Яссы-Кишинёв операцияһы
Яссы-Кишинёв операцияһы | |||
Төп конфликт: Икенсе донъя һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны |
Молдавия, Көнсығыш Румыния | ||
Нәтижә |
СССР-ҙың хәл иткес еңеүе
| ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Яссы-Кишинёв операцияһы Викимилектә | |||
Я́ссы-Кишинёв опера́цияһы, шулай уҡ Канны янындағы Яссы-Кишинёв ҡаты һуғышы тигән атама менән билдәле (1944 йылдың 20 — 29 авгусы) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР (Совет Социалистик Республикалар Союзы) Ҡораллы көстәренең Өсөнсө рейхҡа (нацист Германияһына) һәм Румыния Короллегенә стратегик хәрби операцияһы. Уның маҡсаты булып Балҡан йүнәлешен ҡаплап торған ҙур немец-румын группировкаһын тар-мар итеү, Молдавияны азат итеү һәм Румынияны һуғыштан сығарыу торған. Бөйөк Ватан һуғышы барышындағы иң уңышлы совет хәрби операцияһы тип һанала, «Сталиндыңиң киҫкен ун һөжүме» иҫәбенә индерелгән. Был һөжүм Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең еңеүе, Молдавия ССР-ын азат итеү һәм дошманды тулыһынса ҡыйратыу менән тамамланған.
Операция алдынан хәл-торош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың авгусына совет ғәскәрҙәре өсөн балҡан йүнәлешендә хәл иткес һөжүм яһар өсөн уңайлы шарттар тыуған. 1944 йәйендә немец командованиеһы был йүнәлештән Белоруссияға һәм Көнбайыш Украинаға 12 дивизия ғәскәрен оҙатҡанлыҡтан, фашистарҙың «Көньяҡ Украина» армиялар төркөмө көсһөҙләндерелгән. Шуға ҡарамаҫтан, немец-румын командованиеһы бында һыу кәртәләре һәм тау-ташлы урын менән бәйләнгән 3-4 тәрән эшелондырылған һыҙаттарҙан торған ҡеүәтле оборона нығытмалары ҡорған булған. Молдавия һәм көнсығыш Румыния ҡалаларын һәм тораҡ пункттарын оборона ҡаймалары билбау рәүешендә уратып алған булған.
Был осорҙа Румынияла сәйәси хәлдәр бик ҡатмарлы булған. 1944 йылдың 4 авгусында румын лидеры Ион Антонеску Адольф Гитлер менән осрашҡан. Был осрашыуҙа Гитлер үҙенең румын союзнигын, вермахт Румынияны, Германияны һаҡлаған кеүек, һаҡлаясаҡ тип ышандырған. Ләкин Гитлер, үҙ сиратында, Антонескунан, хәлдәр нисек булмаһын, Румыния Рейх союзнигы булып ҡалыуын һәм румын территорияһында хәрәкәт иткән немец ғәскәрҙәрен тәьмин итеүен талап иткән. Әммә Румынияның үҙендә Антонеску режимы менән ризалашмау көсәйгән. Күп кршеләр Күсәр илдәренең фронттағы хәле уңышлы үҫешенә ышанмаған һәм Румынияның совет ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланыуынан ҡурҡҡандар.
Совет командованиеһының ниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет командованиеһы, румын ғәскәрҙәренең күбеһенсә флангта һуғышҡанлығын һәм яугирлыҡ яғынан немецтарҙан ҡалышыуын иҫәпкә алған. Шуның өсөн дошман ғәскәрҙәренең бер-береһенән йыраҡ торған участогындағы ике флангыһына көслө һөжүм яһарға ҡарар иткән. 2-се Украин фронты Яссынан төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә, 3-сө Украин фронты — Бендерынан (Суворов тауы) көньяҡҡараҡ һөжүм иткән. Шуның араһында дошманды төп һөжүмдең тактик өҫтөнлөгө менән айырылып торған кишинёв яғына йүнәлтелеренә ышандырырға кәрәк булған. Шул маҡсаттан оператив маскировканың махсус саралары эшләнгән һәм тормошҡа ашырылған. Һөжүмде Хуши − Васлуй – Фэлчиу райондары йүнәлешенә табан үҫтереп, фронттар, «Көньяҡ Украина» армиялар төркөмөнөң төп көстәрен уратып алып тар-мар иткәндән һуң, артабан хәрәкәт итеп, тиҙ арала Румынияны яулап алырға тейеш булған. Бөйөк Ватан һуғышында Ҡара диңгеҙ флоты Өсөнсө Украин фронтының диңгеҙ яры буйы флангтарына, дошманға ут асып, Германия һәм Румынияның яр буйы коммуникацияларын сафтан сығарып, дошман караптарын шартлатып, шулай уҡ Констанц һәм Сулин хәрби-диңгеҙ базаларына массированный авиация һөжүмдәре ойоштороп ярҙам итергә тейеш булған.
Көстәр ҡуйылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се Украин фронты (командующий Родион Яковлевич Малиновский). Уға СССР-ҙың 27-се армияһы, 40-сы армияһы, (1941-1945), 52-се армияһы, 53-сө армияһы, 4-се гвардия армияһы, 7-се гвардия армияһы, 6-сы танк армияһы, 18-се айырым танк корпусы һәм атлы-механизацияланған төркөм ингән. СССР-ҙың 5-се һауа армияһы фронтҡа авиация ярҙамы күрһәткән.
- 3-сө Украин фронты (командующий Фёдор Иванович Толбухин). Уға СССР-ҙың 37-се армияһы, 46-сы армияһы, 57-се армияһы, 5-с е удар армияһы, 7-се механизацияланған корпусы (2-се формированиеһы), 4-се гвардия механизацияланған корпусы ингән. Составында 2200 самолёты булған СССР-ҙың 17-се һауа армияһы фронтҡа авиация ярҙамы күрһәткән.
- СССР-ҙың Ҡара диңгеҙ хәрби флоты (командующий Филипп Сергеевич Октябрьский) составына Дунай хәрби флотилияһы ингән. Флот составына 1 линкор, 4 крейсер, 6 эскадра миноносецы (эсминец), 30 һыу аҫты кәмәһе һәм башҡа төр класлы 440 карап ингән. Ҡара диңгеҙ флоты Хәрби-Һауа Көстәрендә 691 самолёт иҫәпләнгән.
Германия һәм Румыния
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Көньяҡ Украина» армиялар төркөмө (командующий Ганс Фриснер). Уға Өсөнсө рейхтың 6-сы немец армияһы, 8-се немец армияһы, 3-сө румын армияһы, 4-се румын армияһы һәм 17-се немец армия корпусы — барыһы 25 немец, 22 румын дивизияһы һәм 5 румын бригадаһы. Ғәскәрҙәргә составында 810 немец һәм румын самолёты булған Германияның 4-се һауа флоты авиация ярҙамы күрһәткән.
Совет ғәскәрҙәренең һөжүме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яссы-Кишинёв операцияһы 1944 йылдың 20 авгусында иртә таңдан, тәүге өлөшө пехота һәм танктар атакаһы башланыр алдынан дошман оборонаһына баҫым яһауға иҫәпләнгән, ә икенсеһе – атаканы артиллерия менән оҙатыуға йүнәлтелгән, ҡеүәтле артиллерия һөжүме башланған. 7 сәғәт 40 минутта, совет ғәскәрҙәре, икеләтә көслө утлы ҡойон аҫтында Кицкан плацдармынан һәм Яссының көнбайыш районынан һөжүмгә күсә.
