Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл бүлмәләге төш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл бүлмәләге төш
紅樓夢
Роман башындағы Цзя ғаиләһендәге Жунго йорто
Роман башындағы Цзя ғаиләһендәге Жунго йорто
Жанр

Роман

Автор

Цао Сюэцинь

Төп нөхсә теле

ҡытай

Ижат ителгән ваҡыты

XVIII быуат

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1763-1791 йылдар

Ҡыҙыл бүлмәләге төш (ҡыт. ғәҙәти 紅樓夢, ябайл. 红楼梦, пиньин: hónglóumèng, палл.: хунлоумэн) — ҡытай телендәге дүрт классик романдың береһе. Тәүге 80 бүлеген Цао Сюэцинь яҙған, был өлөш «Таш тураһында яҙмалар» (ҡыт. ғәҙәти 石頭記, ябайл. 石头记, пиньин: shítóu jì, палл.: шитоу цзи) тигән исем менән уның вафаты алдынан 1763 йылда баҫылып сыҡҡан. Өс тиҫтәгә яҡын йылдан, 1791 йылда, нәшерсе Гао Э[1] ярҙамсыһы менән бергәләп, тағы ҡырҡ бүлекте баҫтыра, шулай итеп, романдың сюжет һыҙығы тамам була. Романды тикшереүселәр был өлөштөң Цао ниәтенә ни тиклем тап килгәнлеге тураһында даими бәхәстәр алып бара.

«Ҡыҙыл бүлмәләге төш» — Цзя тоҡомона ҡараған ике тармаҡтың бөлөүе һәм бөтөүе тураһында күп планлы хикәйәт, шул ерлектә — был тоҡомдоң өс быуынынан тыш — уларҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ зат-зәүере һәм ғаилә ағзалары күҙ алдынан үтә. Алдараҡ яҙылған ҡытай романдарынан айырмалы, "Төш"тә аныҡ сюжет һыҙығы һәм төҙөк композиция бар[2], был әҫәр — геройҙарҙың кисерештәре һәм кәйеф алмашыныуҙары ентекләп асылған тәүге роман[2][3]. Романда автобиографик көнкүреш яҙмалары (Цао Сюэцзинь ғаиләһенең күтәрелеүе һәм түбән тәгәрәүе[4]) менән уйҙырмалар ҡатнаштырыла, көндәлек ваҡиғалар менән ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар сиратлашып килә. Роман әхләҡһеҙлеге арҡаһында Ҡытайҙа бер нисә тапҡыр тыйыла[2].

«Ҡыҙыл бүлмәләге төш» классик ҡытай телендә түгел, ә көнкүреш һөйләшендә яҙылған; Цао тәжрибәле шағир булараҡ классик ҡытай телен яҡшы белгән, ләкин "Төш"тә автор һүҙҙәре — ярымклассик стилдә, ә диалогтар пекин диалектында яҙылған. Пекин диалекты путунхуа тип йөрөтөлгән хәҙерге әҙәби ҡытай теле нигеҙенә ята, һәм китап егерменсе быуат лексикографтары тарафынан путунхуа һүҙлеген төҙөүҙә ҡулланыла. Бынан тыш, «Ҡыҙыл бүлмәләге төш» яңы телде рекламалауҙа файҙаланыла[5].

Хикәйәләү темалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Романдың исеме «ҡыҙыл бүлмә» тигән идиоматик һүҙбәйләнештән алынған. Ул күп мәғәнәгә эйә, мәғәнәләренең береһе — «бай ғаиләләрҙең ҡыҙҙары йәшәй торған бүлмә»[6]; китаптың исемендәге икенсе төшөнсә — төш, уны Баоюй бишенсе бүлектә күрә: был төштә күп геройҙарҙың буласаҡ яҙмышы ҡыҙыл бүлмәлә әйтелә. Ҡыт.трад. 樓, ябайл. 楼 иероглифы «башня; вышка; бүлмә» тип тәржемә ителә. Дахун төҫмөрөндәге ҡыҙыл төҫтө (ҡыт. трад. 大紅, ябайл. 大红, пиньинь: dàhóng) йыш телгә алыу, ҡытай костюмы белгесе Лев Сычев фекеренсә, ғүмерҙең тиҙ үтеүенә көйөнөүҙе сағылдыра.

