<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксик хата
HGЯO

Кукунор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Кукунор (Цинхай)
ҡыт. 青海湖, монг. Хөхнуур
<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксик хата
HGЯO
йыһандан күренеш (1994 й.)
йыһандан күренеш (1994 й.)
ИлҠытай Ҡытай
РегионЦинхай
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге3205 м
Оҙонлоғо110 км
Киңлеге80 км
Майҙаны5694 км²
Иң ҙур тәрәнлек38 м
Кукунор (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Blue pog.svg
Кукунор (Цинхай)
Commons-logo.svg Кукунор (Цинхай) Викимилектә

Кукуно́р (ҡыт. ябайл. 青海湖, палл.: Цинхай ху, монг. Хөх нуур) — Үҙәк Азияла иң ҙур тымыҡ тоҙло күл.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытайҙың үҙәгендә, Цинхай провинцияһы баш ҡалаһы Синин ҡалаһынан 100 километрға көнбайыштараҡ урынлашҡан. Күлдең ҡытай (Цинхай (青海)), монгол (Кукунор, Хөх нуур) һәм тибет (Цо Нгонпо) атамалары тап киләләр һәм «күк күл» тип аңлатыла.

Элекке картографтар йыш ҡына Кукунор күленең үлсәмдәрен ҙурайтып күрһәткәндәр һәм ул Хуанхэ йылғаһының инеше тип фаразлағандар (1682 йылғы карта)

Оҙонлоғо яҡынса 105 км, киңлеге 65 км тиклем, майҙаны яҡынса 4,2 мең км², иң ҙур тәрәнлеге 38 м. Диңгеҙ кимәленән 3205 м бейеклектә урынлашҡан һәм Кукунор тигеҙлегенең үҙәк өлөшөн биләй.

Яр буйҙары аҙ йырғыланған; боронғо күл террасалары (бейеклектәре 50 м барып еткән) үҫешкән. Күлдең төбө башлыса ләмдән тора. Бер нисә ҡомло утрауҙар бар. Күлгә 23 йылға ҡоя, улар араһында иң күп һыулыһы — Бух-Гол йылғаһы дельта барлыҡҡа килтереп Кукунорға көнбайыштан ҡоя.

Йылғаларҙағы йәйге һыу ташҡындары күл кимәленең миҙгел буйынса тирбәлеүенә сәбәпсе булып тора. Йәйен һыу температураһы 18—20 °C-ҡа тиклем йылый, ноябрҙән мартҡа ҡәҙәр күл туңа. Һыу минерализацияһы ҡоро осорҙа 11,3 г/л тиклем барып етә.

Күлдә башлыса сазандар ғаиләһенә ҡараған балыҡтар тереклек итә.

Европалар араһынан тәүгеләрҙән булып Кукунор күлен Н. М. Пржевальский 1872 йылда һүрәтләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Buffetrille, Katia. "The Blue Lake of Amdo and Its Island: Legends and Pilgrimage Guide." In: The Tibet Journal Vol. XIX, No. 4, Winter, 1994.
  • Andreas Gruschke: "The realm of sacred lake Kokonor", in: The Cultural Monuments of Tibet’s Outer Provinces: Amdo vol. 1. The Qinghai Part of Amdo, * White Lotus Press, Bangkok 2001; pp. 93ff. ISBN 974-7534-59-2
  • Shakabpa, Tsepon W.D. Tibet: a Political History. New Haven: Yale University Press, 1962/