Артиллерия һөжүме шундай көслө булған, немец оборонаһының тәүге һыҙаты тулыһынса ҡыйратылған. Ошо һуғышта ҡатнашыусыларҙың береһе немец оборонаһының торошон бына нисек тасуирлай:
Беҙ алға ынтылғанда, ун километрға яҡын тәрәнлектәге тирә-яҡ ҡара янғайны. Дошман оборонаһы ғәмәлдә юҡҡа сыҡҡан. Кеше буйы бейеклегендә ҡаҙылған траншеялар тубыҡ тәңгәленә лә етмәгән ваҡ канауҙарға әйләнгән. Блиндаждар емерелгән. Ғәжәпләндергәне шул: нисектер емерелмәй ҡалған һирәк блиндаждар ҙа осраны, ләкин улар эсендә ҡалған дошман һалдаттары, яра эҙҙәре булмаһа ла, снарядтар ярылғанда барлыҡҡа килгән юғары баҫымдан һәм тын ҡыҫылыуҙан, һәләк булған ине[3]. |
Һөжүмдең уңышына совет штурм авиацияһы, дошман артиллерияһының иң көслө терәк пункттарын һәм ут позицияларын бомбаға тотоп, ярҙам иткән. Икенсе Украин фронтының удар группировкалары дошмандың төп оборонаһын, ә 27-се армия көн уртаһына — оборонаның икенсе һыҙатын да өҙгән.
27-се армия һөжүме һыҙатына, дошман оборонаһын өҙөү маҡсатында, 6-сы совет танк армияһы килеп ингәнен ишеткәс, дошмандың «Көньяҡ Украина» армиялары төркөмө командующийы генерал Ганс Фриснер әйтеүенсә, немец-румын ғәскәрҙәре рәттәрендә «әҙәм ышанмаҫлыҡ хаос» башланған. Яссы районында совет ғәскәрҙәренең ҙур тиҙлектә алға барыуын туҡтатырға теләп, немец командованиеһы вермахтың өс пехота дивизияһын һәм бер танк дивизии контратакаға күтәргән. Ләкин хәл үҙгәрмәгән. Һөжүмдең икенсе көнөнә 2-се Украин фронтының удар группировкаһы Маре тау һырттарының өсөнсө һыҙаты өсөн, ә 7-се гвардия армияһы һәм атлы-механизацияланған төркөм — Тырга-Фрумос өсөн алышҡан. 21 август аҙағына фронт ғәскәрҙәре, көстәрен фронт буйынса 65 км киңлеккә йәйелдереп һәм 40 км тәрәнлеккә үтеп инеп, оборонаның өс һыҙаттағы бөтөн ҡаршылыҡтарын еңеп сығып, минималь ваҡыт эсендә иҫ киткес нығытылған ике ҡеүәтле райондағы Яссы һәм Тыргу-Фрумос ҡалаларын үҙ ҡулына алған. 3-сө Украин фронты көньяҡ участкала, 6-сы немец һәм 3-сө румын армиялары сигендә, уңышлы алға барған.
20 августа, Тыргу-Фрумос районындағы алышта дошман оборонаһын өҙгәндә, сержант Александр Евсеевич Шевченко айырылып торған. Уның ротаһының алға барыуын дошман дзотынан (дерево-земляная огневая точка – ағас-ер ут нөктәһе) бер туҡтауһыҙ һибелгән ут тотҡарлаған. ДЗОТ-ты ябыҡ ут позицияларынан артиллерия ярҙамында тонсоҡторороға маташыу уңыш килтермәгән. Шул саҡта Шевченко амбразураға ташлана һәм, уны кәүҙәһе менән ҡаплап, ҡаты һөжүмгә әҙерләнгән төркөмгә юл аса. Шевченкоға, һәләк булғандан һуң, күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән[4].
21 августа Юғары Баш командующийҙың (ВГК) Ставкаһы директиваһына ярашлы, «ике фронттың берҙәм көстәре менән Хуши районында дошманды уратҡан ҡулсаны тоташтырырға, шунан һуң дошмандың кишинёв группировкаһын ҡыйратыу һәм әсирлеккә алыу маҡсатында ҡулсаны тарайтырға» кәрәк булған.
