Гвинея-Бисауҙа ислам
Гвинея-Бисауҙа ислам | |
Дәүләт | Гвинея-Бисау |
---|---|
Гвинея-Бисауҙа ислам Викимилектә |
Гвинея-Бисауҙа ислам порт. Islã na Guiné-Bissau, ғәр. الإسلام في غينيا بيساو) ― илдең өҫтөнлөклө дине булып тора. Гвинея-Бисау халҡының күпселеген мосолмандар (50 %) [1], артабан христиандар (34 %) һәм урындағы диндәргә ышаныусылар (7,9 %) тәшкил итә.
Һаны һәм таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гвинея-Бисау халҡының (1,7 млн, 2018 йылғы баһа буйынса) яртыһынан күбеһе ― ислам динен тота. Илдәге мосолмандарҙың 40 % - ы ― мәлики мәҙһәб сөнниҙәре, 6 % - ы ― шиғыйҙар, 2 % - ы ― әхмәдиселәр [2]. 36 % - ы үҙҙәрен «мосолман» тип кенә һанай. Суфыйлыҡ тәьҫире бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гвинея-Бисау халыҡтары төрлө ваҡытта исламды ҡабул итә. Мәҫәлән, фульбе этник төркөмө беҙҙең эраның IX быуатында мосолман була[3][4], мандинка төркөмө ислам динен XII быуатта ҡабул итә [5].
Урта быуаттарҙа ислам таралыу, барыһынан да элек, Төньяҡ Африкалағы бәрбәрҙәр менән сауҙа бәйләнештәре урынлашыуға бәйле була.
Фула һәм Мандинка этник төркөмдәре вәкилдәре 1076 йылда Гана империяһын тар-мар иткән ваҡытта бәрбәр мүрәбиттәре союздаштары булалар. 1750-1900 йылдарҙа улар ислам байрағы аҫтында ғазауаттарҙа бик күп ҡатнашалар[6].
1446 йылда ҡолдар сауҙагәре Нуну Триштан етәкселегендәге Португалия экспедицияһы Африка ярҙарында яңы асылған ерҙе Гвинея тип атай. Нуну Триштан һәм ошо экспедиция ағзаларының бер өлөшө урындағы халыҡ тарафынан үлтерелә[7]. Киләһе 20 йыл дауамында португалиялылар ярға туҡтамай. 1466 йылда Португалия короле үҙенең подданныйҙарына Гвинеяны үҙләштереү хокуғын бирә. Оҙаҡ ваҡыт Португалияның йоғонтоһо Көнбайыш Африка яр буйында Ашау (1588 йылда нигеҙ һалынған) һәм Бисау (1687 йылда нигеҙ һалынған) торлаҡ пункттары менән сикләнә; улар менән идара итеү Кабо-Верде колонияһы сиктәрендә башҡарыла[8]. 1879 йылда Португалия биләмәләре «Португалия Гвинеяһы» тигән колонияға берләштерелә. Башта Португалия бары яр буйын ғына контролдә тота алған. XX быуат башында, яр буйында йәшәүсе ислам динен тотоусылар ярҙамында, португалиялылар континенттың эсендә йәшәүсе мәжүси диндәге ҡәүемдәргә ҡаршы кампания башлап ебәрә. 1974 йылдың 24 сентябрендә Гвинея-Бисау бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Әхмәҙиә йәмғиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995 йылда Гвинея-Бисауҙа Әхмәҙиә мосолман йәмғиәте барлыҡҡа килә. 2001 йылдың 20 авгусында Гвинея-Бисауҙың ул саҡтағы президенты Кумба Яла (инг.)баш. барлыҡ Әхмәҙиә мәсеттәрен ябырға һәм илдән был тәғлимәтте еткереүсе барлыҡ вәғәзселәрҙе, шул иҫәптән сит ил эштәре министрын сығарып ебәрергә бойора [9]. 2005 йылдың ғинуарында Әхмәҙиә йәмғиәте мосолмандарына дини эшмкәрлектәрен яңынан башларға рөхсәт ителә, ике айҙан һуң, шул уҡ йылдың мартында, яңынан тыйыла[10][11]. 2006 йылда хөкүмәт Әхмәҙиә йәмғиәтенә үҙ диндәрен асыҡтан-асыҡ тотоу хокуғын бирә[11][12][13].
Гвинея-Бисау ― Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ағзаһы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Refugees, United Nations High Commissioner for. Refworld | 2010 Report on International Religious Freedom - Guinea-Bissau, Refworld. 17 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ «Мусульмане мира: единство и разнообразие» . Дата обращения: 25 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 26 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Было африканское племя — тема Западная Африка – Idi.bg . idi.bg. Дата обращения: 17 май 2017. Архивировано из оригинала 25 декабрь 2016 года.
- ↑ Попов В. А. Фульбе // Народы и религии мира / Глав. ред. В. А. Тишков. — М.: Большая Российская Энциклопедия, 1999. — 982 с. — ISBN 5-85270-155-6.
- ↑ Выдрин В. Ф. Мандинка // Народы и религии мира / Глав. ред. В. А. Тишков. — М.: Большая Российская Энциклопедия, 1999. — С. 324. — 982 с. — ISBN 5-85270-155-6.
- ↑ Hopen, C. Edward. Fulani. In Muslim Peoples: A World Ethnographic Survey / edited by Richard V. Weekes. — 2nd ed. — Westport: Greenwood Press, 1984. — P. 257—261.
- ↑ Heinrich Schäfer. Histoire de Portugal, depuis sa séparation de la Castille jusqu'à nos jours. — Plon frères, 1846-01-01. — 684 с.
- ↑ C.R. Boxer, (1977). The Portuguese seaborne empire, 1415-1825, pp. 26–7, 30 London, Hutchinson & Co. ISBN 0-09131-071-7. .
- ↑ Government expels Ahmadiyya Islamic group, IRIN (21 август 2001). 17 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Guinea-Bissau in 2001, Encyclopedia Britannica. 17 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ 11,0 11,1 Guinea-Bissau | Country report | Freedom in the World | 2006 . freedomhouse.org. Дата обращения: 17 май 2017. Архивировано 8 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ RELATÓRIO INTERNACIONAL DE 2006 RELATIVO À LIBERDADE RELIGIOSA (фр.) (PDF). U.S. Department of State. Дата обращения: 17 май 2017. Архивировано 8 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ «Институт религии и общественной политики доклад: религиозные свободы в Гвинее-Бисау» . Дата обращения: 11 ноябрь 2021. Архивировано 25 декабрь 2016 года. 2016 йыл 25 декабрь архивланған.