Совет-поляк һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Совет-поляк һуғышы (1919—1921)
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Battle of Niemen.jpg
Поляктар Неман алыштары ваҡытындағы позицияларҙа(1920)
Дата

28 ғинуар 191918 март 1921

Урыны

Украина, Белоруссия, Польша, Литва, Латвия

Һөҙөмтә

Польшаның еңеүе, Рига килешеүе (1921)

Ҡаршы тороусылар
Берләштерелгән Совет республикалары:[1]

Flag of the Galician SSR.svg Галиция ССР-ы
Red flag.svg Польревком

Польша Польша Республикаһы

Украина Украин Халыҡ Республикаһы[Комм 1]
Беларусь Белоруссия Халыҡ Республикаһы[Комм 2]
Латвия Латвия Республикаһы[Комм 3]
Франция Франция[Комм 4]

Командующийҙар
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы М. Н. Тухачевский

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы А. И. Егоров
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы С. М. Будённый

Польша Й. Пилсудский

Польша Э. Рыдз-Смиглы
Беларусь С. Н. Булак-Балахович
Украина С. В. Петлюра
Украина М. В. Омельянович-Павленко

Ҡаршы тороусы көстәр
яҡынса 950 мең яугир

яҡынса 5000 мең яугир резервта

яҡынса 360 мең яугир

яҡынса 740 мең яугир резервта

Юғалтыуҙар
яҡынса 60 000 кеше һәләк булған

80.000 ашыу әсирҙәр[2]

47 055 һәләк булғандар[3]

113 518 яраланған,

51 351 әсирлеккә төшкән,[3]

Ҡалып:Совет-поляк һуғышы
Ҡалып:Урыҫ-поляк һуғыштары

Сове́т-поляк һуғышы — 19191921 йылдарҙағы Граждандар һуғышы осоронда тарҡалған Рәсәй империяһы территорияһында Польша менән Совет Рәсәйе, Совет Белоруссияһы, Совет Украинаһы араһындағы ҡораллы конфликт. Заманса поляк историографияһында «Поляк-большевистик һуғышы» тип исемләнә. Конфликтта шулай уҡ Украина Халык Республикаһы һәм Көнбайыш-Украина Халыҡ Республикаһы ғәскәрҙәре ҡатнаша; һуғыштың беренсе фазаһында улар Польшаға ҡаршы хәрәкәт итәләр, һуңынан УХР частары поляк ғәскәрҙәре яҡлы булалар.

Шул ваҡыттағы Рәсәй документтарында Польша фронты [4] тип тә атала.

«Нимә менән пандар хыялы тамамланыр». Совет плакаты
«Большевикты юҡ ит!» Поляк плакаты

IX—XII быуаттарҙа Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина Рюриковичтар династияһы биләмәләренең өлөшө булған. Үҙ-ара һуғыштар осоронан һәм 1240 йылғы татар-монгол ябырылыуынан һуң был ерҙәр Литва һәм Польша йоғонтоһо аҫтына эләгә. XIV быуатта Литва Бөйөк кенәзлегенә Поднепровье, Припять һәм Көнбайыш Двина араһы, һуңғараҡ хәҙерге Украинаның ерҙәре (Киев менән бергә) ҡушылдырыла. Ә 1352 йылда Галицк-Волынь кенәзлеге ерҙәре Литва һәм Польша араһында бүленә. 1569 йылда Люблин унияһына ярашлы Польша һәм Литва Бөйөк кенәзлеге, хәҙерге Украинаның быға тиклем кенәзлек составында булған ҡайһы бер өлөштәре Польша коронаһы хакимлығы аҫтына күсәләр[Комм 5].

Мәскәү Рюриковичтары был ерҙәрҙе ҡабаттан ҡайтарып алырға теләй. Уларҙы алмаштырған Романовтар территория буйынса дәғүәләрен үҙләштереп алалар.

