Шри-Ланкала ислам
Шри-Ланкала ислам | |
Дәүләт | Шри-Ланка |
---|---|
Шри-Ланкала ислам Викимилектә |
Шри-Ланкала ислам дин тотоусылар һаны буйынса икенсе урында тора. 2012 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Шри-Ланканың 1 967 227 кешеһе (яҡынса 9,1 процент) ислам динен тота.[1][1] Урындағы халыҡ шулай уҡ ларакалла халҡын билдәләү өсөн «мосолман» терминын ҡуллана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исламды Шри-Ланкаға VII быуатта ғәрәп сауҙагәрҙәре алып килә. VIII быуатта ғәрәптәр Һинд океанындағы сауҙаның күп өлөшөн контролдә тота һәм исламды таратыуға булышлыҡ итә. Уларҙың күбеһе утрауҙа төпләнеп ҡала. Әммә XVI быуатта Шри-Ланкаға португалдар килгәс, ларакалла йәки шри-ланка мавры тип аталған ғәрәп вариҫтарының күпселеге эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Сингал хакимдары күп кенә мосолмандарға Үҙәк яйлалала һәм Шри-Ланканың Көнсығыш провинцияларында һыйыныу урыны бирә.[2]
XVIII һәм XIX быуаттар дауамында нидерланд һә йылдың октябрендә м британ хакимдары рөхсәте менән утрауҙа яван һәм малай мосолмандары урынлаша. Улар ларакалла халҡының ислам традицияларын үҙләштерә, уларға үҙҙәренең уникаль ислам практикаһын индерә. Күскенселәрҙең вариҫтары хәҙер шри-ланк малайҙары төркөмөн тәшкил итә. XIX һәм XX быуаттарҙа утрауҙа һинд мосолмандарының миграцияһы күҙәтелә, был шулай уҡ исламдың үҫеүенә булышлыҡ итә. Атап әйткәндә, Пакистан һәм Көньяҡ Һиндостандан мосолмандары ислам хоҡуғының шәфиғи һәм хәнәфи мәҙһәбен алып килә, шул ваҡытҡа тиклем утрау мосолмандарының күпселеге традицион сөннилек һәм суфыйлыҡ практикаһын тотҡан була.
Граждандар һуғышы ваҡытында мосолмандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]26 йыл дауамында Шри-Ланкала үҙәк хөкүмәт һәм «Тамил Иламды азат итеүсе юлбарыҫтар» (ТОТИ) хәрбиләштерелгән хәрәкәте араһында граждандар һуғышы бара. ТОТИ-ҙар ларакалла халҡы төпләнеп йәшәгән территорияларҙа «Тамил Илам» дәүләтен булдырыу өсөн көрәшә. ТОТИ-ҙар моноэтник дәүләт булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Улар мосолмандарҙы юҡ итеү буйынса фашистик сәйәсәт (геноцид) алып бара. Шулай 1990 йылдың октябрендә 95 меңдән ашыу мосолман Төньяҡ провинциянан[3] ҡыуыла. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң,ҡыуып сығарылған ғаиләләрҙең бер өлөшө элекке йәшәгән урындарына ҡайта. Джафна ҡалаһында 2000 ашыу мосолман йәшәй, хәҙерге ваҡытта ҡалала мәсеттәр һәм кибеттәр ҡайтанан тергеҙелә.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XXI быуатта Шри-Ланка мосолмандары араһында сәләфилек йоғонтоһо көсәйә, уны таратыуға Сәғүд Ғәрәбстаны финанстар бүлә, шулай уҡ унда үәһһәбилек[4] йүнәлешен һайлаусылар ҙа осрай.Һөҙөмтәлә утрауҙағы будда һәм мосолман общиналары араһында бер нисә тапҡыр низағ була.
Шри-Ланка маврҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шри-Ланка маврҙары тамил телендә һөйләшә һәм ислам динен тота. Бер нисә генеалогик теория ларакалла халҡының тамил этносына ҡарауын дәлилләй, уларҙың ата-бабалары тамил булған һәм башҡа конфессияларҙан ислам диненә күскән тип күрһәтә.[5][6][7]Башҡа тикшеренеүселәр раҫлауынса, Шри-Ланка маврҙары утрауға исламды алып килгән ғәрәп сауҙагәрҙәренең вариҫтары булып тора. Был теорияны сингалдар һәм үҙәк хөкүмәт хуплай, ул ларакалла халҡын тамилдарҙан айырым этник төркөм итеп айырып ҡарай. Әммә бер нисә сығанаҡ был классификацияны һәм ларакалды тамилдарҙан айырыуҙы инҡар итә[5][7][8].
