Эстәлеккә күсергә

Грузияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузияла ислам
Дәүләт  Грузия
 Грузияла ислам Викимилектә
Чвенебури — мосолман -грузиндар
Тбилиси ҡалаһында мәсет.

Ислам дине хәҙерге заман Грузия биләмәһендә ғәрәптәрҙең яулап алыуы дәүеренән күләме һәм әһәмиәте буйынса икенсе булып тора. 2002 йылғы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә ислам динен тотҡан кешеләр 9,9 % (0,4 миллион самаһы кеше) тәшкил итә. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә мосолмандар халыҡтың сағыштырмаса йәки абсолют күпселеген тәшкил итә.

Грузия мосолмандарының милли һәм конфессиональ составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам республикала күп милләтле. Уның күпселеген урындағы әзербайжандар (улар араһында шиғыйҙар ҙа, сунниттар ҙа бар), күп булмаған чечен-кистинлылар, лезгиндар һәм төрөк-месхетинлылар, шулай уҡ, билдәле бер төҙәтмәләр менән, аджарҙар, абхаздар һәм месхетинлылар, һуңғы ике төркөм, әлбиттә, әҙ. Иң күп һанлы төркөм булып әзербайжан-шиғыйҙар тора. Грузия бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, күп аджарҙар православие динен ҡабул итә, әммә был процесста тикшереүселәр грузин дини ультрамилләтселеге яғынан баҫымды күрә[1]. Икенсе яҡтан, СССР тарҡалғандан һуң Грузияла күп яңы мәсеттәр барлыҡҡа килә. Шиғыйҙар һәм сунниттар ғибәҙәт ҡылған берҙән-бер мәсеттең Тбилисила СССР ваҡытынан алып һаҡланып ҡалыуы уникаль факт булып тора.

645 йылда Грузияға ғәрәптәр баҫып инә, әммә тулыһынса күпселек грузин ерҙәрен тик 735—737 йылдарҙа ғына буйһондороу мөмкин була. 736—1122 йылда Тбилиси урындағы мосолман әмирлегенең мөһим мәҙәни-дини үҙәге була, ә тирә-яҡ ауыл төбәктәренең грузин халҡы христианлыҡ яҡлы ҡалыуын һаҡлай. 1080 йылдан 1480 йылдарға тиклем әмирлектең һүрелә барыуы менән ислам да тарҡалыу хәлендә була. Әммә XV быуат аҙағында Грузияла фарсы батшаларының властары көсәйеү менән, көнсығыш Грузияның биләмәһенә ислам динен тотҡан күп төрөк төркөмдәре күсеп ултыра, улар һуңынан илдең әзербайжан этносы нигеҙен булдыра.

Ғосман империяһы хакимлығы аҫтына күскән Көнбайыш Грузия XV—XVIII быуаттар осоро араһында көсөргәнешле рәүештә ислам диненә дусар була. Ислам диненә күсеү һөҙөмтәһендә грузин этносы составынан субэтник төркөмдәр бүленеп сыға —— лаздар, аджарҙар һәм чвенебурилар. Төрөк-месхетинлылар — ғосман төрөктәре нәҫеленән, Месхетияла ултыраҡланған.

  1. CA&CC Press® AB 2012 йыл 23 сентябрь архивланған.