Саҙретдинов Әхмәткамал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саҙретдинов Әхмәткамал
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1895
Тыуған урыны Миңеште, Миәҙәк ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы
Һөнәр төрө охранник
Эш урыны Дәүләт банкы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Саҙретдинов Әхмәткамал (рус. Садретдинов Ахметкамал) 1895 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саҙретдинов Әхмәткамал 1895 йылда Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. 1942 йылдың 19 февралендә Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында СССР Дәүләт банкының 1030-се ялан кассаһы һаҡсыһы булып хеҙмәт итә[2]. Саҙретдинов Әхмәткамал хәрәкәттәге армияла 1942 йылдың 12 июненән хеҙмәт итә, ике тапҡыр яралана, беренсе тапҡыр 1942 йылдың 16 июлендә Воронеж янында барған алыштарҙа һул ҡулы яралана, икенсе тапҡыр 132-се гвардия дивизияһы 712-се полкы составында Орел ҡалаһы янында алышта башына ярсыҡ менән яралана. 1944 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]