Эстәлеккә күсергә

Малиновский Родион Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малиновский Родион Яковлевич
укр. Родіон Якович Малиновський
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Радион Малиновский[1]
Патронимы йәки матронимы Яковлевич[d]
Тыуған көнө 10 (22) ноябрь 1898
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 31 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Балалары Наталья Родионовна Малиновская[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, офицер, яҙыусы
Биләгән вазифаһы Главы военного ведомства СССР[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, гражданская война в Испании[d], Бөйөк Ватан һуғышы, Совет-япон һуғышы[d] һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Хәрби подразделение 27-я стрелковая дивизия (1-го формирования)[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Малиновский Родион Яковлевич Викимилектә

Родион Яковлевич Малиновский (10 (22) ноябрь 1898 йыл, Одесса, Херсон губернаһы, Рәсәй империяһы — 31 март 1967 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы полководецы, Советтар Союзы Маршалы (1944). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945, 1958), Югославияның Халыҡ геройы (1964)[5][6]. СССР-ҙың Оборона министры (1957—1967). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1956—1967).

Украин[7]. Никахһыҙ тыуа: әсәһе — Варвара Николаевна Малиновская, атаһы — Яков, Одессала үлтерелә, Варвара Николаевна менән Одессаға 1898 йылда, улы тыуғанға тиклем килә[8]. Шулай уҡ атаһы — Одесса полицмейстеры, тоҡомло Тамбов губернаһы дворяны, полковник, отставкаға генерал-майор дәрәжәһендә сыҡҡан һәм 1902 йылда вафат булған Яким (Яков) Иванович Бунин тигән версия ла йәшәй. Был шикле фараз (үпкәләгән ҡатын-ҡыҙҙың уйҙырмаһы булыуы ла ихтимал) Малиновскийҙың тәүге ҡатынының 1954 йылда СССР-ҙың Юғары Советының һайлау буйынса Үҙәк һайлау комиссияһына ебәрелгән ялыуына ситләтеп булһа ла бәйле[9]. Родион яковлевич автобиографияһында: «мин 1898 йылдың яңы стиль буйынса 23 ноябрендә Одесса ҡалаһында тыуғанмын, атайымды белмәйем, метрикамда „никахһыҙ тыуған“ тип яҙылған», — тип яҙа[10]. Яков вафат булғандан һуң Варвара Николаевна тыуған яҡтарына ҡайтып, граф Гейден биләмәһендә экономка булып хеҙмәт итә, унда лакей булып эшләгән буласаҡ ире Сергей Залесный менән таныша[11].

Тыуғандан һуң буласаҡ маршал әсәһенең туғанына — ул саҡта 50 йәштәр самаһындағы Вера Николаевна Малиновскаяға ебәрелә. Ул табип һәм В. Остославскаяның Мариуполь ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы була, шулай уҡ балалар приютында уҡытыуы ла мөмкин. Ваҡыттарының күпселек өлөшөн Мариуполдә үткәрәләр, Родиондың бында, гимназияла йәки реаль училищела уҡыуы ихтимал, ә йәйгеһен Вера Николаевнаның Чернигов эргәһендәге имениеһында йәшәйҙәр. Ундағы оло йәштәге кешеләр уны һәм Родион Яковлевичты 1960 йылдарҙа ла хәтерләйҙәр әле. Тап бында буласаҡ маршал украин телен һәм украин йырҙарын өйрәнә, уларҙы ғүмерлекккә ярата. Совет анкеталарында милләтен мотлаҡ «украин» тип күрһәтә[12].

  1. https://upload.wikimedia.org/wikipedia/ru/c/ca/Метрическая_книга_за_1898_год.jpg
  2. 2,0 2,1 2,2 Малиновский Родион Яковлевич (урыҫ) / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Rodion Yakovlevich Malinovsky // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Rodion Yakovlevich Malinovsky // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. Голубович B. C. Маршал Р. Я. Малиновский. — М., 1983.
  6. Родион Яковлевич Малиновский
  7. Малиновский Родион Яковлевич. www.warheroes.ru. Дата обращения: 4 февраль 2018.
  8. Сын маршала Малиновского: «Поприветствовав отца матом, Жуков тут же получил адекватный ответ». Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  9. Соколов Б. В. По линии Буниных? // журнал «Родина», 2011, № 5.
  10. Малиновский Родион Яковлевич. Маршалы СССР. Дата обращения: 20 март 2019. 2019 йыл 1 апрель архивланған.
  11. «Неформатный» министр обороны из Украины. Родион Малиновский — несоветский советский маршал. День, Kiev.ua. Дата обращения: 31 ғинуар 2015.
  12. Борис СОКОЛОВ, историк, публицист, Москва Родион Малиновский — несоветский советский маршал (русский). — 2014. — Т. 1.
  • Малиновская Н. Р. Память-снег. // журнал «Дружба народов», 2005, № 5. (Воспоминания об отце).
  • Захаров М. Маршал Советского Союза Родион Малиновский // Полководцы и военачальники Великой Отечественной. Вып. 1. — 2-е изд. — 1971. — С. 221—256. — 448 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз.
  • Шишов А. В. Малиновский Родион Яковлевич. // 100 великих военачальников. — М.: Вече, 2002. — 608 с. — С. 598—603. — ISBN 5-7838-0781-8
  • Якупов Н. М. Полководческая мудрость // Весну принесли на знамёнах. — Одесса: Маяк, 1984. — С. 21—27.
  • Соколов Б. В. Чудо Сталинграда. — М.: Алгоритм, 2013. — 400 с. — (Военный архив). — 2 000 экз. — ISBN 978-5-4438-0489-7.