Мишәрҙәр
Үҙ атамаһы |
мишәрләр, татарлар |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 160 мең (1897), 242,6 мең (1926) 1939 йылда халыҡ иҫәбен алғанда татар составына индерелә. | |
Тел | |
Дин | |
Туғандаш халыҡтар | |
Килеп сығышы |
Мишәрҙәр (мишәрләр, мишәр татарлары) — Волга-Урал татарҙарының субэтник төркөмө.
Мишәрҙәргә Ҡасим ҡалаһы тирәһендә йәшәүсе ҡасим татарҙары яҡын[1].
Этноним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фараз буйынса «мишәр» этнонимы Ока буйында һәм Ока-Сура йылғалары араһында йәшәүсе фин‑уғыр[2] йәки мадьяр ҡәбиләләре атамаһынан барлыҡҡа килгән. Тикшеренеүселәр madyar һүҙен өс төрлө мәғәнәлә айырып үтәләр: mod’er — «мадьяр иле»; mod’ar — антропоним (ырыу башлығы исеме); med’er — этноним (боронғо венгр ҡәбиләһенең атамаһы). Мадъяр ғалимы Д. Немет ике форманы — modyar һәм modyer айырып үтә, уның буйынса modyar (мадьяр) атамаһының боронғо формаһы možer (можар, мажар) булған, ә medyer вариантынан mežer>mi(š)žer>mišar (мишәр) барлыҡҡа килгән[3].
Мишәр этнонимы шулай уҡ башҡорт, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки ырыу-ҡәбилә атамаларында осрай, әммә этнографтар быны башлыса мадьяр йоғонтоһо менән бәйләйҙәр[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV—XV быуаттарҙа Түбәнге Ока буйы, Цна, Мокша бассейны, Сура йылғаһы буйының үрге һәм урта ағымында йәшәүсе төрки халыҡ нигеҙендә Ҡасим ханлығында формалашҡан[1][4].
Тикшеренеүселәрҙең күпселеге (В. В. Вельяминов‑Зернов, В. В. Радлов, А. Ф. Можарский, С. П. Толстов һ.б.) фекеренсә, мишәрҙәр — «мещера» («можар») исемле фин‑уғыр ҡәбиләһенән барлыҡҡа килгән. Б. А. Куфтин, И. Переньи, Т. Тибор буйынса улар мадьяр‑венгр ҡәбиләләренән сыҡҡан тип иҫәпләй. Шулай уҡ мишәрҙәрҙең сығышын төрки телле көнбайыш ҡыпсаҡтар (М. З. Зәкиев), буртастар (Б. А. Васильев), болғарҙар менән бәйләйҙәр[4].
Урыҫ сығанаҡтарында уларҙы можар, мещера, буртас тип атайҙар. XVI быуатҡа ҡарай мишәрҙәрҙең Мокша бассейнында — «ч-лаштырыусы» һәм Сура бассейнында — «ц-лаштырыусы» ике этнографик төркөмдәре формалаша. XVI—XVII быуаттарҙа мишәрҙәр Урта Волганың уң яҡ яр буйында төҙөлгән нығытмалы сик һыҙыҡтары тирәһендә урынлаша[1].
1783—1784 йылдарҙа мишәр мырҙалары урыҫ дворяндарына тиңләштерелә.
Мишәрҙәрҙең этномәҙәни үҫешенә Ҡазан татарҙары ҙур йоғонто яһай; мишәрҙәрҙең үҙ атамаһы аҡрынлап «татар» этнонимы тарафынан ҡыҫырыҡлана. 1939 йылда халыҡ иҫәбен алғанда татарҙар составына индерелә[4].
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Волганың уң яҡ яр буйында йәшәйҙәр. Мишәрҙәрҙе артабанғы төркөмдәргә бүләләр[1]:
- cиргәч (Түбәнге Новгород өлкәһенең көньяҡ-көнсығышындағы Краснооктябрьский, Сиргәч һәм Пильна райондары);
- быуа (Сыуашстандың көньяҡ-көнсығышындағы Комсомольский һәм Батыр райондары, Татарстандың көньяҡ-көнбайышындағы Быуа һәм Сүпрәле райондары);
- темников (төмән) (Мордовияның төньяҡ-көнбайышындағы Темников, Ельник, Краснослободск һәм Атюрьево райондары);
- ләмбәрә (Мордовияның Ләмбәрә, Ромоданово, Инсар һәм Рузаевка райондары);
- керенск (Пенза өлкәһенең Каменка районы);
- карсун (Ульяновск өлкәһенең көнбайышында Инза һәм Карсун райондары);
- кузнецк (Пенза өлкәһенең көньяҡ-көнсығышындағы Неверкинск һәм Кузнецк райондары);
- хвалын (Ульяновск өлкәһенең көньяғында Иҫке Ҡулатҡы һәм Николаевка райондары).
