Туниста ислам
Туниста ислам | |
Дәүләт | Тунис |
---|---|
Туниста ислам Викимилектә |
Туниста ислам (ғәр. الإسلام في تونس) ― дәүләт дине. АҠШ Дәүләт департаментының 2014 йылғы мәғлүмәте буйынса, ил халҡының (11, 8 млн кеше, 2020 йылға) 99 % — ы ― мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре)[1]. Тунис Конституцияһы: «илдең дәүләт дине ― ислам», «хөкүмәт ― дин һаҡсыһы», тип билдәләй һәм һайланган Тунис президентының мосолман булыуын талап итә[2].
Дөйөм күҙәтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туниста мосолмандарҙың күбеһе сөнни Мәлики мәҙһәбенә ҡарай. Туниста суфый тәриҡәттәре йоғонтоһо ҙур булған, ил мөстәҡиллек алғас, уларҙың күбеһе илдән сығып киткән, илдә ҙур булмаған суфый йәмғиәттәре йәшәп килә. Рамаҙан байрамы ваҡытында суфыйҙар дини бейеүҙәр башҡарып, мәҙәни саралар үткәрә.
Хөкүмәт һәм ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың ғинуарында ҡабул ителгән ил Конституцияһы «исламды ― дәүләт дине», «хөкүмәтте ― дин һаҡсыһы» булараҡ билдәләй һәм һайланган Тунис президентының мосолман булыуын талап итә[2]. Конституция дин тотоу, намыҫ һәм дини йолаларҙы тәьмин итеү иркен гарантиялай. Унда шулай уҡ дәүләттең түҙемлелек һәм сабырлыҡ кеүек ҡиммәттәрҙе таратыу, изге урындарҙы һаҡлау һәм тәкфир (мосолмандарҙың башҡа мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләүҙәрен) булдырмау бурыстары күрһәтелгән. Конституция, өсөнсө заттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, милли оборона һәм социаль хәүефһеҙлек, әхлаҡ һәм сәләмәтлек кеүек дөйөм сәбәптәр нигеҙендә, дин иркен сикләү мөмкинлеген рөхсәт итә[2].
Хөкүмәт мәсеттәрҙе контролдә тота, уларға субсидиялар бирә һәм ғибәҙәт ҡылдырыусы имамдарға эш хаҡы түләй[2]. Президент илдең Юғары мөфтөйөн тәғәйенләп ҡуя. Дүрт дини байрам:Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы, Мөхәррәм һәм Мәүлит байрамы Тунистың милли байрамдар исемлегенә индерелгән[3].
Ислам дини белеме дәүләтмәктәптәрендә мәжбүри уҡытыла, урта мәктәп уҡыусылары өсөн дини уҡыу шулай уҡ программаһы йәһүдилек һәм христианлыҡ тарихын (ислам күҙлегенән) өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Күп йылдар Зәйтүнә Ҡөрьән мәктәбе (Zeitouna School Koranic) дәүләт милли университеттары системаһының бер өлөшө булып тора.
Ҡағиҙә булараҡ, граждандарҙың хоҡуғын шәриғәт нигеҙендә аңлатыу ҡайһы бер ғаилә эштәрендә генә ҡулланыла. Ҡайһы бер ғаиләләр, шәриғәттең мираҫҡа йоғонтоһонан ҡасып, ата-әсә һәм бала араһында алыш-биреш шартнамәләр төзи, шуның менән улдары һәм ҡыҙҙары бер тигеҙ милек аласаҡ, тип гарантия бирә[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Тунис территорияһы Өмәүиҙәр хәлифәлеге осоронда (б. э. 661—750 йылдары) Ислам дине йоғонтоһона эләгә[5]. Өмәүиҙәр Төньяҡ Африкала беренсе ислам ҡалаһы булған Ҡайраүәнды төҙөй һәм 670 йылда Ғүҡбә мәсетен (Ҡайраүән Ҙур мәсетен) тергеҙә . Был мәсет мосолман көнбайышында иң боронғо манараһы булған иң дәрәжәле изге урын булып тора, ул шулай уҡ ислам сәнғәте һәм архитектураһы шедевры тип һанала . 703 йылда төҙөлгән Әҙ-Зәйтүнә мәсет-университеты Туниста Ислам фәне һәм дәғүәт үҙәгенә әүерелгән.
Тунистың ғәрәп мосолман идарасылары 800—909 йылдарҙа Тунис, Триполитания һәм көнсығыш Алжир менән идара иткән Әғләбиәләр династияһына нигеҙ һалған . Уның баш ҡалаһы Ҡайраүән Мәғрибтә, бигерәк тә теология һәм хоҡуҡи өлкәһендә иң мөһим уҡыу үҙәге булып торған[6].
1800—2011
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тунис Европа илдәренең көслө колониаль йоғонтоһонда була (Франция протектораты булған Туниста 1945 йылда 144 000 колонизатор йәшәгән) һәм Төньяҡ Африкалағы мосолман илдәренән көнбайыш йоғонтоһо иң көслө булған (вестернлашҡан) ил тип һанала . Илдең беренсе президенты Хәбиб Бургиба донъяуилыҡ (секулярлыҡ) яҡлы шәхес була[7]. Ул 1958 йылда Әз-Зәйтүнә ислам университетын бетереп, Тунис университетына теология һәм шәриғәт факультеты итеп ҡуша (2012 йылда өр-яңынан университет итеп тергеҙелгән). 1956 йылда ҡабул ителгән Шәхси статус тураһында кодекс күп ҡатынлылыҡты (полигамия) тыя, ҡыҙ балалар өсөн никахҡа инеү йәшен 17 йәшкә тиклем арттыра, ҡатын-ҡыҙҙарға айырылып китеү мөмкинлеген еңеләйтә һәм балиғ булмаған ҡыҙҙар өсөн мәжбүриникахты тыя[8]. Ул шулай уҡ илдең Бөйөк мөфтөйөн тәғәйенләй .
