Эстәлеккә күсергә

Чернобыль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Чернобыль
укр. Чорнобиль
Герб
Герб
Ил

Украина

Статус

район әһәмиәтендәге ҡала, 1986 йылдың 28 апреленән тулыһынса тиерлек ташландыҡ хәлдә

Өлкә

Киев

Район

Иванков районы

Координаталар

51°16′ с. ш. 30°13′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1193

Майҙаны

2044 км²

Рәсми теле

[[Ҡалып:НП-Украина/Язык]]

Халҡы

500 человек (2010)

Тығыҙлығы

120,8 кеше/км²

Милли состав

украиндар, белорустар, урыҫтар, поляктар, йәһүдтәр (аварияға тиклемге иҫәп алыуҙан)

Конфессиональ составы

православныйҙар, йәһүдтәр

Этнохороним

чернобылецтар, чернобылец, чернобылька

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Почта индексы

07270

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

Ҡалып:НП-Украина/Автомобильный код

КОАТУУ

3222010500

Чернобыль (Украина)
Чернобыль
Чернобыль

Чернобыль (укр. Чорно́биль «чернобыльник»(әрем) һүҙенән алынған) — Украинаның Киев өлкәһе Иванков районындағы ҡала.

Чернобыль Припять йылғаһында, уның Киев һыуһаҡлағысына ҡойған урынынан алыҫ түгел урынлашҡан.

Чернобыль АЭС-тағы авария арҡаһында билдәләлек ала. Һәләкәткә тиклем ҡалала 13 меңгә яҡын кеше йәшәһә, 2001 йылғы Бөтә украин халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Чернобыль (Припять һымаҡ уҡ) «кешеһеҙ ҡала» булып һанала[1]. Хәҙерге ваҡытта ҡалала тик учреждениелар һәм Чернобыль АЭС-ының ябылған һәм бер һүҙһеҙ гарантияланған күсенеү зонаһы предприятиеларының вахта ысулы менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәре һәм самоселдар (элекке урындарына ҡайтҡан халыҡ) йәшәй[2]. Киевҡа тиклем туранан — 83, автомобиль юлы менән 115 км. Чернобыль АЭС-ынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Чернобыль һәм уның эргә-тирәһенең «Мир» станцияһынан төшөрөлгән күренеше, 1997
Чернобылдә Изге Илья сиркәүе, 2007

Чернобыль тәүге тапҡыр XIV быуат аҙағында "Алыҫ һәм яҡын урыҫ ҡалалары исемлеге"ндә (урыҫса «Список русских городов дальних и ближних») 1193 йылда иҫкә алына.

1548 йылда, был ерҙәр Бөйөк Литва кенәзлеге ҡулы аҫтында булғанда, Чернобыль эргәһендә генә кенәз Фридрих Пронский замок төҙөй. Замок ултыраҡтан тәрән соҡор менән бүленгән була һәм беҙҙең заманға тиклем һаҡланып ҡалған. XVII быуат башында замок ҡабаттан реконструкциялана һәм яҡшы нығытылған, инергә ҡыйынлыҡ тыуҙырған нығытмаға әүрелдерелә, ә Чернобыль ҡалаһы өйәҙ үҙәге булып ҡала[3].

1793 йылда Рәсәй империяһы составына инә. 1898 йылда Чернобылдә йәшәгән халыҡ иҫәбе 10 800 кешегә етә, шуларҙың 7200 — йәһүдтәр.

Йәһүдтәрҙе Чернобылдә Филон Кмита Польша колонизацияһы сиктәрендә урынлаштыра. 1596 йылда Польша короллегенә ҡушылғандан һуң православие динендәге крәҫтиәндәр католицизмға мәжбүри күсереләләр. Православие Рус батшалығы баҫып алғандан һуң ғына тергеҙелә.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында Чернобыль хасидизмдың төп үҙәктәренең береһе була. Чернобыль хасид династияһын раввин Менахем Нахум Тверской ойоштора.

XIX быуат аҙағына тиклем Чернобыль ҡалаһы граф Ходкевичтарҙың шәхси ҡалаһы була. 1896 йылда хужалар ҡаланы дәүләткә һаталар, шулай ҙа 1910 йылға тиклем улар ҡалалағы замокка һәм йортҡа хужа була.

Йәһүд халҡы 1905 йылдың октябрендә һәм 1919 йылдың март — апрель айҙарында погромдан зыян күрә, был ваҡытта бик күп йәһүдтәр черносотенецтар тарафынан талана һәм үлтерелә. 1920 йылда Тверской династияһы ҡаланы ташлап сығып китә һәм Чернобыль хасидизмдың мөһим үҙәге булыуҙан туҡтай.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала оккупациялана. Граждандар һуғышы осоронда ҡала һәм өйәҙ "йәшел "атаман Струк контроле аҫтында була. Структы ҡыҙылдар күп мәртәбә ҡыуып сығарырға тырышалар, әммә ул һәр ваҡыт отряды менән кире ҡайта. Совет-Польша һуғышы ваҡытында Чернобылде башта Польша армияһы баҫып ала (ысынында шул уҡ Струк был юлы Пилсудскийға дуҫтарса ярҙам итә), ә һуңынан Ҡыҙыл армия кавалерияһы тарафынан тартып алына. 1921 йылда Украина ССР-ы составына индерелә. Һуңғы йәһүд погромын ҡала тирәһендә Струк 1922 йылда ойоштора.

