Әкәнәй (Дүртөйлө районы)
Ауыл | |
Әкәнәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Әкәнәй (рус. Аканеево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 283 кеше[1]. Почта индексы — 452306, ОКАТО коды — 80224834002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө өйәҙе Ҡаҙан даруғаһы Шамшаҙы улусына ҡараған Әкәнәй ауылы аҫаба башҡорттар йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, XIX быуат башында улар 72 108 дисәтинә ерҙе аҫабалыҡ хоҡуғында биләй. 1701 йылдың 16 майында Әкәнәй Бишенбаев иптәштәре Русай Иванаев, Дәүләт Чичканов, Мәскәү Аҡъегетов, Бәсекәй Афонасов, Илек Тәкәнов, Күҫәк Ҡуғошевтар менән бергә рухани Дмитрий Серегевҡа һәм уның иптәштәренә Ағиҙел буйындағы ерҙе ҡуртымға биреү документына ҡул ҡуя. Ауылға нигеҙҙең ҡасан һалыныуы теүәл генә билдәле түгел, әммә 1709 йылдың 19 мартында төҙөлгән документта Әкәнәй ауылы атап үтелә. Күрәһең, ауылға тәүгеләрҙән булып Әкәнәй Бишенбаев килеп төпләнгән[2].
1736 йылдың 5 декабрендә төҙөлгән документ та иғтибарға лайыҡ: Әкәнәй ауылында йәшәгән аҫаба башҡорт, йөҙ башы Байыш Раслекеев (Расмекеев), Рысай ауылынан рядовой башҡорттар Һатылған Бирҙегәнғолов, Таймас Рысаев һәм уларҙың иптәштәре канцелярияла эшләгән Иван Зиновҡа һәм уның иптәштәренә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен ҡуртымға бирә. Улар Ляпустино ауылына нигеҙ һала[2].
Әкәнәй ауылы байтаҡ ҡына архив документтарында осрай. 1795 йылғы рәүиздә ауылда 146 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1816 йылда - 193 башҡорт, 1834 йылда - 150 башҡорт, 148 типтәр, 6 мишәр, 1859 йылда - 160 башҡорт, 220 типтәр, 12 мишәр йәшәй. 1920 йылда ауыл халҡы тулыһынса үҙҙәрен башҡорт тип таный[2].
Башҡорттарҙың аҫаба еренә типтәрҙәрҙәрҙең һәм мишәрҙәрҙең ҡасан индерелеүе теркәлмәгән. Әммә рәүиз документтарына ярашлы типтәрҙәрҙең килеп төпләнеүе 1748 — 1762 йылдар араһында булырға тейеш. Ә мишәрҙәр 1816 һәм 1836 йылдар араһында үҙ ихаталарын булдыра[2].
Ауыл халҡы мал аҫырау, иген игеү, һунарсылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. 1834 йылда ауылда йәшәгән 315 кеше 215 йылҡы, 306 һыйыр, 400 һарыҡ 200 кәзә аҫырай. Ауылда ике тирмән эшләй. 150 башҡортҡа 433 бот ужым һәм 560 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет тә була. 1909 йылда Әкәкнәй земский мәктәбендә 46 уҡыусы белем ала[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 283 | 127 | 156 | 44,9 | 55,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы (3.08.1918—7.11.2017), режиссёр. 1951 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.