Ҡытай әҙәбиәте
Ҡытай әҙәбиәте — ҡытай телендәге әҙәбиәт.
Көнбайыш Европаның Яңы Осор әҙәбиәтенән айырмалы рәүештә, Ҡытайҙа әҙәби текст тарихнамә һәм әхлаҡи-фәлсәфәүи йүнәлештәге әҙәбиәт менән сағыштырғанда, икенсел урынды биләгән, һәм был конфуциан идеологияһы хакимлығы менән туранан-тура бәйле булыуы менән аңлатыла.
Боронғо эпик характерҙағы ауыҙ-тел ижады өлгөләрендә мифологик сығанаҡтың юҡлығы һәм мифологик күҙаллауҙарҙың тарҡаулығы күренә. Уларҙы тамырҙан ҡоротоуҙа шулай уҡ конфуциан идеалогияһының ҡатнашлығы бар тип фараз ителә, уларҙың ҡасандыр булғанлығына Ҡытайҙа йәшәүсе аҙ һанлы милләттәрҙең фольклоры ишара яһай.
Ҡытай әҙәбиәте жанрҙары иерархияһының иң үҙенсәлекле айырмаһы булып драманың сағыштырмаса түбәнгерәк баҫҡыста урынлашыуы һәм уның ярайһы уҡ һуң барлыҡҡа килеүе тора. Европа традициялары менән сағыштырғанда, мемуар һәм эпистоляр жанрҙар бөтөнләй тиерлек үҫешмәгән булып сыға, шул уҡ ваҡытта, уларҙың урынын «яҙма» тип аталып йөрөтөлгән, бар яҡтан да эссеға яҡын торған бицзи кеүек жанр биләй.
Боронғо яҙма ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цзягувэнь — ташбаҡа ҡабығына һәм һөйәгенә күрәҙәселек итеү өсөн яҙылған яҙмалар (Шан династияһы)
- Эпиграфик яҙмалар — улар ерләү ваҡытында ҡулланыла торған бронза һауыттарҙағы яҙыуҙар (Чжоу династияһы)
Эпиграфик сығанаҡтарҙан тыш, классик әҙәбиәттә килеп сығыштары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмаған ҡайһы бер һәйкәлдәр ҙә телгә алына: ҡара Сань фэнь, У дянь 三墳五典.
Классик осор әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Ҡытай әҙәбиәте тарихында Цинь династияһына нигеҙ һалыныуҙың һигеҙенсе йылы мөһим сик булып тора: был Цинь Шихуандиҙың дәүләт биләмәһендә китаптар әйләнешен тыйыу тураһындағы указ сыҡҡан дата.
Ул ваҡытҡа танылған әҙәби ҡомартҡылар рәтенә ингәндәре түбәндәгеләр:
- Ицзин (Үҙгәрештәр китабы)
Көнбайыш Чжоу осоро
- Шицзин (Йыр китабы)
- Юэцзин (Музыка китабы) — Лицзиҙа, Сюньцзыҙа һ. б. өлөшләтә һаҡланған
- Чжоу Ли (Чжоу дәүерендәге ерләү йолаһы китабы)
- Шуцзин
Яҙ менән Көҙ һәм Көрәшеүсе Батшалыҡтар осоро
- Даодэцзин (Лаоцзы)
- Лунь Юй (Конфуцийҙың «Әңгәмәләре һәм фекерҙәре»)
- Чжуан-цзы
- Мэн-цзы
- Мо-цзы
- Ханьфэй-цзы, ҡарағыҙ:Хань Фэй
Цинь династияһы ҡолағандан һуң, конфуцианлыҡ дәүләт идеологияһы статусын ала башлай, конфуциан ҡанундары формалаша. Беҙҙең эраға тиклемге 26 йыл боролош датаһы тип һанала, тап ошо ваҡытта император Чэн (Зап. Хань) дәүләттә булған барлыҡ яҙма ҡомартҡыларҙы йыйып алыу тураһында фарман бирә. Тәртипкә килтереү һәм каталогизация буйынса эште Лю Сян, Лю Син һәм Ян Сюн башҡаралар.
Был осор әҫәрҙәренең, шулай уҡ уларҙың айырым бүлектәренең әлеге ҡабул ителгән исемдәре, авторҙар ҡушҡан булыуҙан бигерәк, мөхәррирҙәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Империяға тиклемге осор әҙәбиәте ысынбарлығы авторҙары өсөн иң күп цитаталанған сығанаҡтарҙы шиға (мәдхиәләр, шиғырҙар, йырҙар) , шуға (китаптар, документтар) бүлеп ҡарау мөһим булған.
