«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 28 февраль 2004
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Ukraine.svg Украина
Flag of Belarus.svg Беларусь
Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Flag of Moldova.svg Молдова
Flag of Armenia.svg Әрмәнстан
Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан
Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Уровень выше «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
Уровень ниже «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
Commons-logo.svg «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Викимилектә

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Рәсәй Федерацияһы Президентының 2004 йылдың 28 февралендәге 277-се Указына ярашлы булдырыла.

2010 йылдың 7 сентябренән миҙал Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы булып тормай[1].

Миҙал тураһындағы Положение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы менән

1941 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 9 майына тиклемге осорҙа, дошман оккупациялаған территорияларҙа эшләү ваҡытынан тыш, алты ай дауамында эшләгән граждандар; Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке бәлиғ булмаған тотҡондар өсөн концлагерь, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындары;

БДБ илдәре араһына инмәгән, СССР Ҡораллы Көстәре сафтарында, партизан отрядтары составында, подполье төркөмдәрендә, башҡа фашистарға ҡаршы берекмәләрҙә, хәрби милли формированиеларҙа ҡатнашҡан, Бөйө ватан һуығшында Еңеүгә ҙур өлөш индергән сит ил граждандары бүләкләнә.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Жуков миҙалынан һуң урынлаштырыла[2].

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы түңәрәк формала, 32 мм диаметрлы, томпактан эшләнгән. Миҙалдың алғы яғынан өҫтә "Еңеү"ордены һүрәте, аҫта — 1945—2005 һандары. Миҙалдың кире яғында уртала — 60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 тигән яҙыу, түңәрәк буйлап — лавр ботаҡтары. Миҙалдаң ситтәре күтәренке итеп ҡаймаланған. Бөтә һүрәттәр, яҙыуҙар һәм һандар рельефлы.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫма ситтәре буйлап бишешәр буй: өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтәге, һәр береһе 1 мм киңлегендә. Иң ситтәге буйҙар 0,5 мм киңлегендәге ҡыҙғылт һары төҫтәге буй менән ҡаймаланған. Таҫманың уртаһы ҡыҙыл төҫтә[2].

Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Награды Украины
  • Медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» (Казахстан)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изотова М. А., Царёва Т. Б. Ордена и медали России и СССР. — Ростов-на-Дону: ООО ИД «Валдис», 2010. — С. 634—637. — 736 с. — ISBN 978-5-9567-0960-3.