Ҡумандылар
Ҡумандылар | |
көн. алт. Къуманды, Къуванды(г) ингл. Kumandy, Kuvandy(g) | |
Туған тел | кумандинское наречие[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Алтай крайы, Алтай Республикаһы, Бийский район[d], Красногорский район[d], Солтонский район[d] һәм Турочакский район[d] |
Урын | Алтай[d] |
Халыҡ һаны | 2408 кеше (2021)[1] |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Ҡумандылар Викимилектә |
Ҡумандылар (үҙ атамаһы къуманды, къубанды, къуўанды, къувандыг) — төрки теле төп халыҡ, Рәсәйҙең Алтай крайы, Алтай Республикаһы һәм Кемерово өлкәһендә йәшәй[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылға тиклем ҡумандылар айырым милләт булараҡ тик 1926 йылғы иҫәп алыу менән генә айырым халыҡ сифатында иҫәпкә алына. Ул саҡта РСФСР территорияһында улар 6327 кеше иҫәпләнә.
Уларҙың барыһы ла Себер крайы территорияһында, шул иҫәптән 4948-е — Бийск округында, 1384-е Ойрат автономиялы өлкәһендә (хәҙер Алтай Республикаһы) күсенеп йөрөгән. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡумандылар алтайҙар составына индерелә. 2000 йылда ҡумандылар Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы төп халыҡтарына (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2000 йылдың 24 мартындағы 255-се указы), ә һуңғараҡ Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш аҙ һанлы төп халыҡтарына индерелә. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа, шулай уҡ артабанғы 2010 йылда улар үҙ теле менән айырым милләт тип иҫәпкә алынған.
Халыҡ һаны һәм таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡумандыларҙарҙың һаны:
- Алтай крайында (Бия йылғаһы буйлап: Бийский, Красногорск, Солтон райондары) — 1663 кеше;
- Алтай Республикаһында (Турочак районы) — 931 кеше;
- Кемерово өлкәһендә — 294 кеше;
- Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә — 226 кеше.
Рәсәйҙә барлығы 3114 кеше.
2002 йылда тораҡ пункттарҙа[3]:
Алтай крайы:
- Бийск ҡалаһы: 658 кеше;
- Красногорское ауылы: 217 кеше;
- Салтон ауылы: 136 кеше.
- Алтай Республикаһы:
- Таулы Алтайск ҡалаһы: 438 кеше.
2010 йылдағы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 2892 ҡуманды йәшәй[4].
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кумандин теле төньяҡ алтай телдәренә (алтай теле ғаиләһенең төрки төркөмө) ҡарай йәки төньяҡ алтай теленең (кумандин-челкан) һөйләше (диалекты) булып тора. Ҡумандылар һәм ҡуманды теле айырым халыҡ һәм тел тип рәсми рәүештә танылған. Әммә этнографтар яңы классификацияға ярашлы уларҙы алтайҙар (төньяҡ-алтайҙар) һәм төньяҡ-алтай (ҡуманды һөйләше булараҡ) теленә индереү яҡлы[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар башында ҡумандыларҙы үҙ аллы этнос тип таныйҙар. Тап ошоноң арҡаһында уларр күпләп йәшәгән урындарҙа милли территориаль общиналар барлыҡҡа килә башлай. Алтай крайы ҡалаларында йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килә. Әммә әлегә тиклем бөтә ҡумандыларҙы берләштереп, төрлө кимәлдә үҙ мәнфәғәттәрен яҡлай алған берҙәм үҙәк юҡ.
Үҙ халҡының юҡҡа сығыу хәүефе менән борсолоп, Кумандин интеллигенцияһы үҙ мәҙәниәтен һаҡлау буйынса аныҡ аҙымдар яһай. 2007 йылдың авгусында Таулы Алтайҙа «Төньяҡ Алтай төп халыҡтарының мәҙәниәте һәм традициялары» темаһы буйынса конференция үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса материалдар йыйынтығы баҫылып сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
- ↑ Назаров, Функ, Кондратьева, 2020
- ↑ База микроданных . Архивировано 12 июль 2019 года. Всероссийской переписи населения 2002 года
- ↑ Назаров, Функ, Кондратьева, 2020
- ↑ Баскаков Н. А. Тюркские языки, М., 1960, 2006
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кумандинцы // Сибирь. Атлас Азиатской России. — М.: Топ-книга, Феория, Дизайн. Информация. Картография, 2007. — 664 с. — ISBN 5-287-00413-3.
- Кумандинцы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кумандинцы. Народ Алтая 2023 йыл 21 июнь архивланған.
- Охотничьи легенды кумандинцев (недоступная ссылка — история).
- Кумандинцы: результаты социолого-лингвистического обследования
- l . Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.