Башланғыс Урта быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лю Се буйынса (5-6 быуаттар.), «әҙәбиәттең берҙән-бер тәғәйенләнеше — ул ҡанундарҙың тармағы булыу» (唯文章之用,實經典枝條 — 文心雕龍).
Әҙәбиәттең жанр буйынса бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи хроникалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чуньцю
- Ши цзи
- Цзычжи тунцзянь
- Бамбук анналдары (Чжу шу цзи нянь)
- Го юй
- Цзо чжуань
Башҡа тарихи-географик жанрҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цуншу 叢書/丛书 — тарих яҙыу өсөн әҙерлек материалдар йыйынтығы (сәйәси тотороҡлоҡ булмаған осорҙа ойошмаған текстың күсермәләрен һаҡлауҙы ла үҙ эсенә ала)
- Дифан чжи 地方志
Китап ҡанундары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сы шу (дүрт китаплыҡтар)
- У-цзин (Конфуциан биш китаплыҡтар)
Ҡанундарҙың барлыҡҡа килеүе Хань ваҡытына ҡайтып ҡала. Башланғыс текстарҙы өйрәнеү аңлатма биреүҙе һәм мөхәриррләүҙе талап итә. Тикшеренеүселәр һаҡланып ҡалған документтарҙың стилистик төрлөлөлөгөнә һәм уларҙа күҙгә ташланып торған категорияларына иғтибар бүләләр:
- Цзин — ҡанундар
- Чжуань — комментарийҙар йәки «традициялар»
- Империяға тиклемге осор антологияһында «эске һәм тышҡы бүлектәр»
- Чэньвэй zh:讖緯 — классиктар ярҙамында алдан күҙаллауға йүнәлтелгән аңлатмалы текстуаль комментарийҙар.
Энциклопедиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Юнлэ
- Сыку цюаньшу
- Даоцзан
Шиғриәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытайҙа шиғыр сығарыу традициялары халыҡсан һәм дини шиғриәт йыйынтығы булған Шицзинға барып тоташа. Поэтик ижад музыкаль традициялар менән тығыҙ бәйле була (ҡара юэф).
Шицзиндан ҡала, үҙенең әһәмиәте яғынан, тәүге шиғри йыйынтыҡтарҙың береһе булып Вэньсюань 文選 һанала. Ҡәҙимге белем алыу өлкәһендә шиғри текстар төҙөү мотлаҡ элемент иҫәпләнгән, был күренеш империянан һуңғы дәүерҙә имтихан системаһын догмалаштырыу арҡаһында барлыҡҡан килгән. Күпселек осраҡта, Цао Цао һәм В Аньши ише танылған дәүләт эшмәкәрҙәре шағир булғандар[1].
Чжигуай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ғәҙәти булмаған нәмә тураһындағы яҙмалар» 志怪 — урта быуаттарҙың үҙенсәлекле жанры, ул Хань династияһында киң таралыш тапҡан була. Танды (618) үҙләштереүгә нигеҙ һалған осорҙа 64 тулы йәки өлөшләтә текстар һаҡланған, 4000-дән ашыуы йөкмәткегә тап килгән сюжет менән тулыландырылған.[2]
Драма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конфуциан мөхитендә иң түбән тип иҫәпләнгән театраль күренештәр Ҡытайҙа тамаша булараҡ киң таралыш таба. Ҡытай, монгол ғәскәрҙәре ярҙамы менән донъяға күләгә театрын бүләк итә (танылыу алыуына ҡарамаҫтан, хәҙерге көнгә тиклем әҙәбиәттең мөһим өлөшө булараҡ ҡабул ителмәй), ә асылда, Ҡытайҙа, бары тик монголдарҙың юань династияһы ваҡытында цзацзюй сәскә ата, йәки юань драмаһы «ҡатнаш тамашалар» булараҡ танылыу ала. Конфуциан системаһының көсһөҙләнә барған мәлендә драма төп әҙәби мираҫ булып һанала, һәм шул замандарҙан драма ҡытай әҙәби мираҫы составында ныҡлы урын ала.
Ҡытай әҙәбиәтендә ҡанундар «көньяҡ» пьесаларының ҡайһы берҙәренең, Ҡытайҙың көньяҡ төбәктәренең урта быуаттар драма мираҫы исемлегенә инә.
Хәҙерге театраль мәктәптәр: пекин операһы, шанхай опера һ . б. юань драмаларының тура вариҫы булып тора, ул шулай уҡ донъя кинематографияһына ла ҙур йоғонто яһай: һуғыш сәнғәте тураһындағы фильмдарҙа был сәнғәт тәү нәүбәттә, «опера» мәктәптәрендә сынығыу үткән актерҙар тарафынан башҡарылды.
