Москаленко Кирилл Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кирилл Семёнович Москаленко
укр. Кирило Семенович Москаленко
Kirill Moskalenko 1.jpg
Ҡушаматы

«Командарм наступления», «Генерал Паника»

Тыуған ваҡыты

28 апрель (11 май) 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

село Гришино, Екатеринославская губерния, Российская империя
(ныне Донецкая область, Украина)

Үлгән ваҡыты

17 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Москва, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия, артиллерия, пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

1920—1985

Хәрби звание

Совет Союзы маршалы

Командалыҡ итеү

38-я армия,
40-я армия,
Московский военный округ
РВСН

Хәрби алыш/һуғыш

Гражданская война
Советско-финская война
Великая Отечественная война

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы — 1943 Советтар Союзы Геройы — 1978
Ленин ордены — 1941 Ленин ордены — 1943 Ленин ордены — 1945 Ленин ордены — 1962
Ленин ордены — 1972 Ленин ордены — 1978 Ленин ордены — 1982 Октябрь Революцияһы ордены — 1968
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1940 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1943 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1944 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1950
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1954 Орден Суворова I степени  — 1943 Орден Суворова I степени  — 1943 I дәрәжә Кутузов ордены
I дәрәжә Кутузов ордены Орден Богдана Хмельницкого I степени  — 1944 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Defkiev rib.png Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Ҡалып:Медаль «Двадцать лет победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.» 30 years of victory rib.png
Юбилейная медаль «Сорок лет победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙал
Ҡалып:Медаль За укрепление боевого содружества (СССР)
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
«40 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
1500th Anniversary of Kiev Ribbon bar.png
Почётное золотое оружие

Иностранные награды

Ҡалып:Герой ЧССР
Клемент Готвальд ордены
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены I дәрәжәләге «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены
«Азатлыҡ өсөн» Чехословакия хәрби орденының Алтын йондоҙо Ҡалып:Орден Дружбы (ЧССР) Чехословацкий Военный крест 1939
Ҡалып:Дукельская памятная медаль Ҡалып:Медаль За укрепление дружбы по оружию 1 степени (ЧССР)
Британия империяһы ордены кавалеры (хәрби)
Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалеры Ҡалып:Орден Крест Грюнвальда 2 степени Ҡалып:Медаль Победы и Свободы
«Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙал
Сухэ-Батор ордены
«Монголия Халыҡ Армияһының 50 йыллығы» миҙал
Ҡалып:Медаль 60 лет Монгольской Народной Армии

Кирилл Семенович Москаленко (укр. Кирило Семенович Москаленко; 28 апрель (11 май) 1902, Гришино ауылы, Екатеринослав губернаһы, Рәсәй империяһы — 17 июнь, 1985, Мәскәү, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Советтар Союзы маршалы. КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1956—1985). СССР Юғары Советының 2-11-се саҡырылыш Милләттәр Советы (1946—1985) депутаты, РСФСР-ҙан депутат (11-се саҡырылыш).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кирилл Семенович Москаленко 1902 йылдың 11 майында (иҫке стиль буйынса 28 апрель) Рәсәй империяһы екатеринослав губернаһының Гришино ауылында (хәҙерге Украина Донецк өлкәһенең Покровка районы составында). Крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан.

Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, ике класлы министрлыҡ училищеһында белем («министерский училищеһының») ала. 1917-1919 йылдарҙа Бахмут янындағы Яма станцияһында урынлашҡан ауыл хужалығы училищеһында уҡый. Бында уның менән бер ваҡытта шағир В. Н. Сосюра ла уҡыған була[1]. Граждандар һуғышы башланыу арҡаһында уҡыуын туҡтатырға мәжбүр була.

Тыуған ауылына ҡайтып, ауыл ревкомында эшләй. Генерал А. И. Деникиндың Ирекле армияһы губерна территорияһын баҫып алғандан һуң язанан ҡаса. 1920 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия ауылын баҫып алғас, был армия сафына инә[2].

Граждандар һуғышында ҡатнашыу һәм тәүге тыныс йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Граждандар һуғышында Беренсе атлы армия составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. П. Н. Врангель һәм атаман Н. И. Махно ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.

Харьков ҡыҙыл старшиналар берләштерелгән мәктәбендә артиллерия бүлеген (1922), Ленинградта (1928) РККА артиллерия команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай, Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби академияһының юғары команда составын камиллаштырыу факультетын тамамлай (1939)[2]. Уҡыу осоронда Харьковта уҡыу осоронда Дон һәм Донбаста бандалар менән һуғыша.

1922-1932 йылдарҙа 6-сы Чонгар кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итә (1924 йылға тиклем Беренсе атлы армия составында), атлы артиллерия дивизионында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Армавирҙа хеҙмәт итеү осоронда Төньяҡ Кавказда сәйәси бандитлыҡ менән көрәштә ҡатнаша.

1920-1930-сы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылдың сентябрендә хәрби частар менән бергә Брянскиға күсерелә. 1924 йылдан — батарея командиры була, 1928 йылдан — уҡыу батареяһы командиры, артиллерия дивизионың артиллерия полкы штаб начальнигы.

1932 йылдан алып Читалағы Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш армияһының айырым кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, тәүҙә штаб начальнигы, һуңынан, 1934 йылдан алып — кавалерия полкы командиры. Менән 1935 йылдан алып Приморье крайының 23-се танк бригадаһында хеҙмәт итә. 1936 йылдан алып Киев хәрби округының 45-м механизацияланған корпусында хеҙмәт итә.

1939 йылда Одесса хәрби округының 51-се Перекоп уҡсылар дивизияһыартиллерия начальнигы итеп тәғәйенләнә, уның составында 1939-40 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша, шуның өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Артабан эҙмә-эҙлекле 35-се уҡсылар корпусы (Кишинев)артиллерия начальнигы һәм 2-се механизацияланған корпусы (Тирасполь) начальнигы була. 1941 йылдың майынан — РГК-ның 1 артиллерия бригадаһының танкыларға ҡаршы бригадаһының командиры.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышын К. С. Москаленко генерал-майор вазифаһында ҡаршылай. Уның етәкселегендәге бригада Луцк, Владимир-Волынский, Ровно, Торчин, Новоград-Волынский, Малынды һаҡлау һуғыштарында, в Тетерев, Припять, Днепр, Десна йылғалары кисеүҙәрен обороналауҙа ҡатнаша. Беренсе алыштарҙа уҡ К. С. Москаленко һалҡын ҡанлылығын юғалтмай, юғары фекер итеүен һаҡлай, шәхси ҡаһарманлығын күрһәтә. Ай буйы өҙлөкһөҙ һуғышта, дошмандың «Көньяҡ» армиялары төркөмөнөң төп йүнәлештәге һөжүмен кире ҡағып, 300-ләп дошман танк бригадаһын юҡ итә. Хәрби уңыштары, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн К. С. Москаленко 1941 йылдың 23 июлендә Ленин ордены менән бләкләнә.

1941 йылдың сентябренән алып К. С. Москаленко — Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 5-се армияһында 15-с уҡсылар корпусы командиры. Уның составында Чернигов, Нежин, Ичня, Пирятин ҡалалары өсөн һуғыша Һуңынан Көньяҡ-көнбайыш фронттың 13-сө армияһындағы ат-механизацияланған ғәскәрҙәре төркөмөнөң командиры. Мәскәү янындағы контрһөжүмдә Елец һөжүм операцияһында Елецты азат итеүҙә ҡатнаша.

1941 йылдың декабрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 6-сы армия командующийы урынбаҫары һәм командующиф вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендәге 6-сы армия Барвенково-Лозовская һөжүм операцияһында ҡатнаша һәм Изюм менән Лозовая ҡалаларын дошмандан азат итә. 1942 йылдың 12 февраленән алып — 6-сы кавалерия корпусы командиры, 1942 йылдың мартынан июленә тиклем — 38-се армия (Валуй-Россошанский оборона операцияһының) командующийы, үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, 1942 йылдың июленән алып 1-се танк армияһы менән командалыҡ итә, уның менән Сталинград (июль−август 1942) өсөн алып барылған алыҫ һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың август айында 1-се гвардия армияһына командующийы итеп тәғәйенләнә, 1942 йылдың октябренә уның составында Сталинград алышында ҡатнаша. Сталинградты обороналауҙың иң башында К. С. Москаленко етәкләгән 1-се танк армияһы 12 көн рәттән дошманға һөжүм итә һәм, Паулюстың 6-сы армияһы һөжүмен кире ҡағып, илебеҙ армияһы резервтарының килеп етеүе өсөн бер ай тиерлек ваҡыт бирә.

