Куньлунь
Куньлунь уйғ. كۇئېنلۇن تاغ تىزمىسى, ҡыт. 昆仑山脉 | |
![]() | |
37°54′ с. ш. 92°37′ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регионы | Цинхай , Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы, Тибет автономиялы районы |
Майҙаны | 623 267 км² |
Оҙонлоғо | 2500 км |
Киңлеге | 684 км |
Иң бейек түбәһе | Улугмузтаг |
Бейек нөктәһе | 7723 м [1] |
![]() |
Куньлу́нь[2][1] (иҫкесә Кунь-Лунь, Куэнь-Лунь; ҡыт. 昆仑山脉, уйғ. كۇئېنلۇن تاغ تىزمىسى, тиб. ཁུ་ནུ་རི་རྒྱུད།, ҡытай теленән тәржемәһе — «Ай тауҙары») — Азияның иң ҙур тау системаларының береһе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытайҙа урынлашҡан. Төньяҡтан Тибет таулығын уратып, көнбайышта Памир тауҙарынан көнсығышта Син-Тибет тауҙарына ҡәҙәр һуҙылған. Тау системаһының оҙонлоғо — яҡынса 2500 км, киңлеге — көнбайышта 150 километрҙан көнсығышта 600 километрға тиклем. Иң бейек нөктәләре: үҙәктә Улугмузтаг (7723 м) һәм көнбайыш өлөшөндә — Конгур (7719 м)[1]. Көнбайышта — Яркенд, көнсығышта Хуанхэ йылғаларының үҙәндәре Куньлунь тауҙарының тәбиғи сиктәре булып тора.
Тау системаһының үҙәк өлөшөндә Аркатаг һырты; артабан көсығыштараҡ — Бокалыктаг һырты урынлашҡан.
Куньлуньшанькоу артылышы аша Тибетҡа юл үтә. Бында 2006 йылда Куньлунь тимер юл тоннеле асыла.
Мифология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Даосизм традицияларына ярашлы, Куньлунь тауы (мифологик «донъя тауы»ның варианты) алиһәләрҙең йәшәгән урыны, ерҙәге ожмах һәм Шан-ди юғары алиһәнең түбәнге баш ҡалаһы тип иҫәпләнә. Шан-ди һәм Хуан-ди образдарының ҡатыштырыу һөҙөмтәһендә, Куньлунь тауы нефрит стеналары менән ҡапланған Хуан-диҙың ғәҙәти дәүләте тип һанала башлай. Был дәүләткә Күк Ҡапҡалары — Чанхэ аша инергә мөмкин. Тау түбәләрендә Си-ван-му алиһәнең тылсымлы баҡсалары урынлашҡан, шулай уҡ емештәре үлемһеҙлек биргән емешле шафталы (персик) ағасы үҫә. Риүәйәттәргә ярашлы, тауға тәүгеләрҙән булып Чжоу династияһы императоры Му-ван бара.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Kunlun Mountains. Encyclopædia Britannica. 19 ноябрь 2009 тикшерелгән.</ref>
![]() |
Был Азия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |