Эстәлеккә күсергә

Жуков миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жуков миҙалы
Нигеҙләү датаһы 9 май 1994
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Георгий Константинович Жуков
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Юғарыраҡ дәрәжә Ушаков миҙалы[d]
Түбәнерәк дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Жуков миҙалы менән наградланыусылар
 Жуков миҙалы Викимилектә

Георгий Жуков миҙалы — Г. К. Жуковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булдырылған Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.

Миҙал тураһындағы Положениела әйтелеүенсә, Жуков миҙалы менән "немец-фашист илбаҫарҙарына, япон милитаристарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә күрһәткән сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ өсөн һәм Г. К. Жуковтың 100-йыллығы айҡанлы «Ҡыҙыл Армияның, Хәрби-Диңгеҙ флотының, НКВД ғәскәрҙәренең бөтә хәрби һәм ялланып хеҙмәт итеүсе составы хәҙмәткәрҙәре, партизандар, подпольела ҡатнашыусылар» бүләкләнә[1][2]. Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә.

Башта Жуков миҙалы Рәсәйҙә булдырыла, һуңынан бөтә БДБ-дә 1995 йылдың 26 майындағы дәүләттәр башлыҡтары Советы Ҡарары менән булдырыла.

Миҙалдың тышҡы күренеше авторы — Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Валерий Балабанов.

Миҙал Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 9 майындағы «Жуков орденын һәм Жуков миҙалын булдырыу тураһында»ғы 930-сы указына ярашлы булдырыла. Әлеге указ Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 майындағы «Рәсәй федерацияһыныэ дәүләт наградалары тураһында» исемле 442-сы указына өҫтәмә булып тора.

1995 йылдың 6 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының «Жуков ордены статутын, Жуков миҙалы буйынса Положениены һәм уларҙың тасуирламаларын раҫлау тураһында» исемле 243-се Указы сығарыла..

Минскиҙа үткән Дәүләттәр башлыҡтары советының сираттағы ултырышында 1995 йылдың 26 майындағы ҡарарҙа Жуков миҙалы менән БДБ дәүләттәрҙә Жуков миҙалы менән бүләкләү тәртибе, Жуков миҙалы тураһындағы Положение, уның тасуирламаһы раҫлана. Ҡарарға бөтә ун ике ил башлыҡтары ҡул ҡуя.

Әлеге ҡарар нигеҙендә БДБ илдәое үҙ еорматикв хоҡуҡи документтар булдыра. Мәҫәлән, Белоруссияла Беларуср Республикаһы Президентының 1997 йылдың 18 сентябрендәге 447-се указы, украинала — Украина Президентының 1998 йылдың 18 мартындағы 198/98-се указы.

1995 йылдың 30 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1334-се Указы сыға, уға ярашлы 1995 йылдың 6 мартындағы 243-се Указға өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә: Жуков миҙалы менән Бөйөк ватан һуғышының элекке ҡатнашыусыларынан тыш Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре лә бүләкләнә. Ошо Указға ярашлы 1996 йылдың 19 февралендә Рәсәй Федерацияһы президенты тарафынан 72-рп Ҡарарына ҡул ҡуйыла.

Һуңғараҡ Рәсәй Президенты указдары менән Жуков миҙалы тасуирламаһына байтаҡ үҙгәрештәр индерелә.

Жуков миҙалы тураһында ғәмәлдәге Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099 «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» исемле 1099-сы Указы ғәмәлдә, уға 2011 йылдың 16 декабрендә, 2012 йылдың 16 мартында, 12 апрелендә, , 3 майында, 24 октябрендә, 2013 йылдың 14 ғинуарында, 29 мартында, 2014 йылдың 26 июньендә, 1 июлендә, 2018 йылдың 15 сентябрендә өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелгән.

Положение

1. Жуков миҙалы менән хәрби хеҙмәт, хәрби дежурлыҡ алып барған һәм күнекмәләрҙә һәм маневрҙарҙа ҡатнашҡан саҡта Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән фиҙакәрлек һәм шәхси батырлыҡ өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә.
11. Жуков миҙалы менән бүләкләү үлгәндән һуң булыуы мөмкин[3].
2. Жуков миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа миҙалдары булған осраҡтарҙа Суворов миҙалынан һуң урынлаштырыла.
3. Айырым осраҡтарҙа Жуков миҙалы урынына уның бәләкәй копияһын тағыу ҡаралған, миниатюра күсермәһе Ушаков миҙалының миниатюра күсермәһенән һуң урынлаштырыла.
4. Хәрби кейемдә планкала йөрөткән саҡта Жуков миҙалы Суворов миҙалы таҫмаһынан һуң урынлаштырыла.

Тасуирламаһы

Жуков миҙал көмөштән эшләнгән. 32 мм диаметрлы, түңәрәк формала.

Миҙалдың алғы яғында Г. К. Жуковтың күкрәккә тиклемге һүрәте. Өҫкө өлөштә — рельефлы «ГЕОРГИЙ ЖУКОВ» яҙыуы, аҫҡы өлөштә — лавр һәм имән ботаҡтарының рельефлы һүрәте.

Миҙалдың кире яғында, уртала — рельефлы хәрефтәр менән «ЗА ОТЛИЧИЕ В СЛУЖБЕ» яҙыуы, уның аҫтында — миҙалдың һаны. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — лавр һәм имән ботаҡтарының рельефлы һүрәте.

Миҙалдың ситтәре күтәрмә менән ҡаймаланған.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һә дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың киңлеге — 24 мм. Таҫманың һул яғы ҡыҙыл төҫтә. Уңы яғында киңлеге ереш биш буй: өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтәрҙә. таҫма ситтәренән берешәр 1 мм киңлектәге ҡыҙғылт һары буй. Колода һәм миҙалдар менән тоташҡан ушко пятиугольный ярҙамында бал, ебәк обтягивать, таҫма муаровый. Киңлеге таҫма — таҫма һул яртыһында 24 мәт ҡыҙыл төҫтә. Таҫма уң яртыһы — биш буй, һыҙат киңлеге буйынса тигеҙ сиратлашыуы: өс — ике һәм ҡара — хәнәүәт төҫөндәге таҫма һәм крайы буйынса — 1 мм киңлектә тар ғына һыҙат буйлап бер хәнәүәт

Хәрби кейемдә Жуков миҙалының таҫмаһы өсөн 8 мм киңлегендәге планка ҡулланыла, таҫманың киңлеге — 24 мм.

Жуков миҙалының миниатюра күсермәһе ҡалыпта йөрөтөлә. Миҙалдың бәләкәй копияһы диаметры — 16 мм.

ЖУКОВ юбилей миҙалы тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БДБ илдәре өсөн 1995 йылдың 26 майындағы дәүләттәр башлыҡтары Советы Ҡарары менән булдырылған Жуков миҙалы тураһындағы Положение ҡулланыла[1]:

  1. Жуков миҙалы менән немец-фашист илбаҫарҙарына, япон милитаристарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә күрһәткән сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ өсөн һәм Г. К. Жуковтың 100-йыллығы айҡанлы «Ҡыҙыл Армияның, Хәрби-Диңгеҙ флотының, НКВД ғәскәрҙәренең бөтә хәрби һәм ялланып хеҙмәт итеүсе составы хәҙмәткәрҙәре, партизандар, подпольела ҡатнашыусылар» бүләкләнә.
  2. Жуков миҙалы менән бүләкләү БДБ дәүләте башлығының указына ярашлы башҡарыла.
  3. Жуков миҙалын тапшырыу тәртибен БДБ дәүләте билдәләй.
  4. Жуков орденына лайыҡ булғандарға Жуков миҙалы бирелмәй.
  5. Жуков миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм рәсәй федерацияһының башҡа миҙалдары булған осраҡтарҙа «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалынан һуң урынлаштырыла.

2010 йылға тиклемге Жуков миҙалы тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуков миҙалы баҡыфр иретмәһенән эшләнә, түңәрәк формала, диаметры — 32 мм. Миҙалдың алғы яғында Жуковтың күкрәккә тиклемге рельефлы һүрәте. Үрге өлөштә — «Георгий Жуков» яҙыуы, аҫҡы өлөштә — лавр һәм имән ботаҡтарының рельефлы һүрәте. Миҙалдың кире яғында — «1896-1996» һандары. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — лавр һәм имән ботаҡтарының рельефлы һүрәте. Миҙалдың ситтәре күтәрмәле итеп ҡаймаланған.

Әйтергә кәрәк, был наградаларҙа Г. Жуковтың һүрәтендә хата ебәрелгән. Маршалдың бер бортлы мундирында Советтар Союзы Геройының дүрт йондоҙо төшөрөлгән. Бындай мундир 1945 йылдың апрелендә бөтөрөлә, ә өсөнсө һәм дүртенсе Йондоҙҙарҙы Жуков 1945 йылдың 1 июнендә һәм 1956 йылдың 1 декабрендә алған[4]

Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Биш мөйөшлө ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың һул яғы ҡыҙыл төҫтә. Таҫманың уң яғында киңлеге буйынса береш (2 мм) биш буй: өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтәрҙә. Ситтәренән 1 мм киңлектәге бик тар ҡыҙғылт һары буй менән ҡаймаланған.

2005 йылдың 1 ғинуарына ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләү һаны[5]:

  • 2,5 миллиондан ашыу ветерандарҙы бүләкләү
  • 10 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙе бүләкләү
  1. 1,0 1,1 Правовой портал Украины Решение Совета глав государств Содружества Независимых Государств от 26 мая 1995 г. «О порядке награждения медалью Жукова граждан государств-участников Содружества Независимых Государств» 2011 йыл 19 август архивланған. (укр.)
  2. Президент России Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1334 «О внесении изменений и дополнений в Положение о медали Жукова, утверждённое Указом Президента Российской Федерации от 6 марта 1995 г. № 243 „Об утверждении Статута ордена Жукова, Положения о медали Жукова и их описаний“» Ҡалып:Ru icon
  3. Указ Президента Российской Федерации от 15 сентября 2018 года № 519 «Об учреждении медали „За отвагу на пожаре“ и установлении почетного звания „Заслуженный работник пожарной охраны Российской Федерации“». Официальный интернет-портал правовой информации. Дата обращения: 17 сентябрь 2018.
  4. Российский союз ветеранов Афганистана Имени великого полководца 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  5. Музалевский М.В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: РИЦ «Кавалеръ», 2005. — 257 с.