Төркиәт
Төркиәт | |
Өйрәнеү объекты | Төрки телдәр һәм Төрки телле халыҡтар |
---|---|
Төркиәт Викимилектә |
Төркиәт (рус. тюркология) — төрки һәм төрки телле халыҡтарҙың телдәрен, тарихын, әҙәбиәтен, фольклорын, этнографияһын, рухи һәм матди мәҙәниәтен өйрәнгән гуманитар фәндәр комплексы; шәрҡиәт бүлеге.
Башта төрки телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүсе филологик, тарихи- филологик фән булараҡ үҫешә башлай.
Өйрәнеү предметы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиәтселәр төньяҡ-көнсығышта Саханан, көньяҡ-көнбайышта Кипрға тиклем, көнсығышта Ҡытайҙан көньяҡ Яҡын Көнсығыш илдәренә ҡәҙәр тикшеренеү эштәре алып бара.
Донъяла бөгөн төрки халыҡтарҙың, этник төркөмдәрҙең һәм төрлө илдәрҙә аҙсылыҡ тәшкил иткән төркөмдәрҙең дөйөм иҫәбе яҡынса 165 миллион кешегә барып етә. Яҡынса 20 миллион кеше икенсе йәки өсөнсө тел булараҡ ниндәйҙер төрки телен белә. Иң боронғо төрки текстар беҙҙең эраның 600—800 йылдарына ҡарай.
Боронғо төркиҙәрҙең дине —Тәңрелек. Хәҙерге ваҡытта төрлө төрки халыҡ төрлө дин тота. Төп диндәр — ислам, христианлыҡ, буддизм һәм ерле халыҡтың боронғо диндәре, инаныуҙары. Хәҙерге төркиҙәрҙең күпселеге мосолман-сөнни. Буддистар хәҙер тик һары уйғырҙар һәм тывалар араһында ҡалған. Сыуаштар һәм гагауздар— башлыса православие христиандары. Ҡараимдарҙың дине — иудаизм.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 25 төрки халыҡ йәшәй (барлығы яҡынса 12 миллион кеше): татарҙар (5 млн. 554 мең), башҡорттар (1 млн. 673 мең), сыуаштар (1 млн. 637 мең), ҡаҙаҡтар (653 мең), әзербайжандар (621 мең), сахалар (443 мең), ҡумыҡтар (422 мең), тывалар (243 мең), ҡарасәйҙәр (192 мең), үзбәктәр (122 мең), балҡарҙар (108 мең), төрөктәр (92 мең), нуғайҙар (90 мең), хакастар (75 мең), алтайҙар (67 мең), төркмәндәр (33 мең), ҡырғыҙҙар (31 мең), шорҙар (13 мең), гагауздар (12 мең), долгандар (7261), ҡырым татарҙары (4131), уйғырҙар (2867), ҡараҡалпаҡтар (1609), тофаларҙар (837), ҡараимдар (366)[1].
1997 йылда сыҡҡан «Тюркские языки» коллектив монографияһында 39 тере һәм 15 үле төрки телдәр билдәләнгән[2].
Рәсәйҙә төркиәт буйынса студенттар Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (МГИМО), ИСАА, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Мәскәү лингвистика университеты, Рәсәй гуманитар университеты, Мәскәү өлкәһе хәрби университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты (Өфө фән һәм технологиялар университы), Ҡазан федераль университеты, Силәбе дәүләт университеты, Себер федераль университетында һәм башҡа бик күп юғары уҡыу йорттарында белем ала.
Төркиәт ғилеме буйынса тикшеренеүҙәр Башҡортостанда башлыса Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында алып барыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрки ҡәбиләләр тураһында иң боронғо мәғлүмәттәр Боронғо Ҡытай тарихи сығанаҡтарында теркәлгән.
Төрки халыҡтарҙың тарихы буйынса мөһим сығанаҡтар тип Боронғо Рим тикшеренеүсеһе Аммиан Марцеллин (IV быуат), Византия тарихсылары Приск Панийский (V быуат), Иордан, Прокопий Кесарийский, Менандр Протектор (бөтәһе лә — VI быуат), Феофилакт Симокатта (VII быуат) һәм башҡалар, урта быуат ғәрәп һәм фарсы телендә яҙышҡан Ибн Хордадбех, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Гардизи, Рәшит әт-Дин, Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини, Гильом де Рубрук, Юлиандың һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре иҫәпләнә.
VIII—X быуаттағы боронғо руник яҙмалар (орхон-йәнәсәй яҙмалары) һәм VIII—XVI быуаттарҙа иҫке уйғыр руналары менән яҙылған ҡомартҡылар төрки телдәр һәм тарихты өйрәнеүселәр өсөн мөһим мәғлүмәт сығанағы була.
Төрки телдәр буйынса тәүге төплө хеҙмәт— «Төрки һөйләштәр йыйылмаһы» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk — Төрлө төрки телдәр буйынса һүҙлек-белешмә), ул XI быуатта Мәхмүт Ҡашғари тарафынан төҙөлгән.
