Эстонияла ислам
Эстонияла ислам — ислам диненең Эстонияла таралышы.
2011 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы үҙҙәрен мосолман тип атағандарҙың һаны 1508 кеше тәшкил иткән. Әммә башҡа тикшеренеүҙәр һәм сығанаҡтарға ярашлы Эстонияла мосолмандарҙың иҫәбе күпкә юғарыраҡ: 10 меңдән[1] 20 меңгә тиклем.[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1721 йылда Төньяҡ һуғыштан һуң Эстония һәм Ливония Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, Эстонияға тәүге мосолмандар, башлыса сөнни татарҙар һәм шиғый әзербайжандар, күсеп киләләр. Әммә хәҙерге мосолмандарҙың күрпселек өлөшөн совет осоронда (1940—1991) килгән кешеләр тәшкил итә. Бойондороҡһоҙ Эстонияла тәүге мосолман общинаһы — «Narva Muhamedi Kogudus» 1928 йылда теркәлә, ә икенсеһе — «Tallinna Muhamedi Usuühing» — 1939 йылда. Община тарафынан төҙөлгән Нарва ҡалаһындағы йорт мәсет итеп үҙгәртелә. Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1944 йылда ҡаланы бомбардировкалағанда мәсет бинаһы тулыһынса юҡ ителә[3]
Хәҙерге ваҡытта Эстонияла бер мәсет эшләй[4]
2008 йылдың көҙөндә Шарджа ғәрәп әмирлеге хакимы Солтан бин Мөхәммәт әл-Ҡасими Таллиндың ҡала властарына мәсет һәм мосолман мәҙәни үҙәк төҙөү өсөн ер участкаһын бүлеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт яһай[5]. Әммә Эстонияның баш ҡалаһында мәсет төҙөү тураһында ҡарар әле лә юҡ[6].
Мосолман этник төркөмдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәндәге таблицала 2000 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүммәтеренә ярашлы, Эстонияла мосолман этник төркөмдәренең һаны күрһәтелгән[7].
Милләт | Кеше |
---|---|
Татарҙар | 2582 |
Әзербайжандар | 880 |
Башҡорттар | 152 |
Үзбәктәр | 132 |
Ҡаҙаҡтар | 127 |
Лезгиндар | 121 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ CER | Tallinn debates building a mosque 2016 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Muslims in Estonia 2008 йыл 26 февраль архивланған., Muslim American Society, November 19, 2003
- ↑ Prayer Times, Qiblah, Mosques (Masjids), Islamic Centers, Organizations and Muslim Owned Businesses worldwide
- ↑ Контактные данные мечети
- ↑ Арабский шейх хочет построить мечеть в Таллине | novosti.err.ee — новости(недоступная ссылка)
- ↑ Решения о строительстве мечети в Таллинне до сих пор нет | novosti.err.ee — новости(недоступная ссылка)
- ↑ Population by ethnic nationality, mother tongue and citizenship (инг.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Islam.ee
- Overview of Islam in Estonia (эстон телендә) 2007 йыл 11 март архивланған.
- Mis on Islam