Ҡарапапахтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарапапахтар
Рәсем
 Ҡарапапахтар Викимилектә

Ҡарапахалар (әзерб. Qarapapaqlar, диал. Qarapapaxdar) — төрки халыҡ[1][2], ҡәбиләләр төркөмө йәки әзербайжандарҙың этнографик төркөмдәренең береһе[3][4][5][6][7][8][9]. Улар Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында (Карс һәм Ыгдыр) һәм Ирандың төньяҡ-көнбайышында[10], шулай уҡ Грузияла (Квемо-Картли) һәм Әзербайжанда (башлыса Газах[5] һәм Агстафин райондарында) йәшәй.

Ҡарапапахтарҙа түбәндәге ҡәбиләләр бар: теркәүен (икенсе исеме — борчало, «хан ҡәбиләһе» тип һанала), сарал, араплы, йән-Әхмәди, чахарли, улахли[11].

Әзербайжан теле диалектында һөйләшәләр[12][13]. 1935 һәм 1950 йылдарҙағы төрөк халҡы иҫәбен алыуҙа ҡарапапахтар төрөктәр һәм төркмәндәр менән бер рәттән төрөк телендә[14], ә 1897 йылғы урыҫ халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡарапапахтарҙың үҙ телендә һөйләшә тип күрһәтелә.

Ислам динен тоталар. Иран ҡарапапахтары башлыса шиғыйҙар (күбеһенсә әлиүиҙәр)[15]), Төркиәләгеләр — сөнниҙәр[16].

Таралыуы һәм һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традицион рәүештә Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында һәм Ирандың төньяҡ-көнбайышында, шулай уҡ Грузияла (Квемо-Картли) һәм Әзербайжанда (башлыса Газах[17] һәм Агстафин райондарында) йәшәйҙәр.

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Кавказ аръяғында 6,3 мең ҡарапапах йәшәгән. 1944 йылда улар Урта Азияға депортацияланғандар, уларҙың бер өлөшө Грузияға һәм Әрмәнстанға 1980 йылдарҙа ҡайта[18].

2015 йылғы баһа буйынса донъяла бөтәһе 300—700 мең самаһы ҡарапапах бар[19].

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһының 1897 йылғы беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыуҙа «ҡарапапах теле» айырым тел булараҡ теркәлгән[20]. Әммә хәҙерге ҡарапапахтар әзербайжан теленең ҡарапапах диалектында һөйләшә[13][21].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡарапапаха» этнонимы һүҙмә-һүҙ «ҡара баш кейеме» йәки ҡарапах телендә «карабёрка» («ҡара» баш кейеме) тигәнде аңлата[22].

Ҡарапапахтарҙың бер өлөшө "ҡарабёрк"тип атала. Билдәле булыуынса, улар XVI быуатта Ширванда[23] (Әзербайжандың хәҙерге Уджар районында — Карабёрк ауылында йәшәгән; Ҡарабёрк исеме аҫтында ҡырғыҙ эпосы "Манас"та шул исемле ҡыҙ-батыр булыуы билдәле, улар шулай уҡ ҡарағалпаҡ халҡы формалашыуында роль уйнаған ҡәбиләләрҙең береһе).

Дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарапапах диндарҙары хәнәфи мәҙһәбе исламының сөнни ағымын үҙ итә[13].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1814 йылда һуңғы эриван сардары Хөсәйен хан Ҡажар ҡарапапахтарҙың бер өлөшөн Эриван өлкәһенә күсерә[24]. Был ханлыҡ территорияһында ҡарапапахтар Дарачичаг магалының 28 ауылында йәшәгән[25]. XIX быуаттың икенсе сирегенә тиклем Севан күленән төньяҡтараҡ йәшәйҙәр (хәҙер был территория Әрмәнстан, Грузия һәм Әзербайжан араһында бүленгән)[26].

Ҡарапапах «Хәмиҙиә» кавалерия полкы кавалеристары

Ҡарапапах отрядтары 1826—1828 йылдарҙағы Рус-фарсы һуғышында әүҙем ҡатнаша. Һуғыштан һуң Севан күле районында йәшәгән һигеҙ йөҙ ҡарапапах ғаиләһе Фарсы һәм Ғосман империяһына күсеп килә[27]. Фарсы шаһтары уларға Резая күленең көньяҡ ярында ер бирә[11]. Бында ҡарапапахтар күрше мамаш курд ҡәбиләһе менән ҡатнашып, курд мәҙәниәте элементтарын үҙләштерә[28]. Төркиәлә ҡарапапахтар Карс өлкәһендә ер ала[29].

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (ул XIX быуат аҙағы — XX быуат башында баҫылып сыға) ҡарапапахтарҙы айырым этник төркөм тип телгә ала[30], әммә ҡарапапахтарҙы «Кавказ аръяғы татарҙары (йәғни әзербайжандар) тип атайҙар, улар Карс өлкәһенә Кавказ аръяғы провинцияларынан күсеп киләләр»[31].

