Днепр-Карпат операцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Днепр-Карпат операцияһы
Рәсем
Урын Уң яр буйы Украина
Башланыу датаһы 24 декабрь 1943[1]
Тамамланыу датаһы 14 апрель 1944[1]
Подробная карта
 Днепр-Карпат операцияһы Викимилектә

Днепр-Карпат операцияһы (нем. Dnepr-Karpaten-Operation, укр. Дніпровсько-Карпатська операція) (24 декабрь 1943 — 17 апрель 1944) — СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренең Бөйөк Ватан һуғышы (Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты) барышында Уң яр буйы Украинаны азат итеү маҡсаты менән үткәрелгән немец-италия-венгр-румын ғәскәрҙәренә ҡаршы стратегик хәрби операция.

Тәүшарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың йәй-көҙ айҙарында совет ғәскәрҙәре Һул яҡ УССР-ҙы тулыһынса биләйҙәр һәм Днепр өсөн алыш барышында йылғаның уң ярында стратегик плацдармдарҙы баҫып алалар һәм шуның менән Уң яр Украинала артабанғы һөжүм өсөн уңайлы шарттар тыуҙыралар.

1943 йылдың декабренә булдырылған план буйынса 1-се Украин фронты Киевтан Могилёв-Подольскийға һөжүм итеп, «Көньяҡ» армиялары төркөмөнең төньяҡ яғын — ҡыйратырға, ә ҡалған өс Украин фронты өс йүнәлештән һөжүм итеп, немец ғәскәрҙәренең Никополь-Кривой Рог төркөмөн уратып алырға һәм юҡҡа сығарырға тейеш була. Әммә декабрь аҙағына планға үҙгәрештәр индерелә, уларға ярашлы 2-се Украин фронты төп көстәре менән Кировоград, Первомайск ҡалаларына һөжүм итергә һәм 1-се Украин фронты менән берлектә төньяҡ төркөмдө ҡамауҙа ҡатнашырға тейеш була. 3-се һәм 4-се Украин фронттары ғәскәрҙәренә Никополь һәм Нововоронцовкаға табан киҫелешкән йүнәлештәр буйынса һөжүм итеп, немецтарҙың Никополь-Кривой Рог төркөмөн ҡыйратыу, артабан Николаев, Одесса ҡалаларына һөжүмде йәйелдереү һәм бөтә Ҡара диңгеҙ ярын азат итеү йөкмәтелә. Артабан 4-се Украин фронты Ҡырымға күсергә тейеш була[2].

Көстәр ҡуйылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1-се Украин фронты (командующийы армия генералы Н. Ф. Ватутин)

  • 1-се гвардия армияһы
  • 13-се армия
  • 18-се армия
  • 27-се армия
  • 38-се армия
  • 40-се армия
  • 60-се армия
  • 3-сө гвардия танк армияһы
  • 1-се танк армияһы
  • 1-се гвардия кавалерия корпусы
  • фронт буйһоноундағы бер нисә айырым часть һәм берләшмә
  • 2-се һауа армияһы

2-се Украин фронты (командующийы армия генералы (1944 йылдың февраленән — Советтар Союзы Маршалы) И. С. Конев)

  • 4-се гвардия армияһы
  • 5-се гвардия армияһы
  • 7-се гвардия армияһы
  • 37-се армия
  • 52-се армия
  • 53-се армия
  • 57-се армия
  • 5-се гвардия танк армияһы
  • 26-сы гвардия уҡсылар корпусы
  • 33-се уҡсылар корпусы
  • 5-се гвардия кавалерия корпусы
  • фронт буйһоноундағы бер нисә айырым часть һәм берләшмә
  • 5-се һауа армияһы

3-сө Украин фронты (командующийы армия генералы Р. Я Малиновский)

  • 8-се гвардия армияһы
  • 6-сы армия
  • 46-сы армия
  • 7-се һауа армияһы

4-се Украин фронты (командующийы армия генералы Ф. И. Толбухин)

  • 2-се гвардия армияһы
  • 3-сө гвардия армияһы
  • 5-се удар армияһы
  • 28-се армия
  • 4-се гвардия кавалерия корпусы
  • 8-се һауа армияһы

Барыһы совет ғәскәрҙәрендә 2 086 000 кеше, 31 530 орудие һәм миномет, 1908 танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары, 2370 хәрби самолет иҫәптә була.

Германия һәм Румыния[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Көньяҡ» Армиялар төркөмө (командующийы генерал-фельдмаршал Э . Манштейн)

  • 6-сы армия
  • 8-се армия
  • 1-се танк армияһы
  • 4-се танк армияһы

«А» армиялар төркөмө көстәренең көстәр бер өлөшө бер өлөшө (командующийы генерал-фельдмаршал Э . Клейст)

  • 44-се айырым армия корпусы
  • 3-сө румын армияһы

Авиация ярҙамын 4-се һауа флоты һәм Румыния хәрби-һауа көстәре күрһәтә.

Барыһы немец-румын ғәскәрҙәрендә 1,8 миллион тирәһе кеше, 2200 танк һәм штурмлау орудиеһы, 21 820 орудие һәм миномет, 1560 хәрби самолет иҫәптә тора.

Совет фронттарының тәүге атакалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корсунь-Шевченко ҡамауынан сығырға маташҡанда ҡыйратылған немец техникаһы

1943 йылдың 24 декабрендә 1-се украина фронты көстәренең бер өлөшө Винницаға табан дөйөм йүнәлештә һөжүмгә күсә. 25-28 декабрҙә немец ғәскәрҙәренең төп төркөмөнән төньяҡҡараҡ һәм көньяҡҡараҡ ярҙам һөжүмдәрен башҡарған ғәскәрҙәр һөжүмгә күсә. Тәүге көндәрҙә һөжүм ярайһы ғына уңышлы үҫешә, фронт армиялары алға табан төрлө йүнәлештәрҙә хәрәкәт итә. 4-се немец танк армияһы совет ғәскәрҙәрен туҡтата алмай һәм, ауыр юғалтыуҙарға дусар булып, сигенә. 1943 йылдың 31 декабрендә совет ғәскәрҙәре -Житомир, 1944 йылдың 3 ғинуарында — Новоград-Волынский, 5 ғинуарҙа — Бердичев ҡалалрын яулап ала. 1011 ғинуарҙа 38-се, 40-сы һәм 1-се танк армияһының алдынғы частары Винница, Жмеринка, Умань һәм Жашков ҡалаларына яҡынлаша; 6 дошман дивизияһын еңеп, немец төркөменең һул флангын уратып алалар, был төркөм ошоға тиклем Канев районында Днепрҙың уң ярын тотоп тора.

Участкалағы хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн немец армиялары төркөмө командующийы генерал-фельдмаршал Э. Манштейн ашығыс саралар ҡабул итергә мәжбүр була. 1-се Украина фронтына ҡаршы өҫтәмә рәүештә 10 пехота 6 танк дивизияһы туплана. Винница һәм Умань районына төп көстәрҙе туплап, немец ғәскәрҙәре 1112 ғинуарҙа ике контрудар яһай, һөҙөмтәлә совет ғәскәрҙәре һөжүмде туҡтатырға һәм 30-50 километрға сигенергә мәжбүр була.

1944 йылдың 5 ғинуарында 2-се Украин фронты төп көстәре менән Первомайск яғына табан һөжүм яһап, алға ынтыла, фронттың ике армияһы ошо уҡ ваҡытта Шполаға табан йүнәлә. Ике көн һөжүм иткндән һуң фронт ғәскәрҙәре немецтарҙың ҡаршылашыуын йырып, 20 километрға төпкәрәк үтеп инәләр һәм дошманды Кировоградта уратып алалар. 8 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәре Кировоград ҡалаһын баҫып алалар, әммә уҡсылар дивизиялары ҡалышуы арҡаһында дошманды ҡамауға өлгәшә алмайҙар. Артабанғы көндәрҙә 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә, 1-се Украин фронты менән тоташыу һәм немец ғәскәрҙәре төркөмөн айырып алыу өсөн, һөжүмде дауам итәләр. Әммә быға өлгәшеп булмай, сөнки төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә дошман тылына ебәрелгән механизацияланған корпус барлыҡ танкыларын тиерлек юғалта. Ошо уҡ йүнәлештә һуғышҡан 4-се гвардия һәм 52-се армия 20-40 километр алға шылалар, әммә тәғәйенләнгән сиккә барып етә алмайҙар. Уларҙы өс танк дивизияһы туҡтата. 16 ғинуарҙа фронт ғәскәрҙәре оборонаға күсә.

