Биғолов Миңлеғол Солтан улы
Биғолов Миңлеғол Солтан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 октябрь 1928 |
Тыуған урыны | Ҡанаҡай ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 1973 (44 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биғолов Минеғол Солтан улы (20 октябрь 1928 йыл — 6 ғинуар 1973 йыл) — ташсы, комплекслы төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе. СССР-ҙың етенсе саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967), КПСС-тың XXII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минеғол Солтан улы Биғолов 1928 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны [1]Ҡанаҡай ауылында башҡорт крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен, 1947 йылдың сентябрендә Ишембай ҡалаһында фабрика-завод мәктәбен тамамлай.
13 йәшенән эшләй башлай, 1941 йылдың июленән Маҡар районының «Ҡыҙыл таң» колхозында. 1947 йылдан — Өфөлә, «Башнефтезаводстрой» төҙөлөш-монтаж һәм Черниковск ҡалаһындағы (хәҙерге Черниковка биҫтәһе) 21-се төҙөлөш-монтаж трестарында ташсы булып эшләй. 1958 йылдың ғинуарында «Башнефтезаводстрой» тресының 2-се төҙөлөш идаралының ташсыларының комплекслы бригадаһына бригадир итеп тәғәйенләнә.
М. С. Биғолов бригадаһы айлыҡ производство заданиеларын 140—150 проценҡа үтәй, Өфөлә балалар баҡсалары, хәстәханалар, торлаҡ йорттар, мәктәптәр һәм башҡа объекттар төҙөй. 920 урынлыҡ дүрт ҡатлы мәктәп бинаһын төҙөгәндә бригада айырыуса яҡшы эшләй: 40 көн эсендә 5 мең кубометрҙан ашыу кирбесте стена итеп һала. Июль башында бинаны һала башлайҙар, ә 1958 йылдың 1 сентябренә мәктәпте файҙаланыуға тапшыралар.
Уның бригадаһы Өфөнөң буласаҡ Октябрь проспектында беренсе йорт нигеҙен һала[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 9 авгусындағы Указы менән төҙөлөштә һәм төҙөлөш материалдарын етештереүҙәге ҙур уңыштары өсөн Биғолов Минеғол Солтан улына ((Указда — Бигулов) «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ менән Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
- миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы
- ↑ А. Зиновьев. Миннигул Бегулов: оставил после себя улицы построенных домов. ИА «Башинформ», 16 октября 2008 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биғолов Миңлеғол Солтан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2023)
- Сергей Каргапольцев. Миннигул Султанович Бегулов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.
- http://ufacity.info/m/residents/reception/126268.html 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- Башҡортостандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 6 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- КПСС ағзалары