Польша һәм Литва монархтары, үҙ сиратында, Рәсәй хакимдарының дәғүәләре менән ризалашмайҙар. Бындай хәрби конфликттарҙа уңыштар уңышһыҙлыҡтар менән алышынып торҙо.

17721795 йылдарҙа Речь Посполитая ерҙәренең бер өлөшө Рәсәй империяһы хакимлығына күсә, Галиция территориялары Австрия монархияһы составына инә.

1917 йылдың 10 декабрендә Совнарком декретына ярашлы Польшаның бойондорокһоҙлоғо таныла.

1918 йылдың 25 ғинуарында Поляк корпусы Довбор-Мусницкийҙың командованиеһы аҫтында фетнә күтәрә, уны 1918 йылдың 13 февралендә Иоаким Вацетис ғәскәрҙәре локализациялай. Әммә, һуғыш яңынан башланыуы менән файҙаланып, 21 февралдә корпус Минскты ала һәм австро-герман командованиеһы менән килешеүгә ярашлы оккупация ғәскәрҙәре составына инә.

1918 йылдың 29 авгусында В. И. Ленин элекке Рәсәй империяһы хөкүмәтенең Польшаны бүлеү тураһындағы килешеүҙәрҙән һәм акттарҙан баш тартыу буйынса РСФСР-ҙың халыҡ комиссарҙары советы декретына ҡул ҡуйҙы.

1918 йылдың ноябрендә, Германия еңелгәндән һуң һәм Польша бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ тергеҙелгәс, уның яңы сиктәре тураһында һорауҙар тыуа. Совет дәүләте бөтә элекке Рәсәй территорияһы өҫтөндә контроль урынлаштырыу яҡлы була.

1919 йылдың 1 ғинуарында Смоленскиҙа РСФСР составындағы Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы булдырылыуы тураһында иғлан ителә.

1918 йылдың аҙағында Көнсығыш Европалағы хәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1772 йылғы Речь Посполитая сиктәрендәге Польша һәм уның артабанғы бүленеүҙәре
Польша 1918—1922 йылдарҙа

1918 йылдың 3 мартындағы Брест — Литва килешеүенә ярашлы Совет Рәсәйенең көнбайыш сиге (Германия һәм Австрия менән сиктәш яғы) Рига — Двинск — Друя — Дрисвяты — Михалишки — Дзевилишки — Докуов — Неман йылғаһы — Зельвинка йылғаһы — Пружаны — Видомль линияһы буйынса билдәләнә[5]. Рәсәй «Украина Халыҡ Республикаһы менән кисекмәҫтән килешеү төҙөүҙе һәм ошо дәүләт һәм Четверной союз державалары араһындағы солох килешеүен таныуҙы бурыс итеп ала. Украина территорияһы ашығыс рәүештә урыҫ ғәскәрҙәренән һәм урыҫ ҡыҙыл гвардияһынан таҙартыла. Рәсәй Украин Халыҡ Республикаһының хөкүмәте йәки йәмғиәт учреждениеларына ҡаршы ниндәй булһа ла агитацияһын һәм пропагандаһын туҡтата. Эстляндия һәм Лифляндия шулай уҡ ашығыс рәүештә урыҫ ғәскәрҙәренән һәм урыҫ ҡыҙыл гвардияһынан таҙартыла. Эстляндияның көнсығыш сиге Нарва йылғаһы буйлап үтә. Лифляндияның көнсығыш сиге Көнсығыш Двиналағы Чудское һәм Псков күлдәре аша, артабан Любан күле аша үтә. Эстляндия һәм Лифляндия үҙ учреждениелары йәмғиәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткәнгә тиклем Германия полиция хакимлығы аҫтында буласаҡ»[6]. 1918 йылдың 27 авгусындағы өҫтәмә килешеүе буйынса Рәсәй Украинаның һәм Грузияның бойондороҡһоҙлоғон таный, баштағы килешеүгә ярашлы формаль рәүештә Рәсәй дәүләтенең өлөшө тип танылған Эстония һәм Лифляндияларҙан баш тарта.

