Саларҙар
Саларҙар | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сюньхуа-Саларский автономный уезд[d], Хуалун-Хуэйский автономный уезд[d] һәм Цзишишань-Баоань-Дунсян-Саларский автономный уезд[d] |
Халыҡ һаны | 165 159 кеше (2020)[1] |
Ҡулланылған тел | Салар теле |
Саларҙар Викимилектә |
Саларҙар (ҡыт. упр. 撒拉族, пиньинь: Sǎlá Zú; үҙатамаһы — салар, салыр[2]) — Ҡытайҙағы төрки телле халыҡ, салыр төркмән ҡәбиләһе нәҫеле; Сюньхуа-Салар автономиялы районында һәм Цинхай провинцияһының башҡа райондарында, шулай уҡ Ганьсу һәм Синьцзян провинцияларында йәшәйҙәр. Һаны — 104 503 кеше (халыҡ иҫәбе, 2000). Салар теле ҡытай һәм тибет телдәре йоғонтоһон кисергән; хәҙерге ваҡытта латин нигеҙендәге яҙма тел ҡулланыла. Саларҙар антропологик яҡтан бер төрлө түгел, шулай ҙа монголоид тибы өҫтөнлөк итә. Дине буйынса — сөнни мосолмандар, бик аҙ өлөшө тибет буддизмына инана. Төп традицион шөғөлдәре — игенселек, малсылыҡ, баҡсасылыҡ, тимерселек һәм көршәк яһау һөнәрҙәре. Бәләкәй ғаиләләр өҫтөнлөк итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саларҙар бик ҙур боронғо салыр төркмән ҡәбиләһенең өлөшөн тәшкил итә, улар XIV быуатта сәлжүктәрҙән айырымланып, көнсығышҡа табан күсенә. Риүәйәттәргә ярашлы, саларҙар (салыр, салор, салғур) Сәмәрҡәнд янында йәшәгән, хәҙер уларҙың күбеһе Төркмәнстанда Ахал виләйәтендә, Серах этрапында йәшәй.
Саларҙар күп тапҡыр халыҡ ихтилалдарында ҡатнаша. 1781 йылғы ихтилал айырыуса билдәле, ул ваҡытта «джахрия» сектаһына нигеҙ һалыусы Ма Минсиндың салар мөриттәре үҙҙәренең ахуны Су Сашисань (苏四十三, «Су Ҡырҡ өс») етәкселеге аҫтында ҡулға алынған Маны ҡотҡарыу өсөн Ланьчжоуға тиклем барып етәләр. Цин хакимдәре Минсинды язалағандан һуң салар баш күтәреүселәре Ланьчжоуҙы ҡамауға алалар, әммә, Циндән өҫтәмә көстәр килгәс, уларҙың бөтәһен ҡырала[3].
Ҡытайҙағы Граждандар һуғышы осоронда салар крайы Ма Буфанға буйһона. 1949 йылда коммунистар Ма Буфанды ҡыйратҡандан һәм уның Ҡытайҙан ҡасыуынан һуң, уның һалдаттарының (уларҙы Ҡыҙыл Армия өйҙәренә таратҡан була) ҡайһы берҙәре коммунистарға ҡаршы көрәшен дауам итәләр. Ма Буфандың тоғро тарафдары Хань Иму (Han Yimu) 1958 йылда Сюньхуа өйәҙендә ихтилал ҡуптара, ошо уҡ ваҡытта Тибетта ҡытайҙарға ҡаршы ихтилал башлана. Ул үҙенең яугирҙарын, бөгөн- Синьхуа, иртәгә — Ланьчжоу, иртәнән һуң — Пекин, тип илһамландырған, тип һөйләйҙәр. Ихтилал баҫтырылғандан һуң Хань Ямуны судҡа һәм артабан язалау өсөн Пекинға алып киләләр. Бында ғына ул, йәнәһе, ҡаршы торған көстәрҙең ҡеүәтенә дөрөҫ баһа бирмәүен аңлаған һәм, Ҡытайҙа халыҡ Цинхайҙағы яктарҙан да күберәк икән, тип әйткән булған[4].
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саларҙар сөнни тибындағы ислам динен тоталар (хәнәфи-матуридит). Традицион йәшәү урындарынан тыш, улар дунған мосолмандары йәшәгән ҡалалрҙа йәшәй. Ислам белемен улар Jiezi ауылындағы Gaizi Mişit мәҙрәсәһендә алалар[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 国家统计局 https://www.stats.gov.cn/sj/ndsj/2021/indexeh.htm (ҡыт.) — 中国统计出版社, 1982.
- ↑ Салыры . turkmenhistory.narod.ru. Дата обращения: 11 март 2018.
- ↑ Lipman 1998
- ↑ Allatson, Paul & McCormack, Jo (2008), «Exile cultures, misplaced identities», Volume 30 of Critical studies, Rodopi, сс. 65—66, ISBN 9042024062, <https://books.google.com/books?id=DaLkNE_20a0C&pg=PA65>
- ↑ https://islamansiklopedisi.org.tr/salirlar
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народы Восточной Азии, М. — Л., 1965.
- Lipman, Jonathan Neaman (1998), «Familiar strangers: a history of Muslims in Northwest China», Hong Kong University Press, ISBN 9622094686, <https://books.google.com.au/books?id=4_FGPtLEoYQC>
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница о саларах в Китайском информационном интернет-центре (рус.)
- Страница о саларах на China’s Official Gateway to News & Information (инг.)