Радлов Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Василий Васильевич Радлов
Friedrich Wilhelm Radloff
Radlof V.V..jpg
Тыуған көнө:

17 (5) ғинуар 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Берлин

Вафат булыу көнө:

12 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны:

Петроград, РСФСР

Гражданлығы:

Freestate of prussia flag 1920–1947.png Пруссия
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы[d]
РСФСР[d]

Ғилми өлкәһе:

төркиәт, фольклористика, археология

Эшләгән урыны:

Антропология һәм этнография музейы

Уҡыу йорто:

Берлин университеты

Ғилми етәксеһе:

Вильгельм Шотт

Билдәле уҡыусылары:

Н. Ф. Катанов,
П. М. Мелиоранский

Награда һәм премиялары
орден Pour le Mérite в области искусств и науки Pour le Mérite

Василий Васильевич Радлов (ысын исеме-аты Вильгельм Фридрих Радлов) (1837 йылдың 5 (17) ғинуары, Берлин — 1918 йылдың 12 майы, Петроград) — сығышы менән немец булған арҙаҡлы Рәсәй Көнсығышты өйрәнеүсеһе — төркиәтсе, этнограф, археолог һәм педагог, төрки телдәре менән халыҡтарын сағыштырма-тарихи планда тәүләп өйрәнә башлаусы ғалимдарҙың береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Васильевич Радлов 1837 йылдың 5 ғинуарында Берлиндә ҡала полицияһы комиссары ғаиләһендә тыуа, берҙән-бер ул була.

1854 йылда, гимназияны тамамлағас, Берлин университетының философия факультетына уҡырға инә. Тәүҙә теология менән мауыға, аҙаҡ сағыштырма-тарихи тел ғилеме менән ҡыҙыҡһына башлай, Ф. Бопптың лекцияларын тыңларға йөрөй. Галлия университетында ике семестр А. Ф. Поттың һиндевропалылыҡ һәм тарихи фонетика буйынса лекцияларын тыңлай. Шәрҡиәтселек менән мауығып китеп, географ К. Риттерҙың, шәреҡ телдәре буйынса Х. Штейнталь менән В. Шоттың дәрестәренә йөрөй. Һуңғыһының йоғонтоһонда унда Урал һәм Алтай телдәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, һәм йәш Радлов Урал-Алтай телдәрен төплө өйрәнеү өсөн Рәсәйгә йәшәргә китергә тигән ныҡлы ҡарарға килә. Шул маҡсатта урыҫ телен ныҡлы өйрәнә башлай.

1858 йылдың 20 майында Радлов Йен университетында «Азия халыҡтарына диндең йоғонтоһо тураһында» тигән темаға диссертация яҡлай һәм философия фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрки телдәрен өйрәнеү менән тығыҙ бәйле.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Эйнштейн Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.