Китап бер үк ваҡытта метафизик һәм реалистик стилдәрҙә яҙылған[7], композицияның үҙенсәлеге — ысынбарлыҡ менән уйҙырманы бер-береһенән айырып алмаҫлыҡ итеп бутау[7]. Романды донъя әҙәбиәтендә аңлау өсөн иң ҡатмарлы әҫәрҙәрҙең береһе тип атайҙар[8]. Ҡыҙыл бүлмәлә күрелгән төш Цин династияһы дәүеренә алып китә, шул осор кешеләрен йөрөткән уй-ниәттәр, уларҙың холоҡ-ҡылыҡтары менән таныштыра[7]. Роман аша традицион мәҙәниәтте өйрәнергә, мәҫәлән, ҡытай традицион медицинаһы, аш-һыуы, сәй тамашаһы, әйтем-мәҡәлдәре, мифологияһы, конфуцийсылыҡ, буддизм, даосизм, ир балаларҙың хөрмәт йолаһы, опера, музыка, һынлы сәнғәт, классик әҙәбиәт һ.б. тураһында киң мәғлүмәт алырға була. Роман шулай уҡ шиғриәтте киң ҡулланған өсөн дә юғары баһалана[9].

Икенсе яҡтан, Төштөң төп геройы йәмғиәттә урынлашҡан ҡанун-ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай: чиновник булырға теләмәй, конфуцийсы түгел, ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы өҫтөн ҡуя. Роман донъя күргәндән һуң уға оҡшатып яҙылған күп әҫәрҙәр барлыҡҡа килә, уларҙа Баоюй чиновник булып китә; шул рәүешле янъял сығыу ихтималы кәмей[2].

Романда ысынбарлыҡ һәм хәҡиҡәт асылы тураһында әңгәмәләргә, фекер алышыуҙарға урын күп бирелә[10]. Төп геройҙар ғаиләһенең фамилияһы Цзя (ҡыт.трад. 假, ябайл. jiǎ) «ялған», «юрамал» мәғәнәһендәге «цзя» (ҡыт. ғәҙәти , ябайл. , пиньин: jiǎ) менән һүҙ уйнатыу мөмкинлеген бирә. Икенсе ғаилә Чжэнь (ҡыт. ғәҙәти , , пиньин: zhēn) тип йөрөтөлә, уға ярашлы омофон һүҙ — «дөрөҫлөк, ысынбарлыҡ» тигәнде аңлатҡан «чжэнь» (ҡыт. ғәҙәти , ) һүҙе. Шулай итеп, бындағы ғаиләләр — бер үк ваҡытта реаль кешеләр ҙә, авторҙың хыялында күрергә теләгән ғаилә лә.

Романға иллюстрацияларҙан бер картина. Авторы — Сунь Вэнь (1818—1904).

Романда Цзя фамилиялы бай аҡһөйәктәр ғаиләһенең ике тармағы тасуирлана — Жунго йорто (ҡыт. ғәҙәти 榮國府, ябайл. 荣国府, пиньин: róngguó fǔ, палл.: жунго фу) һәм Нинго йорто (ҡыт. ғәҙәти 寧國府, ябайл. 宁国府, пиньин: níngguó fǔ) — улар Пекинда иркен йорт-ҡаралтыла йәшәй. Цзяның ата-бабалары герцог була һәм һарай титулдары ала, романдың башында Цзялар — ҡалалағы иң аҫыл зат. Цзя балаларының береһе императорҙың кәнизәге булып китә, һәм уның килеүе хөрмәтенә гүзәл баҡса яһайҙар. Роман Цзяның байлыҡтарын натуралистик манерала тасуирлай, артабан өс тиҫтәләп төп һәм дүрт йөҙләп икенсел герой яҙмышы аша ырыуҙың түбән тәгәрәүе, абруйы бөтөүе һәм мөлкәттән яҙыуы һүрәтләнә.