1918 йылдың 11 ноябрендә Компьен ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйыла, ошоноң менән Беренсе донъя һуғышы тамамлана; Совет Рәсәйе 13 ноябрҙә ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйыу арҡаһында Брест — Литва тыныслыҡ килешеүен ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итә[7].

1918 йылдың ноябрендә немец частары элекке Рәсәй империяһының улар биләгән территорияларынан сыға башлайҙар.

Совет Көнбайыш армияһы Белоруссияны контроль аҫтына алырға тейеш була һәм 1918 йылдың 17 ноябрендә сигенгән немец частары артынан хәрәкәтләнә башлай һәм 1918 йылдың 10 сентябрендә Минскиға бәреп инә.

Конфликтта ҡатнашыусыларҙың маҡсаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ясновельможная Польша» исемле РСФСР плакаты, 1920

Юзеф Пилсудский етәкселегендәге Польша хөкүмәтенең төп маҡсаты Польшаны 1772 йылғы Речь Посполитая сиктәрендә тергеҙеү булып тора[8][9][10], Белоруссия, Украина, Литва өҫтөнән контроль һәм Көнсығыш Европала геосәйәси өҫтөнлөк урынлаштырыуы күҙ уңында тотола[11]:

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет-поляк фронты булдырылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет ғәскәрҙәренең алға хәрәкәтләнеүе, 1918 йыл
Фронт март айында, 1919 йыл.

1919 йылдың 1 ғинуарында поляк частары үҙконтроле аҫтына Вильно ҡалаһын алалар.

РККА частары һәм поляк частары араһына ҡораллы бәрелеш 1919 йылдың 6 ғинуарында була: поляк гарнизоны Вильнонан бәрелеп сығарыла[14]. 16 февралдә Белоруссия ССР-ы властары поляк хөкүмәтенә үҙ сиктәрен билдәләргә тәҡдим итәләр, әммә Варшава был тәҡдимде яуапһыҙ ҡалдыра. 27 февралдә, Белоруссия ССР-ы составына Литваның индерелеүенән һуң, ул Литва — Белоруссия ССР-ы тип үҙгәртелә.

Польша КЗВО отрядтарына һиҙелерлек ярҙам күрһәтә алмай, сөнки поляк ғәскәренең бер өлөшө Чехословакия менән сик конфликтына инә һәм Силезия өсөн Германия менән конфликтҡа әҙерләнә[12], шул уҡ ваҡытта Польшаның көнбайыш райондарында немец ғәскәрҙәре урынлашҡан була. 4 февралдә поляк ғәскәрҙәре Ковелды алалар, 9 февралдә Брест-Литовскиға, 19 февралдә Белостокка аяҡ баҫалар. 1919 йылдың 9—14 февралендә немец ғәскәрҙәре поляк частарын Неман йылғаһы — Зельвянка йылғаһы — Ружанка йылғаһы — Пружаны — Кобрин һыҙығына (Скиделгә тиклем) үткәрәләр[13]. Тиҙҙән унда икенсе яҡтан Ҡыҙыл Армияның Көнбайыш фронты частары килеп етә. Шулай итеп, Литва һәм Белоруссия территорияһында поляк-совет фронты булдырыла.

Поляк ғәскәрҙәренең Белоруссияға һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поляк ғәскәренең һөжүме, 1919 й.
Йозеф Пилсудский Минскта, 1919 йыл

Февраль аҙағында поляк ғәскәрҙәре Неман йылғаһы аша сығалар һәм Белоруссия (республика 3 февралдән РСФСР-ға инә) территорияһына һөжүмен башлай. Поляктар Лида — Барановичи — Лунинец һыҙығына совет ғәскәрҙәрен үткәрмәү сараларын күрәләр.

