Эстәлеккә күсергә

Миңеште

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Миңеште
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°37′10″ с. ш. 55°01′24″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 816 005

ОКТМО коды

80 624 416 111

ГКГН номеры

0521980

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Миңеште (Рәсәй)
Миңеште
Миңеште
Миңеште (Башҡортостан Республикаһы)
Миңеште

Миңеште (рус. Миништы) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 561 кеше[1]. Почта индексы — 452318, ОКАТО коды — 80224816005.

Эске (Внутреннее) Йылан улусына Миңеште, Кәңгеш (хәҙер Иҫке Кәңгеш), Таубаш-Баҙраҡ ауылдары ҡарай. Ауыл янынан аҡҡан Миңеште йылғаһының исеме ауыл атамаһы булып киткән. Миңеште — Йылан ырыуына ҡараған аҫаба башҡорттар ауылы. 1795 йылғы рәүиз материалдарында уның тураһында мәғлүмәттәр теркәлмәгән. 1834 йылда үткәрелгән VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (рәүиз) мәлендә 89 башҡорттоң йәшәүе теркәлә, ә 1859 йылда ауылда 278, 1920 йылда 1073 башҡорттоң йәшәүе иҫәпкә алына[2].

1843 йылда ауылда йәшәгән 89 башҡортҡа 114 бот ужым һәм 112 бот яҙғы иген сәселә. 22 ихатала йәшәгән башҡорттарҙың 87 аты, 62 һыйыры, 72 һарығы һәм 102 кәзәһе була[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 561 278 283 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 105 км