Төп сюжет һыҙығы — Нюйва исемле алиһә төшөрөп ҡалдырған йәнле йәшмә ташының сәйәхәте. Таш дао монахынан, уны үҙе менән йөрөтөп, донъя күрһәтеүен һорай. Илаһи юлдаш менән йөрөгән йәшмә (ҡыт. ғәҙәти 神瑛侍者, , пиньин: shényīng shìzhě, палл.: шэньин шичжэ), кеше ҡиәфәтенә инеп, кешеләрҙе белеү мөмкинлеген ала. Чэн менән Гао версияһында йәшмә һәм уның юлдашы бер геройға әүерелә.

"Ҡыҙыл бүлмәләге төш"төң төп геройы — Цзя ғаиләһенең оло вариҫы моңһоҙ Цзя Баоюй (ҡыт. ғәҙәти 賈寶玉, ябайл. 贾宝玉, пиньин: jiǎ bǎoyù, һүҙмә-һүҙ: «аҫыл жад»). Ул ауыҙында аҫыл жадеит ташы менән тыуған. Баоюй менән уның ике туған һеңлеһе сирләшкә Линь Дайюйҙы серле ептәр бәйләй; улар икеһе лә музыка һәм шиғриәт ярата. Ләкин Баоюйға бүтән ике туған һеңлеһенә, һылыу, ғилемле Сюэ Баочайға өйләнергә тура килә. Һомғоллоғо, теремек аҡылы Баочайҙы һәләк ылыҡтырғыс итә, әммә Баоюйҙың уға күңеле ятмай. Мөхәббәттә көндәшлек һәм дуҫлыҡ романдың төп сюжет һыҙығын тәшкил итә.

Цин династияһы осорондағы ксилографияла романдан күренеш һүрәтләнә, 1889

Ҡыҙыл бүлмәләге төш эсендә геройҙар бик күп: ҡырҡҡа яҡыны төп тип һанала, ә икенселдәре 500-гә яҡын[11]. Китапта шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ персонаждарҙың ентекле портреттары бирелгән[12].

Баоюй һәм Цзиньлиндан Ун ике сәс ҡаҙағыс

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Цзиньлиндан Ун ике сәс ҡаҙағыс» (ҡыт. трад. 金陵十二釵, ябайл.  金陵十二钗, пиньинь: Jīnlíng shí'èr chāi, палл.: цзиньлин шиэр сәй) — романдағы 12 сибәрҙең шартлы исеме. Ҡытай сәс ҡаҙағысы матур ҡыҙ метафораһы булып йөрөй[13].

  • Цзя Баоюй (ҡыт. трад. 賈寶玉, ябайл. 贾宝玉, пиньинь: jiǎ bǎoyù, тура мәғәнәлә: «аҫыл жад»).
Романдың төп геройы. Хикәйәләү башында — 12-13 йәштәрҙә[14]. Цзя Чжэн һәм уның ҡатыны Ван ханымдың өлкән улы. Донъяға килгән мәлдә Баоюйҙың ауыҙында аҫыл йәшмә ташы ятҡан була (алиһә Нюйва ҡалдырған таш). Жунго йортоноң вариҫы; атаһы, эҙмә-эҙлекле конфуцийсы, уға белем бирергә тырыша, ләкин Баоюй Чжуан-цзы әҫәрҙәре менән «Көнбайыш төкәтмәнән яҙмалар»ҙы уҡый (инг.)русск., ә классик йыйынтыҡ булып торған Дүрткитапты тотоп та ҡарамай. Баоюй бик аҡыллы, тик атаһының йортонда хакимлыҡ иткән бюрократияны яратмай. Кисерештәргә, йәлләүгә һәләтле Баоюй һарайҙағы күп ҡатын-ҡыҙҙарға көслө бәйлелектә була.
  • Линь Дайюй (ҡыт. трад. 林黛玉, пиньинь: lín dàiyù, тура мәғәнәлә: «ҡара жад»).
Баоюйҙың бәләкәй ике туған һеңлеһе, Линь Жухай (ҡыт. трад. 林如海, пиньинь: lín rúhǎi) исемле Янчжоу чиновнигы менән Цзя Минь (ҡыт. трад. 賈敏, ябайл. 贾敏, пиньинь: jiǎ mǐn) ханымдың сирләшкә ҡыҙы. Ул бик матур, әммә матурлығы ғәҙәти түгел. Дайюй тын алыу ағзаларындағы етди ауырыуҙан яфа сигә. Роман башында Дайюй әсәһе үлгәндән һуң Жунгоның йортона күсеп килә. Дайюй үтә хисле, кисерештәргә бирелеүсән, көнсөл, әммә бик талантлы шағирә һәм музыкант. Ул яңғыҙ һәм ғорур, уны персонажы ифрат фажиғәле. Дайюй Баоюйға тәғәйен тап килә: төшөндә Баоюй йыр ишетә: «Барыһы ла шулай ти: // Алтын менән нефрит тәҡдир тарафынан бәйләнгән. // Ә мин хәтерләйем: // таш һәм ағас ант бирешкән»[15], ләкин был текстың мәғәнәһен тиҙ генә аңлай алмай. Дайюйҙың фамилияһы Линь «урман» тигәнде аңлата. Дайюй — үлемһеҙлек үләне әүермәне; тылсымлы ысынбарлыҡта йәшмә үләнде абайлап ҡала ла уны көн һайын татлы ысыҡ менән һуғара, ә үлән, ҡыҙға әйләнеп, йәшмәгә ысыҡ хаҡын күҙ йәштәре менән кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Тормошта Дайюй Баоюйға ошо вәғәҙәһе буйынса түләй. Линь Баоюйҙы уны бер кем аңламағанса аңлай, мәҫәлән, сейә сәскәһенең таждарын бысранмаһын өсөн улар бергә ергә күмәләр.
  • Сюэ Баочай (ҡыт. трад. 薛寶釵, ябайл. 薛宝钗, пиньинь: xuē bǎochāi, тура мәғәнәлә: «затлы сәс ҡаҙағыс»).
Баоюйҙың тағы бер ике туған һеңлеһе, Баоюйҙың әсәһе яҡлап Сюэ (ҡыт.трад.薛姨媽, ябайл. 薛姨妈, пиньинь: xuē yímā, палл.: сюэ има) исемле апаһының берҙән-бер ҡыҙы. Баочай менән Дайюй — ҡапма-ҡаршылыҡтар: Дайюй — үҙенсәлекле һәм һиҙгер ҡыҙ, Баочай — ул осор өсөн идеаль ҡатын булаһы ҡытай ҡыҙы. Романда ул һәйбәт, аҡыллы, ләкин аҫтыртын һәм яраҡлашыусан. Баочай белемлелеген тирә-йүндәгеләргә күрһәтмәҫкә тырышһа ла, ул күп яҡлы белемдәргә эйә, будда текстарын яҡшы белә, ғәҙәти тормошта