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге мәғлүмәттәре буйынса, XIX быуат аҙағында ҡарапапахтар Карс ҡалаһы халҡының 22,5 процентын[32], Карс өлкәһе халҡының 14 процентын тәшкил итә[33][34].

Х. А. Вермишев, Тифлис губернияһының Ахалцих һәм Ахалкалак өйәҙҙәрендә йәшәгән азербайжандар карапапахтар тип аталғандар, тип иҫбатлай[35].

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Әрмән ССР-ында 6311 кеше үҙен ҡарапапах тип һанай[36]. Әрмәнстандың Агбабин районында йәшәгәндәр.

1944 йылда улар төрөк-месхетинсылар менән бергә Урта Азияға ҡыуыла[37].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Советская страна после окончания гражданской войны: территория и население — Юрий Александрович Поляков — Google Книги
  2. Современные этнические процессы в СССР — Юлиан Владимирович Бромлей — Google Книги
  3. Азербайджанцы. БСЭ. Дата обращения: 3 ноябрь 2012. Архивировано 6 сентябрь 2012 года.
  4. Карапапахи. Российский Этнографический музей. Дата обращения: 24 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 17 апрель 2013 года.
  5. 5,0 5,1 Гарапапаглар / Под ред. Дж. Кулиева. — Азербайджанская советская энциклопедия. — Б.: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1979. — Т. III. — С. 64.
  6. Волкова Н. Г. Этнические процессы в Закавказье в XIX - XX вв. // Кавказский этнографический сборник. — М., 1969. — Т. IV. — С. 24.
  7. Бахышов Ч. А. Изменение этнического состава населения Азербайджанской ССР (по данным переписей 1897-1979 гг.) // Советская этнография. — 1982. — № 5. — С. 65.
  8. Мамедли А. Соловьева Л. Т. Азербайджанцы. — М.: Наука, 2017. — С. 25, 49. — 708 с. — ISBN 978-5-02-040007-8.
  9. Îslam Ansiklopedisi. — cilt VI. — С. 330—331.
  10. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  11. 11,0 11,1 Азербайджанцы, армяне, айсоры // Народы Передней Азии. — М.: Изд-во Академии наук СССР, 1957. — С. 286.
  12. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  13. 13,0 13,1 13,2 Мамедли А. Соловьева Л. Т. Азербайджанцы. — М.: Наука, 2017. — С. 27. — 708 с. — ISBN 978-5-02-040007-8.
  14. Народы Зарубежной Азии // Численность и расселение народов мира. — М.: Изд-во Академии наук СССР, 1962. — С. 205—206.
  15. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  16. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  17. Гарапапаглар / Под ред. Дж. Кулиева. — Азербайджанская советская энциклопедия. — Б.: Главная редакция Азербайджанской советской энциклопедии, 1979. — Т. III. — С. 64.
  18. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  19. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  20. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку и уездам Российской Империи кроме губерний Европейской России. Архивировано 7 июль 2015 года.. «Демоскоп Weekly»
  21. Languages of Azerbaijan. Ethnologue 15 report for Azerbaijan (недоступная ссылка — история).
  22. Мамедли А. Соловьева Л. Т. Азербайджанцы. — М.: Наука, 2017. — С. 27. — 708 с. — ISBN 978-5-02-040007-8.
  23. Алиев А. И., Мамедов И. О. Об этнониме карапапах // Ономастика Кавказа (межвузовский сборник статей). — Орджоникидзе: Северо-Осетинский гос. университет им. К. Л. Хетагурова, 1980. — С. 62.
  24. И. Шопен. Исторический памятник состояния Армянской области в эпоху его присоединения к Российской империи. — Санкт-Петербург: Императорская Академия наук, 1852. — С. 446.
  25. Еганян М. О мульке и мулькадарском праве в Армении // Известия АН Армянской ССР. Серия общественных наук. — 1958. — № 11. — С. 71.
  26. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  27. Савина В. И. Этнонимы и топонимии Ирана // Ономастика Востока. — М.: Наука, 1980. — С. 151.
  28. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  29. Большая российская энциклопедия 2004—2017
  30. Кавказский край // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  31. Кавказские языки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  32. Карс, областной город Карсской области // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  33. Карсская область // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  34. «Алфавитный список народов, обитающих в Российской Империи». «Демоскоп». Дата обращения: 28 ноябрь 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года.
  35. Волкова Н. Г. Этнонимия в трудах экономического обследования Кавказа 1880-х годов // Имя и этнос: общие вопросы ономастики, этнонимия, антропонимия, теонимия, топонимия: сборник. — М.: Ин-т этнологии и антропологии, 1996. — С. 26. — ISBN 5-201-00825-9.
  36. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам республик СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 6 апрель 2011. Архивировано 10 февраль 2012 года.
  37. The peoples of the USSR : an ethnographic handbook

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеоматериалдар