Хорватияла ислам
Хорватияла ислам | |
Дәүләт | Хорватия |
---|---|
Хорватияла ислам Викимилектә |
Хорватияла ислам Урта быуатта барлыҡҡа килә, уны бында Ғосман империяһы мосолмандары индерә. Әлеге ваҡытта мосолмандар Хорватия халҡының яҡынса 1,47 процентын тәшкил итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһы XV быуаттан алып XIX быуатҡа тиклем Хорватияның бер өлөшөнә эйә була һәм тәрән эҙ ҡалдыра. Ҡайһы бер хорваттар ислам динен ҡабул итә. Ғосман империяһының алға барыуы Европала хорват ерендә туҡтатыла, ул күпмелер мәғәнәлә «европа цивилизацияһының тарихи ҡапҡаһы» кеүек баһалана. 1519 йылдан Көнбайыш Европала Хорватия «христианлыҡ авангарды» (лат. Antemurale Christianitatis) кеүек билдәле була, бындай исемде илгә Рим Папаһы Лев X бирә.
Хорват мосолмандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһында күп түрәләрҙең тарихи исемдәре уларҙың сығышын күрһәтә (Хирват (Hirwat) = Хрват (Hrvat) йәки Хорваттар (Horvat), — тип хорват атамаһы хорват өсөн): Мәхмүт Паша Хирват (= Хрват), Рөстәм Паша Хрват, Пи(я/джа)ли Паша Хрват, Си(я/джа) Паша Хрват һ. б. XVI быуатта яҙыусы һәм сәйәхәтсе Марко А. Пиффагетта Константинополдә һәр береһе тиерлек төрөк судында хорват телен белә, бигерәк тә һалдаттар, тип яҙа. Үҙенең 1585 йылда Лондонда баҫылып сыҡҡан «Маршрут» исемле хеҙмәтендә (итал. Itinerario) Марко Пигаффетта былай тип яҙа: «Истанбулда, хорват телендә һөйләшеү ғәҙәти, был тел бөтә тиерлек рәсми төрөк кешеләренә аңлашыла, бигерәк тә хәрбиҙәргә».
Быны раҫлаусы бер факт бар: 1553 йылда епископ Вранчич Антун һәм дипломат Франьо Зай хорват-венгр короленең илсеһе сифатында Ғосман империяһы менән солох килешеүе буйынса Истанбулға сәфәр ҡыла. Һөйләшеүҙәр ваҡытында улар Рөстәм Паша Хрват менән аралашалар, башта ул тәржемәсе ярҙамында төрөк телендә аралашҡан, әммә, аҙаҡ тәржемәсене бүлдереп, хорват телендә шул уҡ телдә һөйләшәләр микәнлеген һораған. Ыңғай яуап алғас, Рөстәм Паша тәржемәсене ебәргән һәм илселәр менән бөтә һөйләшеүҙәр барышында аралышыуҙы хорват телендә дауам иткән.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Загребта мөфтөй булып Исмәт Муфтич була, был вазифаны ул 1917 йылдан биләй. 1945 йылда уны Тито партизандары мәсеткә ингән урында аҫалар.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Хорватия биләмәһендә мосолмандар беренсе тапҡыр рәсми рәүештә 1931 йылда иҫәп алыу буйынса теркәлә: уларҙың 1.239 Загребта йәшәй, ә дөйөм һаны Хорватияла яҡынса 4.000 тәшкил итә.
Артабанғы теркәлгән мосолмандарҙың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:
- 1948 йылда — 1.077 кеше
- 1953 йыл — 16.185
- 1961 йыл — 3.113
1971 йылдан һуң Югославия Республикаһында мосолмандар рәсми рәүештә милләт булараҡ таныла, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре түбәндәгесә була:
1931 йылдан алып 1961 йылға тиклем халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, Хорватиялағы мосолмандар үҙҙәрен хорваттар йәки югославтар тип һанай тигән һығымта яһарға мөмкин. Уларҙың һаныБосния һәм Герцеговинанан иммиграцияға килеү сәбәптәре арҡаһында арта.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Хорватия халҡы 4.284.889 кеше тәшкил итә, шуларҙан мосолмандар 1,47 процент (62.977) тәшкил итә.
Халыҡ иҫәбен алыу буйынса хорват көньяҡ славян берләшмәһе:
- ≈20.000 кеше милләте буйынса үҙен мосолман тип белдерә;
- ≈20.000 үҙен бәшнәттәр тип белдерә;
- ≈10.000 үҙҙәрен ислам динендәге хорваттар тип белдерә.
Хорватияла халыҡ иҫәбе буйынса 2011 йылда башҡа мосолман аҙсылыҡтарының популяцияһы:
- Төрөктәр — 343
2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса мосолмандарҙың ҙур һанына эйә булған Хорватияла башҡа аҙсылыҡтарҙың популяцияһы:
Бөгөнгө ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Загребта — Хорватияның башҡалаһында — Европала иң ҙур һәм иң матур мәсеттәрҙең береһе бар, Ғосман империяһы ваҡытында Загребта бер ниндәй ҙә мәсет булмаған.
Хорватия мосолман берләшмәһенең һәм Загреб мөфтөйө булып имам Шевко Омербашич тора.
2013 йылда Риека ҡалаһында яңы мәсет төҙөлөп бөтә, ул урта диңгеҙ стиленә ярашлы ҡорола[1]. Мосолмандар шулай уҡ Дубровникта тау түбәһендә, иҫке ҡаланың артҡы яғында яңы мәсет төҙөүҙе планлаштыра. Урындағы совет был тәҡдимде кире ҡаға, һәм мәсетте тау артына төҙөргә тәҡдим итә, әммә был, үҙ сиратында, мосолмандар йәмғиәте тарафынан кире ҡағыла. Мосолман йәмғиәте шулай уҡ Осиека һәм Сисакта мәсет төҙөүҙе планлаштыра, Карловацта мәсет ҡороуҙың мәсьәләләрен ҡарай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Islamic Centre in Rijeka inaugurated . tportal.hr (4 май 2013). Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано 2 июль 2013 года. 2013 йыл 2 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ^ Religious Communities in Croatia from 1945 to 1991 (http://hrcak.srce.hr/file/24040)
- Сайт исламской общины Хорватии (хорв.)