1942 йылдың октябрь айында К. С. Москаленко 40-сы армияның командующийы итеп тәғәйенләнә, 1943 йылда уның армияһы Острогожский-Россошанский операцияһында ҡатнаша, беренсе тапҡыр Харьковты азат итеүҙә Курск һуғыштарында, Днепрҙы кисеп сығыуҙа ҡатнаша. СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указына ярашлы Днепр йылғаһын кисеүҙә һәм уның ҡаршы ярында плацдарм әҙерләүҙә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 40-сы армия командующийы генерал-полковник Кирилл Семенович Москаленкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1943 йылдың 27 октябренән алып һуғыш аҙағына тиклем генерал Н. Е Чибисовты алмаштырып, К. С. Москаленко 38-се армияның комадующийы була. Был армия менән 1-се украина, 2-се украина һәм 4-се украина фронты составында генерал-полковник К. С. Москаленко 1943 йылда Киевты (Киев һөжүм операцияһы), 1943 йылдың ноябрь — декабрендә уны (Киевты обороналау операцияһы) яңынан обороналай, 1944 йылда Житомир-Бердичев, Проскуровский-Черновцы, Львов-Сандомирский, Карпат-Дуклинский (Дукельский артылышын штурмлау), 1945 йылда — Көнбайыш Карпат, Моравия-Остравский, Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Москаленко К. С. һуғыштан һуң Карпат яны хәрби округынан 38-се армияға күсерелә. 1948 йылдың авгусынан алып — Мәскәү районы ПВО ғәскәрҙәре командующийы. Ул хәрби төркөм етәксеһе йыйып, 1953 йылдың июнендә Лаврентий Берияны ҡулға алыу өсөн үҙе йыйған хәрбиҙәр төркөмөн етәкләй. 1953 йылдың июненән башлап — Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәренең баш командующийы.

1955 йылда уға «Советтар Союзы маршалы» хәрби дәрәжәһе бирелә, .

1957 йылда, Н. С. Хрущевтың Маршал К. Жуковты властан ситләтеүен яҡлап, Москаленко КПСС Үҙәк Комитеты пленумы ултырышында Жуковты әүҙем ғәйепләп сығыш яһай.

1960 йылдан алып — РВСН баш командующийы — СССР Оборона министры урынбаҫары.

1962 йылдан алып — СССР оборона министрлығының баш инспекторы — СССР-ҙың оборона министры урынбаҫары.

СССР Ҡораллы көстәрен үҫтереүҙә һәм нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн 21.02.1978 икенсе тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.

1983 йылдың декабренән алып — СССР Ооборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә тора.

1985 йылдың 17 июнендә Кирилл Семенович Москаленко Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Бронзовый бюст в Покровске.
Image-silk.png Мемориальная доска в Москве
Image-silk.png Мемориальная доска в Виннице
Image-silk.png Могила на Новодевичьем кладбище.
  • Полтава хәрби элемтә училищеһы уның исеме менән аталған.
  • Тирасполь ҡалаһының почетлы граждандары .
  • Покровскиҙағы, Горловкалағы, Винницалағы урамдар Маршал Москаленко урамы тип аталған.
  • Покровскиҙа (Украина) бронза бюсты урынлаштырылған .

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кирилл Семенович Москаленконың мундиры.
Images.png Тышҡы медиафайлдар

Хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Полковник (16.08.1938).
  • Комбриг (15.04.1940).
  • Артиллерия генерал-майоры (6.06.1940).
  • Генерал-лейтенант (19.01.1943).
  • Генерал-полковник (19.09.1943).
  • Армия генералы (3.08.1953).
  • Советтар Союзы Маршалы (11.03.1955).

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • К. С. Москаленко. На Юго-Западном направлении. — М.: Наука, 1969.
  • Маршал К. С. Москаленко. Провал контрнаступления немецко-фашистских войск под Киевом в ноябре 1943 года // «Военно-исторический журнал», № 3, 1972. стр. 61-69

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Москаленко К. С. На Юго-Западном направлении. 1943—1945. Воспоминания командарма. Книга II. — М.: Наука, 1973. стр. 626.
  2. 2,0 2,1 Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — С. 408. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
  • Н. В. Огарков Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Военная Энциклопедия — М: воениздат, 1978. — Т. 5. — Б. 408—409. — 688 б. — 105 000 экз.
  • Е. М. Жуков Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Историческая Энциклопедия — М: "Советская Энциклопедия", 1966. — Т. 9. — 1000 б. — 59 500 экз.
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. М., 1996.
  • маршал А. М. Василевский. Более полувека в строю (к 70-летию маршала Советского Союза К. С. Москаленко) // «Военно-исторический журнал», № 5, 1972. стр. 44-48.
  • Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 б. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.300.

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — 686 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
  • Н. В. Огарков Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Военная Энциклопедия — М: воениздат, 1978. — Т. 5. — Б. 408—409. — 688 б. — 105 000 экз.
  • Е. М. Жуков Москаленко, Кирилл Семёнович // Советская Историческая Энциклопедия — М: "Советская Энциклопедия", 1966. — Т. 9. — 1000 б. — 59 500 экз.
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. М., 1996.
  • маршал А. М. Василевский. Более полувека в строю (к 70-летию маршала Советского Союза К. С. Москаленко) // «Военно-исторический журнал», № 5, 1972. стр. 44-48.
  • Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 б. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.300.