Әзербайжанда ислам
Әзербайжан халҡының күпселеге Ислам динен тота; Pew Research тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда ил халҡының яҡынса 99,2 проценты мосолман булған[1], Кавказ мосолмандар идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шуларҙың мосолман динен тотоусы 85 % — шиғыйҙар (Жәғәфәри мәҙһәб), ҡалған 15 % -ын сөнниҙәр (башлыса Шәфиғи мәҙһәб) тәшкил иткән[2].
Әзербайжанда Ислам | ||||
---|---|---|---|---|
Ислам | Процент | |||
Шиғыйҙар | 85 % | |||
Сөнниҙәр | 15 % | |||
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Әзербайжан биләмәһенә ислам VII быуат уртаһында ғәрәптәр Кавказ аръяғына баҫып ингән ваҡытта үтеп инә. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә заманында ғәрәптәр 642 йылда Иран Әзербайжаны яғынан Фарсы Әрмәнстанының Нахичевань өлкәһенә һөжүм итә, уны ала һәм талай. Ир-аттың күптәрен үлтергәндәр, ә башҡаларын, ҡатындары һәм балалары менән бергә Джульфин кисеүе аша Аракс аръяғына сығарып, әсирлеккә алып киткәндәр. Ғәрәп тарихсыһы әл-Бәләҙири хәбәр итеүенсә, 654 йылда Усман ибн Әффан хәлифәнең бойороғо буйынса ғәрәп полководецы Сәлмән ибн Рабиға әл Бәхили бик күп төбәктәрҙе яулап ала.
Хижәп йөрөтөү тирәләй конфликт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 9 декабренда Әзербайжандың мәғариф министры Мисир Мәрҙәнов урта мәктәп уҡыусылары мәктәпкә хижәп кейеп йөрөргә тейеш түгел тип иғлан итә[3]. Мәғариф министры аңлатыуынса, «мәктәптәрҙә кейем-һалым буйынса аныҡ билдәләнгән ил закондары бар»[4]. Әммә был диндарҙар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм хижәбты яҡлап ҡаршылыҡ акцияларына килтерә.[5].
2011 йылдың 2 ғинуарында Әзербайжан Ислам Партияһы лидеры Мөвсүм Самедов мәктәптә хижәп йөрөтөүҙе тыйыуға ҡәтғи ҡаршы сыға һәм властарҙың сәйәсәтен тәнҡитләй, "әзербайжан халҡы күтәрелергә һәм деспотик режимға нөктә ҡуйырға тейеш" тип иғлан итә[6]. Бер нисә көндән һуң ул һәм тағы бер нисә партия ағзаһы башта хулиганлыҡта ғәйепләнеп, ҡулға алына, ә һуңынан теракт әҙерләүҙә, законһыҙ ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләр һаҡлауҙа, шулай уҡ власты көсләп тартып алырға йыйыныуҙа ғәйепләнә[7]. Шул уҡ йылдың октябрендә суд ИПА-ның ете ағзаһын, шул иҫәптән партия рәйесен дә, төрлө сроктарға-10 йылдан 12 йылға тиклем иректән мәхрүм итә[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ MAPPING THE GLOBAL MUSLIM POPULATION. A Report on the Size and Distribution of the World's Muslim Population . Pew Research Center (октябрь 2009). Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Religion . Administrative Department of the President of the Republic of Azerbaijan — Presidential Library. Архивировано 21 август 2011 года. Религия. Управление делами Президента Азербайджанской Республики — Президентская библиотека
- ↑ Р.Рустамов. Власти не боятся иранского аятоллу, Zerkalo.az (6 ғинуар 2011).(недоступная ссылка) Проверено Апрель 2019.
- ↑ В Баку произошли столкновения между верующими и полицией, ИА REGNUM (10 декабрь 2010). 27 апрель 2020 тикшерелгән.
- ↑ В.И.Сажин. Иран: декабрь 2010 г. Военно-политическая ситуация, Институт Ближнего Востока. 15 февраль 2012 тикшерелгән.
- ↑ Б. Сафаров. Председатель Исламской партии ответил на вопросы на суде, echo-az.com (6 ғинуар 2011).
- ↑ Лидера Исламской партии Азербайджана обвинили в подготовке переворота, "Лента.Ру" (21 ғинуар 2011). 27 апрель 2020 тикшерелгән.
- ↑ Вынесен приговор членам Исламской партии Азербайджана, Агентство Международной информации TREND (7 октябрь 2011). 15 февраль 2012 тикшерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әзербайжанда ислам. Әзербайжан республикаһы президенты эштәре Идаралығы Президент китапханаһы материалдары
- Әзербайжанда исламдың таралыуы һәм үҫеше (ҡыҫҡаса тарихи-мәҙәни күҙәтеү)
- Әзербайжанда дин
- Әзербайжанда ислам факторы
- Әзербайжанда «Мөхтәрнамә» һәм"Хәҙрәти Йософ " фильмдары популяр
- Islam, State, and Society in Independent Azerbaijan. Between Historical Legacy and Post-Soviet Reality — with special reference to Baku and its environs, Rufat Sattarov, Reichert Verlag, Wiesbaden, 2009 ISBN 978-3-89500-692-0