Корсунь-Шевченко төркөмөн ҡамау һәм юҡ итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғинуар уртаһына 1-се һәм 2-се Украин фронттарының һөжүм итеү мөмкинлектәре бөтә тиерлек һәм улар үҙҙәренең көстәрен немец ғәскәрҙәренең контрударҙарын кире ҡағыуға йүнәлтә.Һөжүмде дауам итеү өсөн фронттар өҫтәмә көс алалар, 1-се Украин фронтында 6-сы танк армияһы булдырыла (командующийы генерал-лейтенант А. Г. Кравченко). 27-се, 40-сы армияның бер өлөшө һәм 2-се һауа армияһының ярҙамы менән улар 1-се Украин фронтының төп төркөмөн тәшкил итәләр. 2-се Украин фронты составына 4-се гвардия армияһы, 53-сө армия, 5-се гвардия танк армияһы инә, уларға 5-се һауа армияһы ярҙам итә.

24 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәренең төп төркөмдәре һөжүмгә күсә һәм немецтарҙы ҡамау аҡсатында бер-береһенә ҡаршы ашығалар.]] Немец командованиеһы дошман частарын туҡтатырға тырыша . 27 ғинуарҙа дүрт немец танк дивизияһы төп көстәрҙең көньяҡтан һәм төньяҡтан һөжүм итеп, 5-се гвардия танк армияһының төп көстәрҙен юлын киҫә һәм үҙенең оборонаһын нығыта. Әммә шуға ҡарамаҫтан, совет ғәскәрҙәренең танк берләшмәләре һөжүмен дауам итә. 28 ғинуарҙа улар Звенигородка районында 6-сы танк армияның алдынғы частары менән осраша. алғы өлөшө менән 6-сы танк армияһы. Корсунь-Шевченко ҡамауы аҙағына килеп етә. 11-се һәм 42-се армия корпустары (10 немец дивизияһы һәм бригада) ҡаҙанға эләгә була, уға немецтар «Бәләкәй Сталинград» тигән исем бирә[3]. 3 февралгә тышҡы һәм эске фронттар ҡамауы барлыҡҡа килә.

«Көньяҡ» ғәскәрҙәр төркөмө командованиеһы башҡа фронт участкаларынан бында танк дивизияларын күсерә һәм ҡамауҙа ҡалған ғәскәрҙәрҙе ҡотҡарыу буйынса көс түгә. 8 февралдә совет командованиеһы ҡамауҙа ҡалған ғәскәрҙәргә капитуляцияһын тураһында ультиматум ҡуя, әммә уны дошман кире ҡаға. 11 февралдә, уларға ҡаршы килгән ғәскәрҙәр менән тоташыр өсөн, немец тышҡы фронт ҡамауында хәл иткес һөжүм башлай. 17 февралгә алыш тамамлана. Совет мәғлүмәттәренә ярашлы немец юғалтыуҙары 55 000 меңдән ашыу кеше һәләк булған һәм 18 000 мең кеше әсирлеккә эләккән, шул уҡ ваҡытта немец мәғлүмәттәренә ярашлы улар ҡамауҙан 35 000 кешене сығарған, ә һәләк булғандарҙың һәм әсирлеккә эләккәндәрҙең дөйөм һаны яҡынса 19 000 кеше тәшкил иткән.

Ровно һәм Луцк өсөн алыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корсунь-Шевченко тирәһендәге һөжүм менән бер үк ваҡытта Ватутин етәкслегендәге 1-се Украин фронтының уң яҡ ҡанаты Ровноға табан йүнәлештә һөжүм үткәрәләр. Һөжүм операцияһын үткәреү өсөн тәбиғәт шарттары үтә ҡатмарлы була. Шуға ҡарамаҫтан, 27 ғинуарҙа 13-се һәм 60-сы армиялар ярайһы уҡ уңышлы үҫешкән һөжүмгә күсәләр.