Көнсығыш яр буйы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең көнсығыш провинцияларында һан яғынан мосолмандар күберәк. Португалдар тарафынан эҙәрлекләүҙәр булған осорҙа ларакалла халҡы көнсығыш яр буйына килеп төпләнә. Маврҙар башлыса ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ һәм сауҙа менән шөғөлләнә. Ларакалла халҡына ҡарау, Һиндостандың көньяҡ-көнбайыш Керала штатындағы кеүек үк, ҡатын-ҡыҙ нәҫеле буйынса дауам итә. Шул уҡ ваҡытта улар ислам хоҡуҡи системаһын[9] ҡуллана.
Көнбайыш яр буйы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш яр буйындағы маврҙарҙың күпселеге сауҙа һәм дәүләт хеҙмәтендә мәшғүл һәм Көнбайыш һәм Төньяҡ-Көнбайыш провинцияларҙың эре ҡалаларында йәшәй. Көнбайыш яр буйында ғаиләнең нәҫел ебе ирҙәр буйынса дауам итә. Үҙәк провинцияларҙағы кеүек үк, көнбайыш яр буйында яңы тыуған маврҙарға атаһының исеме фамилия итеп алына, был ғәрәп традицияһына оҡшаш.
Малайялылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шри-Ланканың сығышы менән Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан булған малайялылары бөгөнгө көндә яҡынса 50 000 кеше йәғни илдең бөтә мосолмандарының 2,5 процентын тәшкил итә. Уларҙың ата-бабалары утрауға Шри-Ланка һәм Индонезия Голландия колониялары булған саҡта килеп төпләнгән. Малайя күскенселәренең күпселеге Голландия колониаль хакимиәтенең Шри-Ланкаға индерелгән һалдаттары була, һуңынан улар утрауҙа йәшәргә ҡала. Күскенселәрҙең бер өлөшө тотҡондар, шулай уҡ Индонезияның Цейлон утрауына һөрөлгән абруйлы ғаиләләре вәкилдәре лә була, һәм аҙаҡ улар утрауҙы ташлап китмәй. Маврҙар кеүек үк, малайяларҙың күпселеге сөннилектең шәфиғи мәҙһәбенә ҡарай.
Башҡа һинд мосолмандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һинд сығышлы мосолмандар — утрауға колониаль осорҙа яҡшыраҡ тормош эҙләп килгән мигранттарҙың вариҫтары. Уларҙың бер өлөшө португал хакимлығы осоронда, икенселәре Британия идара итеү осороноң төрлө осорҙарында килгән. Уларҙың күпселеге Тамилнад һәм Керала штаттарынан, Ларакалланан айырмалы рәүештә, Көньяҡ Һиндостан халҡы менән этник яҡтан бәйле. Уларҙың дөйөм һаны 30 000 кеше тип баһалана. Һинд күскенселәренең күпселеге хәнәфи мәҙһәбенең сөнниҙәр динен тота, шул уҡ ваҡытта Төньяҡ һәм Көнбайыш Һиндостандан күсенеп килгәндәрҙең бик аҙҙары шиғый динен тота.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шри-Ланкала дин
- Ларакалла
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Department of Census and Statistics, The Census of Population and Housing of Sri Lanka-2011 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Minister Hakeem urge apologies from Maha Sangha and JHU 2013 йыл 24 май архивланған.
- ↑ The «liberation» of the east heightens the anxieties of the Muslim community about its role in the new scheme of things. 2009 йыл 9 август архивланған.
- ↑ The Wahhabi Invasion Of Sri Lanka - Colombo Telegraph . Дата обращения: 3 июнь 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
- ↑ 5,0 5,1 Mohan, Vasundhara. Identity Crisis of Sri Lankan Muslims (билдәһеҙ). — Delhi: Mittal Publications, 1987. — С. 9—14,27—30,67—74,113—118.
- ↑ Ross Brann, «The Moors?» Дата обращения: 18 ноябрь 2015. Архивировано 27 декабрь 2013 года.
- ↑ 7,0 7,1 Analysis: Tamil-Muslim divide . BBC News World Edition. Дата обращения: 6 июль 2014. Архивировано 8 июнь 2014 года.
- ↑ Zemzem, Akbar. The Life and Times of Marhoom Wappichi Marikar (booklet). — Colombo, 1970.
- ↑ Kmaraikayar . Дата обращения: 2 июль 2007. Архивировано 1 февраль 2012 года.