Күбәләктәр (ҡыҫҡа сериал)
Мотыльки | |
Постер фильма | |
Жанр | |
---|---|
Режиссёр | |
Продюсер | |
Сценарий авторы | |
Оператор | |
Композитор | |
Кинокомпания | |
Оҙайлығы |
4×52 мин. или 2×90 мин. |
Ил | |
Йыл | |
IMDb |
2934916 |
Официальный сайт | |
«Күбәләктәр» (рус. Мотыльки́) — украин режиссёры Виталий Воробьёвтың дүрт сериялы ҡыҫҡа сериалы, 2013 йылда Чернобыль һәләкәтенең 27 йыллығы уңайынан сығарыла. Булған ваҡиғаларға таянып төшөрөлгән[1].
Премьераһы 2013 йылдың 26 апрелендә «Интер» телеканалында була[2].
Картиналағы ваҡиғалар Чернобыль АЭС-ында 1986 йылдың апрелендә булған һәләкәт ерлегендә бара.
10 класс уҡыусыһы Аля Широкова (Мария Поезжаева) табип булып эшләүсе апаһы Марьяна (Евгения Лоза) менән 1986 йылдың 25 апреленән 26-һына ҡаршы төнөндә ялға ҡарай Киевтан Припятҡа туғандарына китеп бара. Уларҙың күҙ алдында Чернобыль АЭС-ының 4-се блогы шартлай.
Уларҙың атаһы (Андрей Казаков) вертолёт пилоты сифатында һәләкәтте туҡтатыуҙа ҡатнаша. Үҙенең часында эшләгән һалдат Павелды (Юрий Борисов) хат тоттороп ҡыҙҙары янына ебәрә, уларға үҙен Припятта көтөргә ҡуша. Паша менән Аля тәү ҡараштан бер-береһенә ғашиҡ була.
Реакторҙан тикшереү өсөн өлгө алған мәлдә вертолёттың ҡалағы конструкцияға тейә, һәм Широков һәләк була. Шартлау мәлендә нурланыш дозаһы алып өлгөргән Марьяна үҙ ирке менән башҡаларҙы дауалауҙа ҡатнаша һәм, өҫтәмә нурланыш алып, Мәскәүгә дауаланырға ебәрелә. 4-се энергоблок башына менгән Павел да нурланыш ала һәм ауыр нур ауырыуы менән сирләп китә, ләкин Аляға булған хистәре уны ҡыҙ янына барырға мәжбүр итә…
Серияларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:
1-се серия.
1986 йылдың апрель аҙағы. Табип Марьяна ял көндәренә туғандары янына Припятҡа барырға хәл итә һәм мәктәптә уҡыған һеңлеһе Аляны ла үҙе менән ала. Юлда ҡыҙҙар Чернобыль АЭС-ында ҡурҡыныс шартлауҙы күрә. Марьяна нурланыштың үлемесле дозаһын эләктерә, ләкин ҡалала табиптар ярҙамы кәрәклеген белгәс, үҙ ихтыяры менән дауаханаға башҡаларға ярҙам итергә ашыға… Аля эргәһенә рядовой Павел Державин уның атаһы майор Николай Широковтан хат килтерә. Ҡыҙ менән егет бер-береһенә ғашиҡ була.
2-се серия.
Припятта эвакуация иғлан ителә, әммә Аля, атаһын көтөп, ҡалала ҡалыуын дауам итә. Янып торған реакторға осош яһаған Широковтың вертолёты ҡолай, һәм ул һәләк була. Уның үлеме тураһында ҡыҙ Пашанан ишетә һәм был тиклем хәсрәт эсендә яңғыҙын ҡалдырып китмәүен үтенә. Паша часҡа ҡайта һәм эш барышында һаман быҫҡып-төтәп ятҡан реактор башында үзбәк милләтле хеҙмәттәшен күреп ҡала. Егет ҡурҡыштан аҡылдан яҙған булып сыға һәм бик юғары кимәле нурланыш зонаһында респираторһыҙ була. Павел уға үҙенең респираторын тәҡдим итә, ләкин хеҙмәттәше уға ташлана. Һуғышҡан саҡта Павел үзбәкте реактор ауыҙына ташлай ҙа шунда уҡ уны ҡотҡарырға тырыша һәм үлемесле нур дозаһы ала…
3-сө серия.
