Эстәлеккә күсергә

Долгандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Долгандар

Долган болан көтөүсеһе, ХХ быуат башы
Үҙ атамаһы

долган, тыа-киһи, hака

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 8 мең тирәһе.
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 7885 (2010 й.)

[1][2]

[2]

Украина Украина: 26 (2001 г.)[4]
Беларусь Беларусь: 3 (2009 г.)[5]
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: 3 (2009 г.)[6]

Тел

Долган ( саха теленең) диалекты тип ҡарайҙар, урыҫ теле

Дин

Православие, шаманлыҡ

Раса тибы

Монголоид

Халыҡ

Төркиҙәр

Туғандаш халыҡтар

сахалар

Долга́ндар (үҙ атамалары — долган, тыа-киһи, саха)[7] — Рәсәйҙәге төрки телле халыҡ. Бөтәһе 7900 тирәһе кеше иҫәпләнә. Красноярск крайындағы Таймыр Долгано-Ненец муниципаль районында — 5500, Саха Республикаһында — 1900 тирәһе долган йәшәй.

Таймырҙың төп халҡы. Теле долган; ҡайһы бер ғалимдар уны саха теленең диалекты тип һанай. Православие динен тоталар.

Долгандар халыҡ булараҡ XIX быуатта — XX быуат башында барлыҡҡа килә. Улар Лена һәм Оленёк йылғалары буйынан күсеп килгән эвенктарҙан, сахаларҙан, урындағы эвенктарҙан, энцтарҙың айырым ғаиләләренән һәм күптән күсеп килгән урыҫ ғәиләләренән ойошҡан[7][8]. Халыҡ булараҡ XVIII быуат аҙағында — XIX быуат башында барлыҡҡа килә. Долгандарҙың этнос булараҡ ойошоуында сахалар, сахалашҡан эвенктар, нганасандар һәм урыҫтар ҡатнаша. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында баҫылып сыҡҡан Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә «сахаларҙың бер өлөшө Йәнәсәй губернияһының Турухан крайына күсә. Ундағы долгандарҙы — ҙур булмаған тунгус ҡәбиләһен, шулай уҡ урыҫтарҙы сахалаштыралар»[9]. В. В. Ушницкий «Тунгусские роды Якутии XVII в.: вопросы происхождения и этнической принадлежности» тураһында былай тип яҙа :

« Долгандарҙың сығышы тураһында ике төрлө ҡараш бар. Беренсеһе буйынса, долгандар — килеп сығышы буйынса үҙ теле һәм мәҙәниәте булған үҙаллы халыҡ. Шулай уҡ, долгандар сахаларҙың болансылыҡ менән шөғәлләнеүсе төньяҡ ҡәбиләләренең береһенән барлыҡҡа килгән тип һанаусылар ҙа бар. Долгандарҙан булған тарихи шәхес — Дыгынча кенәз тураһында мәғлүмәттәр бар. Уны уҡ «юкагирҙарҙың» кенәзе тип тә иҫкә алалар. Бәлки, долгандар юкагирҙар янына ҡасҡандарҙыр. Сахаларҙың болансылыҡ менән шөғәлләнеүсе төньяҡ ҡәбиләләренең фольклорына ул Даринча исеме менән кергән, ә улы Юнгкээбил Оленькта йәшәй.

Шулай итеп, төньяҡ яҡуттары өсөн юкагир-тунгус баһадиры (Юнгкээбил — «юкагир» тигәнде аңлата) үҙҙәренең батыры булып тора. В. А. Кейметинов буйынса, долган этнонимы метис төркөменә керә[10].

»

Долгандарҙың оҙаҡ ҡына үҙ атамаһы булмай. Улар үҙҙәрен ырыу исеме менән атап йөрөтәләр. «Долган» этнонимы эвенк ырыуҙарының береһе — «долган»/«дулгаан» исеменән («урта», «урталағы», «эске») алынған. 1935 йылда Таймыр милли округы ҡарары менән рәсми рәүештә долган — саха исеме бирелә[11]. 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа долгандарҙы сахалар тип яҙалар[12], ә 1959 йылғы иҫәп алыу буйынса айырым халыҡ итеп күрһәтеп тә, баҫмала сахалар итеп яҙалар[13].