Мишәрҙәр шулай уҡ Башҡортостанда, Рязань, Тамбов, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Мәскәү өлкәләрендә һ.б. төбәктәрҙә йәшәйҙәр.
Телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телдәре — татар теленең мишәр диалекты.
Мишәр диалекты үҙенең архаик үҙенсәлектәре менән айырыла, ул Мещера биләмәләрендә Цна һәм Мокша йылғалары бассейнында формалашҡан. Диалект «ц-лаштырыусы» (сиргәч, быуа, керенск һ.б.) һәм «ч-лаштырыусы» (темников, кузнецк, ҡулатҡы һ.б.) һөйләштәре төркөмдәренән тора[1].
Л. Т. Мәхмүтова буйынса, «ц-лаштырыусы» һөйләштәр төркөмөнә артабанғылар инә: сиргәч (Түбәнге Новгород өлкәһе), сүпрәле (Татарстан, Сыуашстан), чистай (Татарстан, Һамар өлкәһе), мәләкәс (Ульяновск өлкәһе), байҡыбаш (Башҡортостан). Ә «ч-лаштырыусы» төркөмөнә — темников һәм ләмбәрә подтип һөйләштәре (Мордовия) ҡарай. Үҙ сиратында темников подтибына — темников һөйләшен (Мордовияның көнбайыш райондары) һәм башҡа райондарҙың бер нисә һөйләштәрен (Мордовияның көньяҡ райондары, Пенза өлкәһенең төньяҡ райондары, Пенза өлкәһенең көньяҡүкөнсығыш райондары) индерә. Ләмбәрә подтибына ләмбәрә һөйләшенән (Мордовияның көнсығыш райондары). «Ч-лаштырыусы» һөйләштәре араһында ҡатнаш һөйләштәр — кузнецк, хвалын һ.б. бар[5].
Д. Б. Рамаҙанова буйынса, «ц-лаштырыусы» һөйләштәр төркөмөнә артабанғылар инә: сиргәч (Түбәнге Новгород өлкәһе), сүпрәле (Татарстан, Сыуашстан), байҡыбаш (Башҡортостан). Ә «ч-лаштырыусы» төркөмөнә — темников, ләмбәрә (Мордовия), кузнецк (Пенза өлкәһе), хвалын, мәләкәс, карсун (Ульяновск өлкәһе), чистай-керәшен (Татарстан), стәрлетамаҡ (Башҡортостан), шарлыҡ (Ырымбур өлкәһе), курша (Тамбов өлкәһе), волгоград (Волгоград өлкәһе, Әстерхан өлкәһе, Ставрополь крайы). Чистай һөйләшендә ҡатнаш характер күҙәтелә[6].
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп шөғөлдәре — игенселек. Мал аҫрағандар, тауыҡ һәм ҡаҙ тотҡандар. Шулай уҡ һунар, балыҡ тотоу һәм башҡа кәсептәр менән шөғөлләнгәндәр. XIX быуат уртаһынан сауҙа итеү үҫешә[1].
Йорттары ағас бураларҙан, ҡайһы берҙә самандан була, ҡыйыҡтары йышыраҡ һалам менән ҡаплана[1].
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мишәр аш‑һыуында ҡамыр аштары һәм ярма киң таралған. Бәрәңге, ярма, кәбеҫтә, туҡмас һалынған итле һурпа традицион ризыҡ иҫәпләнгән. Ит аҙыҡтары ғәҙәттә һарыҡ, һыйыр, ҡош, һирәгерәк йылҡы итенән әҙерләнгән. Һөт ризыҡтарынан ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, һөҙмә, эремсек ҡулланғандар; киң ҡулланылған эсемлектәргә айран, буҙа, кеүәҫ, шәрбәт, бал, сәй ингән[4].
Мишәр фольклоры бай, унда әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, лирик һәм йола йырҙары һ.б. бар[4].
Башҡортостан мишәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда мишәрҙәр XVI быуаттың 2‑се яртыһында Мәскәү дәүләте Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң ҡала‑ҡәлғәләрҙә, нығытмалы сик һыҙыҡтарында хеҙмәтле кешеләр иҫәбендә була. Мишәрҙәрҙең күпселеге башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә аҫаба башҡорттар менән керҙәшлек (припущенник) тураһындағы яҙма килешеүҙәр нигеҙендә керҙәштәр сифатында ултыра[4].