XV—XVII быуаттарҙа төркиәттең төп йүнәлеше Ғосман империяһын һәм был дәүләт төрөктәре телен өйрәнеү була.
XVIII быуатта Швеция тикшеренеүсеһе Ф. И. Страленберг Себер төрки халыҡтарының мәҙәниәтен һәм телен, Йәнәсәй рун ҡомартҡыларын өйрәнә.
1893 йылдың 25 ноябрендә Дания ғалимы В. Томсен боронғо орхон-йәнәсәй яҙма ҡомартҡыларҙың төрки телдә булыуын асыҡлай (беренсе ул уҡыған һүҙ- «Тәңре»). 1894 йылда Германиянан килгән Рәсәй тюркологы В.В.Радлов был яҙмаларҙың төрки тексын тәржемә итеп баҫтырып сығара.
XIX быуат аҙағында Венгрия, Германия, Финляндияла төркиәт үҙәктәре формалаша, уларҙа башҡорт, татар, сыуаштар һәм башҡала халыҡтарҙың теле һәм мәҙәниәте өйрәнелә (А. Вамбери, Г. Ю. Кляпрот, Д. Месарош, В. Шотт).
1795 йылда Парижда Көнбайыш илдәрҙәге төрки телдәрҙе өйрәнеү буйынса тәүге юғары мәктәп — «Тере көнсығыш телдәре мәктәбе» (L'école des langues Orienteles vivantes) асыла.
Төркиҙәр тураһында иң боронғо урыҫ сығанаҡтары— «Үтеп барған йылдар хикәйәте» («Повесть временных лет»; XII быуат; ), Нестор Искәндәрҙең «Царьградты алыу тураһында хикәйәт»ендё («Повесть о взятии Царьграда»; XV быуат) һәм ҡайһы бер башҡа йылъяҙмалар. А. И. Лызловтың «Скифтар тарихы» («Скифская история»; XVII быуат), Д. И. Кантемирҙың ике томлы Төркиә тарихы буйынса хеҙмәттәре төрки халыҡтар тарихына арналған.
Рәсәйҙә фәнни төркиәт XVIII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. 1725 йылда Петербург Фәндәр академияһы асыла, Рәсәй тарихын, бер аҙҙан әкренләп төрки халыҡтарҙың тарихын һәм телен системалы өйрәнеү башлана (Г. З. Байер, И. И. Лепёхин, Г. Ф. Миллер, П. С. Паллас, П. И. Рычков, В. Н. Татищев һәм башҡалар). Академик экспедициялар барышында Себер, Урал һәм Волга буйы халыҡтары тураһында материалдар йыйыла. 1787 йылда сыҡҡан Палластың «Барлыҡ телдәрҙең һәм һөйләштәрҙең сағыштырмаса һүҙлектәре» («Сравнительные словари всех языков и наречий») лексиконында татар, мишәр, нуғай, башҡорт һәм башҡа төрки телдәр лексикаһынан материалдар бирелгән.
XIX быуатта Петербург Фәндәр академияһының Азия музейы, Ҡазан университетында Көнсығыш төркөмө асыла; төрки халыҡтарҙың теле, әҙәбиәте, тарихы, археологияһы, этнографияһы өйрәнелә (Н. А. Аристов, И. Н. Березин, Л. З. Будагов, Н. И. Ильминский, А. К. Казем‑Бек, Л. Э. Лазарев, Х. Д. Френ, О. Н. Бетлинг, П. М. Мелиоранский). 1863 йылда Петербург университетында Көнсығыш тарихы кафедраһы ойошторола, ошонан алып төрки халыҡтарҙың тарихы үҙ аллы үҫеш ала (Н. Я. Бичурин, В. В. Вельяминов-Зернов, Н. И. Веселовский, В. В. Григорьев, В. Г. Тизенгаузен, В. В. Радлов, В. В. Бартольд һәм башҡалар).
XIX быуатта — XX быуат башында төрки халыҡтар араһынан сыҡҡан төркиәтселәр: М. Ф. Ахундов, М. М. Биксурин, Ч. С. Вәлиханов, Н. Ф. Катанов, М. И. Өмөтбаев, Ә. Ә. Вәлидов, И. И. Хәлфин, Ҡ. Насыри һ.б.
Октябрь революцияһынан һуң төрки телдәр өсөн яңы алфавит һәм грамматика эшләнә.
Төрки халыҡтар тарихы, этнографияһы, археологияһы үҫешенә ҙур өлөш индергән СССР ғалимдары: А. Н. Бернштам, Л. Н. Гумилёв, А. П. Окладников, Л. П. Потапов, С. И. Руденко, С. П. Толстов, А. Ю. Якубовский һ.б.
