3-сө Украин фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
3-сө Украин фронты (Көньяҡ-Көнбайыш фронт)
3 Укр.Ф
3ci ukraiński.jpg
Штандарт
Ғәмәлдә булыу йылдары

1943 йылдың 20 октябре1945 йылдың 15 июне

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Буйһоноу

фронт ғәскәрҙәре командующийы

Инә

СССР Ҡораллы Көстәре составында

Тибы

фронт

Үҙ эсенә ала

идаралыҡ (штаб), берләшмә, соединение, хәрби часть һәм учреждениелар.

Функция

һаҡлау

Иҫәбе

берләшмә

Дислокация

Бөйөк Ватан һуғышы театры

Командиры
Билдәле командирҙары

Ғәскәрҙәр командующийҙары, исемлекте ҡара

3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре азат ителгән Бухарест ҡалаһына инә, 1944 йылдың 31 авгусы
Еңеү парады, Мәскәү, 1945 йылдың 24 июне.

3-сө Украин фронты — Икенсе донъя һуғышында СССР Ҡораллы Көстәренең оператив-стратегик формированиеһы (берләшмә), фронттың ғәскәри берләшмәһе).

Ҡыҫҡартылған атамаһы — 3 Укр. Ф.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлештә 1943 йылдың 20 октябрендә Юғары Баш командующий ставкаһы идаралығының 1943 йылдың 16 октябрь бойороғона ярашлы, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының атамаһын үҙгәртеүгә нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән. Үҙенең составына идаралыҡты (штаб), 1-се гвардия армияһын һәм 8-се гвардия армияһын, 6-сы армияны, 12-се армияны, 46-сы армия һәм 17-се һауа армияһын индергән.

Артабан уға СССР-ҙың 5-се удар армияһы, 4-се гвардия армияһы һәм 9-сы гвардия армияһы, 26-сы армия, 27-се армия, 28-се армия, 37-се армия, 57-се армия, 6-сы гвардия танк армияһы, Болгарияның 1-се, 2-се һәм 4-се армиялары ла ингән. 3 Укр. Ф оператив буйһоноуында СССР Ҡораллы Көстәренең Хәрби-Диңгеҙ Флотына ҡараған Дунай хәрби флотилияһы ла булған.

1943 йылдың октябрь — ноябрендә 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре Днепр өсөн алып барылған ҡаты алыштарҙа Днепропетровск һәм Днепродзержинск ҡалаларын азат иткән, Днепрҙан көнбайышҡа 50 — 60 километрға алыҫыраҡ үткән. Артабан, кривой рог йүнәлешендә хәрәкәт итеп, 6-сы армия көстәре менән Запорожьенан көньяҡтараҡ ятҡан плацдармды яулаған, ә декабрь аҙағына 2-се Украин фронты менән бергә Днепрҙа бик ҙур стратегик плацдармды ҡулда тотҡандар.

Украинаның уң ярын азат иткәндә, 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре 4-се Украин фронты менән берлектә, Никополь-Кривой Рог рожская 1944 йылғы һөжүм итеү операцияһын тормошҡа ашырып, Ингулец йылғаһына сыҡҡан, шунан март — апрелдә николаев-одесса йүнәлешендә һөжүм йәйелдергән. Березнеговат-Снигирёв операцияһын һәм Одесса һөжүм итеү операцияһын эҙмә-эҙлекле алып барып, улар, Ҡара диңгеҙ флоты ярҙамы менән, Украинаның көньяғын азат итеүҙе тамамлаған, Молдавия ССР-ының байтаҡ өлөшөн һәм Днестрҙың уң ярындағы плацдармды, шул иҫәптән кицкан плацдармын азат иткән.

1944 йылдың авгусында 3-сө Украин фронты Молдавия ССР-ын тулыһынса азат итеү мөмкинлеген биргән Яссы-Кишинёв стратегик операцияһында ҡатнашҡан, ә Румыния Германияға һуғыш иғлан иткән.