Пашаның хәле яҡшырғандай була, һәм ул Аляға биргән һүҙен үтәр өсөн лазареттан ҡаса. Ғашиҡтар тотош бер көндө буп-буш ҡалала үткәрә. Тирә-йүндә дәһшәт һәм үлем хакимлыҡ итһә лә, улар бәхетле, әммә иртән Пашаның хәле тағы хөртәйә. Улар ярҙам табыр өсөн йәйәүләп ҡаланан сығып китергә ҡарар итә…
4-се серия.
Пашаны Мәскәүгә оҙаталар, унда ярҙам күрһәтергә тырышалар. Аля ла улар менән бара һәм табиптарҙан үҙен һөйгәне янына үткәреүҙәрен үтенә. Ҡыҙ ҡайнар мөхәббәт егетен әжәл ҡулынан йолоп алыр тип ышана, әммә өмөттәр аҡланмай. Шул уҡ дауаханала — Марьяна, ә Киевта ҡыҙҙарҙың олатаһы вафат була. Аляны был донъяла тотоп торған берҙән-бер сәбәп — ҡарынындағы сабый. Тик табиптар унан ҡотолоуҙы талап итә. Аля дауахананан ҡаса…
Фильмдың ахырында Аля менән Пашаның ҡыҙы, әсәһенең вафатынан һуң балалар йортонда тәрбиәләнгән Даша, беҙҙең көндәрҙә Припятҡа килә.
Төшөрөү төркөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сценарий авторы: Валерий Мухарьямов
- Ҡуйыусы режиссёр: Виталий Воробьев
- Ҡуйыусы оператор: Павел Кулаков
- Ҡуйыусы рәссам: Владимир Душин
- Композитор: Максим Кошеваров
- Продюсерҙар:
- Екатерина Швец
- Виктор Мирский
Фильмды төшөрөү барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильм өҫтөндә Film.ua фильм төшөрөү төркөмө эшләй.
Фильмдың башындағы күренештәр Херсон өлкәһендә, төп өлөш Киевта һәм өлкәлә (Славутич ҡалаһы) төшөрөлә[3].
Мәскәүҙәге Киев вокзалы күренештәрен Львов тимер юл вокзалында төшөрәләр. Эш барышында шулай уҡ гелийлы шар һәм пиротехника арсеналы файҙаланыла.
Припять менән оҡшашлыҡты арттырыр өсөн Славутич мәҙәниәт һарайы башына «Энергетик» тигән алтаҡта беркетәләр. Припяттағы тағы бер билдәле бина — «Полiсся» отеле — компьютер графикаһы ярҙамында эшләнә[4].
Тарихи дөрөҫлөккә өлгәшер өсөн (Припятта йәшәүселәрҙе һары "Икарус"тарҙа ташыған булалар), автобустарҙы бөтә Украина буйлап йыялар, уларҙың күбеһе сафтан сыҡҡан була. Ашығыс ярҙам, милиция автомобилдәре, «Жигули» машиналары фильмдәге ваҡиғалар осорона ярашлы һүрәткә индерелә. Хәрби техниканы (вертолёттар, бронетранспортёрҙар, санитар эшкәртеү машиналары) хәҙерге камуфляжын йәшерерлек итеп йәшел төҫкә буяйҙар[5].
Фекерҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сериал «Афиша» журналы версияһы буйынса «2014 йылдың иң яҡшы 10 рус сериалы» исемлегенә инә[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мотыльки — Проекты — FILMS & SERIES — FILM.
- ↑ Премьера на «Интере»!
- ↑ Съёмки фильма в Славутиче — Славутичский городской портал 2013 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ «Мотыльки»: душераздирающая история любви на фоне Чернобыльской катастрофы | Медианяня
- ↑ Фільм «Метелики».
- ↑ 10 лучших русских сериалов 2014 года . «Афиша».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күбәләктәр (ҡыҫҡа сериал) (инг.) Internet Movie Database сайтында(инг.) Internet Movie Database сайтында
- Ваҡытлы матбуғатта
- Антон Филатов (26 апреля 2013) Мотыльки над пламенем. 2017 йыл 23 февраль архивланған. Кино о Чернобыле 2017 йыл 23 февраль архивланған. // Зеркало недели
- (16 января 2014) Украинский сериал номинировали на крупнейшую голливудскую премию спецэффектов // Gazeta.ua