Операцияның икенсе көнөнә 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре, 6-сы немец армияһын уратҡан ҡулсаны Леушены (Хынчешт районы) ауылы янында ҡымтып, уны 3-сө румын армияһынан айырған. Немец командующийы, ғәскәрен ташлап, ҡасҡан. Фронттарға авиация ярҙам иткән. Ике көн эсендә совет лётчиктары 6350-гә яҡын осош яһағандар. Ҡара диңгеҙ Хәрби-Һауа Көстәре (ВВС) Констанцалағы һәм Сулиндағы (Румыния) румын һәм немец караптарына һәм базаларына һөжүм иткәндәр. Немец һәм румын ғәскәрҙәре, бигерәк тә обороналарының төп һыҙатында, бик күп һалдатын һәм хәрби техникаһын юғалтҡан, һәм ашығыс рәүештә сигенә башлаған. Операцияның тәүге ике көнөндә 7 румын һәм 2 немец дивизияһы тулыһынса ҡыйратылған.
«Көньяҡ Украина» армиялар төркөмө командующийы Фриснер, совет ғәскәрҙәренең тәүге һөжүмен ентекле анализлап һәм үҙҙәренең файҙаһына булмағанын аңлап, армиялар төркөмө ғәскәрен Прут йылғаһы аръяғына сығарырға ҡарар иткән, һәм, Һитлерҙың бер ниндәй күрһәтмәһе булмаһа ла, 21 августа үҙенең бойороғон ғәскәрҙәренә еткергән. Икенсе көнгә, 22 авгусҡа, армиялар төркөмө ғәскәрҙәрен һәм Генераль штабты сығарыуға рөхсәт биргән, ләкин һуң булған инде. Был ваҡытҡа совет фронттарының һөжүм группировкалары дошмандың көнбайышҡа сигенә торған төп юлдарын үҙ ҡулдарына алған. Немец командованиеһы үҙ ғәскәрҙәренең Кишинёв районында ҡамауға эләгеү мөмкинлеген күҙ алдына килтермәгән. 22 авгусҡа ҡаршы төндә Дунай хәрби флотилияһы моряктары 46-сы армия десант төркөмө менән 11 километр киңлегендәге Днестр лиманын уңышлы кисеп (форсировать) сыҡҡан , Белгород-Днестровский (Аккерман) ҡалаһын азат иткән һәм һөжүмен көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә үҫтергән.
Яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтте:
- Бендеры ҡалаһын алған өсөн — генерал-лейтенант Гаген, генерал-майор Шкодунович, генерал-майор Крузе ғәскәрҙәре; артиллерия генерал-майоры Балаев һәм полковник Ковалёв артиллеристары; авиация генерал-полковнигы Владимир Александрович Судец.
- Белгород-Днестровский (Аккерман) ҡалаһын алған өсөн — генерал-лейтенант Шлемин ғәскәрҙәре, генерал-лейтенант Бахтин, полковник Никитин, полковник Власов, подполковник Смирнов ғәскәрҙәре, артиллерия генерал-майоры Алексеенко артиллеристары; авиация генерал-лейтенанты Василий Васильевич Ермаченков лётчиктары; контр-адмирал Сергей Георгиевич Горшковтың, 1-се ранг капитаны Давыдовтың, майор Григорьевтың моряктары; сапёры генерал-полковник Леонтий Захарович Котлярҙың, полковник Номинастың, полковник Пузыревскийҙың сапёрҙары.