Чернобылдәге поляктар общинаһы 1936 йылда Ҡаҙағстан Совет Социалиcтик Республикаһына депортациялана. 1919 йылдан һуң ҡалала ҡалған ҙур булмаған йәһүд общинаһын Украинаның Рейхскомиссариаты 1941—1944 йылдарҙа тулыһынса ҡыйрата. 1943 йылдың 17 ноябре — Азатлыҡ көнө.

1970 йылдарҙа Чернобылдән 10 км алыҫлыҡта Украинала тәүге атом электростанцияһы төҙөлә.

1985 йылда сафҡа «Чернобыль-2» объекты — горизонт артындағы РЛС «Дуга» индерелә.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль АЭС-ның дүртенсе энергоблогында атом энергетикаһы тарихында иң эре һәләкәт булып һаналған авария тыуа. Ҡаланың бөтә кешеләре лә эвакуациялана, әммә ҡайһы берҙәре һуңынан үҙҙәренең йорттарына ҡайталар һәм әле лә ағыуланған территорияла йәшәүен дауам итәләр[4].

2006 йылда американ коммерциялы булмаған ғилми — тикшеренеү ойошмаһы Блэксмит институты тарафынан донъялағы иң бысраҡ (ағыуланған) ҡалаларҙың исемлеге нәшер ителгән. Был исемлектә Чернобыль беренсе тиҫтәгә эләккән[5].

Ҡалала Советтар Союзы Геройы, Чернобыль АЭС-ын һаҡлау буйынса ВПЧ — 2 ҡараулы начальнигы, эске эштәр лейтенанты Правик Владимир Павлович (1962—1986) тыуған.

30 километрлыҡ зона

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2008 йылдағы Чернобыль
Дозиметр бысратыу кимәле норма сиктәрендә икәнен күрһәтә. 2010 йыл
Чернобылдең тимер юл узелы , 2013 йыл

Чернобыль ҡалаһы 1986 йылда ябылған һәм радиациялы хәүефле территориялар менән идара итеүсе административ үҙәгк. Ерҙәрҙе ябыҡ итеп иғлан итеү тураһында ғәҙәттән тыш ҡарар АЭС-ҡа яҡын территорияларҙың байтаҡ радиоактив бысраныуы менән бәйле.

Ҡалала зонаны экологик яҡтан хәүефһеҙ хәлдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән төп предприелар ҡалған. Шул иҫәптән 30 километрлыҡ ябыҡ зонаның радиация хәлен тикшереп тороусы предприятиелар — Припять йылғаһының һыуында, уның ҡушылдырыҡтарында, шулай уҡ һауала радионуклидтар күләме тикшерелеп тора.

Ҡалала Украина МВД — һының шәхси составы тотола, уларға 30-километрлыҡ зонаны һаҡлау һәм территорияға сит кешеләрҙең инеүен контроль аҫтында тотоу бурысы йөкмәтелгән[6].

Сәнғәттә һәм мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харьков ҡалаһында Чернобыль ветерандарының Бөтә Украина ойошмаһы бар.Һылтанма — http://veteranychernobyl.info/ 2017 йыл 27 ғинуар архивланған.

  • Чернобыль S.T.A.L.K.E.R сериялары уйындарында иҫкә алына— уйын ситләштерелгән зонала үтә.
  • Syberia 3. уйынында оҡшаған ҡала күрһәтелә. Бенуа Сокаль әйтеүенсә, Припяткә һәм Чернобылгә оҡшаған ҡала серияға мистик төҫ өҫтәйәсәк. Уйын 2017 йыл башында сығасаҡ.
  • Чернобыль тураһында Call of Duty 4: Modern Warfare уйынында һүҙ бара.
  • Counter-Strike: Global Offensive уйынында ЧАЭС (Cache) төшөрөлгән карта бар.
  • Metal War Online уйынында ЧАЭС -ҡа оҡшаған карта бар.
  • Рәсәй сериалы "Чернобыль. Зона отчуждения"ла һәләкәткә тиклем булған ваҡиғалар һәм уйлап сығарылған мистик мажараларкүрһәтелә.
  • Мини-сериал «Мотыльки» реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән.
  • «Запретная зона» фильмы, 2012 йыл
  • «Аврора» фильмы, 2006 йыл, режиссеры Оксана Байрак.
  • «Битва за Чернобыль» документаль фильмы, 2006 йыл.
  • «В субботу» фильмы, 2011 йыл.
  • «Трансформеры 3: Тёмная сторона Луны» фильмы, 2011 йыл.
  • В игре «М. У. М. У. Судный день» — сюжет на реке Припять.
  • «Дверь»[7] фильмы, ирланд режиссёры Хуанита Уилсон. Уның нигеҙенә Светланы Алексиевичтың «Чернобыльская молитва. Хроника будущего» китабынан бер тарих һалынған — «Монолог о целой жизни, написанный на дверях». «Оскар»ға күрһәтелгән була, «Лучший короткометражный художественный фильм» номинацияһында.
  • «Год собаки» фильмы— Франция — Рәсәй фильмы, 1994 йыл, төп ролдәрҙә— Игорь Скляр һәм Инна Чурикова.
  • «Скорпион», американ телесериалы, икенсе сезондың 23 серияһы ЧАЭС- тә бара.
  • «Чернобыль: Зона отчуждения» сериалы, 2014 йыл, төп ваҡиғалар нәҡ Чернобылдә үтә.
  • Припять
  • Малий словник історії України (укр.)/ відпов. ред. В. А. Смолій. — К. : Либідь, 1997.
  • Енциклопедія українознавства : Словникова частина : [в 11 т.] / Наукове товариство імені Шевченка; гол. ред. проф., д-р Володимир Кубійович. — Париж ; Нью-Йорк : (укр.) Львів ; Київ : Глобус, 1955—2003.