Петров Василий Иванович (маршал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петров Василий Иванович (маршал)
рус. Василий Иванович Петров
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Василий Иванович Петров
Тыуған көнө 2 (15) ғинуар 1917
Тыуған урыны Чернолесское[d], Новоселицкий район[d], Ставрополь крайы, РСФСР
Вафат булған көнө 1 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (97 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, Война за Огаден[d], Одесская оборона[d], Оборона Севастополя[d], Битва за Кавказ[d], Днепр өсөн алыш, Днепр-Карпат операцияһы, Яссы-Кишинёв операцияһы, Бухарестско-Арадская операция[d], Будапештская операция[d] һәм Будапештская операция[d]
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Петров Василий Иванович (маршал) Викимилектә

Петров Василий Иванович (2 (15) ғинуар 1917 йыл — 1 февраль 2014, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе. Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы — СССР оборона министры урынбаҫары (1980—1985). СССР оборона министрының беренсе урынбаҫары (1985—1986). Советтар Союзы маршалы (1983). Советтар Союзы Геройы (1982). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (19761989).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петров Василий Иванович 1917 йылдың 2 (15) ғинуарында Ставрополье губернаһының Чернополесское ауылында тыуа. 1935 йылда — урта мәктәптә 10-сы класты, 1937 йылда Орджоникидзе педагогия институтының 2-се курсын тамамлай.

Армияла 1939 йылдың 22 ноябренән, полк мәктәбендә хеҙмәт итә.

1941 йылда ике айлыҡ кесе лейтенанттар курстарын тамамлағас, кавалерия взводына командалыҡ итә башлай.

1942 йылдың декабренән 1943 йылдың мартына тиклем — автоматсылар батальон командиры, мотоуҡсылар бригадаһының штаб начальнигы урынбаҫары.

1943 йылдың мартынан 1944 йылдың декабренә тиклем уҡсылар бригадаһы штабының 1-се (оператив) бүлекәсһе начальнигы, һуңынан 38-сеи уҡсылар дивизияһы штабында шундай уҡ вазифала.

Одессаны, Севастополде һәм Кавказды обороналауҙа, Украинаны азат итеүҙә, Днепр һәм Днестр>ҙы аша сығыуҙа ҡатнаша, Румыния һәм Венгрияла һуғыша. Ҡырым, Төньяҡ Кавказ, Кавказ аръяғы, Степной, Воронеж, 2-се Украина, 1-се Украина фронттарында һуғыша. Һуғыш башланғанда йәш лейтенант булһа, уны майор дәрәжәһендә тамамлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]