17—19 апрелдә поляктар Лида, Новогрудок һәм Барановичи ҡалаларын яулайҙар, 19 апрелдә поляк кавалерияһы Вильноға инә. Йозеф Пилсудский Литва халҡына Речь Посполитая заманаһы унияһына ҡайтыу өндәмәһе менән сығыш яһай.

Станислав Шептицкий командованиеһы аҫтында поляк ғәскәрҙәре Белоруссияла көнсығышҡа табан хәрәкәтен дауам итә, уларҙың контроле аҫтына Көнбайыш Украина күсә. 17 июлгә Көнсығыш Галиция тулыһынса поляк армияһы тарафынан яулана, Көнбайыш-Украин Халыҡ Республикаһы (ЗУНР) юҡҡа сығарыла[14]. Поляк ғәскәрҙәренең һөжүме дауам итә, Молодечно, Слуцк поляк контроле аҫтына күсә. Совет Көнбайыш фронты командующийы Дмитрий Надёжный 22 июлдә вазифаһынан бушатыла, уның урынына Владимир Гиттис ҡуйыла. Совет генштабы бөтә резервтарын Антон деникиндың Ирекле армияһына ҡаршы ебәреү сәбәпле, совет ғәскәрҙәре Белоруссияла һиҙелерлек ярҙам ала алмай.

9 августа поляк ғәскәрҙәре Минскты, 29 августа — Бобруйскиҙы алалар. Ҡыҙылдарҙың контрһөжүме һөҙөмтәһеҙ була. Икенсе йылға тиклем хәрби ғәмәлдәр туҡтатыла, ваҡытлыса солох килешелә, оҙайлы һөйләшеүҙәр процесы башлана.

Поляктар һөжүме Украинала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Киев операцияһы (1920), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы
1920 йылдың 28 ғинуарындағы фронт һыҙығы

Уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң һуғыш ғәмәлдәре яңынан тергеҙелә. 1920 йылдың ғинуарында Эдвард Рыдз-Смиглы ғәскәрҙәре ҡапыл яһаған һөжүм менән Двинск ҡалаһын алалар һәм уны Латвия хакимдарына тапшыралар. 6 мартта поляк ғәскәрҙәре Белоруссияла һөжүмде башлайҙар, Мозырь һәм Калинковичиҙы яулайҙар. Ҡыҙыл армияһының дүрт мәртәбә Мозырҙы кире тартып алырға маташыуҙары уңышһыҙлыҡҡа тарый, Украинала ла РККА-ның һөжүме уңышһыҙ була. Көнбайыш армияһының командующийы Владимир Гиттис вазифаһынан бушатыла, уның урынына Колчак һәм Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа үҙен күрһәткән 27 йәшлек Михаил Тухачевский тәғәйенләнә. Көнбайыш фронтының көньяҡ өлөшө Көньяҡ-Көнбайыш фронтына үҙгәртелә, уның ғәскәрҙәренең командующийы итеп Александр Егоров тәғәйенләнә.

Совет-поляк фронтында 1920 йылдың майына көстәрҙең ҡуйылышы:
Фронттың көньяҡ участкаһында — Днепрҙан Припяткә тиклем: Фронттың төньяҡ участкаһында — Припять һәм Көнбайыш Двина араһында:
Польша Поляк Ғәскәре: Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Александр Егоров етәкселегендәге Көньяҡ-көнбайыш фронты: Польша Поляк Ғәскәре Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Михаил Тухачевский етәкселегендәге Көнбайыш фронты:
  • Генерал Вацлав Ивашкевич етәкселегендәге 6-сы армия
  • Генерал Антони Листовский етәкселегендәге 2-се армия
  • Генерал Эдвард Рыдз-Смигла етәкселегендәге 3-сө армия
  • Сергей Меженинов етәкселегендәге 12-се армия
  • Иероним Уборевич етәкселегендәге 14-се армия
  • Генерал Станислав Шептицкий етәкселегендәге 4-се армия (Березин һәм Полесье районы)
  • Генерал Леонард Скерский етәкселегендәге Оператив төркөмө (Борисово районы)
  • Генерал Стефан Маевка етәкселегендәге 1-се армия (Двина районы)
  • Генерал Казимеж Соснковский етәкселегендәге Резерв армияһы
  • Август Корк етәкселегендәге 15-се армия
  • Николай Соллогуб етәкселегендәге 16-сы армия
Барлығы: 30,4 мең штык һәм 4,9 мең ҡылыс. Барлығы: 13,4 мең штык һәм 2,3 мең ҡылыс. Барлығы: 60,1 мең штык һәм 7 мең ҡылыс. Барлығы: 66,4 мең штык һәм 4,4 мең ҡылыс.
Поляк-украин ғәскәрҙәре Крещатикка инә, 1920 йыл