8 сентябрҙә 3 Укр. Ф ғәскәрҙәре Болгария территорияһына аяҡ баҫҡанһәм ай һуңына уны азат иткән. 1944 йылдың 28 сентябре — 20 октябрендә 3-сө Украин фронты, Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы менән бергә хәрәкәт итеп, Болгария Ватан фронты ғәскәрҙәре ҡатнашлығында, Белград стратегик операцияһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, Югославия баш ҡалаһы Белград һәм Сербияның күп өлөшө азат ителгән. Белград операцияһы барышында союздаштар ғәскәрҙәренең төп удар көсө булып генерал-лейтенант В. И. Ждановтың 4-се Сталинград гвардия механизацияланған корпусы торған[1]. Ете көн буйы дауам иткән аяуһыҙ һуғыштар һөҙөмтәһендә корпус танкистары, Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы менән бергә хәрәкәт итеп, Белград ҡалаһын азат иткән.

1944 йылдың октябре — 1945 йылдың февралендә 3-сө Украин фронты көстәренең бер өлөшө Будапешт стратегик операцияһында ҡатнашҡан. Уның ғәскәрҙәре Дунай йылғаһын кисеп сыҡҡан һәм уның уң яҡ ярында плацдарм яулап алған. 1945 йылдың ғинуарында улар дошмандың, Будапешта ҡамауҙа ҡалған төркөмдәрен сығарырға маташҡан контрһөжүмен алып ташлаған, Балатон операцияһында немец ғәскәрҙәренең Балатон күле янындағы контрһөжүмен өҙгән. Был операцияны уңышлы тамамлау 16 мартта, оператив паузаһыҙ ғына, 2-се Украин фронтының һул ҡанаты менән бергә хәрәкәт итеп, Вена стратегик операцияһын башларға, Венгрияны азат итеүҙе тамамлау, дошманды Австрияның көнсығыш өлөлшөнән ҡыуып ебәреү һәм уның баш ҡалаһы Вена азат итеү мөмкинлеген биргән.

3-сө Украин фронты, Австрияның көнбайыш һәм үҙәк райондарының байтағын азат иткән Грацк-Амштеттен һөжүм итеү операцияһын үткәреп, хәрби хәрәкәттәрен тамамлаған. 8 һәм 10 майҙан фронт ғәскәрҙәре американ һәм инглиз ғәскәрҙәре менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. 12 майға саҡлы фронт американдарға китергә маташҡан немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһын ҡабул иткән. Артабан, 24 майға тиклем, урынды ентекле ҡарап сығыу, дошмандың тарҡау (ҡайһы саҡта байтаҡ ҡына кешенән торған) төркөмдәрен әсирлеккә алыу һәм юҡ итеү дауам иткән.

1945 йылдың 15 июнендә, СССР демобилизацияһы буйынса, Юғары Баш Командующийҙың 1945 йылдың 29 май Ставка директиваһы нигеҙендә 3 Укр. Ф тарҡатылған, фронттың ялан идаралығы Ғәскәрҙәрҙең көньяҡ төркөмө идаралығы тип үҙгәртеп ҡоролған.

Командованиеһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәскәрҙәрҙең командующийҙары[2]:

  • армия генералы Малиновский Родион Яковлевич (1943 й. 20 октябре — 1944 й. 15 майы);
  • армия генералы, 1944 й. 12 сентябренән Советтар Союзы маршалы Толбухин Фёдор Иванович (1944 й. 15 майы — 1945 й. 15 июне).

Хәрби совет ағзалары:

  • генерал-лейтенант, 1944 й. 12 сентябренән генерал-полковник Желтов Алексей Сергеевич (башынан алып аҙағына тиклем).
  • интендант хеҙмәте генерал-майоры, 1945 й. 18 апреленән интендант хеҙмәте генерал-лейтенанты Лайок Владимир Макарович (башынан алып аҙағына тиклем).

Штаб начальниктары:

  • генерал-лейтенант Корженевич Феодосий Константинович (октябрь 1943 — май 1944);
  • генерал-лейтенант, 1944 й. майынан генерал-полковник Бирюзов Сергей Семёнович (1944 й. май — октябре);
  • генерал-лейтенант, 1945 й. апреленән генерал-полковник Иванов Семён Павлович (1944 й. октябре — һуғыш тамамланғанға тиклем).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
3-сө Украин фронты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:РККА в годы ВОВ