Эстәлеккә күсергә

Мысырҙа ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мысырҙа ислам
Дәүләт  Мысыр
 Мысырҙа ислам Викимилектә
Мысыр башҡалаһында урынлашҡан Әл-Әзһәр университеты мәсете

Мысырҙа ислам (ғәр. الإسلام في مصر‎) — Мысыр территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Мысыр халҡының (102 млн 334 мең кеше) 92,35 % - ы (94 млн 500 мең кеше) (бөтә донъя мосолмандарының 4,90 % - ы) — Ислам динен тота (2020)[1]. Ислам — 1980 йылдан бирле илдең дәүләт дине. Мосолмандарҙың күпселеге сөнниҙәр (хәнәфи, хәнбәли, шәфиғи мәҙһәбтәре), шулай уҡ шиғыйҙар һәм хөкүмәт тарафынан рәсми рәүештә танылмаған әхмәдиәләр бар.

Фатимиҙар хәлифәлеге картаһы

Мысырҙа ислам бай тарихҡа эйә. X быуат аҙағында Фатимиҙарҙың шиғый исмәғили хәлифәлеге Мысырҙы үҙенең үҙәге, Ҡаһирәне хәлифәлектең баш ҡалаһы итеп һанай. Урта быуаттарҙа Мысыр үҫеш осоро кисерә, Урта диңгеҙҙә лә, Һинд океанында ла киң сауҙа селтәрен булдыра. Уның сауҙа һәм дипломатик бәйләнештәре Ҡытайға һәм уның Сун династияһына тиклем һуҙыла. Ҡаһирәлә Фатими архитектураһы эҙҙәре күп һаҡланған: Әл-Әзһәр университеты һәм Әл-Хаким мәсете иң сағыу миҫалдар булып тора.

1798 йылда Наполеон Бонапарт Мысырға ингәндә, ил халҡы ни бары 3 миллион кеше тәшкил иткән. Мысырҙың мәғариф, хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьмин итеү мәсьәләләре дини функционерҙар ҡулында була.

Ғосман империяһы хакимлығы, мәмлүктәр хакимлығы кеүек үк, ғөләмәләрҙең ижтимағи һәм сәйәси ролен нығыта, илдә сәйәси аңлашылмаусанлыҡтар дини ҡаршылыҡтарға нигеҙләнгән була.

XIX һәм XX быуаттар дауамында бер-береһен алмаштырған хөкүмәттәр йәмәғәт тормошонда ғөләмәләрҙең ролен сикләү һәм дини институттар өҫтөнән тығыҙыраҡ дәүләт контролен булдырыу өсөн ҙур көс һала.

1800-се йылдар башында хакимиәткә килгән Мысыр пашаһы (1805-1848) Мөхәммәт Гали-паша (инг.)баш. Әл-Әзһәр университетын финанслауҙы дәүләт өҫтөнә алып, ғөләмәләрҙең сәйәси бойондороҡһоҙлоғона нөктә ҡуя. 1831 йылда Мөхәммәт Ғәли-паша төрөк хакимлығынан баш тарта һәм Мысырға үҙе идара итә башлай.

XX быуат башында Мысыр исламы ҡатлаулы һәм төрлө дин була. Мосолмандар әлеге диндең төп тәғлимәттәре менән килешһә лә, илдең төрлө социаль төркөмдәре һәм синыфтары исламды көндәлек тормоштарында төрлөсә ҡулланған. Юғары һәм урта класс мосолмандарының күпселеге дин һәр кешенең шәхси эше булыуын йә иһә исламдың йәмғиәт тормошонда өҫтенлөклө роль уйнауын теләгән. Күпселек ҡалаларҙа һәм күп кенә ауылдарҙа дини яңырышты талап иткән ислам хәрәкәттәре барлыҡҡа килгән[2].

1952 йылғы Мысыр инҡилабынан һуң хөкүмәт мәсеттә һәм мәктәптәрҙә дини вазифа кешеләрен билдәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. 1961 йылда Ғәмәл Әбдел Насыр хөкүмәте быуаттар буйына дин башлыҡтары әҙерләгән Әл-Әзһәр университетын үҙгәртеп ҡороу эшен башлап ебәрә. Әлеге реформа кафедра мөдирҙәре итеп ғөләмәләр сафына инмәгән кешеләрҙе тәғәйенләргә мөмкинлек бирә. Хөкүмәт бер нисә заманса факультет, шул иҫәптән, медицина, инженер һәм коммерция факультеттары ойоштора. Дөйөм мәғлүмәт саралары, ҡаһиндар кастаһының иҫке модалы вәкилдәре» тип, ғөләмәләргә ҡаршы сығыш яһай.

1970 йылдан 2010 йылға тиклем илдә ауыл хужалығы һәм медицина өлкәһендә уңыштар менән бәйле демографик бум күҙәтелә[3].

1970-се йылдар башынан суфыйлыҡ менән ҡыҙыҡһыныу арта. Хәҙерге Мысыр суфыйҙары, ҡағиҙә булараҡ, юғары һөнәри белем алған йәш кешеләр.

Мысырлылар ил халкының ~91 %-ын тәшкил итә. Иң эре этник аҙсылык — төрөктәр, гректар, абаздар һәм бәдәүи ғәрәп ҡәбиләләре, сива һәм нубиялеләр.

Рәсми тел — ғәрәп теле, инглиз һәм француз телдәре киң таратыу алған[4].

Сит илдәрҙә 2,7 миллионға яҡын мысырлы йәшәй. Сәүд Ғәрәбстаны, Ливия, Иордания һәм Күвейт кеүек ғәрәп илдәрендә Мысыр эмигранттарының 70 %-ы йәшәй. Ҡалған 30 %-ы Европала һәм Төньяҡ Америкала (90 000 Италияла, 110 000 Канадала һәм 318 000 Америка Ҡушма Штаттарында) ғүмер итә.

Илдә ислам динендәгеләр ~90 % (нигеҙҙә, сөнниҙәр), христиандар — 10 %, йәһүди вәкилдәре — 200 кеше. 2000 кешенән кәмерәк булған Баһаи йәмғиәте хөкүмәт тарафынан танылмай[5].

Мөхәммәт Ғәли-паша мәсете

Мөхәммәт Ғәли-паша мәсете — Мысыр баш ҡалаһы Ҡаһирәлә 1830-1848 йылдарҙа төҙөлгән мәсет. 1831 йылда Төркиә хакимлығынан баш тартып, Мысыр менән үҙе идара итә башлаған Мөхәммәт Али-паша (инг.)баш. хөрмәтенә аталған.

  1. Muslim Population By Country 2020 2019 йыл 1 сентябрь архивланған. (инг.)
  2. Contemporary Islam. countrystudies.us (инг.)
  3. Egypts other green-revolution. Jerusalem- Report (инг.)
  4. Egypt Demographics (инг.)
  5. Egypt Religion, Economy and Politics (инг.)