1920 йылдың 25 апрелендә поляк армияһы (144 мең кеше, 894 арт. орудие, 4157 пулемет, 49 бронемашина, 51 самолет) бөтә фронт буйлап Ҡыҙыл Армияһына (65 мең кеше, 666 арт. орудие, 3208 пулемет) ҡаршы һөжүмгә күсә; 28 апрелгә Чернобыль - Казатин - Винница ҡалалары рубеждарына сыға. Кеше һаны һәм ҡоралланыу буйынса өҫтөнлөгөн файҙаланып, поляк дивизиялары 12-се армияны Днепр йылғаһының көнсығыш ярына алып ташлайҙар һәм көньяҡ-көнсығыштағы 14-се армияны сигенергә мәжбүр итәләр. 7 майҙа РККА частары Киевты ҡалдыралар. 1 июндә поляк 4-се армия һәм 1-се армияның частары Көнбайыш фронтының 15-се армияһына ҡаршы контрһөжүмгә күсәләр. Шул уҡ ваҡытта Кавказдан ташланған 1-се Атлы армияһы (16,7 мең ҡылыс, 48 арт. орудие, 6 бронепоезд, 12 самолет, Көньяҡ-Көнбайыш фронты (46 мең кеше, 245 арт. орудие, 1440 пулемет) ғәскәрҙәре 2-се, 3-сө, 6-сы поляк армияларына ҡаршы һөжүмгә күсәләр. 5 июндә 1-се Атлы армия Казатин ҡалаһы янында фронтты йыра һәм Бердичев һәм Житомир ҡалаларына һөжүм итә башлай. Һәҙәмтәлә 1920 йылдағы Киев операцияһы барышында Киев яулап алына. Был операцияны үткәргән ваҡытта Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһы ҙур батырлыҡ күрһәтә.

4 июлдә Көнбайыш фронтының ғәскәрҙәре ҡабаттан һөжүмгә күсәләр һәм төп ударҙы уң флангта яһайҙар. Операция планы буйынса Г. Д. Гай командованиеһы аҫтындағы кавалерия корпусы поляк ғәскәри частарын урап үтергә тейеш була: 10 июлдә пляктар Бобруйскиҙы, артабан, 11 июлдә, Минскиҙы ҡалдыралар. 14 июлдә РККА частары Вильно ҡалаһын ҡайтаралар, 1 августа поляк ғәскәрҙәре ҡаршылыҡһыҙ Брест-Литовскиҙы ҡалдыралар. 2 августа Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре (3-се кавалерия корпусы, 3-сө, 4-се, 15 һәм 16 армиялар, Хвесиндың Мозырь төркөмө) Варшаваны яулап алыу маҡсатында һөжүмгә күсәләр. Уларға ҡаршы 1 - 6-сы поляк армиялары һәм С. В. Петлюра Украин армияһы тора. 13 августа РККА-ның уҡсылар дивизиялары Радимин ҡалаһын яулап алалар. Англия, АҠШ һәм Франциянан ҡорал һәм боеприпастар алған поляк ғәскәрҙәре (1494 арт. орудие, 2800 пулемет, 700 самолет, 10 млн снаряд) оборонаның икенсе һыҙығына сигенәләр һәм Варшава һәм Люблин ҡалалары тирәһендә эре көстәр туплайҙар. 5 августа ике поляк дивизияһы Радимин ҡалаһы аҫтында совет ғәскәрҙәрен һөжүмләйҙәр. 16 августа фронт һыҙығын йырып үтәләр һәм 16 -сы армияның көньяҡ флангын ҡыйраталар.