23 августа совет фронттары ҡамау ҡулсаһын тоташтырыу һәм тышҡы фронтта алға барыуҙы дауам итеү маҡсатында көрәшкәндәр. 18-се танк корпусы шул уҡ көндә Хуши районына, 7-се механизацияланған корпус — Леушены (Хынчешт районы) районындағы Прут йылғаһы аша кисеүҙәргә, ә 4-се гвардия механизацияланған корпусы — Леовоға сыҡҡан. 3-сө Украин фронтының 46-сы армияһы 3-сө румын армияһы ғәскәрҙәрен Ҡара диңгеҙгә ҡыҫырыҡлаған, һәм 24 авгусҡа дошман ҡаршы тороуын туҡтатҡан. Был көндө Дунай хәрби флотилияһы караптары Жебрияны — Вилково йүнәлешендә десант төшөргән. Шулай уҡ 24 августа генерал Николай Эрастович Берзарин командалығындағы 5-се удар армияһы Кишинёвты яулап алған.
24 августа ике фронт стратегия операцияһының беренсе этабы — оборонаны өҙөү һәм немец-румын ғәскәрҙәренең яссы-кишинёв группировкаһын ҡамау тамамланған. Көн аҙағына совет ғәскәрҙәре 130—140 километр ара үткәндәр. Дошмандың 18 дивизияһы ҡамауға эләккән. 24-26 августа Ҡыҙыл армия Леовоны, Кахулды (Кагул), Хынчештыны (Котовск) яулап алған. 26 авгусҡа Молдавияның бөтөн территорияһы совет ғәскәрҙәре ҡулына күскән.
Молдавияны азат итеү һуғыштарында ҡатнашҡан 140-тан артыҡ яугир һәм командир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Алты совет яугиры Дан ордены тулы кавалерҙары: Гавриил Фёдорович Алексеенко, Александр Федотович Виноградов[5], Александр Иванович Горскин[6], Фатих Юнусович Динеев]], Николай Трофимович Карасёв[7] һәм Степан Кузьмич Скиба[8].
Румынияла дәүләт түңкәрелеше. Ҡамалған группировканы ҡыйратыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яссы һәм Кишинёв эргәһендә немец-румын ғәскәрҙәрен йәшен тиҙлегендә һәм емергес ҡыйратыу Румыниялағы эске сәйәси хәлде сигенә еткәнсе ҡырҡыулаштырған. Үҙ илендә Ион Антонеску режимы таянысһыҙ ҡалған. Румынияның күп юғары дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәре июль һуңында уҡ оппозицияла торған партиялар, антифашистар, коммунистар менән бәйләнешкә ингән һәм баш күтәреүгә әҙерлек башлаған булған. Фронттағы ваҡиғаларҙың ҙур тиҙлектә үҫеше хөкүмәткә ҡаршы йүнәлтелгән хәрәкәт башланыуына килтергән, һәм 23 августа Бухареста ихтилал тоҡанған. Король Михай I баш күтәреүселәр яғына сыҡҡан, Антонеску һәм уның пронацист генералдарын ҡулға алырға бойороҡ биргән. Константин Сэнэтеску, национал-царанистар, национал-либералдар, социал-демократтар һәм коммунистар ҡатнашлығында, яңы хөкүмәт төҙөгән. Яңы хөкүмәт Румынияның Германия яғында һуғышмаясағын һәм һуғыштан сығыуын, союзниктар тәҡдим иткән тыныслыҡ шарттарын ҡабул итеүен иғлан итеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ил территорияһынан немец ғәскәрҙәренең сығарылыуын талап иткән. Немец командованиеһы был талапты үтәүҙән баш тартҡан һәм ихтилалды баҫтырырға маташҡан. 24 август иртәһендә немец авиацияһы Бухаресты бомбаға тотҡан, һәм көндөҙ немец ғәскәрҙәре һөжүмгә күскән. Яңы румын хөкүмәте Германияға һуғыш асҡан һәм Советтар Союзынан ярҙам һораған.
Совет командованиеһы Румыниялағы ихтилалға ярҙамға 50 дивизияһын һәм ике һауа армияһының төп көстәрен ебәргән, ә 34 дивизияһын ҡамауға алынған дошман группировкаһын юҡ итеү өсөн ҡалдырған. 27 август һуңына ҡамауға алынған группировка Прут йылғаһынан көнсығыштараҡ ҡыйратылған.
