Богдан Хмельницкий ордены (СССР)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богдан Хмельницкий ордены
Нигеҙләү датаһы 10 октябрь 1943
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Богдан Михайлович Хмельницкий[d]
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Нахимов ордены
Түбәнерәк дәрәжә Александр Невский ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Изображение орденской планки
Һаны 8451
Лауреаттар категорияһы Категория:Богдан Хмельницкий ордены кавалерҙары
 Богдан Хмельницкий ордены (СССР) Викимилектә

Богдан Хмельницкий ордены— Бөйөк Ватан һуғышы осоронда булдырылған СССР хәрби наградаһы.

Орден статуты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Орден СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 10 октябрендәге I, II һәм III дәрәжә Богдан Хмельницкий орденын булдырыу тураһындағы Указына ярашлы булдырыла. Артабан Указға 1947 йылдың 26 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан үҙгәреш индерелә.

Орден менән дошманды ҡыйратыу буйынса айырыусы тәүәккәллек һәм оҫталыҡ, юғары патриотизм, совет ерен немец баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты командирҙары, партизан отрядтары етәкселәре һәм партизандары наградлана.

Орден менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы башҡарыла.

Богдан Хмельницкий орденының 3 дәрәжәһе була: I, II, һәм III. Юғары дәрәжәһе — I дәрәжә.

I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән фронттар, флоттар, армиялар, флотилиялар командующийҙары, уларҙың урынбаҫарҙары; фронттар, флоттар, армиялар һәм флотилиялар штабтарs, бүлек идаралыҡтары начальниктары; партизан отрядтары берләшмәләре командирҙары наградлана:

  • оҫта маневрҙы ҡулланыу ярҙамында уңышлы операция үткәргән һәм уның һөҙөмтәһендә дошмандан район, ҡала, стратегик әһәмиәтле тораҡ пункты азат ителгән, шул уҡ ваҡытта дошмандың тере көсөнә һәм техникаһына етди зыян килтергә өсөн;
  • партизан отрядтары берләшмәһе үткәргән операция һәм уның һөҙөмтәһендә дошман ғәскәрҙәре штабы тар-мар ителгән, уның хәрби базаһы баҫып алынған, дошмандың тере көсө һәм техникаһы менән эре транспорттар юҡҡа сығарылған, шулай уҡ Ҡыҙыл Армия частары менән берлектә үткәрелгән хәрби оперция һәм уның һөҙөмтәһендә дошмандан байтаҡ совет территорияһы азат ителгән өсөн.

II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән корпустар, дивизиялар, бригадалар һәм полктар командирҙары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм штабатар начальниктары, партизан отрядтары командирҙары бүләкләнә:

  • дошмандың нығытылған һыҙатын йырып үткән, һыу рубежын уңышлы үткән, дошман тылына төпкә үтеп ингән һәм уның һөҙөмтәһендә дошман коммуникацияларына һәм тылды тәьмин иткән базаларға етди зыян көсөн;
  • партизан отряды тарафынан уңышлы операция һәм оҫта ойошторған һәм уның һөҙөмтәһендә дошмандың терәк пункты емерелгән, дошман гарнизоны ҡыйратылған, немец каторгаһына ҡыуылыуға дусар булған совет граждандары азат ителгән, дошман коммуникациялары, элемтә линиялары боҙолған, дошман транспорты юҡҡа сығарылған өсөн.

III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән батальон командирына тиклем рядовой, сержанттар, старшиналар һәм офицерҙар составы, партизан отрядтарының командирҙары, партизан отрядтарының подразделениелары командирҙары һәм партизандар бүләкләнә:

  • дошманға ҙур зыян килтергән һәм уның хәрби ғәмәлдәренә юҡҡа сығарған хәрби операцияны үткәреүҙә подразделение командирының ҡыйыулығы һәм тәүәккәлеге өсөн;
  • дошманға ҙур зыян килтергән һәм уның хәрби ғәмәлдәренә юҡҡа сығарған хәрби операцияны үткәреүҙә партизан отряды командирының ҡыйыулығы һәм тәүәккәлеге өсөн;
  • хәрби заданиены үтәгән саҡта подразделение йәки партизан отряды үткәргән операцияның уңышына булышлыҡ иткән шәхсән тәүәккәлек, батырлыҡ һәм ныҡышмаллылыҡ күрһәткән өсөн.
Богдан Хмельницкий ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә. Башҡа СССР ордендары булған осраҡта I һәм II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордендары Нахимов орденының тейешле дәрәжәләһенән һуң урынлаштырыла, III дәрәжә ордены — III дәржә Кутузов орденынан һуң урынлаштырыла.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР маркаһы, 1945 йыл

Богдан Хмельницкий ордены — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында раҫланған совет «ҡоро ер» полководец ордендары араһында иң һуңғыһы. Ордендың өсөнсө дәрәжәһе менән рядовойҙар, шулай уҡ партизандар лайыҡ була ала.