Уның дауамсыһы Зин әл-Ғәбидин бин Ғәли (1987—2011) Юғары ислам советын ойоштора[9]. Ул шулай уҡ мәсет имамдарының Дин эштәре буйынса министрлыҡ тарафынан билдәләнеүҙәрен талап иткән. Министрлыҡ йыш ҡына идара итеүсе Демократик конституция партияһы ағзаларын билдәләй, шулай уҡ ғибәҙәт хеҙмәттәренең эстәлеген контролдә тота[10]. 1988 йылда ҡабул ителгән Закон дәүләт тарафынан билдәләнмәгән кешеләргә мәсеттәрҙә һәр төрлө саралар һәм йыйылыштар үткәреүҙе тыя[11]. Хөкүмәт, ҡала төҙөлөшөнең милли ҡағиҙәләренә тура килтереп төҙөү шарты менән, мәсеттәр төҙөргә рөхсәт итә, ләкин төҙөлөш тамамланғандан һуң улар хөкүмәт милкенә әйләнә. Полиция көрәк һаҡал йөрөтөүсе ир-аттарҙы эҙәрлекләгән һәм тотҡарлаған, тигән хәбәрҙәр бар[12].
Революциянан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зин әл-Ғәбидин бин Ғәли режимы бәреп төшөрелгәс, дини эҙәрлекләүҙәр һирәгәйә төшә. 1988 йылда мәсеттәрҙә дәүләттеке булмаған сараларҙы һәм йыйылыштарҙы тыйыусы ҡанун ғәмәлдән сығарыла. 2010—2011 йылдарҙа Тунис революцияһы барышында Бин Ғәли ҡулға алынғандан һуң бер нисә ай дауамында уның режимы билдәләгән күп кенә имамдар алыштырыла. 2011 йылдың октябрендә Дин эштәре министрлығы яҡынса 400 мәсетте контролдә тотмауын иғлан итә. 2015 йыл башына 3000-гә яҡын тунислы Сүриәгә һуғышырға (йыһат) киткән. Күп ҡатынлылыҡты рөхсәт итергә өндәүҙәр булған. 2013 йылда билдәләнгән Бөйөк мөфтөй күп ҡатынлылыҡ яҡлы булыуын белдергән. 2013 йылдың авгусында Тунис хөкүмәте илдең донъяуи булыуы өсөн көрәшеүсе сәйәсәтселәр Шөкри Белаидты һәм Мөхәммәд Браһмиҙы үлтереүгә ҡатнашы бар тип шикләнелгән Әнсар әш-Шәрига радикаль ислам ойошмаһын «законһыҙ террорсылыҡ ойошмаһы» тип иғлан итә.
2014 йылдың 16 июлендә исламсылар һөжүме арҡаһында 12 хәрби һәләк булған, премьер-министр канцелярияһы терроризмға ҡаршы көрәш буйынса көстәрҙе координациялау өсөн «кризис бүлексәһе» булдырған[2]. Бер аҙҙан министрлыҡ, «нәфрәт уятыу һәм көсләүҙе пропагандалауҙа» ғәйепләп, ике дини радиостанцияны һәм бер телевизион каналды ябып ҡуя[2]. Исламсыларҙың туристарға һөжүм итеүе (2015 йылда 60-тан артыҡ кеше, нигеҙҙә, туристар, үлтерелгән) Тунистың туризм индустрияһын ҡаҡшата[13].
2014 йылдың декабрендә Дин эштәре буйынса министрлыҡ Тунистағы барлыҡ мәсеттәрҙе лә яңынан дәүләт контроле аҫтына алған .
2017 йылда бер нисә ир-ат ураҙа ваҡытында халыҡ алдында ашаған өсөн ҡулға алынған һәм бер нисә айға төрмәгә ябылыуға хөкөм ителгән[14].
2017 йылдан башлап Тунис мөслимәләре законлы рәүештә мосолман булмаған ир-аттарға кейәүгә сыға ала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ United States State Department’s 2004 Religious Freedom Report
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 TUNISIA – INTERNATIONAL RELIGIOUS FREEDOM REPORT . International Religious Freedom Report for 2014 United States Department of State (2014). Дата обращения: 21 октябрь 2016.
- ↑ Holidays in Tunisia in 2016 . Дата обращения: 21 октябрь 2016.
- ↑ International Religious Freedom Report – Tunisia . U.S. State Department. (2003). Дата обращения: 21 октябрь 2016.
- ↑ Spread of Islam (Map)
- ↑ Aghlabids . Archnet. Дата обращения: 8 декабрь 2021. 2011 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ Habib Bourguiba: Father of Tunisia, BBC (6 April 2000).
- ↑ Islamist organization demands Tunisia legalize polygamy (30 August 2012). 21 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ The Failure of Political Islam.
- ↑ Wolf, Anne The Radicalization of Tunisia's Mosques . Combating Terrorism Center (30 июнь 2014). Дата обращения: 8 декабрь 2021. Архивировано 23 май 2017 года. 2017 йыл 23 май архивланған.
- ↑ "La Tunisie veut récupérer les mosquées contrôlées par des radicaux, " Jeune Afrique, March 12, 2014.
- ↑ International Religious Freedom Report 2006 US Department of State. BUREAU OF DEMOCRACY, HUMAN RIGHTS, AND LABOR]
- ↑ Gunman kills 39 at Tunisian beachside hotel, Islamic State claims attack
- ↑ The country where people are forced to observe Ramadan (en-GB), The Independent (13 июнь 2017). 8 август 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. Рейтинг исламских государств // ЦентрАзия.