19 августа поляктар Брест-Литовск ҡалаһын, 23 августа Белосток ҡалаһын яулайҙар. Көнбайыш фронтының 4-се армияһы, 3-сө атлы корпусы (барыһы яҡынса 40 мең кеше) 26 августҡа герман сиген үтәләр һәм ҡоралһыҙландырылалар. Тар-мар ителгәндән һәм Польшанан сигенгәндән һуң Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре 25 августҡа Августов - Липск - Владимир-Волынский рубежына сигенә. Көньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре лә ауыр алыштарҙан һуң сигенергә мәжбүр була. 12 сентябрҙә Көнбайыш фронты командующийы М. Н. Тухачевский 12-се һәм 14-се армияларына Влодава һәм Брест-Литовск ҡалаларына һөжүм башлау тураһында бойороҡ бирә, әммә поляк ғәскәрҙәре алдан өлгөрәләр һәм оборонаны йырып үтеп, Ковель ҡалаһын алалар. 12-се һәм 14-се армиялар көнсығышҡа сигенәләр. Поляк командованиеһы үҙ алдына Гродно - Лида - Слоним - Волковыск ҡалалары районында совет ғәскәрҙәрен юҡ итеү бурысын ҡуя.

19 сентябрҙә поляк ғәскәрҙәре Белоруссиялағы һөжүмен яңырталар һәм 26 сентябрҙә Гродно ҡалаһын баҫып алалар, әммә ҙур уңышҡа өлгәшмәйҙәр. Октябрь башына РСФСР ҙа, Польша ла хәрби ғәмәлдәр алып барырлыҡ хәлдә булмай, илдәр үҙ-ара тыныслыҡ килешеүе төҙә башлай, 12 октябрҙә Ригала килешеү алды шарттары буйынса килешәләр. Һуғыш барышында бер яҡ та алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешә алмай: Совет Белоруссияның һәм Совет Украинаның көнбайыш территориялары Польша һәм республикалар араһында бүлешеп алына, РСФСР үҙ яғынан Польшаның бойондороҡһоҙлоғон һәм Й. Пилсудский хөкүмәтенең легитимлығын таный.

Һуғыш барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының (командиры - М. Л. Мортазин) 40 ашыу командиры һәм яугиры Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана[15].

1920 йылдың яҙ — йәйендә Ҡыҙыл армияһының һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поляк фронтындағы хәлдәр 1920 йылдың 14 майына ҡарата
Поляк фронтындағы хәлдәр 1920 йылдың 4 июленә ҡарата
Поляк окоптары Милосная аҫтында, 1920 йылдың авгусы
Поляк фронтындағы хәлдәр 1920 йылдың 16 авгусына ҡарата

Варшава алышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эй, кем поляк, штыкка! "Варшавянка"нан цитаталы плакат, 1831 йыл

12 августта Михаил Тухачевскийҙың Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә, улар Варшаваны яуларға тейеш була.