Долган халҡы һанының динамикаһы[14][15][16][17][18]:

Долгандарҙың иҫәбе үҙгәреү

2002 йылда тораҡтарҙа долгандарҙың һаны :[19]

Красноярск крайы:

  • Дудинка ҡалаһы 757
  • Хатанга ауылы 637
  • Новорыбная ҡасабаһы 635
  • Сындасско ҡасабаһы 523
  • Хета ҡасабаһы 402
  • Катырык ҡасабаһы 362
  • Попигай ҡасабаһы 346
  • Волочанка ҡасабаһы 300
  • Усть-Авам ҡасабаһы 300
  • Кресты ҡасабаһы 289
  • Новая ҡасабаһы 247
  • Жданиха ҡасабаһы 244
  • Хантайское озеро ҡасабаһы 224
  • Норильск ҡалаһы 152
  • Левинские Пески ҡасабаһы 112

Саха Республикаһы:

  • Үрүң-Хайа ауылы 611
  • Сааскылаах ауылы 364
  • Якутск ҡалаһы 107

Төрки телле төньяҡ халыҡтарынан. Казактар долгандарҙы православие диненә күндереп, суҡындырған ваҡытта үҙ фамилияларын биргәндәр. Шул мәлдән һаҡланып килгән фамилиялар бар: Кудряков, Жарков, Чуприн, Поротов.

Рәсәй ҡалалары һәм райондары буйынса долгандарҙың өлөшө (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(долгандарҙың өлөшө 5%-тан үткән муниципаль берәмектәр:

Рәсәй ҡалалары һәм райондары буйынса долгандарҙың өлөшө
муниципаль район, ҡала округы РФ субъекты % долган
Анаабыр милли (долган-эвенк) МР Саха 42,4
Таймыр Долган-Ненец МР Красноярск 15,7

Долган телен төрки телдәренең саха төркөмөнә индерәләр. Уның нигеҙендә эвенк теле баҫымына дусар ителгән саха теле ята.

Е. И. Убрятова фекеренсә, долган теле XVI быуат аҙағында, Дулган ырыуы эвенктарында (аҙаҡ башҡа төркөмдәрендә лә) саха теле баҫымынан барлыҡҡа килгән[20].

Долган телендә нориль, пясин, авам, хатанг һәм попигай һөйләштәре айырыла[20].

1973 йылда долган телендә беренсе китап — Огдо Аксёнованың «Бараксан» тигән шиғырҙар йыйынтығы сыға.

Ә 1984 йылда долган телендә әлифба донъя күрә .

1970 йылда урыҫ алфавиты нигеҙендә долган яҙмаһы булдырыла.

Күренекле вәкилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2010 года 2020 йыл 25 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2008 йыл 2 февраль архивланған.
  4. &n_page=2 Всеукраинская перепись населения 2001 года. Распределение населения по национальности и родному языку. Государственный комитет статистики Украины.
  5. Перепись населения Республики Беларусь 2009 года. НАСЕЛЕНИЕ ПО НАЦИОНАЛЬНОСТИ И РОДНОМУ ЯЗЫКУ. belstat.gov.by. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2010 йыл 18 сентябрь архивланған.
  6. Агентство Республики Казахстан по статистике. Перепись 2009. 2012 йыл 1 май архивланған. (Национальный состав населения 2011 йыл 23 июль архивланған..rar)
  7. 7,0 7,1 Долганы. БСЭ. Архивировано 15 февраль 2012 года.
  8. Донъя халыҡтары. — Olma Media Group, 2004. — С. 172. — ISBN 537301057X, 9785373010573.
  9. Сибирь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  10. В. В. Ушницкий. Тунгусские роды Якутии XVII в.: вопросы происхождения и этнической принадлежности. www.ipdn.ru. Архивировано 15 февраль 2012 года. 2012 йыл 15 февраль архивланған.
  11. Агеева, Р. А. Какого мы роду-племени? Народы России: имена и судьбы. Словарь-справочник. — Academia, 2000. — С. 112. — ISBN 5-87444-033-Х.
  12. Перечень имен народов, выделявшихся при разработке материалов Всесоюзных/Всероссийских переписей 1926 - 2002 гг., и их численность. «Демоскоп». Архивировано 15 февраль 2012 года.
  13. Перечень имен народов, выделявшихся при разработке материалов Всесоюзных/Всероссийских переписей 1926 - 2002 гг., и их численность. «Демоскоп». Архивировано 15 февраль 2012 года.
  14. Всесоюзная перепись населения 1926 года.Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 23 август 2011 года.
  15. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 23 август 2011 года.
  16. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 23 август 2011 года.
  17. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Архивировано 23 август 2011 года.
  18. Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав населения по регионам России. «Демоскоп». Архивировано 23 август 2011 года.
  19. http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=vpn2002_pert 2019 йыл 12 июль архивланған. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года
  20. 20,0 20,1 Языки Российской Федерации и соседних государств. Энциклопедия в 3-х томах. — М: Наука, 1997. — Т. 1. — С. 344. — ISBN 5-02-011237-2.
  • Долгандар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Долганы // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
  • Долганы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Долганы // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.
  • Долгих Б. О. Происхождение долган // Сибирский этнографический сборник. Т.V., ТИЭ. Т.84. — М.: Издательство АН СССР, 1963. — С.92-141 с.