Эстәлеккә күсергә

Колпакова Наталья Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колпакова Наталья Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 5 апрель 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}), 18 апрель 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] или 5 (18) апрель 1902[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (92 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим

Колпакова Наталья Павловна (5 апрель 1902 йыл — 8 июнь 1994 йыл, Санкт-Петербург) — урыҫ совет фольклорсыһы, прозаик, СССР халыҡтары әкиәттәрен тәржемә итеүсе, филология фәндәре докторы (1963), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1943)[2].

Наталья Павловна Колпакова 1902 йылдың 5 (18) апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Павел Петрович инженер-архитектор була.

1919 йылда Демидов ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай, уны Гумилёв Лев Николаевич, М. Лозинский уҡыта. Көнсығышты өйрәнеүе абруйлы ғалим академик В. М. Алексеев етәкселегендә Наталья Колпакова урта быуат Ҡытай шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемәләй.

1919 йылдың йәйендә «Бөтә донъя әҙәбиәте» нәшриәте ҡарамағындағы Әҙәбиәт студияһында уҡый һәм уны беренсе дәрәжә дипломына тамамлай.

1919 йылдан 1921 йылға тиклем Петроград дәүләт университеты ижтимағи фәндәр факультетының ирекле тыңлаусыһы була.

1921 йылдың көҙөндә Сәнғәт тарихы дәүләт институтының Юғары сәнғәт белеме курстарына уҡырға инә.

1924 йылдың декабрендә 1-се разряд ғилми хеҙмәткәр исеме менән уҡыуын тамамлай. 1926 йылдың яҙында Дәүләт сәнғәт тарихы институтының аспиранткаһы, унда Афанасий Фет шиғриәтен өйрәнә башлай. Сәнғәт тарихы институтында 1929 йылға тиклем һәм 19501952 йылдарҙа эшләй[3].

1926 йылда билдәле боронғо урыҫ зодчествоһы белгесе К. К. Романов етәкселегендә Онега күле аръяғына экспедицияға ебәрелә. Был сәфәрҙән һуң Наталья Павловна бөтә ғүмерен рус фольклорын өйрәнеүгә арнай.

Һуңыраҡ экспедициялар башлана: 1927 йылда — Пинегаға; 1928 йылда — Мезенгә; 1929 йылда — Печораға. Уның «Шуньг ярымутрауында йыр» («Песня на Шуньгском полуострове») һәм «Пинега йылғаһында туй йолаһы» («Свадебный обряд на реке Пинеге») исемле тәүге фольклористик мәҡәләләре баҫылып сыға[4].

1929 йылдың яҙында аспирантураны тамамлай һәм үҙенең эш яҙмаларына, материалдарына нигеҙләнеп «Современная крестьянская песня на реках Пинеге и Мезени» («Пинега һәм Мезень йылғаларында хәҙерге крәҫтиәндәр йыры») темаһына яҙылған эшен яҡлай.

1930 йылда сәнғәт тарихы институтын үҙгәртеп ҡороу үткәргәндә, Колпакова эшен юғалта. Туғыҙ йыл дауамында, 1930—1939 йылдарҙа ғилми учреждениеларҙа эшләргә тура килмәй. Ленинград ҡалаһы Володар районының бер нисә урта мәктәбендә китапханасы булып эшләй. Тыуған илдең алыҫ мөйөштәренә сәфәр итә: Белое море төбәгендә, Вологда өлкәһендә, Башҡортостанда була. «Сквозь лесную проседь», «Терский берег» очерктарын баҫтырып сығара[5].

1938 йылда Колпакова Наталья Павловна етәкләгән фәнни экспедиция Башҡортостанда рус фольклоры өлгөләрен системалы йыйыуға башланғыс һала. Йыйылған материалдарҙың бер өлөшө «Лирика русской свадьбы» йыйынтығына инә. Башҡа материалдар Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө) Ғилми архивында һаҡлана[6].

1939 йылда Ленинград университетының филология факультеты ҡарамағындағы Халыҡ ижады кабинеты мөдире булып эшләргә саҡырыу ала. Блокада осоронда Ленинград ҡалаһында була. 1942 йылдың февраленә тиклем, университет эвакуацияланғансы, филология факультетында эшләй. Һуңынан КПСС-тың Володар район комитеты китапханаһында һәм СССР Яҙыусылар союзының Ленинград бүлексәһендә эшләй. 1943 йылда Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә. «Частушки Ленинградского фронта» йыйынтығын әҙерләп сығара[7].

1943 йылдан алып А. И. Герцен исемендәге Педагогия институтында, бер үк ваҡытта Ленинград дәүләт университетында (1939—1942 йылдарҙа халыҡ ижады кабинеты мөдире) уҡыта.

1946 йылдың апреленән Театр, музыка һәм кинематография дәүләт ғилми-тикшеренеү институтына халыҡ ижады кабинетында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара башлай. Уралға, Волга буйына экспедицияларҙа ҡатнашыуын дауам итә.

