20 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(20 октября битенән йүнәлтелде)
20 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 октябрь Викимилектә |
20 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 293-сө көнө (кәбисә йылында 294-се). Йыл аҙағына тиклем 72 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя статистика көнө. БМО-ның статистика комиссияһы ҡарарына ярашлы, 2010 йылдан башлап 5 йылға бер тапҡыр билдәләнә: 2010, 2015, 2020, 2025, 2030 һәм артабан.
- Ер: Низағтарҙы хәл итеү көнө (октябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
- Остеопороз менән көрәш көнө.
- Кредит союздары көнө.
- Ялҡауҙар көнө.
- АҠШ: Йәштәргә ышаныу көнө.
- Рухи яҡтан көслөләр көнө.
- Вьетнам: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Гватемала: Революция көнө.
- Кения: Геройҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡышҡа һаҡламдарҙы тулыландырыу көнө.
- Чехия: Ағас ултыртыу көнө.
- Ямайка: Батырҙар көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Диңгеҙ буйы крайы көнө.
- Ер: Авиадиспетчерҙар көнө.
- Ашнаҡсылар, коктар көнө.
- АҠШ: Йәмәғәт мәғлүмәт саралары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби элемтәселәр көнө.
- Әзербайжан: Энергетиктар көнө.
- 1852: Оттава ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1911: Руаль Амундсен экспедицияһы Көньяҡ полюсҡа юллана.
тулы исемлек
- 1929: СССР-ҙа тотошлай коллективлаштырыу иғлан ителә.
- 1930: Хакас автономиялы өлкәһе ойошторола.
- 1944: Совет Армияһы һәм югослав партизандары Белградты азат итә.
- 1953: АҠШ-та Рей Брэдбериҙың «Фаренгейт буйынса 451 градус» антиутопияһы баҫылып сыға.
- 1958: Таиландта хәрби түңкәрелеш.
- 1970: СССР-ҙа беренсе тапҡыр «Спортлото» уйнатыла.
- 1973: Сидней опера театры асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылғужа (Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы; (1945—25.02.2005), яҙыусы. 1984—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты һәм яуаплы секретары, 1990—1992 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры.
- Илибаева Мария Каликаевна (1950), Мари Иле Республикаһының ветеран журналисы, яҙыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Туҡтай ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәҙиев Ринат Рауил улы (1955), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан малсылыҡ продукттарын етештереү һәм яңынан эшкәртеү технологиялары факультеты деканы, 2010—2011 йылдарҙа фән һәм инновацион эштәр буйынса проректор; 2012 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылынан.
- Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы (1965), дипломат. 2020 йылдан Габон Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.
- Кривошеев Андрей Николаевич (1970), спортсы, тренер. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР (1991), Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992) һәм Рәсәйҙең (1993—1998) йыйылма командалары ағзаһы. 2008 йылдан Өфөләге 24-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, бер үк ваҡытта 2010 йылдан конькиҙа шыуыу спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының өлкән тренеры. Олимпия уйындарыында ҡатнашыусы (1998). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Ғәлимхан Абдрахман улы (1921—12.01.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 3-сө Бөтә союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яуыш ауылынан.
- Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы (1921—31.12.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Үҙәнбаева Лена Шакир ҡыҙы (1936), төҙөлөш эшсеһе. Күмертау ҡалаһындағы 2-се төҙөлөш идаралығының элекке буяусыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сәлихова Сәғирә Әхмәт ҡыҙы (1946—20.05.2010), комсомол, профсоюз һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1967—1971 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының икенсе секретары; 1973 йылдан ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре профсоюзының район комитеты рәйесе; 1979 йылдан Иҫке Собханғол ауыл Советы башҡарма комитеты секретары, 1982 йылдан — рәйесе; 1985 йылдан район Советы башҡарма комитеты иҡтисадсыһы, 1992 йылдан — район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы, 1994—2001 йылдарҙа — баш белгес. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Собханғол ауылынан.
- Айтмөхәмәтов Нариман Зәйнулла улы (1951), спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1978), республика категорияһындағы судья (1987). Спорт йөрөшө буйынса СССР кубогын яулаусы (1981), ветерандар араһында донъя (1991—1994) һәм Европа (1992, 1994—1995) чемпионы, Бөтә донъя уйындарында өс тапҡыр еңеүсе (1994; 2011).
- Йосопов Таһир Әбдрәким улы (1951), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2001—2011 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Рощинский» совхозының берекмә директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005), райондың почётлы гражданы (2017). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһе Перелюбский районы Харитоновка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николаевский Борис Иванович (1887—22.02.1966), сәйәсмән, эмигрант-тарихсы. Сығышы менән хәҙерге Бәләбәй ҡалаһынан.
- Манатов Шәриф Әхмәтйән улы (1892—1936), дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең һәм Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1917—1918 йылдарҙа Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Кәлмәтов Харис Сәлих улы (1897—27.11.1937), дәүләт хеҙмәткәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1922 йылдан Башҡорт АССР-ы Баш суды судьяһы, 1924—1929 йылдарҙа — рәйесе; 1927 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы; 1936 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Физкультура һәм спорт эштәре комитеты рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Костин Яков Дмитриевич (1917—20.09.1993), сик һаҡсыһы. 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномётсы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Ғарданов Хәләф Шакир улы (1932—2008), ғалим-филолог, журналист. 1976—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 1989—1993 йылдарҙа хәҙерге Ҡазан дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2004 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1970). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан.