28 авгусҡа немецтарҙың Карпат үткәүелдәренә юл ярыу ниәте менән Пруттың көнбайышына сығып өлгөргән өлөшө лә ҡыйратылған.
Тышҡы фронтта совет ғәскәрҙәренең һөжүме көсәйгән. Икенсе Украин фронты ғәскәрҙәре Төньяҡ Трансильвания һәм Фокшаны йүнәлешендә уңышлы хәрәкәт иткән, 27 августа Фокшаныны яулап алған һәм Плоешты һәм Бухарест ҡалаларына килеп ингән ерҙәрҙә һуғышҡан. Өсөнсө Украин фронтының 46-сы армияһы берләшмәләре (соединения), Дунайҙың ике яры буйлап көньяҡ йүнәлешендә һөжүм итеп, ҡыйратылған немец ғәскәрҙәренең Бухаресҡа сигенеү юлын киҫкән. Ҡара диңгеҙ флоты һәм Дунай хәрби флотилияһы, десанттар ебәреп, диңгеҙ авиацияһы ҡапыл яһалған атака (удар) менән, совет ғәскәрҙәренең һөжүменә ярҙам иткән. 28 августа Брэила һәм Сулина ҡалалары, 29 августа Ҡара диңгеҙ флоты десанты (Констанц десанты) портты һәм Констанцалағы Румынияның төп хәрби-диңгеҙ базаһын яулап алынған. Был көндә Прут йылғаһынан көнбайыш йүнәлешендә дошмандың ҡамауға алынған ғәскәрҙәрен ҡыйратыу, шуның менән Яссы-Кишинёв операцияһы ла тамамланған[9].
Операцияның әһәмиәте һәм һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яссы-Кишинёв операцияһы Балҡан ярымутрауында һуғыштың артабанғы барышына ҙур йоғонто яһаған. Уның барышында дошмандың «Көньяҡ Украина» армиялар төркөмөнөң төп көстәре ҡыйратылған, Румыния һуғыштан сыҡҡан, Молдавия ССР-ы һәм Украин ССР-ының Измаил өлкәһе азат ителгән. Август аҙағына Румынияның күп өлөшө һаман да немец һәм пронацист румын көстәре аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, улар ил территорияһында ҡеүәтле рубеждарын ҡора алмаған инде. 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре 31 августа румын баш күтәреүселәре ҡулына күскән Бухаресҡа барып ингән. Румыния өсөн һуғыштар 1944 йылдың октябрь һуңына саҡлы дауам иткән (Румын операцияһын ҡарағыҙ). 1944 йылдың 12 сентябрендә Мәскәүҙә совет хөкүмәте союзниктары исеменән — Совет Социалистик Республикаһы Союзы (СССР), Великобритания һәм Америка Ҡушма Штаттары (АҠШ) — Румыния менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйған.
Яссы-Кишинёв операцияһы хәрби сәнғәт тарихына «Яссы-Кишинёв (Канны янындағы ҡаты алыш)»атамаһы менән ингән. Уға фронттың төп ударҙары (ҡапыл яһалған атака) йүнәлешен оҫта һайлау, һөжүмдең юғары темпы, дошмандың ҙур группировкаларын тиҙ арала ҡамап алыу һәм ҡыйратыу, бөтөн ғәскәр төрҙәренең үҙ-ара тығыҙ взаимодействиеһы яғынан характеристика бирелә. Операция һөҙөмтәһендә 126 ғәскәри берләшмәләр (соединение) һәм частар почётлы Кишинёв, Яссы, Измаил, Фокшан, Рымник, Констанца һ.б. исемдәргә лайыҡ булған. Операция барышында совет ғәскәрҙәре 12,5 мең кешеһен, ә немец һәм румын ғәскәрҙәре 18 дивизияһын юғалтҡан. 208600 немец һәм румын һалдат һәм офицеры әсирлеккә алынған.
