1-се атлы армияның артиллерия начальнигы, уның составында составында Деникин, Врангель ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. 1921 йылда ошо постағы хеҙмәте өсөн икенсе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, Царицынды обороналауҙың юбилейына (1930) өсөнсө орденға лайыҡ була.