ла аҡыллы. Баочайҙың бүлмәһе бер нисек тә биҙәлмәгән, унда бары тик хризантема сәскәләре ҡуйылған ваза ғына тора. Тыштан Баочай Дайюйға ҡарағанда хислерәк булып күренә. Баочай бала сағында будда монахы бүләк иткән алтын сулпыны гел үҙе менән йөрөтә. Баоюйҙың сулпыһы менән уның сулпыһы парлы булып сыға: уларға бер-береһенә тап килгән шиғыр юлдары яҙылған, ә Баоюй менән Баочайҙың никахы, әйтерһең дә, күктәрҙә хәл ителгән.
  • Цзя Юаньчунь (ҡыт. трад. 賈元春, ябайл. 贾元春, пиньинь: jiǎ yuánchūn, тура мәғәнәлә: «беренсе яҙ»).
Баоюйҙың өлкән апаһы. Император һарайындағы фрейлиналарҙың береһе булған Юаньчунь, императорҙы тәрбиәлелеге һәм ғилемлелеге менән әсир итеп, уның кәнизәгенә әүерелә. Шуның арҡаһында Цзя ғаиләһе абруйлы булып китә. Өҫтөнлөклө хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, Юаньчунь үҙен император һарайының тотҡоно итеп тоя.
Романға иллюстрация.
  • Цзя Таньчунь (ҡыт. трад. 賈探春, ябайл. 贾探春, пиньинь: jiǎ tànchūn, тура мәғәнәлә: «яҙҙы эҙләргә»).
Баоюйҙың Чжао исемле кәнизәктән тыуған кесе һеңлеһе. Сая, тура һүҙле был ҡыҙ Ван Сифэнь кеүек оҫта. Сифэнь Таньчунь менән һөйләшкән саҡта уны үҙе маҡтай. Уның үҫеп китеренә кәнизәктән тыуғанлығы ғына ҡамасаулай. Сөнки хоҡуҡи яҡтан улар законлы ҡатындарҙан тыуған балалар менән тиң түгел. Таньчунь бик талантлы шағирә, ә матурлығы өсөн уны Роза тип йөрөтәләр.
  • Ши Сянъюнь (ҡыт. трад. 史湘雲, ябайл. 史湘云, пиньинь: shǐ xiāngyún, тура мәғәнәлә: «Сянцзян йылғаһы өҫтөндәге болоттар»).
Цзя Баоюйҙың кескәй һеңлеһе, өләсәһе менән бер туғандың ейәнсәре. Иртә етем ҡалған Сянъюанде әсәһе яҡлап бай бабаһы һәм уның ҡатыны бик йәберләп үҫтерә. Шуға ҡарамаҫтан, Сянъюнь алсаҡ, шаян ҡыҙ, ә уның малайҙарға тартымлығы арҡаһында уға ирҙәр кейеме бик килешә (бер тапҡыр Сянъюнь Баоюйҙың кейемен кейә, ә Цзя өләсәй уны ир-ат тип уйлай), бынан тыш, ҡыҙ эсергә ярата. Асыу һаҡламай, Дайюй менән Баоюй кеүек шиғыр сығарырға оҫта.
  • Мяоюй (ҡыт. трад. 妙玉, пиньинь: miàoyù, тура мәғәнәлә: «гүзәл йәшмә»).
Жунго йортоноң монастырынан йәш монахиня. Белемле сибәр Мяоюй һалҡын, кеше менән аралашмай, йомоҡ. Бынан тыш, Мяоюй саманан тыш таҙалыҡ ярата. Романда әйтелеүенсә, ул сәйәси ығы-зығынан ҡасып, монастырға китергә мәжбүр була.
  • Цзя Иньчуан (ҡыт. трад. 賈迎春, ябайл. 贾迎春, пиньинь: jiǎ yíngchūn, тура мәғәнәлә: «яҙҙы сәләмләргә»).
Юаньчундең кесе һеңлеһе. Иньчунь — Баоюйҙың бабаһы Цзя Шэҙың ҡыҙы. Изге күңелле, йомшаҡ холоҡло, донъяла барған ваҡиғалар уны ҡыҙыҡһындырмай. Шулай ҙа һөйкөмлө, уҡымышлы Иньчунь ике туған ҡәрҙәштәре менән сибәрлектә лә, белемлелектә лә ярыша алмай. Иньчунде чиновникка кейәүгә бирәләр, әммә был туй — Цзя ғаиләһенең юғалтҡан абруйын ҡайтарырға тырышыу сараһы ғына. Йәш кәләш Иньчунь яңы ғаиләлә иҙелеүгә дусар була: ире — ҡанһыҙ йәберләүсе.