Молдавияны аяҡҡа баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яссы-Кишинёв операцияһы тамамланыу менән Молдавияла һуғыштан һуңғы хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу башланған, һәм бының өсөн 1944-1945 йылдарҙа СССР бюджетынан 448 млн һум аҡса бүленгән[10]. 1940 йылдарҙа румын баҫып алыуы арҡаһында туҡталған социалистик үҙгәртеп ҡороу дауам иткән. 1944 йылдың 19 сентябренә Ҡыҙыл Армия частары урындағы халыҡ ярҙамы менән[10] тимер юл бәйләнешен һәм сигенгән немец-румын ғәскәрҙәре шартлатҡан Днестр йылғаһы аша күперҙәрҙе тергеҙгән. Сәнәғәт яңынан аяҡҡа баҫтырылған. 1944—1945 йылдарҙа Молдавияға 22 эре предприятие ҡорамалдары килтерелгән. Һул яҡ ярҙағы 226 колхоз һәм 60 совхоз тергеҙелгән. Крәҫтиәндәргә күпселеге Рәсәйҙән килтерелгән орлоҡ ссудаһы, эре мөгөҙлө һәм йылҡы малдары һ.б. бирелгән. Әммә һуғыш эҙемтәләре һәм ҡоролоҡ, мотлаҡ дәүләт иген әҙерләү (хлебозаготовки) системаһы һаҡланыу сәбәпле, СССР-ҙа массовый аслыҡ башланған, һәм был хәл үлем осраҡтары киҫкенләшеүгә килтергән (1946—1947).
Молдавияның Ҡыҙыл Армияға иң мөһим ярҙамы булып уның рәтен үҙ теләге менән тулыландырыусылар булған[10]. Яссы-Кишинёв операцияһы уңышлы тамамланғандан һуң, республиканан 256,8 мең кеше фронтҡа киткән. Молдаван предприятиеларының фронт мәнфәғәте өсөн эшләүе лә мөһим әһәмиәткә эйә булған.
Иҫтәлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1970 йылда Ботаникалағы (Кишинёвтың секторы) бер урамды Яссы-Кишинёв операцияһында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы Алексей Ильич Бельский исеме менән атағандар. СССР тарҡалғандан һуң был урам Молдавия кенәзлеген Валахия менән берләштергән господарь Александру Иоан Куза-Водэ исеме менән алмаштырылған. 2011 йылда, Кишинёвтағы Куза-Водэ (Бельский) урамында йәшәүселәр инициативаһы менән Кишинёв халҡы урамға СССР геройы исемен ҡайтарыуҙы талап итә[11] , «Молдова Республикаһы рус йәштәре Лигаһы»Бельский урамына элекке исемен кире ҡайтарыуҙы һорап ҡултамғалар йыя башлаған[12] һәм Игорь Тулянцев[13] мэрға Бельский урамы атамаһын кире ҡайтарыуҙы юллаған 5000 кешенең ҡултамғаһын тапшырған. Артабан йәштәр хәрәкәте инициативаһын 30-ға яҡын йәмәғәт ойошмаһы һәм сәйәси партия[14], шулар араһында Гагаузия башҡаны Михаил Макарович Формузал, ПКРМ[15], Молдова Патриоттары партияһы, ПСРМ, СДПМ, Өсөнсө көс партияһы, НСПМ, Молдованың рус общинаһы, Молдова украиндары общинаһы һәм башҡалар күтәреп алған. Шулай уҡ муниципаль советҡа «Кишинёвты азат итеүгә 68 йыл»[16] һәм «Молдавияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү: 68 йыл үткәс» түңәрәк өҫтәлдәрендә ҡатнашыусылар мөрәжәғәт иткән[17]. Кишинёв мэры Дорин Киртоакэ был мәсьәләне ҡарарға вәғәҙә биргән[18].
