Эстәлеккә күсергә

Десна (Днепр ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Десна
укр. Десна
Чернигов янындағы Десна, Украина
Чернигов янындағы Десна, Украина
Характеристика
Оҙонлоғо 1130 км
Бассейн 88 900 км²
Һыу сығымы 360 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Юрьево ауылы
 · Координаталар 54°35′38″ с. ш. 33°17′55″ в. д.HGЯO
Тамағы Днепр
 · Урынлашыуы Осещина ауылы
 · Координаталар 50°33′01″ с. ш. 30°32′16″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Днепр → Ҡара диңгеҙ

Рәсәй Смоленск өлкәһе, Брянск өлкәһе
Украина Чернигов өлкәһе, Сумы өлкәһе, Киев өлкәһе
РДҺР 04010001112106200001410, 04010001012106200001410 һәм 04010000812106200001410
Десна (Днепр ҡушылдығы) (Рәсәйҙең Европа өлөшө)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Десна Викимилектә
Исем?
Бассейн Днепр/Ҡара диңгеҙ

Десна́ (укр. Десна) — Рәсәйҙең Европа өлөшө һәм Украина территорияһынан ағыусы ҙур йылға, Днепрҙың һул ҡушылдығы, уның ҡушылдыҡтары араһында иң оҙоно. Йылға оҙонлоғо — 1130 км. Тамағынан алып Новгород-Северскийға (535 км) саҡлы суднолар йөрөй, Жуковкаға тиклем (выше Брянскиҙан юғарыраҡ) суднолар даими йөрөмәй. Бассейнының майҙаны — 88,9 мең км².

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаманы иҫке славян телендәге — төп слав. дєснъ — «уң»[1] һүҙенән килеп сыҡҡан тип аңлаталар. Әгәр ағымына ҡаршы барһаң, Десна — уңда ятҡан йылға, Днепрҙың уң ҡушылдығы.

Десна бассейны

Десна сығанағы Смоленск ҡалҡыулығы биләмәләренән, Ельня[2] янындағы Голубев Мох торф һаҙлығынан башлана. Рәсәйҙең Смоленск һәм Брянск өлкәләре, Украинаның Чернигов, Сумы һәм Киев өлкәләре буйлап аға. Киевтың төньяҡ ситендә Днепрға ҡушыла.

Йылғаның үрге ағымында ярҙары уйһыу һәм һаҙлыҡлы, Брянскиҙан аҫҡараҡ уң яры күтәренке була бара. Сейм йылғаһы килеп ҡушылғандан һуң, йылға үҙәне киңәйә, ҡылымыҡтар (проток) һәм иҫке йылға үҙәндәре (старица) күбәйә. Йылғала боҙ туңыу декабрҙән апрель башына саҡлы дауам итә. Яҙ көслө ташҡындар була. Йылға тамағында һыу тотоноу 360 м³/сек тәшкил итә.

Десна йылғаһы һыуының минералләшеүе (Чернигов ҡалаһы) уртаса: яҙғы ташҡында — 271 мг/дм³; йәйге-көҙгө урта кимәле — 351 мг/дм³; ҡышҡы урта кимәле — 376 мг/дм³[3] тәшкил итә.

Боронғо дәүерҙәрҙән бирле Десна Киев ерҙәрен Дон бассейны (Сейм буйлап) һәм Ока бассейны менән (Болва буйлап) тоташтырыусы мөһим транспорт юлы булған. Деснаның уң ярында Хотылёво ауылының төньяҡ-көнбайыш ситендә Рус тигеҙлегендә һирәк осраған һәм бик үҙенсәлекле булған граветт тибындағы острий формаларына эйә булған Хотылёво II (Брянскиҙан 20 км-ға үргәрәк) палеолитик торағы (стоянка) урынлашҡан. Пушкари ауылы янында (Украина ҡалаһы Новгород-Северскийҙан 18-20 км төньяҡҡараҡ) һуңғы палеолитик һәйкәлдәр: Пушкари I, Погон, Бугорок (Пушкари IX)[4] урынлашҡан.

Смоленск өлкәһендәге иң ҙур һәм әһәмиәтле һыу объекты булып Десна йылғаһы ярында торған Десногорск ҡалаһындағы Смоленск АЭС-ы ихтыяжы өсөн төҙөлгән Десногорский һыуһаҡлағысы тора.

  • Уң ҡушылдыҡтары: Убедь, Мена, Снов, Белоус, Замглай, Судость, Болдачевка, Габья, Сеща, Стрижень.
  • Һул ҡушылдыҡтары: Любич, Остёр, Сейм, Дочь, Ветьма, Присмара, Болва, Снежеть, Навля, Нерусса, Ивотка, Шостка, Знобовка, Свига, Вересочь, Смолянка (түбәнге), Смолянка (үрге).

Десна буйындағы ҡала һәм ҡасабалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ельня янында Десна
  • Смоленск өлкәһендә: Ельня, Десногорск һәм Екимовичи ауылы.
  • Брянск өлкәһе: Снопот ауылы, Жуковка (Ветьманың һул ҡушылдығы тамағы), Гостиловка, Сельцо, Брянск, Выгоничи, Трубчевск, Белая Берёзка ҡала тибындағы ҡасабалары.
  • Чернигов өлкәһе: Новгород-Северский, Короп, Сосница, Макошино ҡала тибындағы ҡасабалары, Куковичи, Максаки, Ушня ауылдары, Чернигов, Остёр, Десна ҡала тибындағы ҡасабаһы.
  • Сумы өлкәһе: Пироговка ауылы.
  • Киев өлкәһе: Хотяновка, Пирново, Боденьки, Высшая Дубечня, Пуховка ауылдары.
  • Десна мәҙәниәте
  • Десёнка (Черторой[5])
  1. Фасмер М.
  2. [1] 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.(недоступная ссылка)
  3. Горев Л. Н., Пелешенко В. И., Хильчевский В. К. Гидрохимия Украины. — К.: Вища школа, 1995. — 307 с.
  4. Периодизация позднего палеолита Деснянского бассейна
  5. «Киев». 2020 йыл 5 февраль архивланған.
  • Десна, приток Днепра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Десна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Десна // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  • Маштаков П. Л. Список рек Днепровского бассейна. — СПб., 1913.
  • Маштаков П. Л. Десна. — Петроград,1918.
  • Маштаков П. Десна // Известия отделения русского языка и словесности Академии Наук. — Петроград, 1918. — Т. XXII. — Кн. 2.