Босния һәм Герцеговинала ислам
Ислам хәҙерге Босния һәм Герцеговина территорияһында XV—XVI быуаттарҙа үтеп инә. Был ғосмандар урта быуат Босния дәүләтен яулап алғас була. Хәҙерге боснийҙар башлыса сөнни ислам динен тота.
Илдә Граждандар һуғышы барған өсөн 1991 йылдан Босния һәм Герцеговинала дини төркөмдәрҙең иҫәбе буйынса аныҡ статистика мәғлүмәттәре юҡ. 2002 йылғы баһа буйынса, мосолмандар ил халҡының яҡынса 40 % тәшкил итә.
Ғосман дәүере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам Балҡан ярымутрауына үтеп инеүе Ғосман империяһының яулап алыуҙарына бәйле. Ғосмандар Боснияны 1463 йылда баҫып ала. Бер нисә быуат оккупациянан һуң, көньяҡ славяндарҙың бер өлөшө ислам динен ҡабул итә. Албания менән бер рәттән Босния вилайәте Ғосман империяһының Европалағы биләмәләренән халыҡтың ҙур өлөшө ислам динен ҡабул иткән төбәк булып тора. 1878 йылда Берлин конгресы Босния һәм Герцеговинана өҫтөндәге контролде Австро-Венгрияға тапшыра. 1908 йылда Австро-Венгрия крайҙа аннекциялай һөҙөмтәлә халыҡ-ара низағ барлыҡҡа килә.
Боснийҙар өсөн дин йыш ҡына уларҙың милли идентификаторы булып хеҙмәт итә.
Босний һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992—1995 йылдарҙағы Босний һуғышы эске миграцияны тыуҙыра, улар халыҡты айырым этно-дини өлкәләр буйынса туплатҡан. 2001—2002 йылдарҙа артҡан һәм 2003—2004 йылдарҙа кәмегән реэмиграция, Босния һәм Герцеговинаға ҡайтҡан элек Серб Республикаһы райондарында йәшәгән босний һәм хорваттарға ҡағылмай. Босния һәм Герцеговина Федерацияһында босний һәм хорват райондары һаҡлана.
Бөтә ил буйлап һуғышыусы яҡтар тарафынан мәсеттәр һәм сиркәүҙәр юҡ ителә. Ислам ҡомартҡыларының иң мөһим юғалтыуҙарының береһе ул Баня-Лукалағы ике мәсет: Арнаудия һәм Фәрхәдия, улар ЮНЕСКО тарафынан донъя мәҙәни ҡомартҡылары иселендә булғандар. Был ике мәсет 1993 йылда серб частары тарафынан юҡ ителә.
Хәҙерге дини хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең төп өс конфессияларҙың дини лидерҙары раҫлауынса, дин шарттарҙы үтәү йәштәр араһында артҡан, был ҙур дәрәжәлә уларҙың этник мираҫы менән үҙ-үҙен идентификациялау булараҡ Босний һуғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дини тергеҙеүгә бәйле. Күп кенә босний ҡатын-ҡыҙҙары, быға тиклем бигерәктә ҡалаларҙа һуғышҡа тиклем көнкүрештә булмаған ислам кейем ҡанундарын ҡабул итә. Илдең төп өс конфессияларҙың дини лидерҙарының билдәләп үтеүенсә, улар Сараево йәғни Баня-Лука кеүек ҡалаларҙа түгел, ә Босния һәм Герцеговинаның ауыл райондарында ҙур хуплау алалар.
Босния һәм Герцеговинала 8 мөфтиәт бар, улар илдең төп муниципалитеттарында урынлашҡан: Сараево, Бихач, Травник, Тузла, Горажде, Зеница, Мостар һәм Баня-Лукала. Босния һәм Герцеговина мосолмандары башлығы — Хөсәйен Кавазович.
Башҡа дини ойошмаларҙың миссионерлыҡ эшмәкәрлеге сикләнгән, әммә етенсе көн адвентистары, Иегова шаһиттары, методистар, мормондар һәм кришнаиттарҙың бер ни тиклем артыуы күҙәтелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Босния һәм Герцеговинала ислам Викимилектә |