  • Цзя Сичунь (ҡыт. трад. 賈惜春, ябайл. 贾惜春, пиньинь: jiǎ xīchūn, тура мәғәнәлә: «ҡиммәтле яҙ»).
Баоюйҙың Нинго ғаиләһенән Жунго йортона күсеп килгән һеңлеһе. Һәләтле рәссам, ныҡ диндар буддасы. Ул Нинго йорто хужаһы Цзя Чжэндең һеңлеһе. Роман аҙағында, Цзя ғаиләһе бөлгәндән һуң, ул монахиня булып китә. Ул Ун ике сәс ҡаҙағыстың иң кесеһе, хикәйәләүҙең күп өлөшөндә ул үҫмер йәшендә була.
  • Ван Сифэн (ҡыт. трад. 王熙鳳, ябайл. 王熙凤, пиньинь: wáng xīfèng, тура мәғәнәлә: «ҡупшы феникс») йәки Фэн Цзэ (ҡыт. трад. 鳳子, ябайл. 凤子, пиньинь: fèng zi).
Цзя Ляндең йәш бисәһе (Баоюндың атаһы яҡлап ағаһының ике туған ҡәрҙәше), Ван ханым менән бер туғандың ҡыҙы. Сифэн аҡыллы, матур, шаян, ләкин ҡаты күңелле һәм аҙғын. Романдағы иң тәтелдәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Сифэн йорт өсөн яуаплы, шунлыҡтан унда ҙур иҡтисади һәм сәйәси власҡа эйә. Цзя өләсәй уны бик ярата, Сифэн, шәп килен ролен уйнап, уға ярап алған, шаяртыуҙары менән гел күңелен күтәрә, ә йортҡа ҡәтғи идаралыҡты тормошҡа ашыра. Ул ҡатмарлы персонаж: Сифэн ярлыларға изгелекле, ләкин үҙе бик ҡанһыҙ, кеше үлтерергә лә һәләтле. Сифэндың ҡысҡырып көлөүе XVIII быуаттағы идеаль ҡытай ҡатыны образына ҡаршы килә.
  • Цзя Цяоцзе (ҡыт. трад. 賈巧姐, ябайл. 贾巧姐, пиньинь: jiǎ qiǎojiě).
Ван Сифэн менән Цзя Ляндең ҡыҙы. Романда ул бала. Цзя йорто ҡолағандан һуң, Гао Э версияһында Цяоцзе бай крәҫтиәнгә кейәүгә сыға һәм эс бошорғос игенсе ҡатыны тормошо менән көн итер өсөн ауылға күсеп китә.
  • Ли Вань (ҡыт. трад. 李紈, ябайл. 李纨, пиньинь: lǐ wán, тура мәғәнәлә: «аҡ ебәк»).
Өлкән килен, мәрхүм ағай Цзя Чжуҙың (賈珠) тол ҡатыны. Тормоштағы төп маҡсаты — улы Ланде кеше итеү һәм уның апай-һеңлеләренә күҙ-ҡолаҡ булыу. Ли Вань, өсөнсө тиҫтәне ваҡлаған йәш тол ҡатын, бер ниндәй теләге булмаған алсаҡ ҡатын, конфуцийса тол ҡатын идеалы итеп һүрәтләнә. Ул имтихандарын яҡшы тапшырған улы артынан абруй яулай бара, ләкин яҙмышы фажиғәле — йәш ҡатынға ҡаты тәртип ҡанундарына буйһонорға тура килә.
  • Цинь Кэцин (ҡыт. трад. 秦可卿, пиньинь: qín kěqīng).
Цзя Чжэндың килене. Романдағы иң серле персонаж. Һылыу, ҡылансыҡ Кэцин ҡайныһын аҙҙыра, ул романдың беренсе яртыһында мәрхүм була. Уның йоҡо бүлмәһе боронғо ысын һәм мифик ҡатын-ҡыҙҙарҙың һанһыҙ биҙәүестәре менән биҙәлгән. Уның карауатында йоҡлағанда Баоюй Хыялдар донъяһы буйлап сәйәхәт итә, Кэцин исемле тылсымлы зат менән енси бәйләнешкә инә.

