Эстәлеккә күсергә

Цинхай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цинхай
Нигеҙләү датаһы 1928
Рәсем
Рәсми атамаһы 青海省
Дәүләт  Ҡытай
Административ үҙәк Синин[d]
Административ-территориаль берәмек Ҡытай
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:China/Qinghai.map
Иң юғары нөктә Bukadaban Feng[d]
Партия секретары Синь Чансин[d] һәм Чэнь Ган[d]
Хөкүмәт башлығы Лю Нин[d] һәм У Сяоцзюнь[d]
Закондар сығарыу органы Q106088413?[1]
Халыҡ һаны 5 930 000 кеше (2010),
5 923 957 кеше (2020)[2]
Административ рәүештә бүленә Синин[d], Хайдун[d], Хайбэй-Тибетский автономный округ[d], Хуаннань-Тибетский автономный округ[d], Хайнань-Тибетский автономный округ[d], Голог-Тибетский автономный округ[d], Юйшу-Тибетский автономный округ[d] һәм Хайси-Монгольско-Тибетский автономный округ[d]
Номиналь ЭТП 300 590 000 000 ¥[3]
Сиктәш Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Тибетский автономный район[d], Ганьсу[d] һәм Сычуань[d]
Алыштырған Цинхай[d]
Ҡулланылған тел Wutun[d], Kangjia[d], амдо[d], камский тибетский язык[d], Ҡаҙаҡ теле, баоаньский язык[d], шира-югурский язык[d], Цатский язык[d], Салар теле һәм Монгорский язык[d]
Майҙан 696 700 км²
Рәсми сайт qh.gov.cn
Урынлашыу картаһы
Зимнее изображение
Карта
 Цинхай Викимилектә

Цинхай[4] (ҡыт. ябай. 青海, пиньинь: Qīnghǎi) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы үҙәк өлөшөнөң көнбайышындағы әҙ халыҡлы булһа ла күп милләтле провинцияһы. Иң ҙур ҡала һәм административ үҙәге — Синин. Халҡы — 5 626 722 кеше (провинциялар араһында 32-се урында; 2010 й.). Ҡытайға ингәнгә тиклем был өлкә Кукунор тип аталған (монг.Хөх нуур), йәки Амдо (тиб. ཨ་མདོ) һәм унда тулыһынса тиерлек монголдар һәм тебетлеләр йәшәгән.

Цинхай күленең спутник фотоһы

Провинция кәнбайышта Синьцзян һәм Тибет, ә көнсығышта Ганьсу һәм Сычуань менән сиктәш.

Цинхай провинцияһы көнсығыш өлөштә Азияның иң ҙур Куньлунь тау системаһында ята. 6-7 мең м тиклем бейеклектәге Куньлунь Цинхайҙы төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай киҫеп үтә, көньяҡ-көнбайышта ул Тибет таулығы менән сикләшә. Көнсығыш Куньлундең төньяҡ сылбыры провинцияның тәбиғи төньяҡ сиге булған дуға барлыҡҡа килтерә, ул Алтынаг һәм Наньшан һырттарын (бейеклектәре 5—6 мең м) тәшкил итә, улар Көнсығыш Куньлундең төп сылбырҙарынан Цайдам уйпатлығы менән айырыла (бейеклеге 2600—3100 м).

Провинцияның климаты һалҡынса йәй һәм ҡырыҫ ҡыш менән ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм йылына 300-500 мм, шуға күрә тәбиғәт зоналарынан уйпаттарҙа дала һәм ярым дала һәм тауҙарҙа далалар киң таралған. Цинхайҙа Азияның иң ҙур йылғалары Янцзы, Хуанхэ һәм Меконг башланғыс ала. Тымыҡ күлдәр бик күп, шуларҙың иң эреһе провинцияға исем биреүсе — Цинхай ху (Кукунор).

312 йылда күл районында сяньби-монголдар (монгораҙар) Тогон дәүләтенә нигеҙ һала, ул 663 йылға тибетлеләр баҫып алғанға тиклем йәшәй, XIII быуатта биләмә Монгол империяһы составына инә. XVI быуат башында тумат-монголдар төньяҡ-көнсығыш Цинхайҙы баҫып ала.[5]XVII быуат уртаһында Цинхай биләмәһенә хәҙерге Синьцзяндың төньяҡ өлөшөнән кешеләр күсеп килә, улар хәҙер «куконор монголдары» булараҡ билдәле. Иҫке монгол әҙәбиәтендә Кукунор монгол халҡы һәм Алашания «үрге монгол» (монг. дээд монгол) булараҡ билдәләнә. 1724 йылда Цин империяһы ғәскәрҙәре баҫып ала һәм уның составына индерелә.

1928 йылда Кукунор Ҡытай республикаһының Цинхай провинцияһы булып иғлан ителә, ул милитарист Ма Буфандың төп базаһы була. 1949 йылдан — Ҡытай Халыҡ Республикаһының провинцияһы.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цинхай провинцияһы административ-территориаль бүленеш планында 1 ҡала округы, 1 округ һәм 6 автономиялы округҡа бүленә.

Карта Исеме Иероглифтар менән атамаһы Пиньинь телендә атамаһы Кимәле
1 Хайся--Тибет АО 海西蒙古族藏族自治州 Hǎixī Zìzhìzhōu Měnggǔzú Zàngzú Автономиялы округы
2 Хайбэй-Тибет АО 海北藏族自治州 Zìzhìzhōu Hǎiběi Zàngzú Автономиялы округы
3 Синин 西宁市 Xīníng Shì Ҡала округы
4 Хайдун округы 海东地区 Hǎidōng Dìqū Красноярск
5 Хайнань-Тибет АО 海南藏族自治州 Zìzhìzhōu Hǎinán Zàngzú Автономиялы округы
6 Хуаннань-Тибет АО 黄南藏族自治州 Zìzhìzhōu Huángnán Zàngzú Автономиялы округы
7 Юйша-Тибет АО 玉树藏族自治州 Zìzhìzhōu Yùshù Zàngzú Автономиялы округы
8 Голог-Тибет АО 果洛藏族自治州 Zìzhìzhōu Guǒluò Zàngzú Автономиялы округы

Ханьдар — 54,5 %, тибетлеләр — 20,87 %, хуэйҙар — 16 %, монгорҙар — 4 %, ҡалғандары саларалар, монголдар.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1996 йылда провинцияның Хайси-Монгол-Тибет автономиялы округы Дэлинха ҡала өйәҙендәге Байгун тауында имеш Байгун торбалары тип аталған боронғо металл торбалар табылған. Табылған урынды властар туристик үҙәк булараҡ ҡуллана[6].
  • Верхняя Монголия
  1. (unspecified title) — 2021.
  2. 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.)北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9
  3. https://data.stats.gov.cn/english/easyquery.htm?cn=E0103
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 420.
  5. W. Shakabpa D., Tibet: A History Political
  6. J. Lusby, A. Wan of Millennia Discovery 1998-Old Launch Spacecraft Pad in China? // Weekend City, July 18-31, 2002.