Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Шенжаң-Уйғыр автономиялы районы (ШУАР) (уйғ. شىنجاڭ ئۇيغۇر ئاپتونوم رايونى, Шинҗаң Уйғур аптоном райони, ҡыт. 新疆维吾尔自治区, ; ҡыҫҡаса Шенжаң ҡыт. «яңы сик») — Ҡытайҙың көнбайышындағы төбәге. Был илдең майҙаны яғынан иң ҙур территориаль-административ берәмеге.
Тарихи атамаһы — Көнсығыш Төркөстан; Ҡытай әҙәбиәтендә Синцзян (1760-сы йылдарҙан), 14-се быуатҡа ҡараған яҙмаларҙа һәм 16-17 быуаттарға ҡараған фарсы телендәге билдәле ҡулъяҙмаларҙа Уйғыриә, Уйғырстан тип аталған. Автономиялы район Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Рәсәй, Монголия, Афғанстан, Һиндостан менән сиктәш.
Халҡы — 21 813 334 человек (2010). Халыҡ, нигеҙҙә, Тарим уйһыулығында һәм Джунгариялағы йылғалар үҙәнлектәрендә урынлашҡан Ҡашғар, Хөтән, Яркәнд, Аҡһыу, Кусар, Ғолжа ҡалалары һәм улар тирәһендәге өлкәләрҙә ғүмер итә. Мәркәзе — Өрөмсө (рус. Урумчи) ҡалаһы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында район Сиюй (Көнбайыш йорттар) исеме менән телгә алынған.
Көнсығыш Төркөстан Бөйөк ебәк юлында булыу сәбәпле, ул даими рәүештә ҙур дәүләттәр иғтибарын тартып торған. Б. э. 3 быуатында Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ өлөшө — Жунгария сәнби, 5-6 быуаттарҙа жужан, 6 быуаттың икенсе яртыһында төрки ҡәбиләләре идараһында була. Төрки ҡағанлығы төҙөлгәндән һуң, уға Көнсығыш Төркөстандың ҡала-дәүләттәре кергән.
7 быуатта Көнсығыш Төркөстан һәм Жунгарияла Тан династияһы хакимлыҡҡа килгән. 7-се быуаттың 70-се йылдарында уның көньяҡ өлөшө (хәҙерге Кусар, Хөтән, Ҡарашәһәр, Ҡашҡар) тибеттар ҡулына күсә. 9-сы быуатта Уйғыр ҡағанлығы емерелгәндән һуң, Орхон һәм Селенга йылғалары бассейнында йәшәгән уйғырҙарҙың бер өлөшө был яҡҡа күсеп килә.
Уйғыр дәүләте төҙөлә һәм ул бер нисә йыл ҡараҡатайҙарҙың вассалы була. 13-сө быуаттың 10-20 йылдарынан Сыңғыҙханға буйһондоролған. 1251 йылда Көнбайыш Жунгария һәм Ҡашҡар ерҙәре Сығатай улусына кергән. Уйғыр дәүләте ә Могол хандары ҡулы аҫтына күскән. 1399 йылда Шеңжандың төньяҡ өлөшөндә Ойрат ханлығы барлыҡҡа килә. XVII быуат урталарында Джунгар ханлығы барлыҡҡа килә, уны XVIII быуат уртаһында Цин империяһы яулап ала[5][6].. 1465 йылда дуглат ҡәүеменән булған Әбү Бәкер етәкселегендә үҙәге Яркәнт ҡалаһы булған ханлыҡ барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ Хөтән һәм Ҡашҡар виләйәттәре, 1499-1504 йылдарҙа Акһыу, Өстурфан виләйәттәре был ханлыҡ составына ингән. Яркәнт ханлығы 1678 йылға тиклем йәшәп килгән.
Милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2000 йылға | ||
---|---|---|
Халыҡ | Һаны | %-тарҙа |
уйғырҙар | 8 345 622 | 45,21 |
ҡытайҙар | 7 489 919 | 40,58 |
ҡаҙаҡтар | 1 245 023 | 6,74 |
дунғандар | 839 837 | 4,55 |
ҡырғыҙҙар | 158 775 | 0,86 |
монголдар һәм ҡалмыҡтар, дунсян, даурҙар | 194 891 | 1,14 |
«тажиктар» | 39 493 | 0,21 |
сибо | 34 566 | 0,19 |
манчжурҙар | 19 493 | 0,11 |
туцзя | 15 787 | 0,086 |
үзбәктәр | 12 096 | 0,066 |
урыҫтар | 8 935 | 0,048 |
мяо | 7 006 | 0,038 |
тибеттар | 6 153 | 0,033 |
чжуандар | 5 642 | 0,031 |
татарҙар | 4 501 | 0,024 |
саларҙар | 3 762 | 0,020 |
Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нефть эшкәртеү, металлургия, машиналар эшләү, химия, текстиль сәнәғәте оҫтаханалары бар. Төҙөлөш материалдары эшләп сығарыла. Кәсепселек үҫеш алған: ебәк келәм туҡыу, металл, күндән төрлө әйберҙәр әҙерләп сығарыу, ҡағыҙ аҡса эшләп сығарыу менән шөғөлләнәләр.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мурзаев Э. М., Природа Синьцзяна и формирование пустынь Центральной Азии, М., 1966;
- Описание Чжуньгарии и Восточного Туркестана в древнем и нынешнем состоянии, пер. с кит. [Н. Я. Бичурина], ч. 1, СПБ, 1829;
- Риттер К., Землеведение Азии, пер. и крит. замечания В. Григорьева, т. 5, в. 2, СПБ, 1873;
- Бартольд В., Туркестан в эпоху монгольского нашествия, ч. 1—2, СПБ, 1898—1900;
- Думан Л. И., Аграрная политика цинского (маньчжурского) правительства в Синьцзяне в конце XVIII в., М., 1936;
- Тихонов Д. И., Хозяйство и общественный строй уйгурского государства. X—XIV вв., М., 1966;
- Кузнецов В. С., Экономическая политика цинского правительства в Синьцзяне…, М., 1973;
- Яковлев А. Г., Аграрные отношения и аграрная реформа в провинции Синьцзян (1949—1953),
- «Уч. зап. института востоковедения АН СССР», 1955, т. II, с. 220—62;
- Дьяконова Н. В., Культурное наследие национальных меньшинств Синьцзяна, в кн.: Труды Государственного Эрмитажа, т. 2, М. — Л., 1958;
- Всеобщая история искусств, т. 2, кн. 2, М., 1961.
- Госманов М. Ябылмаган китап яки чәчелгән орлыклар. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1996. — 206 бит.
- Дубровская Д. В. Судьба Синьцзяна. Обретение Китаем «Новой границы» в конце XIX в. М.: Институт востоковедения РАН, 1998.- 202 с.
- Обухов В. Г., Потерянное Беловодье. История Русского Синьцзяна., М., 2012
- Harrigan, Anthony. Sinkiang: A Sino-Soviet Trouble Spot? // Military Review. — May 1963. — Vol. 43 — No. 5. (военно-географическая характеристика района)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ http://www.stats.gov.cn/english/PressRelease/202105/t20210510_1817188.html
- ↑ https://data.stats.gov.cn/english/easyquery.htm?cn=C01
- ↑ http://www.gov.cn/test/2013-04/07/content_2371589.htm
- ↑ Гибель Джунгарского государства. История Казахстана
- ↑ Гибель Джунгарского ханства. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 сентябрь 2017. 7 март 2017 тикшерелгән.. Казах.ру
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викимилектә |
---|---|
![]() |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Викигид |
- Ҡалып:Xzqh
- Синьцзянский информационный Интернет-центр. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 июль 2005. 2005 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
- И. Плескачевская. Китайский Туркестан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 октябрь 2007. 2007 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- Волынец Алексей «Синьцзян против Китая. Мусульманское восстание забирает у империи Цин весь Восточный Туркестан»
- Волынец Алексей "Китай без Синьцзяна: «зубы, не прикрытые губами». Повстанцы-мусульмане вооружаются револьверами, а империя Цин готовится вернуть «Новую границу»
- Александр Собянин. Уйгурский сепаратизм становится общей проблемой России и Китая. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 июнь 2008. 2008 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- «Караван Азия», полная информация о городе Урумчи и по провинции Синьцзян на форуме соотечественников
- П.Аптекарь ОТ ЖЕЛТОРОСИИ ДО ВОСТОЧНО-ТУРКЕСТАНСКОЙ РЕСПУБЛИКИ
- Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) № 5 от 15 апреля 1934 года «О Синьцзяне»
- Танковый бросок на Памир. Из Подмосковья в Китай через Кант в Киргизии
- Роль белогвардейских военных подразделений в подавлении мусульманского восстания в Синьцзяне впервой половине 30х гг. XX в.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Англосоветское соперничествов Синьцзяне в 1918—1928 гг.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 октябрь 2011. 2011 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
- Специальная операция НКВД в Синьцзяне. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 февраль 2010. 2010 йылдың 28 февраль көнөндә архивланған.
- Список 15 КПП, через которые иностранец может попасть в Синьцзян. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 март 2009. 2009 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- Общий атлас Синьцзяна
- Национальный состав СУАР 1941