Новелла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡытайҙың тәүге хикәйәһенең» яҡынса өлгөһө тип Г. Крил (G. Creel Herrlee, 1905—1994) «Шаншу»ҙан «Цзинь тэн» китабын атаған.[3]
Дин. ТаН, Мин: бәләкәй категорияларҙың ҡалалар жанры (сяошо)
Роман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өс батшалыҡ
- Йылға ҡултығы
- Көнбайышҡа сәйәхәт
- Ҡыҙыл бүлмәләге төш
- Алтын вазалағы слива сәскәһе («Цзинь, Пин, Мэй»)
- Конфуциандарҙың рәсми булмаған тарихы — реалистик сатираның барлыҡҡа килеүе
Цзи-и
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]zh:辑佚, башлыса империянан һуңғы осор жанрҙарының өҫтөнлөгө, ул боронғо замандың юғалған әҫәрҙәренән цитаталарҙы компиляциялау рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла.
Библиографик система
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ханьшу» (111 б. э. т), чжу вэнь трактаты 藝文志 — Ҡытайҙың иң тәүге һаҡланғып ҡалған библиографияһы. Әлеге көндә юғалған тип иҫәпләгән «Ци люэ» zh:七略 (Хань династияһында яҙылған) трактатына таяна. Чжу вэнь 6 тип китапты (конфуциан классиктары 六藝, философтары 諸子, шиғриәте 詩賦, хәрби трактаттары 兵書 иҫәп-хисабы 數術, оккультизмы 方技), улар 38 категорияға бүленә һәм 596 авторҙың 13 269 әҫәренең исеменә ебәрелә, уларҙың күбеһе әлеге телгә алыу арҡаһында ғына билдәле. И чжу вэнь ҡиммәте шул ҡәҙәрем арта, «Ханьшу»ҙан һуң килгән династия тарихында ентекле материалдар юҡ, ә «Вэйша» (6.) һәм «Цзиньши» (7.) библиографик каталогтарында улар һаҡланмаған.
«Цзин цзи чжи» 經籍志 (4-се өлөшө) китабындағы «Суй китабы» (636) классификацияның яңы системаһын булдыра, ул 4 тип менән генә сикләнә: классик 經, тарихи史, философик 子, һәм йыйылыштар 集 [будда һәм даос юҫығындағы].
Хәҙерге библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге библиография Сы-ку-цюань-шу-цзун-му (бөтә китаптар каталогы, дүрт бүлектән, император китапханаһы) күҙәтеүҙәренең XIX быуат аҙағындағы иң яҡшы иллюстрациаланған нәшер булыуы мөмкин. Был күҙәтеүҙә, алдағы өлгөләргә эйәреп, бөтә ҡытай әҙәбиәте дүрт төп бүлектән тора: классик әҙәбиәт (цзин), тарихи (шиналар), философик (цзы) һәм нәфис әҙәбиәт (цзи).
Классик әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе бүлеккә (цзин), йәғни классик йәки төп китаптарға (цзин — туҡыманың «нигеҙе»), ҡабул ителгән 13 классик китаптарҙан тыш, ҡайһы бер Лексикон һүҙлектәр ҙә(иероглифик һүҙлек) инә.
Тарихи әҫәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай әҙәбиәтенең икенсе бүлегенә — тарихи әҫәрҙәр (шин) һәм «тарихи тәнҡит» буйынса әҫәрҙәр (ши пин) ҡарай, әммә улар иҫәбенә ысын тарих, ҡануниәт, география буйынса әҫәрҙәр, хатта китапхана каталогтары һәм күҙәтеү әҙәбиәттәре индерелмәй. Боронғо тарихи яҙмаларға миҫал итеп, беҙҙең быуатҡа тиклемге 91 йылдар тирәһендә Сыма Цянь (司馬遷) төҙөгән «Тарихи яҙмалар»ҙан (史記,Ши цзи) үҫеш алған Династия тарихының 24 китабын килтерергә була. "Тарих"тарҙың прототибы булып Конфуций төҙөгән Лу яҙмышының йылъяҙмаһы тора, ул Чуньцю (13 классик китаптың 4-сеһе) тип аталған һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған, әммә уға аңлатманың өс төрө һаҡланған. Йылъяҙма жанрына шулай уҡ «Өс энциклопедия» (Саньтун) тип аталып йөрөтөлгәндәре лә ҡарай: Тундянь — «ҡануниәт йәки хөкүмәт энциклопедияһы», ул тан ғалимы Ду Ю тарафынан төҙөлгән, Тунчжи — "күҙәтеүҙәр йәки тарихи энциклопедия ", уны Сун дәүерендә (1161 й.) сун кешеһе Цяо Чжэн булдырған, һәм «Вэньсянь-тункао» — Юань династияһы заманында Ма Дуаньлинь төҙөгән «документаль йәки әҙәби энциклопедия».
Философия буйынса әҫәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай әҙәбиәтенең өсөнсө бүлегендә — философия буйынса әҫәрҙәр— философия, дин, фән, сәнғәт һәм башҡалар буйынса әҫәрҙәр урынлашҡан.
Был бүлектәге әҫәрҙәр 14 төргә бүленгән: 1) конфуцианлыҡ әҫәрҙәре (儒學, 儒学, жу-цзян), 2) хәрби сәнғәт, 3) ҡанундар, 4) игенселек, 5) медицина, 6) математика һәм астрономия, 7) күрәҙәселек һәм мөғжизәгә ҡағылышлылары, 8) сәнғәт, 9) ғәмәли етәкселек, 10) ҡатнаш әҫәрҙәр, 11) йыйынтыҡтар, 12) эмпирик әҫәрҙәр, 13) даосизм (道教, д цзя, д цзян) 14) буддизм (佛教) .
Был бүлектәге әҫәрҙәргә миҫал итеп, бер үк мәктәпкә ҡарамаған һәм характерҙары аныҡ булмаған философтарҙың әҫәрҙәрен килтерергә мөмкин. Улар рәтенә Мо-цзы йәки Ди Мо (Р. тиклемге Х быуаттың V—IV быуаттары), Ян-цзы йәки Ян Чжу (IV быуат), Сөн-цзы йәки Сюнь Куан (III быуат), Шэнь-цзы йәки Шэнь Дао һ.б. инә.
Нәфис һүҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай әҙәбиәтенең дүртенсе бүлеге — нәфис һүҙ . Был бүлеккә ҡараған әҫәрҙәргә ижектәрҙең үҙенсәлекле күркәмлек менән яҙылғандары ҡарай. Әйткәндәй, шиғриәт һәм нәфис әҙәбиәттән тыш, һәм әлеге бүлектә китаптарға баш һүҙҙәр, указдар, докладтар, докторлыҡ имтиханына ҡарата яҙылған әҫәрҙәр, буддизм буйынса һәм хатта, мосолманлыҡ буйынса әҫәрҙәр осрай. Был ҡытай яҙма теленең йәнле һөйләү теленә ҡарағанда күпкә байыраҡ булыуы менән аңлатыла, һәм бары тик яҙма телдә генә иң юғары нәфислеккә өлгәшеп була, тип иҫәпләнгән менән аңлатыла.
Әҙәбиәттең был төрө «классик» Ши цзиндан (诗经) башланғыс ала. Бүлеккә, әлбиттә, беренсе шағир Цюй Юань (屈原) әҫәрҙәре лә ҡарай, шағирҙың йәшәгән йылдарында тәүге яҙма традициялар нығына. Был төргә ҡараған әҫәр өлгөләре тупланған тәүге күренекле хрестоматия булып Вэньсюань (文選) һанала.
Китапхана һәләкәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай тарихнамәһе әҙәби традицияларҙа ҙур юғалтыуҙар килтергән ваҡиғаларҙы билдәләү өсөн махсус термин уйлап сығара,: шу э. Ню Хун(545-610), ошоға оҡшаш тәүге биш һәләкәтте Суй династияһы тарихнамәсеһе .классификациялаған
- 213 б. Шихуана Цинь указы буйынса китаптар яндырыу.
- «Ҡыҙыл ҡаштар» ихтилалы б.э. тиклем 17 й.
- Лоян Чжо Дундың ҡыйралыуы 190
- Лю Юань һәм Ши Лэҙың (zh:刘石乱华) Ҡытайҙың төньяғына баҫып инеүе, Цзинь династияһы баш ҡалаһын юҡҡа сығарыу.
- Юань-дини (дин. Ля) китапханаларҙың яндырылыуы 梁元帝
Унан тыш, тарихсыларҙың билдәләүенсә, Циндың (Сяньян) баш ҡалаһы булған Сян Юемды 206 йылда баҫып алғанда, яҙмаларҙан күренеүенсә, империя китапханаһындағы янғын бер нисә ай буйы туҡтамаған
Шулай уҡ ҡара zh:中國藏書史
Әҙәби инквизиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарарға. тема буйынса төп мәҡәлә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [http://bashenc.online/ru/articles/104436/ Колпакова Наталья Павловна - ҡытай теленән шиғырҙар тәржемә иткән]
- ↑ Campany, Ford Robert. Writing Strange: Medieval Early Anomaly Accounts in China. SUNY, New York, 1996:ix, 99.
- ↑ Creel, statecraft of The Origins in China, 458.