Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 20 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Мерәҫ, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 31 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мерәҫ, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание рядовой, ҡыҙылармеец[d] һәм тоҫҡаусы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы (20 октябрь 1921 йыл — 31 декабрь 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы һәм батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирғәли Мырҙағәли улы Сәғитов 1921 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында 3-сө эскадрон тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында яугир тураһында былай тип яҙылған: «Иптәш Сәғитов батыр һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир, Одерҙан алып Бранденбургҡа тиклем хәрби юл үтә. Бранденбург ҡалаһы өсөн барған һуғышта Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы шәхси ҡоралы менән дошмандың алты һалдатын юҡ итә һәм дүрт һалдатын әсирлеккә ала. Взводты ҡаплап, плацдармды киңәйтеү буйынса взводтың алға барыуына мөмкинлек бирә». Был батырлығы өсөн Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана[1]. Яугир 1988 йылдың 31 декабрендә тыуған ауылында вафат була[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]