Эстәлеккә күсергә

Албанияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албанияла ислам
Дәүләт  Албания
 Албанияла ислам Викимилектә
Кавая мәсете, 2017

Ислам — Албаниялағы һәм ғөмүмән албандар өсөн иң йәш дин булып тора. Албанияны ҡәҙимге мосолман иле тип атап булмаһа ла, бында йәшәгән халыҡтың яҡынса 82.1 проценты Ислам дине тота тип әйтеп була[1]. Косово Республикаһынан айырмалы, дөйөм Европа даирәһенә инә бара Албанияла ислам йоғонтоһо кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт Албания тулыһынса Европала урынлашҡан, халҡының күпселеге мосолман булған берҙән-бер ил булып һаналып килә[2].

Албанияның күпселек халҡы хәҙергә тиклем Ислам дине тотоуын дауам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — 2002—2007 йылдарҙа ил президенты булып торған Альфред Моисиу Албанияны нәсрани ил тип атағас, бер мосолман ойошмаһы хатта протест белдерә. Дәүләт башлығына бынан һуң үҙенең сығышынан баш тартырға тура килә[2].

1942 йылғы итальян йәниҫәбенә ярашлы, Албанияла йәшәгән 1,128,143 кешенән мосолмандар 69 % (779,417 кеше) тәшкил иткән[3]. Хәҙерге ваҡытта, CIA World Factbook мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың 70 % — мосолман[4]. Мәгәр Pew Research Center мәғлүм итеүенсә, 2009 йылда Албания мосолмандары һаны процент нисбәтендә 79,9 % булыуы ихтимал[5].

Албанияның 2011 йылғы йәниҫәбенән ярашлы, илдә 1,587,608 мосолман (дөйөм халыҡтың 56,70 %) йәшәгән һәм 58,628 бекташ (2,09 %) иҫәпкә алынған[6].

Исламдың инә башлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Албания территорияһына Ислам дине XIV быуаттан, Ғосман империяһы Балҡан ярымутрауын яулап алған ваҡыттан үтеп инә башлай. Албан феодалдарының күпселеге баштан уҡ ислам диненә күскән, сөнки үҙ мөлкәтен, өҫтөнлөктәрен һаҡлау һәм нығытыу өсөн кәрәк булған. Хатта Ғосман хакимиәте урынлаштырғандан һуң да әле халыҡ христиан динендә ҡала бирә. Төрөк тарихсыһы О. Барк мәғлүмәте буйынса, 1530—1535 йылдарҙа Эльбасан санжағында 8916 христиан (94,5 процент) һәм 526 (5,5 %) мосолман хужалығы булған. Һәм яҡынса шундай уҡ хәл күҙәтелә. Шкодра санжағында ла хәл яҡынса шулай булып ҡала.

Мосолманлаштырыу XVI быуатта башланып, XVII быуатта киң ҡолас ала, быға ғосманлыларҙың һалым сәйәсәте сәбәпсе була. Нәсраниҙарҙан йән башынан йыллыҡ һалым — жизйә бер нисә тапҡырға арта (Мәҫәлән, Влёр санджағында XVI быуатта хужалыҡтан 40-50 аҡса (иҫәпләшеү берәмеге) алынһа, XVII быуат башында 305 ааҡсаға барып баҫа). Ислам ҡабул иткән ғаиләләр бындай һалымдан азат ителгән, шуға күрә һалым ауырлығынан ҡотолор өсөн мосолманлыҡҡа күсә бара[7]. Төньяҡ Албанияла күпләп Ислам ҡабул итеү XVII быуатҡа тура килә, XVIII быуаттың тәүге яртыһында был процесс Көньяҡ Албанияла ныҡ ҡеүәтләнә[8]. XVII быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында Төньяҡ Албания халҡының яҡынса 30 — 50 % өлөшө ислам ҡабул итә[9]. Исламды тәү сиратта ир-ат ҡабул итә, ә ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына ғүмере буйы нәсрани булып ҡала. Әммә киләһе быуын мосолманлыҡҡа күсә[10].