19501952 йылдарҙа Дәүләт сәнғәт белеме институтының фольклор кабинетында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1953 йылдың йәйенә тиклем Совет яҙыусылары союзының Ленинград бүлексәһе Пропаганда бюроһы линияһы буйынса сығыштарынан алынған аҡсаға йәшәргә мәжбүр була.

1953 йылдың 1 авгусында СССР Фәндәр академияһы Рус әҙәбиәте институтының (Пушкин Йорто) Халыҡ ауыҙ-тел ижады секторына эшкә ҡабул ителә[8].

1953—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Урыҫ әҙәбиәте институты (Пушкин йорто) ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ йыр фольклорын өйрәнеүгә арналған. Йыйылған материал 40 меңдән ашыу фольклор тексын тәшкил итә, шуларҙың 19-ы Башҡортостанда яҙып алынған туй йырҙары «Рус туйы лирикаһы» «Лирика русской свадьбы» (1973) китабына инә.

Башҡортостан Ғилми-тикшеренеү институтының тәүге фольклор-этнографик экспедицияһы етәксеһе (1938), уның материалдары Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни тикшеренеү үҙәге Фәнни архивында һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Рус әҙәбиәте институтының (Пушкин йорто) Ҡулъяҙмалар бүлегендә һаҡлана.

1963 йылда уның «Рус халыҡ көнкүреш йыры» («Русская народная бытовая песня») автор монографияһы донъя күрә, унда жанр классификацияһы тураһында новаторлыҡ идеялары билдәләнә.

1967 йылдың 16 февралендә Наталья Павловна хаҡлы ялға сыға һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. 1973 йылда «Әҙәби ҡомартҡылар» серияһында «Рус туйы лирикаһы» («Лирика русской свадьбы») йыйынтығы сыға. 1975 йылда «Алтын шишмәләр янында: Фольклорсы яҙмалары» («У золотых родников: Записки фольклориста»), 1977 йылда — «Йырҙар һәм кешеләр» китаптарын сығара.

Санкт-Петербургта йәшәй. 1994 йылдың 8 июнендә вафат була[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Русская народная бытовая песня. М.-Л., 1962;
  • Песни и люди. Л., 1977;
  • Путевой дневник (записки научного руководителя фольклорной экспедиции 1938 года в юго­-восточные районы Башкирии) //Фольклор народов РСФСР: Межвуз. науч. сб. Уфа, 1976. Вып.3.
  • Сквозь лесную проседь. Архангельск, 1935. 119 с.;
  • Старая и новая Карелия в частушке (совместно с А. М. Астаховой). Петрозаводск, 1937. 160 с.;
  • Терский берег. Очерки о старом и новом быте рыбаков-поморов. Вологда, 1937. 185 с.;
  • Книга о русском фольклоре. Л., 1948. 192 с.;
  • Сокровище народа. Русское народное поэтическое творчество. М., 1957. 271 с.;
  • Русская народная бытовая песня. М.; Л., 1962. 284 с.;
  • Отражение явлений исторической действительности в свадебном обряде Русского Севера // Славянский фольклор и историческая действительность. М., 1965. С. 259—283;
  • Некоторые вопросы сравнительной поэтики (причет и песня) // СЭ. 1967. № 1. С. 41-53;
  • Песенный фольклор Мезени // Песенный фольклор Мезени (тексты) / Составители Н. П. Колпакова, Б. М. Добровольский, В. В. Митрофанова, В. В. Коргузалов. Л., 1967. С. 9-32;
  • Фольклорные образы в богородицкой игрушке // Фольклор и этнография. Л., 1970. С. 187—201;
  • Лирика русской свадьбы. Л., 1973. 323 с.;
  • Песни и люди. Л., 1977.135 с.;
  • У золотых родников (записки фольклориста). СПб., 2002. 331 с.[10]
  • Гусев В. Е. Очарованная странница // ЖС. 1994. № 4. С. 55.
  • Пушкинский Дом. С. 457—458.
  1. 1,0 1,1 1,2 Колпакова Наталья Павловна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  2. КОЛПАКОВА Наталья Павловна
  3. Колпакова Наталья Павловна — "Отечественные этнографы и антропологи. XX век". ethnographica.kunstkamera.ru. Дата обращения: 31 май 2022.
  4. Наталья Колпакова — Картинки и разговоры (рус.). Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 4 ғинуар 2018 года.
  5. Колпакова Наталия Павловна. cultnord.ru. Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 12 май 2021 года.
  6. История изучения фольклора народов Башкортостана
  7. Наталья Павловна Колпакова: Биография. qwercus.narod.ru. Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 2 апрель 2022 года.
  8. Колпакова Наталья Павловна. Книжная Лавка Писателей. Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 31 май 2022 года.
  9. КОЛПАКОВА Наталья Павловна
  10. Колпакова Н. П. Фольклорист(недоступная ссылка)