Черниковка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черниковка
Статусы

жилой район

Эсенә инә

ҡала Өфө

Административ район

Калинин, Орджоникидзе

Элекке статусы

ҡала

Элекке атамалары

Черниковск

Черниковка на карте

 Черниковка Викимилектә

Черниковка — Өфө ҡалаһының төньяғындағы торлаҡ районы.  Калинин  һәм  Орджоникидзе райондары өлөштәренән тора. Элекке Черниковск ҡалаһы.


Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1609 йылда дәүләт  Указы һәм  воевода М. В. Годунов бойороғо буйынса Себерҙә  хеҙмәт иткән өсөн   С. Аничковҡа Шөгөр йылғаһы буйындағы яландарҙы милеккә бирәләр. Төҙөлөүсе ҡәлғә ҡала ситендәге  «ҡырағай яландарҙы» үҙләштереү шулай башлана. Бында килеп төпләнгән урыҫ крәҫтиәндәре баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылдарға уларҙың хужаларының исеме бирелә: Черниковка, Калловка, Аничково, Бонье  һ. б.

Черниковка капитан Иван Черниковтың милке була, ер биләмәһен уға батшаға тоғро хеҙмәте өсөн бирәләр. Икенсе версия буйынса,  атама Черниково ауылы (XVI быуат аҙағы)  атамаһынан алынған. Ә ауылға исемде воевода Михаил Нагойҙың ярҙамсыһы, баяр улы Иван Черников-Онучин хөрмәтенә биргәндәр. Ул ошо ерҙе биләмәгә алған Түбәнге Новгород кешеһе була.

Рәсәй империяһының торамалары белешмәлегендә (1877)  ошо мәғлүмәттәр бар: Черниковка Өфөнән 11 саҡрымда ятҡан,   12 йорт ихатаһында 28 ҡатын-ҡыҙ һәм 28 ир-ат йәшәгән.

1922 йылда был территория Өфө өйәҙенең Богородие улусына инә.   

Өфө составында  [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө эргәһендә  мотор һәм  ҡаҙан-турбина заводтарын төҙөү айҡанлы, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитетының Кесе Президиумы 1931 йылдың 23 декабрендә  «Черниковск» тигән атама бирелгән ҡасаба Советын ойоштора.  1936 йылда  был территориялар Өфө составына индерелә,  Черниковск ҡасаба Советы Черниковск район  Советы итеп үҙгәртелә,  үҙәге Мотор ауылында урынлаша. Совет Өфө ҡала Советына буйһона. Яңы районға Өфө ҡалаһының Сталин районы тигән исем бирелә.  1941 йыл  башына Сталин  районы эре сәнәғәт  районына әүерелә. Районды ваҡлау мәсьәләһе ҡалҡа, әммә һуғыш планды үҙгәртә.

Хәҙерге Черниковкала Сталин осоро ампир стилендә төҙөлгән  архитектура биналары күп. Һуғыштан һуңғы биш йыллыҡта күләмле биҙәктәр һәм колонналар менән биҙәлгән  биналарҙан торған урамдар ҡалҡып сыға. Ә Беренсе Май урамы  (тәүҙә — Яңы, унан һуң Сталин урамы тип атала) Черниковскиҙың баш архитекторы М.Н. Куприянованың айырыуса сағыу ижад емеше өлгөһө була. Урам Еңеү паркынан башлана һәм Беренсе Май паркына тиклем 3 километрға һуҙыла.  Беренсе Май урамындағы тәүге монументаль ҡоролма — "Победа" кинотеатры бинаһы (1946, архитектор С.И. Якшин), уны немец хәрби әсирҙәре төҙөй. Урамдың ике яғы буйлап бөхтә ихаталы торлаҡ кварталдары ҡалҡа, һәр ихатала бомбанан ҡасыу вентиляцияһы киоскы тора. Парктар һәм бульварҙар барлыҡҡа килә, уларҙа йүкә һәм тирәктәр үҫә. Урындағы һигеҙ ҡатлы йорттар ("Восьмиэтажка") Өфөнөң тәүге күп ҡатлы йорттары була.   1950-се йылдар аҙағына  архитектураға ҡырыҫ стилдәр йоғонтоһо көсәйә, һәм Беренсе Май урамында   типовой  «хрущевкалар» күтәрелә башлай.

Черниковск ҡалаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп һанлы эшселәр эшләгән сәнәғәт предприятиеларының күплеге, ҡала үҙәгенән 15—20 километр алыҫлыҡ ҡала Советы башҡарма комитетының районға идара итеү эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра. Шул сәбәпле РСФСР Юғары Советы Президиумының  1944 йыл 5 декабрь Указы менән ҡарар ҡабул ителә: Өфөнөң Сталин  районын   республика буйһоноуындағы ҡала итеп үҙгәртергә. Уға Черниковск тигән атама бирелә.

Һуғыштан һуң ҡалала сәнәғәт үҫеше дауам итә, уның территорияһы ла, халыҡ һаны ла арта, ошоға бәйле уны   райондарға бүлеү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Ҡаланы үҫтереүҙең, яңы төҙөлөштәрҙең проекттары 1942—1943 йылдарҙа  уҡ Одессанан эвакуацияланған архитектор В.Л. Фельдштейн тарафынан тәҡдим ителгән була.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1952 йыл 25 февраль Указы менән   Черниковск ҡалаһы өс районға бүленә: Сталин, Калинин һәм Орджоникидзе. Райондарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары барлыҡҡа килә, район Советтары башҡарма комитеттары һайлана. 

Был ваҡытта  Черниковск ҡалаһының сиктәре бик киңәйә һәм Өфө эргәһенә килеп етә, был  ике ҡаланы берләштереүгә сәбәп булған шарттарҙың береһе була.

БАССР Юғары Советы Президиумының  1956 йыл 24 июль Указы менән Өфө һәм Черниковск ҡалалары бер ҡала — Өфө ҡалаһы итеп берләштерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]