XV—XIX быуаттарҙа албандар тарихтаында беренсе тапҡыр сәйәси, иҡтисади һәм территориаль йәһәттән Ислам байрағы аҫтына йыйыла. Әммә мосолман албандар 80 % тәшкил иткән тип һаналһа ла, йәшерен генә православие һәм католик инанысын тотоусылар ҡала бирә. Ғосманлылар грек ерҙәренә күсергән албан-арануттар православиела ҡала һәм яйлап гректар составына инә (1830 йылда гректар бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшкәс). Нәсрани албандарҙың бер өлөшө (арберештар), төрөк хакимиәтенә килешмәй, Көньяҡ Италияға күсенә. Улар оҙаҡ ҡына православиела ҡала, әммә тоҡомдары яйлап католичклыҡҡа күсә. Албанией 1912 йылда бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшкәндән һуң Италияның йоғонтоһо көсәйә һәм католиклыҡҡа күсеүсе мосолмандар арта. Социалистик Албанияла 1964—1989 йылдарҙа дин тыйылыуы атеизмдың һәм агностиклыҡтың артыуына килтерә.

Дини үҙенсәлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияның төпкөлдә урынлашыуы, шулай уҡ даими рәүештә төрлө телле, төрлө динле халыҡтарҙың һөжүм итеп тороуы албан халҡының дин тотоуында, шул иҫәптән албан-мосолмандарҙа үҙенсәлекле сағылыш таба. Көнсығыш мосолмандары албандарҙың ҡайһы бер йолаларын абсурд тип күрә. Православие, католиклыҡ, мосолман һәм хатта йыш ҡына боронғо иллирия культы бер ғаилә эсендә һаҡлана, хатта исемдәр бер үк ваҡытта христиан һәм мосолман исемдәре ҡушыу күҙәтелә. Шуға күрә, көньяҡ славян халыҡтарынан айырмалы рәүештә, албандар араһында бер ҡасан да дин-ара ыҙғыш күҙәтелмәй. Төрлө дини йүнәлештәр буталыу һөҙөмтәһендә бекташ тигән йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Тап улар Албания бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш үҙәгенә әйләнә. Нисек кенә булмаһын, этник албандар һәр саҡ дингә ҡарағанда милләт-тел берлеген юғарыраҡ ҡуя.

Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң илдә исламдың йоғонтоһо бик тиҙ кәмей башлай. Күп ҡатынлылыҡ юҡҡа сығарыла, намаҙ албанса, аяғөҫтө уҡыла. 1967—1991 йылдарҙа ил рәсми рәүештә атеистик йүнәлешле булған. Улай ғына ла түгел, илдең элекке президенты Альфред Моисиу Албанияны христиан иле тип әйтеп ебәреп, тәнҡиткә дусар була. Мәгәр йоғонтоло мосолман ойошмаһы йәшәп килә әле, һәм уның ағзалары президентты был һүҙҙәренән баш тартырға мәжбүр итә[11]

  1. Simon Rogers. Muslim populations by country: how big will each Muslim population be by 2030? (ингл.). the Guardian (28 ғинуар 2011). Дата обращения: 21 март 2018.
  2. 2,0 2,1 ИД «Медина» — Медина аль-Ислам № 91 — Албания: национально-мусульманский парадокс
  3. Robert Elsie. Historical dictionary of Albania. — 2-е изд.. — The Scarecrow Press, Inc., 2003. — С. 202. — ISBN 978-0-8108-6188-6, 978-0-8108-7380-3.
  4. CIA. The World Factbook  (инг.). 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
  5. Mapping the Global Muslim Population: A Report on the Size and Distribution of the World’s Muslim Population (PDF). Пью Рисёрч Сентер (October 2009). Дата обращения: 16 февраль 2011. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2013 йыл 25 июль архивланған.
  6. CENSUSI I POPULLSISË DHE BANESAVE 2011 / POPULATION AND HOUSING CENSUS 2011. — С. 71  (инг.). 2017 йыл 30 июнь архивланған.
  7. Арш Г. Л. Первые века османского господства (XVI — середина XVIII в.) // Краткая история Албании с древнейших времён до наших дней. — М.: Наука, 1992. — С. 70—71. — ISBN 5-02-010084-6.
  8. Арш Г. Л. Албания и Эпир в конце XVIII - начале XIX в: (западнобалканские пашалыки Османской империи). — М., 1963. — С. 75.
  9. Robert Elsie. Historical dictionary of Albania. — 2-е изд.. — The Scarecrow Press, Inc., 2003. — С. 201. — ISBN 978-0-8108-6188-6, 978-0-8108-7380-3.
  10. Албанцы // Народы Зарубежной Европы. — М.: Наука, 1964. — Т. 1. — С. 551—552.
  11. Медина аль-Ислам № 91 — Албания: национально-мусульманский парадокс[1]
  • Медина аль-Ислам № 91 — Албания: национально-мусульманский парадокс[2]