Богдан Хмельницкий ордены —яҙыуы урыҫ телендә эшләнмәгән СССР-ҙың берҙән-бер ордены (укр. Богдан Хмельницький).

Хәрби Советы ағзаһы, 1-се Украин фронты генерал-лейтенанты Н. С. Хрущеевтың тәҡдиме буйынса Украинаны азат иткән саҡта булдырыла; уны булдырыуҙа украин мәҙәниәте эшмәкәрҙәре кинорежиссер А. П. Довженко[1] һәм. шағир Микола Бажан ҡатнаша.

Ордендың эскизын әҙерләүҙә 13 рәссам ҡатнаша. Һөҙөмтәлә рәссам Н. И. Москалев һәм график А. С.. Пащенконың эскизы раҫлана[1]. Рәсми рәүештә статут билдәләнмәүгә ҡармаҫтан, ордендың исеме һәм һәм украин телендәге яҙыу уны УССР-ға бәйле булыуын күрһәтә. Ысынында был орден менән башлыса дүрт Украин фронтында батырлыҡ күрһәткән яугирҙар бүләкләнә, айырыуса партизандар лайыҡ була. Ул партизандар киң бүләкләнде (1944 йылдың 4 ғинуарындағы Указға ярашлы Украин партизан берләшмәләренең күп кенә етәкселәре 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән наградлана).

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 26 октябрендәге Указына ярашлы 1-се һанлы I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены 3-сө Украин фронты 12-се армияһы командующийы генерал-майор А. И. барановҡа бирелә. Барыһы әлеге орден менән 323 кеше бүләкләнә. Генералдар В. К. Баранов, Н. А. Борзов, И. Т. Булычев, Ф. Ф. Жмаченко, Н. Т. Кальченко, С И. Морозов I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены ике тапҡыр лайыҡ була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 26 октябрендәге Указына ярашлы 1-се һанлы II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены саперҙар батальоны командиры майор Б. В. Тарасенкоға тапшырыла — Днепр аша сығыуҙы тәьмин иткән өсөн. Барыһы әлеге орден менән 2390 кеше наградлана. Генералдар В. С. Бисярин, Г А. Курносов, И. И. Ладыгин, А. Я. Новак, полковниктар Л. С. Гудков, В К. Жидков, П. М. Зоркин, П. И. Кузнецов, М.. Н. Дубровин II дәрәжә орденына ике тапҡыр лайыҡ була.

1943 йылда 28 октябрендә 1-се һанлы III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены менән батальон командирының урынбаҫары өлкән лейтенант Т. Д. Рыбин бүләкләнә. Барыһы әлеге орден менән 5738 яугир наградлана.

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк архивы мәғлүмәттәре буйынса 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 876 бүләкләнеүсегә Богдан Хмельницкий ордены тапшырылмағанә[2].

Богдан Хмельницкий ордены ҡалыпҡа эленеүле варианты булмаған, баштан уҡ штифт менән эшләнгән.

Билдәле орден кавалерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С Бирюзов С. Советтар Союзы Маршалы
  • А. С. Ковпак 1-се украина партизандар дивизияһы командиры, генерал-майор. I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (7.8.1944)
  • П. Кошевой К. Советтар Союзы Маршалы, Iдәрәжә Богдан Хмельницкий Ордены (05.05.1945)
  • Тарасенко Б. В. (1915 — ?). Гвардия полковнигы. 2-се һанлы 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (26.10.1943)
  • Пронин А. М. (1899—1987) Генерал-лейтенант. 1-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены.
  • Черняхов И. Д. армия генералы.

Хәҙерге Украинала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдың 3 майында Украина президенты Леонид Кучма ошо уҡ исем менән Украина дәүләт наградаһын булдыра — Богдан Хмельницкий ордены.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Балязин В. Н. За подвиг ратный и трудовой. — М: Просвещение, 1987. — С. 136.
  2. Российская газета — неделя. № 44, 2014. С. 30.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. Государственный ордена Ленина исторический музей. — М.: Внешторгиздат, 1990. — С. 53—60.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 41—43.
  • Малинкин А. Н. Символика орденов СССР. Исследование по социологии награды. — М.: Фонд «Новое тысячелетие», 2005. — 136 с. — ISBN 5-86947-958-7.
  • Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 154—158. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
  • Потрашков С. В., Лившиц И. И. Награды Второй мировой войны. — М.: Эксмо, 2008. — С. 179. — ISBN 978-5-699-29296-7.
  • Смыслов О. С. Награды Великой Победы. — М.: Вече, 2010. — С. 100—109. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-4637-5.
  • Суржик Д. В. Награды Второй мировой войны. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — С. 66—67. — ISBN 978-5-373-03798-3.
  • Царёва Т. Б. Все награды Второй мировой войны. Ордена, медали и нагрудные знаки. — Ростов н/Д: Владис, 2010. — С. 55—58. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-9567-0859-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]