- 2012 йылдың 25 авгусында Рышкан районы Советтар Союзы Геройы Родион Малиновский исемен йөрөткән Малиновское ауылында Яссы-Кишинёв операцияһы ваҡиғаларын билдәләү салалары уҙғарылған[19].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятники Кишинёва#Мемориальный комплекс «Eternitate»|Кишинёвта мемориаль комплекс
- Памятники Кишинёва#Воинское мемориальное кладбище|Кишинёвта хәрби мемориаль ҡәберлек
- Азатлыҡ һалдаттары
Өҙөмтә хатаһы: <ref>
тамғаһы өсөн </ref>
ябыу тамғаһы юҡ
[3]
[4]
[9]
[10]
}}
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Великой Отечественной войны Советского Союза. 1941—1945 гг. — М., 1962. — Т. 4.
- История Республики Молдова. С древнейших времён до наших дней = Istoria Republicii Moldova: din cele mai vechi timpuri pină în zilele noastre / Ассоциация учёных Молдовы им. Н. Милеску-Спэтару. — изд. 2-е, переработанное и дополненное. — Кишинёв: Elan Poligraf, 2002. — С. 239—242. — 360 с. — ISBN 9975-9719-5-4.
- Стати В. История Молдовы.. — Кишинёв: Tipografia Centrală, 2002. — С. 372—374. — 480 с. — ISBN 9975-9504-1-8.
- Молдавская Советская Социалистическая Республика. — Кишинёв: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1979. — С. 142—145.
- Кишинёв. Энциклопедия. — Кишинёв: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 547—548.
- Фриснер Г. Проигранные сражения. — М.: Воениздат, 1966.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ясско-Кишинёвская наступательная операция (20.08 — 29.08.1944)
- Ясско-Кишинёвская операция. 1944 год
- Ясско-Кишинёвская операция на Рамблер-Победа 2006 йыл 8 октябрь архивланған.
- Ясско-Кишинёвская наступательная операция, 1944 год
- Освобождение Молдавии. Ясско-Кишинёвские Канны
- Инженер-капитан Турбаевский К. И., руководитель работ по усилению обороны побережья и устройства артиллерийских позиций на Малой земле, рассказывает болгарской газете «Народно дело» о некоторых эпизодах Ясско-Кишинёвской операции
Категория:Яссы-Кишинёв операцияһы
Категория:СССР-ҙың стратегик хәрби операциялары
Категория:Германияның алыштары
Категория:Румынияның алыштары
Категория:Молдавиялағы алыштар
Категория:1944 йылдың авгусы
Категория:Молдавияла 1944 йыл
Категория:Румынияла 1944 йыл
Категория:1944 йылғы конфликттар
Категория:Сталиндың ун һөжүме
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;krivosheev
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;narod
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 3,0 3,1 Новохацкий И. М. Воспоминания командира батареи. — М.: Центрполиграф, 2007. — ISBN 978-5-9524-2870-6.
- ↑ 4,0 4,1 Александр Шевченко на сайте «Герои страны»
- ↑ Виноградов, Александр Федотович. Полный кавалер ордена Славы
- ↑ Горскин, Александр Иванович. Полный кавалер ордена Славы
- ↑ Карасёв, Николай Трофимович. Полный кавалер ордена Славы
- ↑ Скиба, Степан Кузьмич. Полный кавалер ордена Славы
- ↑ 9,0 9,1 [ Яссы-Кишинёв операцияһы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 История Республики Молдова. С древнейших времён до наших дней. — 2002. — С. 240.
- ↑ [1] 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ [2] 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ [3] 2014 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Общественность и политики поддержали ЛРМ в вопросе возврата улицы Бельского 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ ПКРМ поддержала инициативу Лиги русской молодёжи в вопросе улицы Бельского 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ В Молдове отметили 68-ю годовщину освобождения страны — от фашизма 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ Участники исторического круглого стола обратились к мун-совету Кишинёва с просьбой вернуть название — улице Бельского 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ Киртоакэ обещал рассмотреть вопрос улицы Бельского 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ В Молдавии почтили память героев 2-го Украинского фронта 2015 йыл 15 июнь архивланған.