Эстәлеккә күсергә

Мартыненко Василий Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мартыненко Василий Борисович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө геоботаник, техник, ғалим
Эш урыны Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Воронеж дәүләт техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы ботаника, биология һәм география

Мартыненко Василий Борисович (20 октябрь 1974 йыл) — ғалим-геоботаник. 2015 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), биология фәндәре докторы (2009).

Мартыненко Василий Борисович — 1974 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында тыуған. 1996 йылдың мартында Воронеж дәүләт урман техник академияһын (хәҙер университет) яҡшы билдәләренә тамамлай[1].

1996 йылдың мартынан ноябренә тиклем Бөрө урман хужалығының Бөрө урмансылығы лесничийы ярҙамсыһы.

1996 йылдың ноябренән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биология институтының геоботаника һәм үҫемлектәр ресурстары лабораторияһы аспиранты.
1999 йылда «Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының урмандарҙы тикшереү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1999 йылда институттың ғилми хеҙмәткәре, һуңынан ғилми хеҙмәткәр.
2003 йылдан алып РФА Өфө ФҮ-нең Биология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан геоботаника һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау лабораторияһы мөдире. 2009 йылда «Көньяҡ Урал урмандарының синтаксономияһы уларҙы һаҡлау системаһын үҫтереүҙең теоретик нигеҙе булараҡ» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2015 йылдың июненән РФА Өфө Биология институты директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[2]. Башҡорт дәүләт университетында диссертация советының штаттағы ағзаһы. Фитоценология һәм флористика кафедра мөдире (РФА-ның УИБ базаһында берлектәге кафедра һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты). Бөтә Рәсәй геоботаника «Рәсәй үҫемлектәр донъяһы» журналының редакция советы ағзаһы.
Бөтә Союз (хәҙерге Рус) ботаника йәмғиәтенең ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының биология фәндәре бүлексәһендә ботаника буйынса совет ағзаһы . «Башҡорт Уралы» ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында биосфера резерватының Координация советы ағзаһы. Рус география йәмғиәте ағзаһы. Башҡортостан Республикаһында «Рус география йәмғиәте» бүлексәһенең тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы рәйесе[1].

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр донъяһын һәм уның динамикаһын, үҫемлектәрҙең һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәрен өйрәнеүгә, биотөрлөлөктө һаҡлауҙы фәнни яҡтан тәьмин итеүгә арналған. Мартыненко тарафынан Көньяҡ Урал урмандарының төп зона типтарына һәм уларҙың тау варианттарына ентекле синтаксономия эшләнә, уларҙың төрлөлөгө формалашыуының ботаник-географик законлыҡтары һәм төп факторҙары өйрәнелә. Мартыненко «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын проектлауға етәкселек итә. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

  • «Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость». Өфө, 2003 (авторҙаш);
  • «Флора и растительность Южно-Уральского государственного природного заповедника». Өфө, 2008 (авторҙаш);
  • «Уникальные памятники природы — шиханы Торатау и Юрактау». Өфө, 2014 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]