Тел ғилеме өлкәһендә эшләгән күренекле төркиәтсе- ғалимдар: В. А. Богородицкий, С. Е. Малов, Ғ. Х. Әхәтов, Н. И. Ашмарин, Н. А. Баскаков, Н. К. Дмитриев, Ж. Ғ. Кейекбаев, А. Н. Кононов, Э. Р. Тенишев, Л. З. Заляй, А. М. Щербак, М. Ш. Ширалиев, К. М. Мусаев, Э. В. Севортян, Ә. Ә. Юлдашев һ.б.
Төркиәтсе әҙәбиәт белгестәре Е. Э. Бертельс, В. А. Гордлевский, Мөх. Ф. Ғәйнуллин, В. М. Жирмунский, А. Н. Самойлович, В. Д. Смирнов, Ғ. Б. Хөсәйенов һәм башҡалар яңы әҙәби һәм фольклор ҡомартҡыларын ҡулланышҡа индерә, төрки халыҡтар әҙәбиәте үҙенсәлектәрен һәм традицияларын өйрәнә.
Төрки телдәрҙең диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнеү буйынса байтаҡ эштәр алып барыла, грамматик система эшләнә, фәнни грамматикалар һәм фразеологик һүҙлектәр баҫылып сыға. Төрки телдәр лексикографияһы бик ныҡ үҫешкән: милли тел- рус һәм рус-милли тел күп томлы аңлатыу һүҙлектәре, шулай уҡ терминологик-диалектологик һүҙлектәр төҙөлгән һәм нәшер ителгән.Төрки телдәрҙең сағыштырма фонетикаһы, морфологияһы һәм синтаксисын төҙөп, нашер итеү — Совет төркиәтсе ғалимдарының ҙур ҡаҙанышы.
XX быуаттың 30-сы һәм 40-сы йылдарҙа СССР-ҙың күп кенә күренекле төркиәтсе ғалимдар, шул иҫәптән башҡорт ғалимдары ла, репрессия ҡорбандары булған[3][4][5][6].
Төркиәт буйынса үҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһен совет ғалимдары «Советская тюркология» («Совет төркиәте», Баҡы; 1970—90, хәҙер «Тюркология») журналында баҫтыра. 2009 йылдан башлап Ҡазанда «Российская тюркология» («Рәсәй төркиәте») журналы нәшер ителә.
Болгария, Венгрия, Германия, Италия, Польша, Финляндия, Франция һәм башҡа илдәр ғалимдарының (Г. Гылыбов, Н. Тодоров, Д. Хазам, Д. Немет, А. Рона-Таш, А. фон Габен, Г. Дёрфер, С. Соммье, В. Зайончковский, Э. Трыярский, М. Рясянен, П. Пельо, Ш. Э. Уйфальви де Мезо-Ковезд, Э. Шаванн, Г. Ярринг, Л. Юхансон, К. Г. Менгес, П. Б. Голден) хеҙмәттәре төркиәт мәсьәләләренә арналған.
Төркиәт фәне Төркиә Республикаһында үҫешкән, уның үҫешенә Р. Р. Арат, А. Асыл, Б. Аталай, Ә. Ә. Вәлидов, А. Дильачар, Ә. Инан, Ф. Кепрюлю һәм башҡалар ҙур өлөш индерә. Хәҙерге ваҡытта Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда һәм башҡаларҙа ҙур төркиәт үҙәктәре эшләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Данные Всероссийской переписи 2002 года 2016 йыл 29 февраль архивланған.
- ↑ Языки Мира. Тюркские языки. М., 1997.
- ↑ Ашнин Ф. Д., Алпатов В. М., Насилов Д. М. Репрессированная тюркология. — Москва: "Восточная литература" РАН, 2002. — С. 5. — ISBN 5-02-018338-5.
- ↑ составитель Тумаркин Д. Д. Репрессированные этнографы. — Москва: «Восточная литература» РАН, 2002. — ISBN 5-02-018346-6.[1]
- ↑ Русские археологи и политические репрессии 1920—1940-х гг.
- ↑ Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период (1917—1991)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кононов А. Н. История изучения тюркских языков в России: Дооктябрьский период. — 2-е изд. — Л.: Наука, 1982.
- Кононов А. Н. Биобиблиографический словарь отечественных тюркологов: Дооктябрьский период. — 2-е изд., перераб. — М., 1989.
- Ашнин Ф. Д., Алпатов В. М., Насилов Д. М. Репрессированная тюркология. — М.: «Восточная литература» РАН, 2002. — 296, [8] с. — ISBN 5-02-018338-5.
- Милибанд С. Д. Востоковеды России, XX — начало XXI века: Биобиблиографический словарь: В 2-х книгах. — М.: Восточная литература, 2008. — 968 с. + 1004 с. + 70 с. (доп. и указ., 2009).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисамитдинова Ф. Ғ. Төркиәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Библиография и ссылки по тюркологии
- Ссылки на сайты о тюркологии 2010 йыл 4 октябрь архивланған.
- Кононов А. Н. Тюркология // Лингвистический энциклопедический словарь, М., 1990