Көнбайыш фронты составы
  • Г. Д. Гай етәкселегендәге 3-сө кавалерия корпусы
  • А. Д. Шуваев етәкселегендәге 4-се армияһы, штаб начальнигы — Г. С. Горчак
  • Август Корк етәкселегендәге 15-се армия
  • Владимир Лазаревич етәкселегендәге 3-сө армия
  • Николай Соллогуб етәкселегендәге 16-сы армия
  • Тихон Хвесиндың Мозырь төркөмө

РККА-ның ике фронтына өс поляк фронты ҡаршы тора:

Генерал Юзеф Халлерҙың Төньяҡ фронты
  • Генерал Владислав Сикорский етәкселегендәге 5-се армия
  • Генерал Латиника Францишек етәкселегендәге 1-се армия
  • Генерал Болеслав Рои етәкселегендәге 2-се армия
Генерал Эдвард Рыдз — Смигла етәкселегендәге Үҙәк фронты
  • Генерал Леонард Скерский етәкселегендәег 4-се армия
  • Генерал Юлиуш Зелинский етәкселегендәге 3-я армия
Генерал Вацлав Ивашкевич етәкселегендәге Көньяҡ фронты
  • Генерал Владислав Енджеевский етәкселегендәге 6-сы армия
  • Генерал Михайла Омельянович-Павленко етәкселегендәге УХР армияһы

Шәхси составтың дөйөм һаны барлыҡ сығанаҡтарҙа төрлө. Шулай ҙа, көстәр сағыштырмаса тигеҙ булғанын һәм һәр яҡтан 200 мең кешенән артыҡ булмағанын раҫлап була.

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. По Варшава килешеүе. Непосредственное участие Армии Украинской Народной Республики начиная с Киевской операции.
  2. Непосредственное участие войск Белорусской Народной Республики в боях за Варшаву, Кобрин, Гродно
  3. Совместная операция «Зима» и взятие Двинска.
  4. Военные советники. Подготовка Голубой армии.
  5. «Соединение последовало явно в ущерб Литве, которая должна была уступить Польше Подляхию, Волынь и княжество Киевское» — Соловьев С. «История России с древнейших времен» — ISBN 5-17-002142-9., Т. 6., С. 814−815.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Декрет Всероссийского ЦИК «Об объединении Советских республик: России, Украины, Латвии, Литвы и Беларуси для борьбы с мировым империализмом»
  2. Rummel R. J. Lethal Politics. Soviet Genocide and Mass Murder since 1917. — Brunswick (USA) & London (UK): Transaction publishers, First paperback edition 1996. — 268 p. — ISBN 0-88738-333-5 (cloth); ISBN 1-56000-887-3 (paper). — P. 55.
  3. 3,0 3,1 Stankiewicz Janusz. Genealogia, przodkowie, badania genealogiczne, forum dyskusyjne
  4. Троцкий Л. Д., 1920
  5. Мельтюхов М. И., 2001, С. 17
  6. Брестский мир.
  7. Хронология российской истории: Энциклопедический справочник / Под рук. Ф. Конта, пер. с фр. Я. Богданова — М.: «Международные отношения», 1994. — Б. 194. — ISBN 5-7133-0736-0.
  8. Баюра Д. А. Советско-польские отношения в 30-е годы
  9. Гатагова Л., Филиппова Т. Страны Центральной и Восточной Европы в российских учебниках истории // Российский электронный журнал «Мир истории» (www.historia.ru) — 2004. — № 1. (недоступная ссылка — история, копия) Архивировано 12.07.2004. (Тикшерелгән 2 июнь 2017)
  10. Константинов С. Как будто ангел будил льва… // «Независимая газета» (www.ng.ru) 11.05.2000., см. также на сайте «Польша.ру» (www.polska.ru) (Тикшерелгән 2 июнь 2017).
  11. Пайпс Р. Русская революция. Книга 3. Россия под большевиками. 1918−1924.
  12. Какурин Н. Е., Вацетис И. И., 2002 — цит. по Советско-польская война 1919—1920 // Сайту «Легенды и мифы военной истории» (www.volk59.narod.ru) (Тикшерелгән 2 июнь 2017)
  13. Мельтюхов М. И., 2001, С. 21
  14. Мельтюхов М. И., 2001, С. 23
  15. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 322 - 323 бит.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет-поляк һуғыштары