Башҡа төп геройҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Китаптан күренеш, Сю Баочжуань иллюстрацияһы.
  • Цзя өләсәй (ҡыт. трад. 賈母, ябайл. 贾母, пиньинь: jiǎmǔ)
Цзиньлиндан маркиз Ши ҡыҙы. Баоюй менән Дайюйҙың өләсәһе, Жунго йортондағыларҙың иң өлкәне һәм иң йоғонтолоһо. Уның ике улы, Цзя Шэ менән Цзя Чжэн, һәм ҡыҙы, Минь, Дайюйҙың әсәһе, бар. Дайюйҙы Жунго йортона Цзя өләсәйҙең талабы буйынса алып киләләр, ул Баоюй менән Дайюйға рухи элемтә урынлаштырырға ярҙамлаша.
  • Цзя Шэ (ҡыт. 贾赦, пиньинь: jiǎ shè)
Өләсәйҙең өлкән улы. Цзя Лянь менән Цзя Иньчундең атаһы. Һаран, хыянатсы һәм йөрөмтәл.
  • Цзя Чжэн (ҡыт. трад. 賈政, ябайл. 贾政, пиньинь: jiǎ zhèng)
Баоюйҙың атаһы, Цзя өләсәйҙең кинйә улы. Конфуцийсылыҡ ғалимы. Вариҫы боҙолоуҙан ҡурҡа, шуға уны ҡаты тота, туҡмай. Ҡатыны — Ван ханым, тағы Чжао менән Чжоу исемле ике кәнизәге бар.
  • Цзя Лянь (ҡыт. трад. 賈璉, ябайл. 贾琏, пиньинь: jiǎ lián)
Сифэндың ире, йөрөмтәл, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөйәркәләре арҡаһында көнсөл ҡатынынан гел әрләнә. Ирҙәр менән дә енси бәйләнешкә инә, быныһын Сифэн белмәй. Ляндең ауырға ҡалған кәнизәге Сифэн ҡулынан һәләк була. Ул һәм ҡатыны йорттоң аҡсаһына хужа.
  • Сянлин (ҡыт. трад. 香菱, пиньинь: xiāng líng)
Сюэҙың хеҙмәтсеһе, тыуғас та ҡушылған исеме — Чжэнь Инлянь (ҡыт. трад. 甄英蓮, ябайл. 甄英莲, пиньинь: zhēn yīnglián, «йәлләүгә лайыҡ» мәғәнәһендә), Чжэн Шииндең (беренсе бүлектең геройы) урлап алып кителгән ҡыҙы. Сюэ Пандең ҡатыны Ся Цзяньгуй уны Цюлин (ҡыт. трад. 秋菱, пиньинь: qiūlíng) тип йөрөтә.
  • Пинъэр (ҡыт. трад.平兒, ябайл. 平儿, пиньинь: píngér)
Баш хеҙмәтсе һәм Сифэндың серҙәше, Цзя Линдең кәнизәге. Бик сибәр.
  • Сюэ Пань (ҡыт. трад. 薛蟠, пиньинь: xuē pán)
Баоюйҙың өлкән ағаһы. Аҙғын, йөрөмтәл, хулиган. Әҙ уҡыған. Бер тапҡыр кеше үлтергән, ғаилә иһә был эште түләнеп яптыра.
  • Лю әбей (ҡыт. трад. 劉姥姥, ябайл. 刘姥姥, пиньинь: liú lǎolao)
Ауылдан килгән алыҫ туған, ябай бер ҡарсыҡ, көлкөлө хәлдәргә тарый.
  • Госпожа Ван (ҡыт. трад.王夫人, пиньинь: wáng fūren)
Буддасы, Цзя Чжэндың баш ҡатыны.
  • Сюэ апаҡай (ҡыт. трад. 薛姨媽, ябайл. 薛姨妈, пиньинь: xuē yímā)
Баоюйҙың әсәһе яҡлап апаһы.
Цинвэнь
  • Хуа Сижэнь (ҡыт. трад. 花襲人, ябайл. 花袭人, пиньинь: huā xírén)
Баоюйҙың баш хеҙмәтсеһе һәм һөйәркәһе.
  • Цинвэнь (ҡыт. трад. 晴雯, пиньинь: qíngwén)
Баоюйҙың хеҙмәтсеһе.
  • Юаньян (ҡыт. трад. 鴛鴦, ябайл. 鸳鸯, пиньинь: yuānyang, тура мәғәнәлә: «пар мандарин өйрәге»)
Цзя өләсәйҙең баш хеҙмәтсеһе.
  • Минъюань (ҡыт. трад. 茗煙, ябайл. 茗烟, пиньинь: míngyān)
Баоюйҙың пажы.
  • Цзыцзюань (ҡыт. трад. 紫鵑, ябайл. 紫鹃, пиньинь: zǐjuān, тура мәғәнәлә: «алһыу ҡыҙыл кәкүк»)
Дайюйҙың тоғро хеҙмәтсеһе.
  • Сюэюань (ҡыт. трад. 雪雁, пиньинь: xuěyàn, тура мәғәнәлә: «ҡырағай ҡар ҡаҙы»)
Дайюйҙың хеҙмәтсеһе.
  • Чжао. кәнизәк (ҡыт. трад. 趙姨娘, ябайл. 赵姨娘, пиньинь: zhào yíniáng)
Цзя Чжэндең кәнизәге. Цзя Таньчунь менән Цзя Хуандең әсәһе.