XVII—XVIII быуаттарҙа батша хөкүмәте мишәрҙәрҙе башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуға йәлеп итә. Императрица Анна Иоанновнаның 1736 йылдың 11 февралендәге указға ярашлы мишәрҙәргә ихтилалсы-башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе оброк түләмәйенсә биләй алған, был положение тик 1790 йылдың 18 ноябрендәге указы буйынса бөтөрөлә[4].
Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, Башҡортостан мишәрҙәре хәрби ҡатламға күсерелә һәм Башҡорт-мишәр ғәскәре составында хеҙмәт итергә тейеш була. Аныҡ льготалар, өҫтөнлөктәр, үҙҙәренең айырым административ‑хәрби идаралығы булыуы, ойошоп ултырыу мишәрҙәрҙең этник тупланыуына булышлыҡ итә. 1812 йылғы Ватан һуғышында 2 мишәр полкы ҡатнаша.
1865 йылда граждандар ҡатламына күсерелә һәм дәүләт крәҫтиәндәре менән тиңләштерелә[4].
Башҡортостан мишәрҙәренең иҫәбе[4] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1743—1747 йй. | 1782 й. | 1794 й. | 1834 й. | 1851 й. | 1879 й. | 1912 й. | 1920 й. | 1926 й. |
10,1 мең | 28,8 мең | 46,3 мең | 73,6 мең | 105,5 мең | 138,9 мең | 150,8 мең | 166,2 мең | 136 мең |
1939 йылда халыҡ иҫәбен алғанда татарҙар составына индерелә[4].
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош, Шишмә, Әлшәй райондарында тупланып йәшәйҙәр[4].
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Башҡортостан мишәрҙәре фотогалереяһы | |
Фотоколлекция музея антропологии и этнографии им. Петра Великого "Кунсткамера" РАН
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Мухамедова Р. Г. Мишари // Большая российская энциклопедия. Т. 20. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2012. — 767 с. — ISBN 978-5-85270-354-5.
- ↑ Матвеев Г. Б. Мишари. 2020 йыл 28 сентябрь архивланған. // Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
- ↑ 3,0 3,1 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Фәтихова Ф. Ф., Яҡупов Р. И. Мишәрҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Махмутова Л. Т. Опыт исследования тюркских диалектов: мишарский диалект татарского языка. — М.: «Наука», 1978. — С. 16—17.
- ↑ Рамазанова Д. Б. Татарские диалекты // Татары. — М.: «Наука», 2001. — С. 28.; Рамазанова Д. Б. Мишарский диалект // Татарская энциклопедия: В 6 т. — Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2008. — Т. 4, С. 208.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акашкин М. М. Свадебные обряды, песни татар-мишарей и мордвы (сравнительный анализ). — Саранск: НИИЯЛИЭ Мордовии, 2000.
- Ахмаров Г. О языке и народности мишарей // Гайнутдин Ахмаров: историко-документальный сборник = Гайнетдин Әхмәрев: тарихи-документаль җыентык. — Казан: Хәтер, 2000. — С. 223—271. — ISBN 5-900004-74-0.
- Ахмаров Г. О языке и народности мишарей // [1]. — Казань: Известия Общества археологии, истории и этнографии при Императорском Казанском университете, 1903.Прим.:Важно! Без редакторских купюр издания 2000 г.
- Гусева Ю. Н. История татарских сельских общин Нижегородской области ХХ в. (1901–1985 гг.). — Н. Новгород, 2003.
- Идиатуллов А. К. Духовная культура татар-мишарей Ульяновской области (в контексте проблемы религиозного синкретизма). — Ульяновск, 2010.
- Мухамедова Р. Г. Татары-мишари. Историко-этнографическое исследование. — М.: Наука, 1972. — С. 246.
- Орлов А. М. Мещера, мещеряки, мишари. — Казань: Татар. кн. изд-во, 1992. — С. 112. — ISBN 5-298-01050-4.
- Орлов А. М. Нижегородские татары: этнические корни и исторические судьбы. — Нижний Новгород, 2001. — С. 240.
- Сенюткин С. Б. История татар нижегородского Поволжья с последней трети XVI до нач. XX вв. 2-е изд. — Н. Новгород, 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мишәрҙәр Викимилектә |
- Фәтихова Ф. Ф., Яҡупов Р. И. Мишәрҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гациский А. С. Нижегородские татары — татары ли? 2004 йыл 27 октябрь архивланған.
- О костюме мишарей // Ахмаров Г. О языке и народности мишарей.
- Мишари: почему при Сталине эту народ записали в татары? Сайт «Рамблер», 2019, 27 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2020)