Йырып үткән урындан төньяҡҡараҡ, 50 километр алыҫлыҡта, 1-се һәм 6-сы гвардия кавалерия корпустары ғәмәлдә булалар, улар тәүге көндө үк дошмандың тылына 50-60 километрға инеп үтәләр, дошмандың был районда тотош оборонаһы булмай. 29 ғинуарға ҡараған төндә кавалерия корпустары юлһыҙ, урман һуҡмаҡтары һәм һаҙлыҡтары аша 100 километрҙан ашыу үтеп, көньяҡ-көнсығышҡа боролалар һәм Ровно ҡалаһын яҡлаған немец ғәскәрҙәре тылына барып сығалар. Көнсығыштан был ҡалаға 13-сө армия ғәскәрҙәре һөжүм итә, улар дошман оборонаһын беренсе көндө үк йырып үтәләр. 2 февралдә атлылар ҡапыл һөжүм итеп, Луцк һәм Ровно ҡалаларын яулап алалар. Уларға партизан отрядтары ла ярҙам күрһәтә.

Шепетовка өсөн алыштарҙа совет һөжүме ул тиклем уңышлы булмай. Тик 11 февралдә 60-сы армия Шепетовканы яулай. Был көндөң аҙағына 1-се Украин фронтының уң яҡ ҡанаты башлыса үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. 16 көн эсендә улар урманлы-һаҙлыҡлы ерҙәр буйлап 120 километрға алға үтәләр һәм «Көньяҡ»һ армиялар төркөмө тылына һөжүм итеү өсөн шарттар тыуҙыралар.

Операция йомғаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Днепр-Карпат операцияһы Бөйөк Ватан һуғышы барышында иң эре алыштарҙың береһе булып тора (унда биш совет фронты һәм ике немец армиялары төркөмдәре һәм, дөйөм алғанда, ике яҡтан 4 миллион һалдат ҡатнаша, оҙайлығы буйынса ла айырылып тора — 4 ай). Был 6 совет танк армияһы берлектә һөжүм иткән берҙән-бер хәрби операция. Операция һөҙөмтәһендә немец ғәскәрҙәре еңелеүгә тарыйҙар. Бигерәк тә ҡаты юғалтыуҙар «Көньяҡ» армиялар төркөмө кисерә, уның фронты өҙөлә, ә 10 дивизия һәм 1 бригада тулыһынса тиерлек ҡыйратыла. Ике немец армиялары төркөмдәре командующийҙары фон Манштейн һәм фон Клейст Гитлер тарафынан вазифаларынан бушатыла. 31 мартта Манштейн урынына Вальтер Модель тәғәйенләнә һәм Тернополь тирәһендәге совет һөжүме туҡтатыла.

Совет ғәскәрҙәре 1400 километлыҡ фронтта көнбайышҡа табан 250 километрҙан 450 километрға тиклем алға сығалар һәм Украинаның 10 миллионлыҡ территорияһын һәм мөһим иҡтисади райондарҙы азат итәләр. Совет ғәскәрҙәре СССР-ҙың дәүләт сигенә сығалар һәм Румынияны азат итә башлайҙар. Шулай итеп, бөтә Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европаны азат итеү өсөн шарттар булдырыла.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Банкының 5 һумлыҡ тәңкәһе һуғыла.
    • Ал яғында (аверс) уртала ике юл менән яҙылған «5 ҺУМ» номинал билдәһе урынлашҡан, унан аҫтараҡ — «РӘСӘЙ БАНКЫ», уның аҫтында һуғыу йылы -«2014», һулда һәм уңда — стилләштерелгән үҫемлек ботағы, тәңкәнең уң өлөшөндә — тәңкә һарайының тауар тамғаһы.
    • Артҡы яғында (реверс) уртала Кривой Рог ҡалаһындағы «Победа» монументының рельеф һүрәте урынлашҡан, тәңкә әйләнәһенә «ДНЕПР-КАРПАТ ОПЕРАЦИЯҺЫ» һәм «1941-1945 йылдарҙағы БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ» яҙыуҙары бар, уларҙың араһында — ике бәләкәй йондоҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 (unspecified title)
  2. Грылев А. Н. Днепр—Карпаты—Крым. Глава 1. В канун тысяча девятьсот сорок четвёртого года. — М.: Наука, 1970.
  3. Pimlott, John. 1989. — The World at Arms: The Reader’s Digest Illustrated History of World War II. Russian Ring of Steel at Korsun

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре
Башҡа авторҙар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]