Фекерҙәр һәм йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында "Төш"төң йоғонтоһо бик ҙур була, шунлыҡтан реформатор Лян Цичао уны, йәнә «Йылға ҡултыҡтары»н «урлашыуға һәм аҙғынлыҡта этәреүҙә»[16] ғәйепләп тәнҡитләй. Мәҙәни инҡилап башланғас, конфуцийсы классик әҫәрҙәрҙең күбеһе кире фекер алғанда, ғалим Ху Ши романды яңы күҙлектән өйрәнә, һәм әҫәр милли мәҙәниәт өсөн нигеҙ ташы тип табыла. Ху үҙенең уҡыусылары Гу Цзеган һәм Ю Пинбо менән тәү башлап Цао Сюэциндең авторлығын иғлан итә.

1920-се йылдарҙа «хунсюэ», йәки «Ҡыҙыл бүлмәләге төштө өйрәнеү» фәне барлыҡҡа килә.

Романдың ҡулъяҙмаһы

Цао прозаһын тәржемә итеүҙе уның бер нисә һөйләш һәм әҙәби стилде ҡатнаштырып яҙыуы ҡатмарлаштыра[17] .

Көнсығышта роман XX быуатта тәржемә ителә. 1920 йылда ул япон телендә сыға. Романды Юкида Рохан менән Хираока Рюдзё тәржемә итә.

Европа телдәренә роман XIX быуатта тәржемә ителә. Инглиз теленә ауҙарыуҙы беренсе тапҡыр билдәле протестант миссионеры һәм Ҡытай белгесе Роберт Моррисон (1782—1834) 1812 йылда башҡара.

Урыҫ дини миссияһы шәкерте А. И. Кованько 1836 йылда Ҡытайҙан ҡайта ла Дэ Мин псевдонимы аҫтында очерктар нәшер итә («Отечественные записки» журналы, 1841—1843 йылдар). Йомғаҡлау өлөшөнә ул "Ҡыҙыл бүлмәләге төш"төң инеш һүҙен тәржемә итеп бирә.

Урыҫсаға тулы тәржемәне В. А. Панасюк эшләй, ул 1958 йылда баҫылып сыға.

  1. David Hawkes, "Introduction, " The Story of the Stone Volume I (Penguin Books, 1973), pp. 15-19.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 О. Л. Фишман «Сон в красном тереме», История всемирной литературы. — Т. 5. — М., 1988. — стр. 593—599
  3. CliffsNotes, About the Novel: Introduction 2012 йыл 12 февраль архивланған..
  4. Jonathan D. Spence, Ts’ao Yin [Cao Yin] and the K’ang-Hsi Emperor: Bondservant and Master (New Haven,: Yale University Press, 1966) is a study of Cao’s grandfather.
  5. Vale: David Hawkes, Liu Ts’un-yan, Alaistair Morrison 2020 йыл 4 октябрь архивланған..
  6. 词语"红楼"的解释 汉典 2012 йыл 22 июль архивланған..
  7. 7,0 7,1 7,2 The Story of the Stone (The Dream of the Red Chamber).
  8. Chennault, Cynthia.
  9. Liu, Zaifu and Yunzhong Shu. Reflections on Dream of the red chamber. — Cambria Press, 2008. — P. 115. — ISBN 1604975245.
  10. Boellstorff, Tom.
  11. 《红楼梦》辞典. — 山东文艺出版社, 1986. 
  12. Helen Tierney.
  13. МПГУ, дипломная работа «Метафора сна в романе Цао Сюэциня Сон в красном тереме», Куан Цзиньмяо
  14. Cao Xueqin.
  15. перевод Л.
  16. Leo Ou-fan Lee, «Literary Trends I: The Quest for Modernity, 1895—1927,» in John K. Fairbank, ed., Cambridge History of China Vol. 12 Republican China 1912—1949 Pt I (Cambridge: Cambridge University Press, 1983): 455.
  17. Li Liyan.