- Шәмсетдинов Амур Әбүлхәйер улы (1932—16.06.1996), механизатор. 1958—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы механизаторы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Ғиззәтуллин Мәжит Нурислам улы (1937), инженер-энергетик. 1975—2002 йылдарҙа Өфө яны (Благовещен ҡалаһы) ТЭЦ-ының баш инженеры, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1997), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994).
- Жирнов Борис Семёнович (1942), ғалим-инженер-технолог. 1965 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылдан химик-технологик процестар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2000), Ҡаҙағстандың Атырау нефть һәм газ институтының почётлы профессоры (2004). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Алексеевский ауылынан.
- Әхмәтшин Динер Йыһанша улы (1952). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән Бүздәк районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡсурин Мәхмүт Абдулла улы (1923—2009), инженер, төҙөлөш тармағы һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1985 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресы тимер-бетон заводының директор урынбаҫары һәм трестың партком секретары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Малахов Михаил Андреевич (1923—6.11.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, айырым сапер батальонының сапёр-разведчигы, гвардия ефрейторы. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Болотин ауылынан.
тулы исемлек
- Биғолов Миңлеғол Солтан улы (1928—6.01.1973), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1947 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресы ташсыһы, 1958 йылдан комплекслы бригада етәксеһе. СССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы (1966—1970), Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII съезы делегаты (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан.
- Ишбирҙина Гөлсирә Хәлиҙәр ҡыҙы (1948), педагог, йәмәғәтсе. 1967—2006 йылдарҙа Әбйәлил районы Ҡушый башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы һәм мөдире. 2002—2004 йылдарҙа ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән ошо райондың Юлдаш ауылынан.
- Хазиев Валерий Семёнович (1948), философ-ғалим. 2005—2008 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2016), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһының Ирсу ауылынан.
- Зиннуров Рәфис Миңлейәр улы (1953), төҙөүсе. 1976 йылдан Өфөләге Эре панелле йорттар төҙөү тресының 1-се төҙөлөш идаралығы монтажсыһы, 1995—2016 йылдарҙа — прорабы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миңеште ауылынан.
- Нагаев Роберт Тимербай улы (1953), иҡтисадсы-ғалим, комсомол, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, эшҡыуар. Ҡазан ҡалаһы хакимиәте Ер ресурстары буйынса комитетының элекке рәйесе, 2009 йылдан «Саулык» дарыуханалар селтәре етәксеһе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессоры. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Исмәғил ауылынан.
- Йоносов Мирсәйет Ғүмәр улы (1963), журналист, комсомол органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары, 1986 йылдан «Башҡортостан пионеры» һәм «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр республика гәзите хеҙмәткәре, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, 1998 йылдан — баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылынан.
- Хөрмәтуллин Әнәс Флүс улы (1963), слесарь. 1988 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-ремонтсыһы, 1996 йылдан — ҡаҙан таҙартыусы; 2002 йылдан Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһы үҙәк ҡаҙанлығының ҡаҙан таҙартыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2018). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Меңнәр ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостай Кәрим (1919—21.09.2005), шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951–1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.
- Фәрит Суфияров (1939), уҡытыусы, шағир, 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Ғәли Соҡорой (1997), Фатих Кәрим (2005), Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Иҫәнбай ауылынан.
тулы исемлек
- Быков Владимир Викторович (1949—14.01.2018), СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. 1966—1979 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы. Башҡорт АССР-ында беренсе СССР-ҙың спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1978).
- Вәхитов Малик Шакир улы (1949), ғалим-зооинженер, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1984—2003 йылдарҙа Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозы директоры, 2003 йылдан — Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районы, 2006—2015 йылдарҙа — Мәләүез районы хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сәйет ауылынан.
- Кашаев Венер Нәбиулла улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1995–2005 йылдарҙа Бөрө автотранспорт предприятиеһының баш инженеры, директоры, 2005 йылдан — Дүртөйлө автотранспорт предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең почётлы транспорт хеҙмәткәре, Почётлы автотранспортсы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
- Мартыненко Василий Борисович (1974), ғалим-геоботаник. 2015 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), биология фәндәре докторы (2009). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1616: Томас Бартолин, Дания анатомы, лимфа системаһын асыусы.
- 1632: Кристофер Рен, Англия математигы.
- 1894: Александр III, Рәсәй императоры.
- 1895: Мифтахетдин Аҡмулла, башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.
тулы исемлек
- 1964: Герберт Гувер, АҠШ-тың 31-се Президенты.
- 1982: Идрис Туҡтар, СССР яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Башҡортостандың Благовар районы Болошло ауылынан.
- 1987: Андрей Колмогоров, СССР математигы.
- 1994: Сергей Бондарчук, СССР актёры, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1952), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 2001: Мөхәмәт Арыҫланов, театр рәссамы, РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1973).
- 2011: Муаммар Каддафи, Ливия башлығы.
- 2020: Дягилев Анатолий Иванович, Башҡортостандың Архитектура-төҙөлөш дәүләт күҙәтеүе инспекцияһының элекке етәксеһе.